Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)
план-конспект занятия (старшая группа) по теме

Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат:  балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,  балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,  әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,  әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу. Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар Көй аҫтында балалар залға инәләр. I алып барыусы: - Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ. Берҙән – берем, күҙ нурым, тип Һәр саҡ арҡаңдан һөйә. Сирләгәндә төн йоҡламай, Зарыңды белә, көйә. Кем һуң ул һинең өсөн? Ул – һөйөклө әсәйем. II алып барыусы: - Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә. I алып барыусы: - Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. - Ә хәҙер һүҙ балаларға: Әсәй ул – һауа! Әсәй ул – яҡтылыҡ! Әсәй ул – бәхет! Әсәй ул – йылылыҡ! Әсәй ул – тыныслыҡ! - Мин әсәйемде яратам! Йыр “Мин әсәйемде яратам” Балалар ултырғыстарға ултыра. II алып барыусы: - Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер. Балалар шиғыр һөйләй. 1-се бала: Иртән һөйөп уята, Эсерә тәмле сәйен. Баҡсаға ла оҙата Көләс йөҙлө әсәйем. Ҡаршы ала йылмайып, Ашы, сәйе өҫтәлдә. Өйҙө матурлап ҡуя Ҙур ҡунаҡты көткәндәй. 2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә, Беләйек ҡәҙерҙәрен. Һәр эштә ярҙамлашып, Күрәйек күңелдәрен. 3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым, Әсәйемә оҡшаған. Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ. Ҡурсағым да, әсәйем дә, Икеһе лә йоҡлаған. 4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға Иҙәнде йыуып ҡуям. Ҡасан ҡайта инде, тиеп, Һағынып көтөп алам. 5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле, Әсәйем янда һәр саҡ. Һин булғанға ғына, әсәй, Көндәрем яҡты һәр саҡ. I алып барыусы: - Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр. Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай. Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә: - Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен? - Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр. - Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай. - Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер. - Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар? - Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр. - Ә уның исеме кем булыр? - Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң. I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға) - Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел. II алып барыусы: Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным, Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным. Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны. I алып барыусы: - Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү. Ҡыҙҙар бейеүе. I алып барыусы: - Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр. - Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары). - Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ. Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм” II алып барыусы: - Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була. Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә) - Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен). - Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ. Бейеү “Полька” I алып барыусы: - Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ! “Бишек йыры” (әсәй башҡара) II алып барыусы: - Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. - Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ. (Балалар сценкаға сыға) Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе” Сценка “Терпекәй” Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған. Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр! Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн! Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ. Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға? Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға. Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням. Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам. Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ! Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға. Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем? Терпе сыға. Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр. Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым I алып барыусы: - Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ. Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын, Тәмле аштар бешерә. Энә алһа ҡулдарына Матур кейемдәр тегә. II алып барыусы: - Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек. Уйын “Әсәйҙе биҙәндер” 5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә. - Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр. Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы I алып барыусы: - Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ! Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе) Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр. Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе ә башҡарыуында йыр. - Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ. Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара) II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syzr_bayramy.docx20.41 КБ

Предварительный просмотр:

Әсәйҙәр байрамы  “Әсәкәйем – күҙ нурым”

Маҡсат:

  • балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,
  • балаларҙың телмәрен үҫтереү;  шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,
  • әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,
  • әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә  ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Йыһыз:  слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

I алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле  әсәйҙәр, ҡунаҡтар!  Бөгөн беҙ  һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр  саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә  төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем.

II алып барыусы:

  • Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам?  Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә.  

I алып барыусы:

  • Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”.  Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
  • Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Әсәй ул – һауа!

Әсәй ул – яҡтылыҡ!

Әсәй ул – бәхет!

Әсәй ул – йылылыҡ!

Әсәй ул – тыныслыҡ!

  • Мин әсәйемде яратам!

Йыр “Мин әсәйемде яратам”

Балалар ултырғыстарға ултыра.

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер  әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.

Балалар шиғыр һөйләй.

1-се бала:        Иртән һөйөп уята,                         

                Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

                Көләс йөҙлө әсәйем.

                Ҡаршы ала йылмайып,

Ашы, сәйе өҫтәлдә.

