Башҡорт халыҡ фольклор байрамы
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Ишдавлетова Зухра Багаутдиновна

Башҡорт халыҡ фольклор байрамы. Темаһы : "Ҡымыҙ йәйләүендә"

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡымыҙҙың нисек эшләнәүе менән таныштырыу. Балаларҙың телмәрен байытыу һәм башҡорт телендә һүҙлек запасын байытыу. Уларға ҡымыҙҙы нисек эшлөүҙәрен,эҙмә-эҙлелеген  аңлатыу .Халыҡ ижадына ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kymyz_yyluend.docx13.54 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡымыҙ йәйләүендә.

Йәйге тәбиғәт күренеше.Төрлө ҡоштар һайраған,сылтырап аҡҡан шишмәләр тауышы ишетелә.Бер төркөм ҡыҙҙар таҫтамалдарын яурындарына һалып,беләктәренә биҙрәләрен элеп бейәләр һауған йәйләүгә килеп инәләр.

Көй-“Һаҡмар һылыуы”.

Биҙрәләрен йылғала сайып ,бер-береһенә һыу сәсрәтешеп уйнап алалар.Биҙрәләрен беләктәренә аҫып көй ыңғайына бейеү хәрәкәттре яһап йөрөйҙәр.Аҙаҡ биҙрәләрен ҡуйып,ҡулдарын таҫтамалға һөртөп торғанда малайҙар инәләр.

“Ҡара юрға”көйө яңғырай.

Бейеү хәрәкәттәре яһап бейеп үткәс,ҡыҙҙарҙың ҡаршыһына теҙелеп баҫалар.

Малайҙар:Әссәләмәғәләйкүм,ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар:Вәссәләмәғәләйкүм,малайҙар!

1-се малай:Ҡыҙҙар һеҙ бейә һауғансы ,беҙ бүрегә ҡапҡан һалырға киттек.

2-се малай:Кискә тиклем һау булығыҙ!

Ҡыҙҙар:Һау булығыҙ!

Малайҙар “Ҡара юрға”көйөнә сығып китәләр.

“Ҡымыҙ”көйө яңғырай.

Ҡыҙҙар биҙрәләрен алып бейә һауырға ярым түңәрәккә ултыралар.Һауытҡа ҡоялар,кемдер биҙрәләрен ситәнгә эләләр,кемдер биҙрә йыуа,кемдер ҡымыҙ бешә.

Ҡыҙ:Ҡыҙҙар ҡымыҙ әҙер булғансы,аҡланға барып еләк йыйып киләйек.

Йыр”Һылыу ҡыҙҙар”.Еләктәрен бер һауытҡа ҡоялар.

“Суҡ муйыл” көйө.малайҙар инәләр.

Йыр “Суҡ муйыл”

Ҡыҙҙар шул ваҡытта кәсәләренә ҡымыҙ ҡойоп малайҙарға эсерәләр,кәсәләрҙе урынына ҡуялар.

Бөтәһе-малайҙар:эх,ҡымыҙы,вәт исмаһам ҡымыҙы.рәхмәт ҡыҙҙар!

Йыр:”Ҡымыҙ йыры”.(малайҙар менән ҡыҙҙар йырлайҙар)

Шиғырҙар:Даяна:Малайҙар йылҡылар көтә.

Ә ҡыҙҙар бейә һауа

Бейә һөтөнән бешелгән

Ҡымыҙ мең сиргә дауа.

Данияр:Ауырыуҙар ул ҡымыҙҙы

Бик яратып эсәләр

Бәләкәстәр ауыҙ итһә

Көслс булып үҫәләр.

Азалия:Күк Ирәндек буйҙарында

Йәш ҡылғанлы яландар

Көр бейәләр шул ҡымыҙҙы

Ҡылғандарҙан алалар

Сөләймән:Батырҙар эсемлеге тип

Әйтмәйҙәр уны юҡҡа

Борон-борон замандарҙа

Булған ул һәр бер йортта.

Ҡыҙ:Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар малайҙар Һаҡмар буйына барып уйнап,бейеп алайыҡ.

Йыр:”Һаҡмар буйы”(2 түңәрәк-ҡыҙҙар эстә.)

Түңәрәктә йөрөп йырлағанда бейеү хәрәкәттәре яһайҙар.Бер бала уртаға сығып “Ҡара –ҡаршы әйтеш”тип әйтә.

“Леү-леүсәтин”

Малай:Әйҙә бейеп алайыҡ.

“Парлы бейеү.”

Алғы рәткә ҡыҙҙар,артҡы рәткә малайҙар теҙелеп алға атлай-атлай “Тәки тәки геннәнәки”  йырын башҡаралар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

"Кәкүк сәйе" фольклор байрамы

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районАҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәгемуниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...

"Нардуған" фольклор байрамы

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районАҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәгемуниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...

Нардуған фольклор байрамы

Маҡсат:Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү , “Нардуған” байрамы ,Селлә ваҡыты менән танышыу , байрамдың исемен , ғәмәлен атай белергә өйр...

Өлкәндәр төркөмө өсөн "Кәкүк сәйе" фольклор байрамы

20 мая в нашем детском саду прошло совещание руководителей ДОО по теме: Ярмарка идей: "Формы работы с детьми дошкольного возраста по нравственно-патриотическому воспитанию."...