Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.
план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)

Кутлубердина Гульфия Рафиковна

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡоштар- беҙҙең ҡанатлы дуҫтар "исемле темаға арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koshtar-_bezzen_kanatly_dustar.obbe_.docx16.48 КБ

Предварительный просмотр:

             Ойошторолған белем биреү

                    эшмәкәрлеге

         « Ҡоштар -беҙҙең ҡанатлы дуҫтар»

                    ( мәктәпкә  әҙерлек төркөмө)

                                 

                                                                             Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                             Ҡотлобирҙина Г.Р.

                                           Сибай

Маҡсат: ҡоштар тураһында белемдәрен камиллаштырыу.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе:

-  ҡоштар тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу, нығытыу;

- балаларҙа  ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү теләге тыуҙырыу.

Үҫтереүсе:

 - балаларҙың аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү;

-уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Тәрбиәүи:

- ҡоштарға, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: 

ҡоштар һүрәте, компьютер, ҡауырыйҙар, тағараҡ макеты, ҡағыҙ, конбағыш майы тәжрибә өсөн.

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенең  барышы:

Тәрбиәсе:

-Балалар, ҡарағыҙ әле, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ уларҙы һәм үҙебеҙҙе сәләмләп алайыҡ.

Сәләмләү:

-Һаумыһығыҙ.

-Һаумы, һаумы.

-Һаулашам, сәләм бирәм.

-Һаумы - тигән һәйбәт һүҙҙе

 Бар доньяға ебэрәм.

-Балалар, хәҙер мин һеҙҙе серле лә, матур ҙа тауыштар тыңларға саҡырам.Ә һеҙ , нимә тауышы икәнен әйтеп белергә тырышығыҙ.

( аудиояҙмала коштар тауышы тыңлау).

-Балалар , һеҙ нимә тауышын ишеттегеҙ?

-Дөрөҫ, ҡоштар тауышы.Бөгөн мин һеҙҙе ҡоштар тураһында һөйләшергә саҡырам.Ә һеҙ ҡоштарҙы яратағыҙмы?Нимә өсөн?

Әйҙәгеҙ хәҙер стенд эргәһенә киләйек әле, ҡайһы ҡошто таныйһығыҙ, атамаһын беләһегеҙ?

( Балаларҙың яуаптары)

-Афариндар, әйҙәгеҙ хәҙер ултырғыстарға ултырайыҡ һәм һөйләшеүҙе дауам итәйек.

Балалар ултырған арала таҡтаға һүрәт эләм.

-Балалар, ошо һүрәткә ҡарап , ҡоштар ниндәй өлоштәрҙән тора һәм уларҙың оҡшаш яҡтарын әйтеп китәйек.

Таҡтаға схема эленә һәм шул схема буйынса әңгәмә ҡорола ( ҡоштарҙың башы,  ике ҡанаты, һ.б атайбыҙ.Аҙаҡ бер бала сығып тотош һанай)

- Ә ҡоштар бер береһенән нимәһе менән айырыла тип уйлайһығыҙ? ( Таҡтаға ике кош куйыла, айырмаларын күрерлек)

-Ә хәҙер һеҙҙең менән бармаҡ уйыны уйнап алайыҡ.

Бармаҡ уйыны:

Мин ҡоштарҙы яратам

Тәмле емдәр ашатам

Емемде суҡый ҡоштар

Һикереп уйнай улар.

Сәп -сәп- сәп итәм

Ҡоштарым осоп китә.

Балалар, ҡоштар беҙҙең ике ҙур төркөмгә бүленә.Кем әйтә ала?.( әйтә алмаһалар, ярҙам итәм) Дөрөҫ, күсмә һәм ҡышлаусы.Ә ни өсөн улар йылы яҡҡа осалар? Ҡышлаусы ҡоштар нисек ҡышты үткәрә?Беҙ уларға  нисек ярҙам итә алабыҙ?  ( Тағараҡ күрһәтәм )  Саф һауаға сыҡҡанда беҙ уларҙы һыйлай алабыҙ. Э нимәләр  һалырға  була тағараҡҡа? Әйҙәгеҙ хәҙер һеҙҙең менән уйнап алайыҡ.