Өйҙө матурлап ҡуя

Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.

2-се бала:        Әсәйҙәр берәү генә,

                Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һәр эштә ярҙамлашып,

Күрәйек күңелдәрен.

3-сө бала:        Бик матур минең ҡурсағым,

                Әсәйемә оҡшаған.

Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.

Ҡурсағым да, әсәйем дә,

Икеһе лә йоҡлаған.

4-се бала:         Әсәйем эштән ҡайтыуға

                Иҙәнде йыуып ҡуям.

                Ҡасан ҡайта инде, тиеп,

                Һағынып көтөп алам.

5-се бала:        Мин бәхетле, бик бәхетле,

                Әсәйем янда һәр саҡ.

                Һин булғанға ғына, әсәй,

                Көндәрем яҡты һәр саҡ.

I алып барыусы:

  • Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән  изге зат – әсәйҙәр.

Әсәйҙәр тураһында притча.  Көй яңғырай.

Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә:

  • Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?
  • Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.
  • Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.
  • Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.
  • Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?
  • Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.
  • Ә уның исеме кем булыр?
  • Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.

I алып барыусы:  (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға)

  • Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

II алып барыусы:

                Әсәйем, күҙ нурым,                         Әсәйем, алтыным,

Йылмая йөҙҙәрең.                         Һин бит иң яҡыным.

Йылытып йөрәкте                         Үҙеңә гел тарта

Нур һибә күҙҙәрең.                         Күңелең ялҡыны.

                                                

        I алып барыусы:

  • Ә  хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Ҡыҙҙар бейеүе.

I алып барыусы:

  • Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.
  • Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

(Балаларҙың яуаптары).

  • Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап  белербеҙ.

Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм”

II алып барыусы:

  • Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән?  Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан  әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.

Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү”  (әсәйҙәр менән бергә)

  • Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).
  • Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ.

Бейеү “Полька”

I алып барыусы:

  • Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға  яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!

“Бишек йыры”  (әсәй башҡара)

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй  мәҡәлдәр беләһегеҙ?  Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.

Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.

Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.

Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

  • Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.  

(Балалар сценкаға сыға)

Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе”

Сценка “Терпекәй”

Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.

Терпе:  - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!

Сәскәләр:  - Хәйерле көн, көн!

Терпе:   -  Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.

Сәскәләр:  -  Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?

Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.

Төлкө:  -  Ниндәй тәмле, ням – ням.

                Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.

Терпе:  -  Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!

Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә.  Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.

Әсәй төлкө:  -  Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?

Терпе сыға.

Терпе:  -  Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.

               Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым

I алып барыусы:

  • Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Шиғыр:        Әсәйемдең ҡулы алтын,

Тәмле аштар бешерә.

Энә алһа ҡулдарына

Матур кейемдәр тегә.

II алып барыусы:

  • Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек.

Уйын “Әсәйҙе биҙәндер”

5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә.

  • Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр.

  Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы

I алып барыусы:

  • Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ!

Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе)

Балалар  әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр.

Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе  ә башҡарыуында йыр.

  • Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш”  (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара)

 II алып барыусы:  - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Мамин день" сценарий праздничного концерта ко дню матери.

          Мамин день. Цели:• способствовать созданию праздничной, доверительной атмосферы;• учить детей выражать любовь к самому близкому и родному человеку –...

Сценарий конкурса стихов на башкирском языке

Башҡорт телендә экология йылына арнап үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсының сценарийы....

"Мамин день" Сценарий праздника 8 марта в старшей группе.

quot;Мамин день" - сценарий утренника посвящённого празднованию 8го марта в саршей, подготовительной группе....

Мамин день! Сценарий праздника для детей с ОВЗ

Материал был разработан для детей разновозрастной группы ЗПР. Группу посещают дети с тяжелыми и множественными нарушениями в развитии от 3 до 8 лет. Частая смена деятельности во время праздника позвол...

Сценарий праздника ко дню башкирского языка "Теле барҙың иле бар"

14 декабря отмечается день Башкирского языка.Благодаря родному языку мы живем и общаемся , познаем мир....

Конспект сценария праздника "Нардуган" ( на башкирском языке)

Предлагаю конспект сценария праздника "Нардуган" на башкирском языке...