Мастер - класс Сюжетлы – ролле уйын : “Умарталыҡта” ( Сюжетлы –ролле уйын аша балаларҙың телмәрен үҫтереү)
методическая разработка (средняя группа)

ИСМАГИЛОВА ФИЛЮЗА НИГМАТОВНА

           Сюжетлы–ролле  уйындарҙың әһәмияте.  

Балалар баксаларында эшләүсе тәрбияселәрҙең  төп бурысы булып  балаларҙы уйнарға өйрәтеү тора. Бала өчен  уйын  ул- белем алыу,күберәк мәғлүмәт туплау,хезмәт һәм иң киммәтле тәрбия сараһы ла булып тора. Балалар баҡсаһында төп үҫеш уйын аша бирелә уны бала йә үҙе уйлап сыгара, йә тәрбиәсе.

            Сюжетлы – ролле уйын балаларға бөтә яҡтанда үҫешергә ярҙам итә:

-      фантазия үҫтерә;

-      телмәр байлығын байыта;

-      балалар һәм өлкәндәр менән аралашырға өйрәтә;

-      үҙенең ҡағиҙәләрен сығарырға;

-      уй – фекерен әйтергә өйрәнә;

-      уйнамаған бала бөтөнләй үҫешмәй тип әйтергә була.

Шуның өсөндә баланы уйнарга өйрәтеү проблемаһы беренсе булып тора.

     Тәрбиәсенен  бурыстары:

*    Сюжетлы – ролле уйынды уйнау өсөн мөйөштәр булдырыу;

*    Ундағы булған уйынсыҡтарҙы ҡулланып уйнарға өйрәтеү;

*    Кеше һөнәрҙәре менән таныштыра башлау;

*    Тел бәйләнешен үстереү;

*    Ата – әсәләр менән берлектә мөйөштәрҙе тулыландырыу.

  Уйын – балалар өсөн тотош бер донъя. Сюжетлы-ролле уйындар балаларҙы көндәлек  көнкүрҽш  һәм йәмғиәттәге күренештәргә  таяныуы менән айырыуса йәлеп итә. 

     Балалар уйыны маҡсатлы була. Уның маҡсатына ирешеү өсөн балаларға үҙаллылыҡ биреү мөһим. Шул ваҡытта ғына балала  талапсанлыҡ, әүҙемлек, тапҡырлыҡ, зирәклек кҽүҽк сифаттар үҫешә. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл den_zemli_moy.docx173.9 КБ

Предварительный просмотр:

                  Муниципальное автономное дошкольное образовательное

                     учреждение Детский сад №17 "Шатлык" муниципального

                      района Мелеузовский района Республики Башкортостан

                                               Мастер - класс

       Сюжетлы – ролле уйын : “Умарталыҡта

    ( Сюжетлы –ролле уйын аша балаларҙың телмәрен үҫтереү)

                                                                                          Әҙерләне: Исмәғилова Ф . Н.

                                                       

      Сюжетлы – ролле уйын : “Умарталыҡта

Маҡсат:

         -         Бал ҡорттары тураһында төшөнсәне асыҡлау һәм уларҙың ҡайҙа йәшәүен һәм нисек бал йыйыуын өйрәнеү  ;

-         Башҡорт балының файҙаһы тураһында белемде нығытыу, ҡайҙа һәм нисек ҡулланылыуын өйрәнеү;  

-         Балалар менән ниндәй балдың тәмле булыуын һәм уның улар өсөн нимә икәнен асыҡлау.  

Үҫтереүсе маҡсат : 

-         Балаларҙың телмәр әүҙемлеген арттырыу; 

-         Һүҙлекте     байытыу:    бал    ҡорттары,   бал,   умартасы,   ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ, кәрәҙ, умарта, һуттар, балауыҙ,

 Тәрбиәүи маҡсат :

-         сюжетлы уйын  барышында балалар араһында яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләү;

-         Тыуған яҡты өйрәнеүгә, башҡорт кәсептәренә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу:костюмдар, умарта,сәскәләр, кәрәҙле бал,

 Уйын алдынан тәрбиәсе балалар менән  әңгәмә үткәрә, һүрәттәр күрһәтә, атрибутика менән таныштыра.

Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙен менән умарталыҡҡа барабыҙ.  Балалар,  һеҙ уйында кем булырға теләйһегеҙ, ролдәрҙе нисек бүлеүебеҙ хаҡында уйлашайыҡ (ролдәрҙе бүлеү, хеҙмәт хәрәкәттәрен нығытыу,  бейджиктар тағыу , костюмдар кейеү, ролдәрҙе бүлеү).

Һанашмаҡ ярҙамында ролдәр бүлеү.

(Балаларға уҙҙәренә оҡшаған ролде алыу мөмкинселен биреү ҙә хуплана).

 Тәрбиәсе:

 Сәскәнән сәскәгә

Бал ҡорто оса

Һиңә,минә,уға

Тәмле бал йыйа.

Бер,ике,өс

Һин сығып ос.

Эҙәрмән бал ҡорто(разведчик),бал ҡорттары, умартасы,айыу.

Уйын барышы: 

Уйнарға  бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ,әйҙәгеҙ куҙҙәрҙе йомдоҡ, һәм йәмле йәйҙе  күҙ алдына килтерҙек,сәскәле ялан,ҡояш көлә,бал ҡорттары сәскәнән сәскәгә ҡунып бал йыя. Шул яланда барғығыҙ киләме, әйҙәгеҙ күҙҙәрҙе йомдоҡ һәм урындарҙа әйләнәбеҙ.

-Әйләндек, әйләндек

 Сәскәле аҡланға

Беҙ килеп сыҡтыҡ.

Ә аҡланда бал ҡорттары эш менән мәшғүл. Разведчик(Эҙләүсе) бал ҡорто ҡайһы урында ин  шәрбәтле һутлы сәскәләр барлығын тикшереп сыға . Аҙаҡ эшсе бал ҡорттарын саҡыра.

Разведчик(Эҙләүсе) бал ҡорто:

(без-без без)

Килегеҙ,килегеҙ

Сәскәләрҙе күрегеҙ.

Шәрбәтле һут йыйығыҙ,

Эш менән һеҙ булығыҙ.

( бал ҡорттары булып кейенгән балалар, сәскәнән сәскәгә ҡунып нектар йыйа).

 Аҡланға айыу сыға,умарта тирәләй йөрөй.

Айыу:

Мин тайыш табан айыу,

Мин яратам тәмле бал.

Бал ҡорттары ҡасығыҙ,

Бында хужа ағағыҙ.

Умарта тирәләй йөрөй, бал ҡорттары күмәкләп һөжүм итәләр,айыу ҡаса.

Бал ҡорттары эш менән мәшғүл була.

Бал ҡорттары:

Беҙ,беҙ,беҙ генә

Беҙ үҙебеҙ шуҡ ҡына

Сәскәләрҙән һут йыябыҙ,

Матур кәрәҙ ҡоябыҙ.

Кәрәҙҙәргә мөлдөрәмә

Бал тултырып ҡуябыбыҙ.

Аҡланға умартасы сыға.Умарта тирәләй йөрөй. Бал ҡорттары уратып осалар, сағырға теләйҙәр. Умартасы төтәткес ярҙамында  уларҙы ҡыуа.

Умартасы:

Тәмле балды алайым,

Ауыҙ итеп ҡарайым.(Ашай)

Рәхмәтемде әйтәйем,

Яны кәрәҙ ҡуяйым.

Кәрәҙҙәрҙе алып  күрһәтә. Һауыттарға һала.Уйын шул рәүешле дауам итә.

Йомғаҡлау: Беҙ һеҙҙен менән бөгөн умарталыҡта булдыҡ, һәм бал ҡорто тормошонан күп нәмәләр белдек.

  • Уйын һеҙгә оҡшанымы?
  • Умарталыҡта һеҙ нимәләр эшләнегеҙ?
  • Ниндәй ролдәрҙе башҡарҙығыҙ?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Сюжетлы -ролле уйын

Уртансылар төркөмө өсөн -ролле уйын конспекты.Темаһы "Дауаханала"...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү хикәйә "Көсөк"

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереүБурыстар:1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы...