Тикшеренеү эше Файҙалы Ҡорот
опыты и эксперименты (старшая группа)

Суфиәнова Фәнзиә Каҙим ҡыҙы

         Башҡортса аңлатмалы һүҙлектә ҡорот – эремсектән ҡайнатып  яһалған һөт аҙығы тип аңлатылған.Ҡорот, әсе  , сырҙың бер төрө. Ул башҡорттарҙа, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Саян Алтай таулығы халыҡтары араһында таралған.  Ҡорот ул файҙалы бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар.

      Ҡорот әсетеү технологияһы Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә.

     Халыҡ медицинаһында, күңелболғанғанда, аппетит булмағанда, эс киткәндә, йылан саҡҡанда ҡулланыла. Ҡорот хәлһеҙләнгәндә, аҙҡанлылыҡта, хәл керетеү үҙенсәлектәренә  эйә, күңел төшөнкөлөгө, баш, йөрәка уыртыу, һыҙланыуҙарҙы бөтөрә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon fayzaly_korot.doc55 КБ

Предварительный просмотр:

Тикшеренеү эше

"Файҙалыҡорот"

                                                                                                                                                                                                                               

                                                                 

                                                         

Файҙалыҡорот

                                                               

                               

                                                 

                                                     

                                                       

                                                               

                                                      Йөкмәткеһе

 Инеш ---------------------------------------------------------                                                                                        

Төпөлөш  

1.Ҡорот тураһында мәғлүмәттәр--------------------  

 2. Әҙәбиәттә ҡорот тураһында-----------------

3.Ҡоротто эшләү алымдары--------------------------                                                   

Йомғаҡлау   ----------------------------------------------------------  

Ҡулланылған әҙәбиәт --------------------------------------------       

Ҡушымта--------------------------------------------------------------                                                                                         

                                                      Инеш.

         Башҡортса аңлатмалы һүҙлектә ҡорот – эркеттәнҡайнатыпяһалғанһөтаҙығы тип аңлатылған.Ҡорот,әсеһөтаҙығы, сырҙыңбер төрө. Улбашҡорттарҙа, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Саян Алтай таулығыхалыҡтары араһында таралған. Ҡоротфайҙалыһөтаҡһымдарына бай, ундауглеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар.

      ҠоротәсетеүтехнологияһыБашҡортостандыңтөрлөрайондарындатөрлөсә.

     Халыҡмедицинаһындаҡоротһалҡынтейгәндә, күңелболғанғанда, аппетит булмағанда, эс киткәндә, йылансаҡҡанда ҡулланыла. Ҡоротхәлһеҙләнгәндә, аҙҡанлылыҡта, хәлкеретеүүҙенсәлектәренә  эйә, күңелтөшөнкөлөгө, баш, йөрәкауыртыу, һыҙланыуҙарҙыбөтөрә.

Тикшеренеү эшенең актуаллеге

Ҡорот – халҡыбыҙҙыңборонғоризыҡтарының береһе. Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан  эшләп килгән. Ә индеҡороттоңфайҙаһы, дауаһыиҫкитмәле. Хәҙергезамандаетештерелгәнаҙыҡтарҙың бик күбеһеорганизмғазараркилтереүенбеҙбеләбеҙ. Шуның өсөн миллиаҙыҡтарыбыҙҙы  күберәкҡулланырғакәрәк.

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

Миллиаҙыҡ-ҡороттоңорганизмғафайҙаһынасыҡлау.

Ҡоротэшләүысулдары менән танышыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

Милли аш-ҡороттоңбеҙҙеңяҡтаэшләүысулдарынасыҡлау;

Ҡороттоңорганизмғафайҙаһын аңлатыу.

Эҙләнеү эшенең методтары.

Ҡороттураһындағымәғлүмәттәр менән танышыу.

Ҡоротэшләүысулы тураһында интервью алыу.

Тикшеренеү объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт менән танышыу ,ҡоротэшләүоҫталары менән  әңгәмә

Эҙләнеү предметы

Милли аш-һыуға бәйле материалдар .

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн миллиаштарға ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, ҡороттотөрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтарфайҙаланды. Шулай уҡҡоротэшләүоҫтаһы менән фекералышыуойошторолдо.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабанмиллиаштарҙыөйрәнеүҙә, өйрәтелгәнҡоротэшләүысулы менән эшләнгән  ҡоротто  аш-һыуҙаҡулланырғамөмкин.

Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән һәм  ҡушымтанан тора.

                                                         Төпөлөш

 1.Ҡорот тураһында мәғлүмәттәр

“Ағыбарҙыңтуғы бар”, тихалыҡ  мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙтормошондаборон-боронданаҡтанэшләнгәнризыҡайырымурын алып торған. Башҡорт халыҡаштарынакүҙ  йүгертһәң, иң оҫта, шулуҡваҡыттадауалауйәһәтенәндә бик файҙалыаҙыҡтарһыйыр  ағынаняһала.

Ҡорот — байтаҡтөркихалыҡтарғахасһөташамлығы. Башҡорттарҙанбашҡаҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡа милләт кешеләре лә ҡоротто бик яратыпҡуллана.Азербайджанда – “гурут”, ҡаҙаҡса – “курт”, ҡырғыҙса – “курут”,

Татарса – “корт”,төрөкмәнсә “”гурт” тип атала.

Ҡорот–халҡыбыҙҙың  боронғоризыҡтарының береһе. Ҡоротфайҙалыһөтаҡһымдарына бай, ундауглеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялыаҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал.

     МәрйәмапайБураҡаевның "Тормошһабаҡтары" дәреслегендәяҙылғанса, ҡороттобашҡорттарәлләҡайһызамандарҙанбирлеһыуыҡтейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙеҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡаашбармағансаҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһыберйәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуыпдауалағандар. Эренлеяраны, ҡутырҙыҡоротйәкиэркетөҫтөндәгеүңеҙйәҡаҫмаҡһөртөпбөтөргәндәр. Ҡортсаҡҡан, йылансаҡҡанурынға ла, йәш баланыңкендегеуңалмаһа ла ҡоротһөрткәндәр. Баланыңауыҙыҡутырлаһа ла ҡоротһөртөпдауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто "башҡорт пенициллины" тип әйтмәйҙәрҙер.

           Ҡороттоңфайҙаһы, дауаһыиҫкитмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тәйөрөтәләр. Сөнкиулашҡаҙан-эсәкэшмәкәрлегенкөйләгәншифалыхәләлризыҡ. Ул С витаминына  һәм башҡафайҙалымәтдәләргә бай. Һыуыҡтейгәндә, юғары температура менән ауырығанда  ҡороттоиҙеп, аҡйәкиһары май, борос  ҡушып, ҡайнарһыу һалып эсһәң, шундауҡтирләтеп «һыуыҡтыҡыуыпсығыра». Кипкәнҡоротто бала-сағаныңауыҙэсебоҙолғандаимергәбирәләр. Улҡутыркеүекяраларҙы ла тиҙдауалай. Ә яңы тыуған баланыңкендегеуңалмаййонсоһа, шыйыҡҡороттоһөртөргәкәңәшиткәндәр.

Һимеҙиттекүпләпашаған, һөҙлөклөһурпаэскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡоротҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағыферменттариттеэшкәрткәндәгебүленепсыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙенейтралләштерәикән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡоротарҡаһындаеңелерәкүҙләштерелә. Ҡороттокәнфитурынынаһурып, имепйөрөгән монгол халҡыныңтештәре ап- аҡсәләмәт. Был ҡороттоңкальцийға бай булыуына бәйле.

                                           2. Әҙәбиәттәҡорот тураһында.

        Был файҙалыаҙыҡ тураһында әҙәбиәттә лә урын  бирелгән.МәҫәләнС.Ғәләүетдинов балалар өсөн “Ҡорот” исемле шиғырижад иткән. Был шиғырҙа  ҡоротэшләүысулы тураһында яҙылған.

 1990 йылда ҠаҙаҡстандағыАкмолинтөрмәһенең  ( репрессия ваҡытында тыуған илгә “хыянатсылар” өсөн)  элеккетотҡоно Гертруда Платайсхәтирәләренһөйләй. Һыуыҡҡышкөнөндәтотҡон ҡатын-ҡыҙҙарҙы Жаланаш күленән, барак төҙөрөсөнҡамышйыйырғаҡушыла.Шулваҡыттаҡамыштарараһынанбертөркөмҡарттарһөм балалар был тотҡондарҙыаҡташтар менән бәргеләй башлай. Конвоирҙар ,һеҙҙебер кем дә яратмай, баларға тиклем тип көлә. Тотҡондарғабигерәкҡыйын була. Был хәлбернисәкөн дауам итә.БеркөнГ.Платайсэләгепергәҡолапкитә һәм бите менән ошоаҡташтарғабәрелә.