Дидактик уйын: « Күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштар»

Балалар, әйтегеҙ әле, ҡоштар ҡайҙа йәшәйҙәр, ҡайҙа беҙ уларҙы осрата алабыҙ? ( урманда, йылға - күлдәрҙә, ҡалала  һ.б)

-Дөрөҫ, ҡайһы бер ҡоштар беҙҙең урманда көн итәләр, ә улар нимә менән туҡлана тип уйлайһығыҙ? Бөжәктәр менән тукланғас, был  ҡоштарҙы бөжәк ашаусы ҡоштар төркөмөнә индерәләр.Иң беренсе булып улар йылы яҡҡа китәләр, сөнки бөжәктәр һыуыҡ төшөү менән юк булалар.

Ҡайһы бер ҡоштар йылға- күл буйҙарында көн күрәләр тип дөрөҫ әйттегеҙ.Был ҡоштарҙы һыу ҡоштары төркөмөнә индерәләр.Ниндәй ҡоштар йылға,  күл эргәһендә йәшәйҙәр?Улар нимә менән туҡлана тип уйлайһығыҙ?

( балаларҙың яуаптары: торна, аксарлаҡ, ҡырағай өйрәктәр һәм ҡаҙҙар)

Һыу ҡоштары йөҙә беләме, нисек уйлайһығыҙ?

Тәрбиәсе һандыҡ  ала, уның эсендә ҡауырыйҙар ята.

-Балалар, ҡарағыҙ әле, был һандыҡта нимә ята? ( Алып балаларға биреп сығам) Нимә ул? Дөрөҫ, ҡауырый. Ниндәй ул? ( еңел, йомшаҡ, йылы )

-Балалар, һеҙ беләһегеҙме, ҡоштар һыу төшөп сыҡҡас, уларҙың ҡауырыйҙары ҡоро ҡала, ни өсөн икән, кем шул турала уйлап ҡарағаны бар?

Ҡоштарҙың ҡойроғонда махсус орган бар, шул май бүлеп сығара һәм шул майҙы ул бөтә тәненә , ҡаурыйҙарына һөртөп сыға.   Ә май аша һыу үтеп инмәй.( һүрәт күрһәтәм)Быны беҙ һеҙҙең менән тәжрибә ярҙамында иҫбатлап ҡарайыҡ.

Тәжрибә алдынан әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән ял итеп алайыҡ.

Ял минуты

Ҡанаттарҙы йәйеп осабыҙ

Уңға, һулға борабыҙ.

һыу эсәбеҙ

Туҡ-туҡ- туҡ итеп

Ем сүпләйбеҙ

Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ

Тағын осоп китәбеҙ.

Тәжрибә үткәреү:

Ҡағыҙҙы тәүҙә кисточка ярҙамында һыулайбыҙ, ҡағыҙ еүешләнә. Икенсе ҡағыҙ киҫәген тәүҙә майлайбыҙ, өҫтөнә һыу тамыҙабыҙ.Унда тамсылар барлыҡҡа килә, улар ағып төшә.

-Афарин , бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле тәжрибә үткәрҙек беҙ  һеҙҙең менән.

Оҡшанымы?

-Шулай итеп балалар беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында бөгөн һөйләштек?

Нимәләр белдек?Бөгөнгө дәресте йомғаҡлап,  нимә артыҡ  йәки дүртенсе артыҡ уйыны уйнап алайыҡ.

Уйын «  Дүртенсе артыҡ»

Бөгөнгө дәрес аҙағында әйҙә әйтеп китәйек әле, нисек беҙ ҡоштарға ярҙам итә алабыҙ, уларға ниндәй ҡарашта булырҙа тейешбеҙ?

Дәрес аҙағында раскраскалар бүләк итәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

«Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»

laquo;Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»...

”Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар”

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәрес- конспекты...

«Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар». Дәрес өлгөһө.

    Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе тел...

"Күсмә ҡоштар"

Дәрес конспекты...

«Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар»

Маҡсат:-  ҡоштар тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу, нығытыу;- балаларҙа  ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү теләге тыуҙырыу; - балаларҙың аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү;- ...