УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл uyynyort_koshtary.docx13.64 КБ

Предварительный просмотр:

“Йорт ҡоштары”

Маҡсат: йорт ҡоштарының нисек тауыш биреүен өйрәнеү, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүгә күнекмә.

Тәрбиәсе йорт ҡоштарының һүрәттәрен күрһәтә, уларҙың атамаларын ҡабатлайҙар.

Шиғыр тыңлау.

Иртән беҙҙең өйрәктәр:

  • Баҡ-баҡ-баҡ, баҡ-баҡ-баҡ!

Ҡаҙҙар йылға буйында:

  • Ҡа-ҡа-ҡа-ҡа, ҡа-ҡа-ҡа!

Ишек алдында күркә:

  • Гөлдөр-гөлдөр, гөлдөр-гөлдөр!

Күгәрсендәр гөрләйҙәр:

  • Гөр-гөр-гөр, гөр-гөр-гөр!

Тауыҡтар ҙа ҡытҡылдай:

  • Ҡыт-ҡытаҡ та ҡыт-ҡытаҡ!

Иртә менән әтәсебеҙ:

  • Кикирикүк, тороғоҙ иртүк!

  • Өйрәктәр нисек баҡылдай? Ҡаҙҙар нисек ҡаңғылдай? Күгәрсендәр нисек гөрләйҙәр? Тауыҡтар нисек ҡытҡылдай?

Тәрбиәсе балаларҙы “өйрәктәр”, “ҡаҙҙар”, “күркәләр”, “күгәрсендәр”, “тауыҡтар” һәм “әтәс”кә бүлә. Тәрбиәсе “Иртән беҙҙең өйрәктәр” тиһә, балалар “Баҡ-баҡ-баҡ!” тип яуап бирә. Тәрбиәсе “Ҡаҙҙар йылға буйында” тиһә, балалар “Ҡа-ҡа-ҡа!” тип яуаплайҙар. Һәр төркөм үҙ сиратында үҙ тауыштары менән яуаплай. Был уйын балаларҙы тотанаҡлыҡҡа, иғтибарлылыҡҡа өйрәтә. Бөтә балаларҙың да “өйрәк”булып ҡысҡыраһы килә, тик ярамай, үҙ сиратыңды көтөргә кәрәк. Балаларға ҡоштар битлектәре йәки башлыҡтар кейҙергәндә, уйын ҡыҙыҡлыраҡ булыр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

"Йорт хайуандары " ИКТ уйын

Кескәйҙәр төркөмө өсөн уйындар. "Был нимә?","Моронон таны"...

Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡоштар- беҙҙең ҡанатлы дуҫтар "исемле темаға арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге...

«Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»

laquo;Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»...

”Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар”

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәрес- конспекты...

«Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар». Дәрес өлгөһө.

    Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе тел...

"Йорт хайуандары " ИКТ уйын

Кескәйҙәр төркөмө өсөн уйындар....