ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»
план-конспект занятия (младшая группа) по теме

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tauyk_hm_sebeshtr.docx15.35 КБ

Предварительный просмотр:

«Тауыҡ һәм себештәр»

Маҡсат: тасуири һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, себешле тауыҡ тураһында белемдәрен киңәйтеү, балаларҙы шиғри һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәт итергә өйрәтеү.

Яңы һүҙҙәр: себеш, тауыҡ.

УЙЫН БАРЫШЫ

Тәрбиәсе себешле тауыҡ һүрәтен күрһәтә. Тауыҡ себештәрен яратыуы, уларҙы көнө буйы ҡарап алып йөрөүе, ем эҙләп табып биреүе, уларҙы һаҡлауы тураһында һөйләй һәм шиғыр уҡый.

Һамаҡ һүҙҙәренә ярашлы «тауыҡ себештәре» таралышып йөрөйҙәр. «Тауыҡ» себештәрен саҡыра башлаһа, янына йыйылалар.

Балалар бүлмә буйлап таралһа, тәрбиәсе:

Тауыҡ йөрөй урамда

Себештәрен эйәртеп.

Себештәргә ем эҙләй,

Тиреҫлектә тибенә.

Себештәр таралып китһә

Өтәләнеп йүгерә.

«Ҡайҙа, ҡайҙа! Туҡтағыҙ!

Яндарыма килегеҙ

- тип һамаҡлап тәрбиәсе «себештәр»ен янына йыя.

Уйын бер нисә ҡат уйнала.

  • Был себештәр бик тыңлаулы булдылар. Уларҙы ҡарға алып китә алмай инде. Бик яҡшы!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡоштар- беҙҙең ҡанатлы дуҫтар "исемле темаға арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге...

«Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»

laquo;Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»...

”Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар”

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәрес- конспекты...

«Шаянҡай себештәр». Дәрес өлгөһө.

Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.Тема: «Шаянҡай себештәр». (дәрес – күҙәтеү)Маҡсат: йорт ҡоштары менән таныштырыу - себештәр; аларның тышкы киәфәте, хол...

«Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар». Дәрес өлгөһө.

    Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе тел...

"Күсмә ҡоштар"

Дәрес конспекты...