Һабантуй
методическая разработка (средняя группа)

Гульназ Хакимьяновна Масягутова

Балаларҙы башҡорт халыҡ традициялары менән таныштырыу. Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү, халыҡ традицияларына, ғөрөф-гәҙәттәренә ихтирам уятыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkor_halyk_uyyndar.docx15.36 КБ

Предварительный просмотр:

             Башҡорт халыҡ уйындары. Һабантуй.

Маҡсат. Балаларҙы башҡорт халыҡ традициялары менән таныштырыу. Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү, халыҡ традицияларына, ғөрөф-гәҙәттәренә ихтирам уятыу.

Йыһазландырыу. Гимнастика таяғы – 2-әү, һәр ҡатнашыусыға ҡалаҡ, 2теннис шары, 2 бадминтон, 2 көйөнтә, 4 күнәк, 2 уҡ-һаҙаҡ, 2 таҫтамал, 2 көршәк, командалар исеме яҙылған плакаттар, төҫлө ҡаыҙҙарҙан «Һабантуй» яҙыуы, ҡайсы, таҫтамалдар тағылған ҡолға, уйынсыҡтар, фишкалар, магнитофон, кассеталар, тәрбиәсе өсөн башҡорт халыҡ костюмы, бейеүселәр өсөн костюмдар, приздар.

Байрам барышы.

1. Ойоштороу. Бер шеренгаға теҙелеү.

Һаумыһығыҙ! Беҙ бөгөн  башҡорт халыҡ уйындарын уйнарбыҙ. Тәүҙә  командаға бүленәйек. /Бүленеү. 2колоннаға теҙелеү. Ҡаршы яҡта һәр команданың исеме яҙылған: айыу, ҡуян.

2. Сәскәләргә туп ташлау.

/Стенала сәскәләр эленгән. Туп тейһә, сәскә алына, хәреф асылы. «Мөмкин»тигәндә, командалар туп ташлай, «туҡта» тигәндә, сәскәләрҙе аса. «Һабантуй» яҙыуы асыла/.

3. Һабантуй тураһында әңгәмә.

Эйе, ул башҡорт халҡының борондан килгән байрамы. Элек сәсеү алдынан үткәргәндәр, хәҙер сәсеү бөткәс байрам итәләр. Йәштәр ауыл буйлап еңеүселәр өсөн бүләк йыйғандар /таҫтамал, күлдәк, йомортҡа, аҙыҡ-түлек/. Иң ҡәҙерле бүләк синелгән таҫтамал булған. Ҡыҙҙар һабантуй бүләген ҡыштан әҙерләгән. Ҡолғаға бәйләнгән бүләктәр һабантуй символы һаналған.

Байрам символын индерегеҙ!

/Башҡорт халыҡ костюмындаы уҡыусылар ҡолғаны индерә/.

Һабантуйҙа ниндәй ярыштар ойошторолған?/Яуаптар/.

4. Ат сабышы. Эйе, элек егеттәр бик һөнәрле булған. Ат өҫтөндә килеш ерҙән яулыҡты алып ҡара әле!

Гимнастика таяғына атланып, бер ҡул менән «атты» тотоғоҙ, икенсе ҡул менән уны ҡыуығыҙ. Кәрзинде уратып сығып, кире килегеҙ, «атты» иптәшегеҙгә туғарығыҙ. Иптәшеңә бәреп ҡуймаҫ өсөн таяҡты уртаһынан тотоғоҙ.

5. Йомортҡа һалынған һалыҡты тешләп йүгереү. Элек ағас ҡалаҡҡа ысын йомортҡа һалып, тешләп йүгергәндәр. Ә беҙ алюмин ҡалаҡҡа шар һалып, йүгереп ярышабыҙ.

6. Һыулы күнәктәр менән ярышыу. Кем бер тамсы һыуҙы ла түкмәйенсә, беренсе  килеп етә, шул еңеүсе һаналған.

Беҙ көйәнтәгә ҡоро күнәктәр элеп ярышабыҙ. Боролоштарҙа иғтибарлы булығыҙ, бәрелешмәгеҙ. Күнәктәрҙе ҡул менән тотмағыҙ, талғын ғына атлағыҙ.

