« Әсәйем – Әсәкәйем»
материал (средняя группа)
Сценарий к празднику 8 марта во второй младшей группе
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 29.54 КБ |
Предварительный просмотр:
« Әсәйем – Әсәкәйем»
2-се кескәй төркөм балалары өсөн Һиге6енсе март байрамына арналған байрам
(балалар күңелле музыка аҫтында залға инәләр, ултырғыстар эргәһенә ултырышалар, зал матур биҙәлгән, төрлө – төрлө сәскәләр, шариктар менән)
План праздника:
- Күңелле музыка аҫтында балалар залға инәләр
- Шиғырҙар
- Йыр «Әсәйем әсәкәйем»
- Йыр «Дуҫтар»
- Терпекәй килеп инә
- Сәскәләр менән бейеү
- Уйын «Конструкторҙы айырып һал»
- Йыр «Әсәй ҡоймаҡ бешерә»
- Касалар менән бейеү
- Уйын «Йомғаҡты ура»
- Йыр – бейеү «Ҡалаҡтар менән бейеү»
- Сюрприз - конфеты
- Бейеү Әсәйҙәр менән
- Музыка аҫтында балалар залдан сығалар.
Ход праздника:
А.б: Балалар, Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур биҙәлгән зал. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы - Һигеҙенсе март бөгөн. Балалар, ә һеҙ шундай матур байрамға әҙерләнеп килдегеҙме?
Балалар: Әйе!
А.б: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар! Хәйерле көн бөтәгеҙгә лә! Бына инде яҙ килде, ҡояш йылмая. Һигеҙенсе март байрамы – иң матур һәм наҙлы байрамдарҙың береһе.
1 бала: Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы –
Һигеҙенсе март бөгөн.
Байрам булғас, бигерәк йәмле,
Барыбыҙ ҙа шат бөгөн.
2 бала: Шатлана күңел,
Байрам булғанға,
Әйҙә, тиҙерәк
Килегеҙ бында.
3 бала: Ана, балалар
Йырлап киләләр,
Аллы – зәңгәрле
Күлдәк кейгәндәр.
4 бала: Йырҙар йырлап, бейей – бейей
Түңәрәкте урайбыҙ.
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,
Уларҙы беҙ ҡотлайбыҙ.
Т: Бына нисек беҙҙең балалар әсәйҙәрен яраталар. Һәҙер инде әйҙәгеҙ әсәйҙәргә йыр бүләк итәйек.
Йыр «Әсәйгә ярҙам итәм»
А.б: Афарин, балалар! Яҙ килә беҙҙең яҡҡа,
Ҡоштар ҡайта өйөнә.
Әсәйҙәр байрамы етте.
Беҙгә әкиәт алып килде.
Балалар, Әйҙәгеҙ хәҙер матур итеп ултырайыҡ, мин һеҙгә әкиәт һөйләп ишеттерәм. Йәшел урманда бер бәләкәй өй торған. Шул өйҙә бәләкәй генә терпекәй әсәһе менән йәшәгән ти. Бер көндө әсәһе терпекәйҙе уятып ҡысҡыра: Терпе, терпе, терпекәй, уян инде, торорға ваҡыт килеп етте, Ҡояш апай йылмайып тора! Әсәһе янына килеп ҡараһа, терпекәй әллә ҡайҙа юҡ булған да ҡуйған. Ҡайҙа терпекәй икән?! Ҡайҙа булған балаҡайым?! Әсәһе ҡайғырып илай, илай. Ҡайҙа булған икән терпекәй, балалар? Һеҙ белмәйегеҙ ме? Әллә әсәһенә ярҙам итеп, терпекәйҙе эҙләп ҡарайыҡмы?
Балалар: Әйе!
А.б: Нисек эҙләрбеҙ икән, әһә, мин уйланым. Әйҙәгеҙ матур итеп йыр йырлап алайыҡ. Бәлки терпекәй ишетер, тиҙ генә килеп етер.
Күңелле бөгөн залда,
Әсәйҙәр килгән беҙгә.
Ултырмайыҡ, баҫайыҡ,
Йырлап күңел асайыҡ!
Йыр «Дуҫтар»
А.б: Афарин, бик матур йырланығыҙ, хәҙер инде ултырышығыҙ.
(күңелле музыка аҫтында терпекәй килеп инә)
Терпекәй: Мин бәләкәй генә терпекәй, һеҙгә байрамға ашығып килдем. Һаумыһығыҙ, минең дуҫтарым!
А.б: Һаумы, терпекәй! Беҙ һине күрергә бик шатбыҙ, һинең әсәйең һине юғалтып йөрөй, Ә һин ҡайҙа йөрөйһең?
Терпекәй: Әсәйемде ҡотлайым тип,
Аптырап торҙом – торҙом да,
Иртә тороп, һеҙгә йүгерҙем,
Һеҙҙә байрам булыр икәнен белдем.
Әсәйемә нимә бүләк итергә белмәйем, Һеҙ миңә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?!
А.б:Шулай икән, терпекәй, улай булғас, ихтибар менән тыңла, ҡара беҙҙең балалар, әсәйҙәргә - өләсәйҙәргә бик күп сюрприҙдар әҙерләгәндәр. Иң тәүҙә терпекәй әсәйеңде ҡотларға тип, шиғырҙар ятларға була. Беҙҙең балалар әсәйҙәренә шиғырҙар әҙерләнеләр. Тыңлап ҡара әле, улар хәҙер һиңә йырлап ишеттерәләр?
Терпекәй: Йәгеҙ тыңлайым, тыңлайым!
