Ҡ өнө. Дәрес-уйын.
план-конспект занятия (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Баймаҡ ҡалаһы
Бала үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһы
Ҡ өнө
дәрес-уйын
Әҙерләне: уҡытыусы-логопед Ҡашҡарова Н.Ҡ.
2019 йыл
Маҡсат:
Тәрбиә биреү маҡсаты:
Балаларҙа ыңғай эмоциялар булдырыу, тирә - йүнгә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләү;
Үҫтереү маҡсаты:
Берҙәм эшсәнлек аша төркөмдә күтәренке кәйеф атмосфераһы булдырыу һәм логик фекерләү, мәсьәләләрҙе бергәләп сисеү алымдарын табыуҙы үҫтереү;
Белем биреү биреү маҡсаты: схема ярҙамында һүрәтләү хикәйәһе төҙөүҙе хәтергә төшөрөү, тәбиғәт миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу, телмәр үҫтереү;
- Ҡ өнөнөң дөрөҫ әйтелешен нығытыу.
Интеграль белем биреү өлкәләре: социаль-коммуникатив, танып-белеү, телмәр үҫтереү, художестволы -эстетик, физик үҫеш.
Методик алымдар: сюрприз-момент, әңгәмә, күҙәтеү, анализлау, практик эш, һүҙҙәр өҫтөндә эш, һорауҙарға яуаптар алыу.
Йыһазландырыу: проектор, карточкалар, мнемотаблица, серле ҡумта, уйын өсөн туп, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре.
Балалар көй аҫтында залға инәләр.
Алып барыусы: - Балалар, бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар бар, улар һеҙҙең матур, дөрөҫ итеп һөйләшеүегеҙҙе тыңларға килгәндәр, әйҙәгеҙ, барыһы менән дә һаулыҡ һорашайыҡ, хәйерле көн теләйек!
Балалар: - Хәйерле көн, ҡунаҡтар!
Хәйерле көн миңә,
Хәйерле көн һиңә, Хәйерле көн беҙгә,
Хәйерле көн һеҙгә!
- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән күңелле сәйәхәт алдынан, тын юлдарына күнегеүҙәр эшләйек. (Өҫтәлдә ҡар бөртөктәре ята). Ошо ҡар бөртөктәрен алайыҡ һәм уларға өрәйек. Танау аша үҙебеҙгә яҡшы кәйеф алабыҙ, ауыҙ аша насар кәйефте ҡалдырабыҙ.
1 –се туҡталыш: Күңелле артикуляцион күнегеүҙәр. Телтөҙәткестәр.
- Беренсе туҡталышта беҙҙе нимәләр көтә икән?
(экранда артикуляцион күнегеүҙәр).
Баҡа, фил, ҡоймаҡ, буяусы, теш таҙартыу, сынаяҡ.
- Нимәләр күрәһегеҙ? (Балалар һәр бер күнегеүҙе аңлаталар һәм күрһәтәләр).
- Афарин! Яҡшы! Ә хәҙер, телдәрҙе саҡ ҡына шымартып ебәрәйек, бергәләп минең менән телтөҙәткестәрҙе ҡабатлағыҙ.
ШЫ-ШЫ-ШЫ - өйҙөң түрендә шыршы.
ТӘ-ТӘ-ТӘ - ҡыш бабайым ял итә.
ҒА-ҒА-ҒА – бер малай сәкән һуға.
ҘЫ-ҘЫ-ҘЫ – көрәйем мин ҡарҙы.
АР-АР-АР – ябалаҡлап яуа ҡар.
- Телдәрҙе шымарттыҡ, тын юлдарын таҙарттыҡ, хәҙер юлыбыҙҙы дауам итәйек.
2-сө туҡталыш: Серле ҡумта.
- Балалар, бында бер ҡумта тора, әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле, ниндәй һынау бар икән был ҡумтала. Бәй, ҡумтала бер хәреф ята. Балалар был ниндәй хәреф икән? Балалар яуап бирә.
- Әйе, шул Ҡ хәрефе. Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ, уйын «Өндө дөрөҫ ишет» тип атала.
1. Әгәр ҙә Ҡ өнөн ишетһәгеҙ, сәпәкәй итергә. Һүҙҙәр: айыу, буран, ҡарға, турғай, соҡор, ҡышбабай, сана, ҡыш, ботаҡ, ҡуян, бүре, болот.
- Яҡшы, тағы бер уйын уйнайыҡ «Өндөң урынын тап». Уның өсөн карточкаларға дөрөҫ итеп фишкаларҙы һалырға кәрәк буласаҡ. Өн һүҙҙең башындамы, уртаһындамы, аҙағындамы.
2. Ҡышбабай , соҡор, ботаҡ һүҙҙәрендә өндөң урынын билдәләргә.
