Хеҙмәт төбө-хөрмәт
методическая разработка

Зинира Аскатовна Абубакирова

Мероприятие с родителями

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hezmt_tobo_hormt_1.docx16.33 КБ

Предварительный просмотр:

Хеҙмәт төбө хөрмәт.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары һәм ата –әсәләр! Мин Зинира Әсҡәт ҡыҙы Иглин ауылының 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Аҡбуҙат балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.   

Һаумы! Һаумы!

Һаулашам  - сәләм бирәм,

“Һаумы” тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға ебәрәм.

   Хөрмәтле  әсәйҙәр, ошо "Тылсымлы йомғаҡ" ярҙамында танышып алайыҡ.  Исемегеҙҙе атағыҙ һәм исемегеҙҙең беренсе хәрефенә тура килгән сифатығыҙҙы әйтегеҙ. Мин Зинира-зирәк. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Рәхмәт! Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын!

Бөгөн һөйләшәсәк темабыҙ йомаҡ эсенә ҡасҡан, сараның аҙағына тиклем теманы асыҡлай алырбыҙ тип ышанам.

Бөгөнгө ата –әсәләр менән мәғрифәтселек сараһының темаһы: Хеҙмәт төбө хөрмәт. Тимәк беҙ һөнәрҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.  

Һөнәр һүҙенә ниндәй синонимдар беләһегеҙ? (эш, шөғөл, эшмәкәрлек, ижад, хеҙмәт). Ә һөнәр кешегә кәрәкме ул?

Нимә өсөн кәрәк? Эйе беҙ үҙебеҙҙең эштән файҙа алабыҙ (аҡса),ул үҫеш, үҙеңде раҫлау, уңыш, яратып башҡарған эштән кинәнес , һөйөнөс тә алабыҙ.

Ни өсөн кеше эшләй? (үҙе өсөн,ғаиләһен материаль яҡтан тәмьин итеү өсөн, тыуған ил үҫешендә өлөшөн индереү өсөн. Кеше үҙе, ғаиләһе, тыуған иле өсөн эшләй тинек.

Һөҙөмтәлә беҙ нимә теләйбеҙ, нимә көтәбеҙ? (хөрмәт итеүҙәрен, ыңғай баһалауҙы)

Ә беҙҙе хөрмәт итһендәр өсөн, эшебеҙҙе ыңғай баһалаһындар өсөн нимә эшләргә кәрәк.(яҡшы уҡырға,яҡшы эшләргә, тырыш, уңған булырға).

Әлбиттә үҙебеҙ тырышып яҡшы эшләһәк, беҙҙең эшебеҙҙе күрәсәктәр һәм хөрмәт  тә итәсәктәр. Тырыш, яҡшы хеҙмәттең төбөндә нимә ята? (хөрмәт)

Тулыһынса ошо теманы асыҡлау өсөн һеҙҙе Мерсибо - һүрәттәр конструкторы менән яҡындан танышырға саҡырам. Мерсибо- интеррактив такта, компьтер, ноутбук ярҙамында уйнарға мөмкинлек булдырыусы уйын. Бөгөнгө көндә беребеҙгә лә сер түгел, балаларыбыҙ телефон һәм компьютерҙа күп ваҡытын үткәрәләр. Ә мин һеҙгә шул ваҡытты дөрөҫ итеп ҡулланырға тәкдим итәм. Берҙән бала үҙенә хас мөхиттә уйнауын дауам итә, ә икенсенән һүрәттәр консторы аша белемдә ала.

1.Мәҫәлән, атайым балта оҫтаһы(өй кәрәк-яраҡтары яһай: эскәмйә, өҫтәл, ултырғыс һ.б.).

2.Уҡытыусы(таҡта, ручка, ҡәләм,дәфтәр, китап).

3.Ашнаҡсыға бәлеш бешерер өсөн ниндәй һауыт-һаба кәрәк?(ҡалаҡ, иләк, мискә).

4.Табиб нимәне дауалай (күҙ, ҡолаҡ, аяҡ һ.б.).

Был  бәләкәй генә сара барышында беҙ һеҙҙең менән яңы белем, оҫталыҡ алдыҡ. “Тылсымлы йомғағыбыҙҙың” осона сығып еттек тип уйлайым. Был Мерсибо уйынын һеҙ өйҙә балаларығыҙ менән уйнай алаһығыҙ. Балаларыбыҙға бәләкәй саҡтан уҡ, кеше хеҙмәтенә ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тойғолары уятып үҫтерегә тырышайыҡ.

 Бөгөнгө сараға килгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!!!