1 реб: Ҡайҙа барһаң, күҙ алдыңда,
Һәр саҡ күңелеңдә йәшәй?
Ул беҙҙең иң яҡын кеше,
Ул – белһәгеҙ – беҙҙең әсәй!
2 бала: Кем тегә матур күлдәктәр,
Кем яһай аҫыл биҙәктәр?
Кем тәмле аштар бешерә,
Ул – белһәгеҙ – беҙҙең әсәй!
3 бала: Әсәйем, әсәкәйем,
Әсәйем, әсәкәйем,
Әсәйем әсәкәйемде,
Байрам менән ҡотлайым!
Терпекәй: Афарин, дуҫтар, әсәй тураһында миңә шиғырҙар биктә оҡшаны.
А.б: Терпекәй, әсәйҙәргә бүләк итеп йыр йырларға ла була, йәки бейергә.
Терпекәй: Улай булғас, мине балалар, бейергә өйрәтегеҙ әле!
А.б: Әйҙәгеҙ балалар, ҡунаҡтарыбыҙға сәскәләр менән бейеп күрһәтәйек!
Сәскәләр менән бейеү
Терпекәй: Ҡайһылай күңелле һеҙҙә! Бик матур бейенегеҙ.
А.б: Терпекәй, беҙҙең балалар, эшкә лә бик шәптәр бит.
Терпекәй: Хәҙер инде килде ваҡыт беҙгә уйнап алырға! Мин бер ҡыҙыҡ уйын беләм, хәҙер һеҙҙе уйнатам. Бына ҡарағыҙ әле, бында бик күп конструкторҙар ята(күрһәтә). Улар буталып яталар, төҫтәренән айырып һалырға ярҙам итегеҙ әле миңә (ике, өс мәртәбә уйнатыла, өс төҫлө конструкторҙар буталғандар, өс бала кәрзингә төҫтәрен айырып һалырға тейештәр)
Уйын «Конструкторҙы айырып һал»
Терпекәй: Ҡайһылай ысынлап та эшкә бик йегәрлеләр икән, күрҙем, күрҙем! Төҫтәрҙе айыра беләләр. Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ һеҙгә тәмлекәстәр бешерәме? Минең әсәйем миңә ҡоймаҡ бешерә. Ә һеҙгә нимә бешерә? (әйтәләр)
А.б: Терпекәй, беҙҙең балалар, ҡоймаҡ тураһында йыр беләләр.
Терпекәй: Әйеме, тыңлайым, йырлағыҙ!
Йыр «Әсәй ҡоймаҡ бешерә»
Терпекәй: Бик матур йырланығыҙ.
А.б: Терпекәй, беҙҙең байрамға әсәйҙәр генә түгел, өләсәйҙәр ҙә килгән.
Терпекәй: Бик һәйбәт, улай булғас өләсәйҙәребеҙҙе лә ҡаршы алайыҡ (сәпәкәйләйҙәр).
1 бала: Өләсәй менән бергә,
Бик дуҫ йәшәйбеҙ.
Йорт эштерен икәүләшеп
Бергә эшләйбеҙ.
Эй, күелле беҙгә
Өләсәй менән бергә.
А.б: Һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар бейеүен тәкдим итәбеҙ.
Касалар менән бейеү
А.б: Әйҙәгеҙ хәҙер өләсәйҙәребеҙҙе уйнатып алайыҡ. Беҙҙең өләсәйҙәр бик оҫта йүгерәләр. Кем тиҙерәк йомғаҡты урар икән.
Уйын «Йомғаҡты ура»
А.б: Афарин, өләсәйҙәр. Терпекәй ҡара әле, хәҙер беҙҙең малайҙар ҡалаҡтар менән бейеп алалар.
Йыр – бейеү «Ҡалаҡтар менән бейеү»
Терпекәй: Һай, афарин, малайҙар! Ҡайһылай шәп, миңә бик оҡшанығыҙ. Әсәйҙәрегеҙҙе, өләсәйҙәрегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән.?Ҡәҙерле, балалар, шулай итеп һеҙ мине бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә өйрәттегеҙ. ҡайтып әсәйемә бүләк итеп йырлап, бейеп күрһәтәм. Миңә һеҙ бик оҡшанығыҙ, һеҙгә ҙур тәмлекәс бирәм (кәнфит бирә тәрбиәсегә, эсендә кәнфиттәр) төркөмгә барып сәй менән эсерһегеҙ, яраймы?
Сюрпризный момент
А.б: Ярай, әйҙәгеҙ Терпекәйгә рәхмәт тип әйтәйек.
Балалар: Рәхмәт!
Терпекәй: Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт әйтәм. Ҡунаҡтарҙы ҡотлайым, һеҙгә бәхет, һаулыҡ теләйем! Әсәйемә ҡайтыр кәрәк, һаубулығыҙ! (сығып китә)
А.б: Әйҙәгеҙ йәһәтерәк,
Түңәрәккә торайыҡ.
Әсәйҙәр менән бергә,
Бейеп күңел асайыҡ.
Әсәйҙәр менән бейеү
А.б: Афарин, балалар, һәм әсәйҙәр! Ҡәрерле әсәйҙәр,өләсәйҙәр бына беҙҙең байрам аҙағына ла килеп етте, һеҙҙе тағыла һигеҙенсе Март байрамы менән ҡотлайбыҙ. Яҡты ҡояш, яҙ, һеҙгә тик шатлыҡтар, уңыштар алып килһен, ғаиләгеҙгә именлек, һәм сәләмәтлек ебәрһен! Бәхет һеҙгә! Байрам менән! (Музыка аҫтында балалар залдан сығалар)
