Консультация "Овладение башкирской речью в устной форме, через фольклор"
консультация (средняя группа)

Гульнара Камсовна Хасанова

Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша.

Скачать:


Предварительный просмотр:

«Тамсылар» өлкөндәр төркөмөндә

«Нәфис һүҙ аша» темаһына

ата-әсәләргә өсөн консультация.

                                                                                   Әерләне:

 Хәсәнова Г.К.

                     

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек
Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Ғалим К.Д. Ушинский халыҡ педагогикаһын тәрбиә эшендә мөһим факторҙарҙың береһе, тип иҫәпләй. “Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә... Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда иң йәнле орган булып ҡала”, – тип яҙған Ушинский.
Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә. Улар яҡшылыҡты айыра белергә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек һүҙҙәрҙе төптән аңларға өйрәтә.
Афористик жанрҙар халыҡ ижадында иң боронғо һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙың береһе. Йомаҡ-мәҡәлдәрҙе икенсе төрлө “Боронғолар һүҙе” тип тә әйткәндәр. Мәҡәлдәрҙә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү ысулдары төп урында тора. Әйтем-мәҡәлдәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, ихтирам итергә өйрәтә. Эшкә, хеҙмәткә оло хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мәҡәлдәр күп. Тыуған илгә һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Мәҡәлдәрҙе тәрбиә эшендә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Йыр-бейеү, өзләү, төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышыу балаларға сәнғәт донъяһына юл асырға булышлыҡ итә. 
Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш.   

                                       

Нәфис һүҙ аша

Хәйерле иртә алһыу таңдарға

Хәйерле иртә зәңгәр һыуҙарға

Хәйерле иртә зифа талдарға

Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға

Хәйерле иртә наҙлы елемә

Хәйерле иртә тыуған еремә!

ЙЫУЫНДЫРҒАНДА

Йыуам-йыуам,

Йыуам-йыуам

Йыуам битте, ҡулымды ,

Башта йыуам уң ҡулымды,

Шунан йыуам һулымды.

Битте йыуғас,

Ҡулды йыуғас,

Таҙартам тештәремде,

Йыуыныуҙан башлайым мин

Һәр иртә эштәремде.

(Г.Ситдиҡова)

Һалҡын һыу, тәмле һыу,

Биттәремде йыу, йыу,

Күҙҙәремде йыу,йыу,

Биттәрем матур булһын,

Ҡулдарым таҙа булһын!!!

Иң кәрәкле яҡын дуҫыбыҙ,

Таҙалыҡты булдырыусыбыҙ –

Йомшаҡ ҡына йылы һыу,

Барыһын да таҙа йыу.

Йомшаҡ һыу, йылы һыу

Барыһын да таҙа йыу!

Ҡара тап ҡалмаһын,

Биттәрем алланһын.

Тештәрем таҙарһын.

Ҡулдарым ағарһын.

Йомшаҡ һыу, йылы

Барыһын да таҙа йыу.

ТАНАУ ҺӨРТКӘНДӘ

Танау һорай ҡулъяулыҡ,

Бынау хәтлем ҙур яулыҡ,

Ҡульяулыҡ - ҡулға яулыҡ,

Ниңә юҡ танауяулыҡ?!

(Г.Ситдиҡова)

Ашағанда

Аштау тулы бутҡа һалдым,

Бутҡағыҙ тәмле булһын.

Бутҡа ашаған малайҙар

Бөтә эштәрҙә уңһын.

Ашарға утырғанда һәм ашап бөтөргәс ҡулыңды йыу.

Ашты бик ҡайнар ашама, ҡайнар аштың тәме китер.

Ашаган вакытта алдыңа түкмәй, тамыҙмай аша.

Ризыкты уң кулың менән аша

Ашағанда ризыкты еҫкәп карама.

Мәҗлестә ололар булһа, уларҙан элек ашҡа ҡулыңды һуҙма.

Ашаған вакытта уңға-һулға ҡарама

Кеше өлешөнә, кеше һауытына күҙ һалма.

Табаның уртаһыннан алма, үҙ ягыңдан алып, табаның ситенән аша.

Башҡалар ашап туйгас, кешенән ҡалып ашап утырма.

Ашап туйгас, рәхмәт әйтергә онотма!

ЙОҠЛАРҒА ҺАЛҒАНДА

Ятам-ятам тиҙерәк,

Төш күрергә күберәк.

Кем иң алдан өлгөрә,

Шул иң матурын күрә

(Г.Ситдиҡова)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Материал из опыта работы на тему:"Развитие речи детей раннего возраста через фольклор»

В работе  описан опыт создания оптимальных условий для развитие речи  детей через фольклор....

Доклад по теме: «Речевое развитие дошкольников через развитие всех компонентов устной речи в различных формах и видах детской деятельности»

Овладение родным языком является одним из важных приобретений ребенка в дошкольном детстве. Именно приобретений, так как речь не дается человеку от рождения. Должно пройти время, чтобы ребенок начал г...

Проектная деятельность "Формирование связной речи детей дошкольного возраста через фольклор"

Файл содержит сборник занятий по развитию речи детей через знакомство с народным творчеством - фольклором....

Речевое развитие дошкольников через развитие всех компонентов устной речи в различных формах и видах детской деятельности

laquo;Речевое развитие дошкольников через развитие всех компонентов устной речи детей в различных формах и видах детской деятельности» «Речь - удивительно сильное средство, но ...

Развитие речевой активности через использование всех компонентов устной речи в различных формах и видах детской экспериментальной деятельности.

Цель:Уточнение знания детей о признаках зимы, по средствам понимания простейших причинно следственных связей, через развития речевой активности и активизирование словаря по теме «Зима».Зад...

Педагогический совет "Развитие речевой активности через использование всех компонентов устной речи в различных формах и видах детской деятельности".

Проведение педсовета "Развитие речевой активности через использование всех компонентов устной речи в различных формах и видах детской деятельности"....