Шулваҡыттаулаҡташтарҙанһөт һәм эремсекеҫекилгәненһиҙә. Был ҡатын аҡташтарҙыйыйыпбаракка алып ҡайта. Ундағыҡаҙаҡҡатындары был таштарҙыңҡоротбулыуынәйтә. Баҡтиһәң ауыл халҡы  конвоирҙарҙанйәшерепошондайюл  менән тотҡондарға ярҙам иткән икән.Ошоҡатыҡороттартотҡондарҙыаслыҡтанһаҡлап алып ҡала. Гертруда Платайсхәтирәләребуйынсатарих уҡытыусыһы Раиса Голубева “Ҡорот – аҫылташ” (“Курт – драгоценный камень”) тигәншиғыряҙа.

                                             3.Ҡоротто эшләүалымдары.

       Ҡоротто башҡорт халҡы борон-боронданэшләпкилгән.Ҡуйыһөттөһөтайырғыстансығарғас, ҡайнатыпһыуытырғаҡуйғандар. Йылымысһөткәәсетке һалып, йылы урынғаултыртҡандар. Әсеткеһалған был һөтбер-ике көндәсөсө, ә бераҙнасамаһыултырһа, әсеҡатыҡҡаәйләнгән. Сөсөҡатыҡтышулкөйөэскәндәр. Әсеҡатыҡҡаһалҡынһыу һәм әҙерәктоҙҡушып, айран яһаҡандар. Улһыуһындыһәйбәтҡандыраған.

     Ҡоротяһау өсөн әсеҡатыҡтыфайҙаланғандар. Уны ҡайнатыпсыҡарып, махсустоҡҡа һалып, һарҡытырғаҡуйғандар. Һарҡындыһыуыэркетһыуы тип аталған. Ул да эсеү өсөн бик файҙалы булған. Ашҡаҙан-эсәкауырыулы кеше был һыуҙыэсепдауаланған. Эркетһыуынһөртөп, ҡатын-ҡыҙ биттәгетаптарынбөтөргән, сәссайҡаған. Һыуыһарҡыпбөткәнаҡиҙмәнешундауҡашөҫтәленәултыртҡандар. Был йомшаҡҡорот булған. Ә оҙаҡһаҡлау өсөн махсусурынғаҡуйғандар һәм төтөнаҫтындакиптергәндәр. Улыҫланғанҡатыҡоротҡаәйләнгән.

    Н. Сафиндың «Башҡорт аштары» тигәнкитабында йәш ҡороттойомғаҡлаптаҡтағаһалырға ла өҫтөнәсепрәкябыпбернисәкөнҡояштакиптерергәмөмкин тип яҙылған. Ләкинҡоротташкеүекҡатмаһын һәм артыҡәсебулмаһынтиһәң, уны төтөнгәҡуйыпыҫлау яҡшы. Элегерәкҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәрҙә. Бының өсөн ихаталағыасыҡусаҡөҫтөнә 2 метр самаһыбейеклектә тар ғына ағастаҡталарҙанылашяһапҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланғанҡоротшундатеҙепһалына. Яңыяһалғанҡороткәмендәаҙна-ун көнтөтөндәыҫланьпторорғатейеш. Тик шунанһуң ғына уны ашарға ла, ҡатыҡ итеп ашҡаһалырға ла, ҡышҡылыҡҡаһаҡларға ла була.

Хәҙер мин Тәүәкән ауылында йәшәгән  ҡәрсәйемНәиләМөхәмәт ҡыҙы тәжрибәһенәнһеҙгәҡоротэшләүалымдарынтәҡдимитәм.(интервью)