7.  Башҡорттар оҫта уҡ атыусы ла булған: балдаҡты ептә тағып, уның үтә уҡ атҡандар.

Беҙҙең егеттәр ҙә бөгөн уҡ атып ярышасаҡ. Иғтибарлы булығыҙ, бер-берегеҙгә, кешеләргә тоҫҡамағыҙ. Уғығыҙ осло булмаһын.

8. Көршәк ватыу. Элек балсыҡ көршәкте һуғып ватҡандар. Әле кәрзингә һуғырбыҙ. Уйнаусыларҙың күҙе бәйләнә, 3 тапҡыр урында әйләндергәс, 3 аҙым алға барып, кәрҙингә һуғабыҙ. Ҡайһы команда күберәк «көршәк» ватыр?

9. Милли көрәш. Көрәшселәр бер-береһен таҫтамал менән билдән эләктерә һәм баш аша алып бәрергә тырыша. Беҙ бер-беребеҙҙе түңәрәктән сығарырға тырышасаҡбыҙ.

10. «Әтәстәр» һуғышы. Ҡатнашыусылар түңәрәк эсендә бер аяҡта тора, икенсеһе бөгөлгән, ҡулдар арттан эләктерелгән. Бер-берегеҙҙе түңәрәктән сығарырға йәки икенсе аяғына баҫтырырға тырышығыҙ.

11. Һабантуйҙа етеҙлеккә, таҫыллыҡҡа, көс һынашыуҙа ярышып ҡына ҡалмағандар, байрам булғас, һыйланандар ҙа. Ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа ит бешергәндәр,  бишмармаҡ әҙерләгәндәр. /Милли аш хаҡында әңгәмә/. Ҡасаларҙа ҡоротло һурпа, тәрилкәләрҙә өлөшләп ит бүлгәндәр. /Ҡасаларҙы тотора өйрәнеү/. Ҡунаҡтар балаҫҡа түңәрәк яһап ултырғандар. Ҡулдар сайылған, унан һыуланыу башланған. Хужа ҡунаҡтарҙы һоғондороп һыйлаған. Аштан һуң тағы ҡулдар сайылған. Аҙаҡ тәмләп сәй эскәндәр.

Урал арты райондарында ашҡаҙанды йылытыу өсөн башта сәй эсергәндәр, унан ғына ашағандар.

12. Тамаҡты туйҙырғас, уйын-көлкө башланған. Егеттәр көсөн, ҡеүәтен күрһәтеү өсөн бөркәттәй «осҡан». Ҡыҙҙар талғын ғына хәрәкәтләнеп бейегән. Башҡорт халҡы бейеүҙә Ер, Һыу, Һауаны данлаған, көнкүреш хәрәкәттәрен башбармаҡ әҙерләү, йөн иләү һ.б.

Мин хәҙер һеҙгә бер бейеү күрһәтәм. Хәрәкәттәрҙе иғтибар менән күҙәтегеҙ. /тәрбиәсе бейей/.

13. Бейеү ярышы. Хәҙер командалар бейеп ярыша. /Бейеүҙә бөтәһе лә ҡатнаша/.

14. Йомғаҡлау. Һабантуйҙа тағы ла әллә күпме ярыш төрҙәре үткәрелгән. Беҙ уларҙы киләһе байрамдарҙа өйрәнербеҙ. Әлегә жюри йомғағын тыңлайыҡ. /Еңеүселәрҙе атау, бүләктәр тапшырыу/.

Байрамдан һәр кем күтәренке күңел менән ҡайтырға тейеш. Әҙерләнгән риҙыҡ әрәм-шәрәм булмаһын өсөн, уны өләшеп биреү ойошторолған. Әйҙә, беҙ ҙә шулай итәйек.

Һау булығыҙ.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Һабантуй байрамы

Һабантуй байрамы...

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ (балалар баҡсаһында)

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яраткан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы – Һабантуй –менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре...

"Һабантуй" («Сабантуй»)

Сценарий праздника«Сабантуй»...