- Тағы бер һынау. Өн анализы эшләргә кәрәк. Бында хәрефтәр бирелгән, тәүҙә һүҙ төҙөйбөҙ, һуңынан шул һүҙгә өн анализы эшләйбеҙ.
3. Ҡар һүҙенә өн анализы эшләйбеҙ: Ҡ ҡалын һаңғырау тартынҡы, а – ҡалын һуҙынҡы, р – ҡалын яңғырау тартынҡы.
- Афарин! Беҙгә әле һынауҙар бөтмәгән.
4. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү: ҡыш, ҡарһылыу, ҡарбабай, буран, ел һ.б.
5. Һүҙҙәрҙе күплектә әйтеү: ҡар-ҡарҙар, бала – балалар, буран-бурандар һ.б.
- Афарин, балалар! Был ҡумта ысынлап та бик серле булды, шулай ҙа һынатманыҡ, шулаймы?
( кемдер ишек шаҡый)
3-се туҡталыш: Бәйләнешле телмәр. Йомаҡ ҡойоу. Таблица буйынса хикәйәләү.
- Балалар, һеҙ ишетәһегеҙме ул, әллә минең ҡолаҡҡа ишетелә, берәү ишек шаҡый түгелме?
( Тыр-тыр килеп инә).
Тыр-тыр: - Һаумыһығыҙ, балалар! Мин ней теге Тыр-тыр, һеҙҙе бик күп белә тип ишеттем дә, килдем әле. Бер йомаҡтын яуабын белмәйем, һәм теге ней бынау бер картамы, таблицамы шунда, аңламайым, әллә нәмәләр сыймаҡлап бөткәндәр, шуны лә күрһәтәйем әле тип, алып килдем. Һеҙ миңә ярҙам итерһегеҙме икән?
- Тыр-тыр, һаумы! Беҙҙең балалар һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә торалар ул.
- Балалар, Тыр-тырға ярҙам итәбеҙме?! Әйҙәгеҙ уҡыйыҡ әле, ниндәй йомаҡтың яуабын таба алмай икән Тыр-тыр.
Көндәре һыуыҡ булыр,
Ерҙең өҫтө аҡ булыр,
Балалар санала шыуыр,-
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/
- Уйлап ҡарайыҡ әле, был ҡайсаҡ була икән? (Балалар яуап бирә), (ҡыш тураһында әңгәмә ҡороу).
- Бына схема тигәне ошо булалыр инде, балалар. Был бит мнемотаблица.
- Балалар, ошо таблица буйынса кем һөйләй алыр икән? Кем беренсе һөйләргә теләй? Мнемотаблица буйынса хикәйә төҙөү.
- Афарин, бик шәп һөйләнегеҙ. Ә хәҙер Тыр-тырға, бәлки ҡыш тураһында шиғырҙар ҙа һөйләп китербеҙ. (Шиғыр һөйләйҙәр).
- Бына Тыр-тыр, хәҙер аңланыңмы һүҙ нимә тураһында барғанын?
Тыр-тыр: - Әй, мин туң баш, шуны ла белмәгәнмен шул, ҡыш тураһында булған бит. Бигерәк һеҙ аҡыллы баштар икәнһегеҙ, ҡыуандырҙығыҙ әле мине.
Минең тағы ла һеҙҙең менән уйнағым килә, әйҙә уйнайыҡ!
- Балалар, ысынлап та уйнап алайыҡ, ял итәйек.
(Тыр-тыр менән уйын уйнау).
4. Йомғаҡлау. Рефлексия.
А.Б. - Бына ҡайһылай күңелле булып китте. Балалар, бөгөнгө дәрес оҡшанымы һеҙгә? Беҙ Тыр-тырға нимәләр тураһында һөйләнек? Ниндәй өндө хәтеребеҙгә төшөрҙөк? (Балалар яуап бирә).
- Афарин, балалар! Һеҙ бөгөн үҙегеҙҙең белемегеҙҙе күрһәттегеҙ. Гел матур, итеп һөйләшегеҙ, өндәрҙе дөрөҫ әйтегеҙ. Мәктәптә лә яҡшы уҡырһығыҙ тип ышанам.
Тыр-тыр: Балалар, мин һеҙҙе ҡотлайым, киләсәктә лә белемле булығыҙ, матур итеп һөйләшеп йөрөгөҙ, яраймы!
А.Б. - Бына мин һеҙгә логопунктта тырышып шөғөлләнгәнегеҙ өсөн миҙалдар тапшырам! (Балаларҙы ҡотлау).
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ӘТӘСКӘЙ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын“ТОЛПАР АТ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Уйын "ПОЕЗД"
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Уйын “ҺӨҘГӘК КӘЗӘ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

уйын “ҠОЙМАҠ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...