Бының өсөн, айыртылғанһөттөҡайнаталар. Йылымыс ҡына булғас, уғаойотмос һалып, өҫтөн йылы итеп ябыпойоторғаҡуялар. Бераҙҙанҡуйы, тәмлегенәҡатыҡ барлыҡҡа килә. Бер  нисә  көнултырғас, ҡатыҡәсетәм ала. Ҡатыҡтыҡаҙанға (йәки ҙур кәстрүлгә) ҡояһың, аҫтынауттоҡандыраһың. Талғынутта, ҡатыҡҡайнапсыҡҡансыбертуҡтауһыҙболғатыптораһың. Төйөрҙәрен  яҙып, ташыпкитергәирекбирмәйһең. Был эркетҡайнатыу була. Шулай оҙаҡ ҡына талғынуттаҡайнатаһың. Һуңынанэркетте (оҙаҡҡайныпултырғанҡатыҡты) һыуытаһың. Һыуытмайтоҡҡаауҙарһаң, эркетһыуы күпсыға, ҡоротшыйыҡ була.  Һуңынан,  махсустоҡҡа һалып, һарҡытырғаҡуяһың. Эркетһарҡыпбөткәс, ҡороттойомарлапкиптерәһеңйәкиһыуытҡыстаһаҡлайһың. Эркетһыуын, айырымһауыттарға һалып, һалҡынурындаһаҡлайым, сөнкиулсәс өсөн бик файҙалы. Ул баш тиреһенәһеңеп, төрлөауырыуҙарҙыюҡитә. Мәҫәлән, ҡауаҡты  бөтөрә, сәсһынмай башлай, осоосланыпүҫмәй, шулайуҡ  баш ауырыуынбаҫа.

Ҡоротэшләүысулдары бик күптөрлө. Сейәле, муйыллыҡорот та эшләйҙәр. Һәр ысулдың үҙ  сере, үҙ оҫталығы бар.

         ҠоротәсетеүтехнологияһыБашҡортостандыңтөрлөрайондарындатөрлөсә.

       Хәҙер мин Тәүәкән ауылында йәшәгән  ҡәрсәйемНәиләМөхәмәт ҡыҙы өйрәткәнһеҙгәҡоротэшләүалымынтәҡдимитәм.(интервью)

Ҡоротэшләү бик мәшәҡәтле, ауырэш.  Уны тик сабыр, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына эшләйала.Ләкинбөгөнгөзамандаҡороттоөйшарттарында ғына эшләмәйҙәр. Хәҙергеваҡыттаҡороттомагазиндарҙатабыуыҡыйын түгел. Мораҡ ауылында Тәүәкәнауылыһөтзаводындаетештерелгәнҡороттарһатыла.(слайд)

                                                   

                                                            Йомғаҡлау.

Ҡоротэшләү бик мәшәҡәтле, ауырэш.  Уны тик сабырлы, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына атҡарыпсығаала.Ләкинбөгөнгөзамандаҡороттоөйшарттарында ғына эшләмәйҙәр. Хәҙергеваҡыттаҡороттосауҙанөктәләрендәтабыуыҡыйын түгел. Мораҡ ауылында Тәүәкәнауылыһөтзаводындаетештерелгәнҡороттарһатыла.(слайд)

 Ҡәрсәйемәйткәндәренән, уҡылғанмәғлүмәттәрҙәнкүренеүенсә,ҡороттоң  файҙаһы бик ҙур.

Экологикяҡтантаҙа ла, шифалы ла, тәмле лә миллиаш-һыуҙарыбыҙҙыонотмайыҡ. Бәлки, киләсәкбыуындыңҡоростайһау-сәләмәт, ныҡлыбулыуынанәҡ  ул ярҙам итер.

Эшемде ошондайшиғырюлдары менән тамамламаҡсымын:

Юл йөрөүҙәауыр түгел,

Кеҫәләбулһаҡорот.

Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш

Башҡортҡа  – кипкәнҡорот.

                                              Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. З.Биишеваисемендәге “КИТАП” нәшриәте, 2011

2.М.С. Бураҡаева, И.Д. Бураҡаев, М.Б. Юлмөхәмәтов.  Башҡорт мәҙәниәте. Тормошһабаҡтары. З. Биишеваисемендәг


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тикшеренү-экспериментлаштыру үзәгенең мәктәпкәчә яшьтәге балалар үсешендәге роле

Тикшеренү-экспериментлаштыру эшчәнлегенең балаларның үсешенә тагын бер уңай ягы – ни дә булса эшләргә мотив булу. Ягъни, тәрбияләнүчеләр нинди дә булса нәтиҗәгә килергә кирәклеген аңлап эшлиләр,...

Фәнни-тикшеренеү эш

Фәнни-тикшеренеү эш...