Зоологик эстафета.
план-конспект урока (старшая группа) на тему

Даутова Люция Азаматовна

Маҡсат: - балаларҙы физик яҡтан үҫтереү, тирә-йүнде танып-белергә өйрәтеү, хайуандар донъяһы тураһындағы күҙаллауҙарын киңәйтеү, балалар коллективын туплау.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zoologik_estafeta.docx15.71 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Әбйәлил районы Асҡар ауылының

“Миләш” балалар баҡсаһы

Зоологик эстафета.

(Уртансы, өлкән төркөм балалары өсөн эстафета).

Үткәрҙе: “Сулпылар” төркөмө тәрбиәсеһе

                                   Дауытова Л.А.

Асҡар-2018

Зоологик эстафета.

Маҡсат: - балаларҙы физик яҡтан үҫтереү, тирә-йүнде танып-белергә өйрәтеү, хайуандар донъяһы тураһындағы күҙаллауҙарын киңәйтеү, балалар коллективын туплау.

Йыһазландырыу: 2 бәләкәй туп, гимнастик таяҡтар.

Ярыш барышы.

Кеше ике аяҡта хәрәкәт итә. Ә хайуандар нисек хәрәкәт итә һуң? Әгәр хайуандарҙы иғтибар менән күҙәтһәк, белербеҙ – хайуандар араһында ниндәй генә хәрәкәт ысулы юҡ – дүрт йәки алты аяҡта ла, шыуышып та, һикереп тә, хатта арт менән алға табан атлап йөрөүселәр ҙә бар икән. Бөгөн мин һеҙгә ҡайһы бер хайуандарҙың хәрәкәт итеү алымдары менән танышырға һәм уларҙың йөрөү алымдарын ҡабатлап “Зоологик эстафета” үткәрергә тәҡдим итәм (ике команда төҙөлә).

  1. Пингвин.

Пингвиндар Антарктидала йәшәйҙәр. Был матур ҡоштар оса белмәһәләр ҙә, бик яҡшы йөҙәләр һәм бик ҡыҙыҡ итеп, яҡ-яҡҡа ауышып йөрөйҙәр. Уларҙың тағы бер үҙенсәлеге бар – яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан балаларын тәпәйҙәре араһына ҡыҫтырып йөрөтәләр.

Эстафета өсөн ике бәләкәй генә туп кәрәк буласаҡ. Тупты ике аяҡ араһына ҡыҫтырып билдәләнгән урынға тиклем һәм кирегә алып килергә. Йүгерергә, һикерергә ярамайю Пингвиндар кеүек яҡ-яҡҡа ауышып йөрөргә, ләкин мәмкин тиклем тиҙерәк барырға кәрәк.

  1. Ҡурҡыныстан ҡасыусы ҡырмыҫҡалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер беҙҙең яҡтарҙа ҡыҫаланы осратыуы көндән-көн ҡыйынлаша. Йәшәү өсөн ҡыҫалаға таҙа һыу кәрәк. Минең һеҙҙең иғтибарҙы был хайуандың бер ҡыҙыҡлы яғына йүнәлткем килә- ҡурҡыныстан ҡасҡанда ҡыҫала арты менән алға табан хәрәкәт итә.

Хәҙер ҡатнашыусыларға арты менән алға табан дүрт аяҡлап барырға тура киләсәк.

  1. Сәтләүек тотҡан тейен.

Тейен бик шуҡ, етеҙ, хәрәкәтсән йәнлек. Ул сәтләүек менән нисек оҫта итеп ағастан ағасҡа һикерә.

Эстафетала ҡатнашыусылар бәләкәй тупты тотоп, билдәләнгән араны һикереп үтәләр. Артабан тупты икенсе торған балаға тоттора. Эстафета шулай дауам итә.

  1. Йылан.

