"Урал батыр" эпосы буйынса әңгәмә
материал (старшая, подготовительная группа)

Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ural_batyr_eposy_buyynsa_ngm.docx13.9 КБ

Предварительный просмотр:

Әңгәмә. “Аҡбуҙат” журналының яңы һанына күҙәтеү” (“Аҡбуҙат”, №7,2025)

Маҡсат: баҫма гәзит-журналдар менән балаларҙы таныштырыуҙы дауам итеү, “Урал батыр” эпосы тураһында тәрбиәләнеүселәрҙең белемен арттырыу, камиллаштырыу, бәйләнешле, диалогик телмәрҙе үҫтереү, башҡорт һүҙҙәренең әйтелешенә иғтибар итеү, балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу.

        Балалар, бөгөн беҙгә хат ташыусы “Аҡбуҙат” журналының яңы һанын ҡалдырып китте. Әйҙәгеҙ, бергәләп журналдың эстәлеге менән танышайыҡ.

        Ҡыҙҙар, малайҙар, “Аҡбуҙат”тың был һаны тулыһынса башҡорт халҡының боронғо эпосы “Урал батыр”ға арналған. Беҙ был эпос менән танышҡайныҡ, хәтерегеҙҙәме?

        Журналдың тәүге биттәрендә “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр бирелгән.

  1. Тыңлағыҙ әле.(“Урал батыр” эпосынан өҙөктәр уҡыу)
  2. Хәтергә төшөрәйек әле.
  • “Урал батыр” эпосының төп геройы кем әле? Уның исеме нисек?
  • Эйе, дөрөҫ, Урал.
  • Ә уның атаһының исеме кем? (Йәнбирҙе)
  • Ә кем Уралдың әсәһенең исемен белә?  (Йәнбикә)
  • Йәнбикә менән Йәнбирҙенең ике улы булған. Уралдың ағаһының исемен кем әйтер?  (Шүлгән)
  • Афарин, балалар!

3.  Журналдың артабанғы биттәре менән танышыуҙы дауам итәйек.(журнал уртаһындағы биттәр)

  • Был биттә беҙҙең геройҙарыбыҙҙың һүрәттәрен күрәбеҙ. Рәссам үҙенең бар оҫталығын һалып, беҙгә уларҙы төшөргән.
  • Бына был һындарҙы ҡырҡып алып, улар менән уйнарға ла мөмкин.

4. Журналдың бына был битендә (4-5-се биттәр) һеҙҙең кеүек балаларҙың – йәш рәссамдарҙың һүрәттәре. Улар һәр береһе “Урал батыр” эпосын үҙ күҙлектәренән сығып, эшләгән. Бик ҡыҙыҡлы, сағыу һүрәттәр, эйеме?

5. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ял итеп алайыҡ. Үҙебеҙҙең иғтибарлылыҡты тикшерәйек. “Аҡбуҙат”тың был битендә (16-сы бит) һеҙҙең өсөн “Айырмалыҡтарын тап” тигән уйын бирелгән. Һеҙгә һүрәттәрен таратып бирәм, кем бар айырмалыҡтарҙы табыр икән?

6. Журналда һеҙҙең өсөн буям да бар икән! (9-сы бит)

Йомғаҡлау.

  • Бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек?

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса дәрес өлгөһө Һыу ниндәй ул?

Балалар баҡсаһында бәләкәйҙәр төркөмөндә лепбук ҡулланып балаларҙың һыу тураһындағы белемдәрен нығытыу, эксперимент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү....

Педагогический проект "Красота Урало-Сибирской росписи" (приобщение детей к истокам народной культуры Сибири и Урала через знакомство с Урало-Сибирской росписью)

Проект "Красота Урало-Сибирской росписи" направлен на обновление содержания педагогической работы воспитателя с детьми старшего дошкольного возраста от 6 до 8 лет по образовательной области ...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР

Беренсе ҡағиҙә: уйын баланың һаулығына бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш....

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

2-се кескәйҙәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү(экология)өлкәһе буйынса перспектив план

2-се кескәйҙәр төркөмөндә -йүнде танып белеү(эколгия)өлкәһе буйынса перспектив план....