Йыландың аяҡтары юҡ. Ул йөрөй ҙә, йүгерә лә алмай. Ләкин тауышһыҙ ғына бик тиҙ итеп шыуыша. Был ваҡытта бөтә кәүҙәһе менән бөгәрләнә-бөгәрләнә хәрәкәт итә, юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңел генә шыуышып үтә.

Был ярыш өсөн алты таяҡ кәрәк буласаҡ. Балалар ошо таяҡтарҙы урай-урай хәрәкәт итәләр. Командалағы балалар береһе артына береһе теҙелеп баҫалар, һәр береһе ҡулдарын алда тороусының елкәһенә ҡуялар. Хәрәкәт иткәндә ҡаршылыҡтарға ҡағылырға, бер-береңдән өҙөлөргә ярамай. Кеҫәрткеләр ҡойроҡтарын өҙөк ҡасһалар һа, йыландарҙа был күренеш күҙәтелмәй.

  1. Эшсән ҡырмыҫҡалар.

Урманда йөрөгәндә барығыҙҙың да ҡырмыҫҡа ояһын күргәнегеҙ барҙыр инде. Унда һәр ваҡыт эш ҡайнап тора. Юҡҡа ғына ҡырмыҫҡалар иң эшсән бөжәктәр тип һаналмайҙар. Әгәр береһенә генә эш ауырға тура килә икән, башҡалары ярҙамға килә. Бергәләп ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә ҡарағанда бик күпкә ауырыраҡ һәм ҙурыраҡ әйберҙе лә күтәреп алып ҡайта алалар.

Был ярыш өсөн берешәр гимнастика таяғы кәрәк буласаҡ. Беренсе ҡатнашыусы таяҡты алып, билдәләнгән урынға барып, кире ояға ҡайта. Икенсе ҡатнашыусы ла таяҡҡа тотона, хәҙер улар икәү сабалар. Былары ла кире ояға ҡайталар һәм өсөнсө ҡырмыҫҡа ла таяҡҡа тотона. Ярыш шул рәүешле бөтә команда таяҡҡа тотоноп бөткәнсе дауам итә.

Ярыштар бөткәс, жюри һығымта яһай, командаларҙы бүләкләй.

Алып барыусы. Хәрәкәттә-бәрәкәт

Икәнен онотмағыҙ.

Бер урында тик тороуҙан

Күгәреп тутыҡмағыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Картотека игр - эстафет

Картотека содержит игры соревновательног характера, игры-эстафеты для спортивного зала и игры-эстафеты на прогулке...

Конспект познавательно - игровой эстафеты "Путешествие страну здоровья"

Конспект познавательно - игровой эстафеты«Путешествие в страну здоровья»Программное содержание: закрепить представление о здоровом образе жизни (занятия физ-рой и спортом, соблюдение правил личн...

Эстафеты для детей. Эстафеты на улице

Эстафеты для детей. Эстафеты на улице...

Игра-эстафета по профилактике детского дорожно-транспортного травматизма «Дорожная эстафета»

Игра-эстафетапо  профилактике детского дорожно-транспортного травматизма «Дорожная эстафета»  Закреплять знания правил дорожного движения у дошкольников в целях воспитание б...

Методика проведения игр-эстафет с детьми дошкольного возраста. (Определение, значение, виды эстафет, методы и приемы обучения).

Лучший путь развития ловкости у детей старшего дошкольного возраста, когда у них уже есть необходимый запас двигательных навыков,- это применение игр и игровых заданий, где движения выполняются в слож...

Спортивно - сказочные эстафеты (эстафеты по сказкам)

  Спортивные эстафеты по сказкам можно провести хоть для детей старшего дошкольного возраста, хоть для их воспитателей. Это очень интересный, эмоциональный и зрелищный спортиный праздник,...

Спортивная игра – эстафета для детей 4-7 лет «Осенняя эстафета».

Сценарий осеннего развлечения в средней, старшей и подготовительной группе.Спортивная игра-эстафета в детском саду осенью.Данная игра – эстафета может быть полезна в работе воспитателям детских ...