Сценарий национального праздника "Ҡаҙ өмәһе"
учебно-методическое пособие (старшая группа)

Хакова Эльвира Рифгатовна

                                                  Ҡаҙ өмәһе

Маҡсат:  башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йоланы, хәҙерге социаль шарттарға яраҡлаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү. Балаларҙа милли байрамдарға, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу хистәре тәрбиәләү. Уларҙа кесе йәштән үк әсә теленә, үҙ милләтенең традицияларына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү ихтияжын арттырыу.

«Ҡаҙ өмәһе » үткәреләһе урын ҡунаҡ ҡабул итергә әҙерләнгән: таҫтымалдар, балаҫ, сигеүле әйберҙәр менән биҙәлгән. Түрҙә-өҫтәл, унда сәй табыны.

Барышы:

Әбей: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунактар,ҡәҙерле дуҫтар! Элек-электән һаҡланып килгән йола буйынса “Ҡаҙ өмәһенә” йыйылдыҡ.

Бабай. Беренсе һалкындар төшкәс, татар һәм башҡорт ауылдарында була торған каҙ өмәләре һәркемгә билдәле. Ауыл тормошоның күренекле вакыйғаһы улар. Уны бигерәктә ҡыҙҙар көтөп алғандар. Ҡаҙ өмәһеннән ситтә ҡалмаҫ өсөн, улар бәбкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк һүҙ һалып ҡуйғандар.Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышкандар, йорт эштәрендә, ҡайсаҡ ураҡ эшендә лә ярҙамлашҡандар. Ҡаҙ өмәһе-ул, иң элек, матур, итеп аралашыу, күңел асыу, уҙеңде күрһәтеү сараһы. Инде эшенә килһәк-ул күмәкләшеп эшләнгән, каҙ йолкоу байрам төҫөн алған. Ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталыҡтарын, булғанлыҡтарын күрһәткәндәр, башҡаларҙан үрнәк алырға, өйрәнергә тырышҡандар. Шаян һүҙ, йыр, көлкө менән аралашҡан, эш бик тиҙ барған.

(Күңелле көй яңғырай, әбей менән бабай сәй табынына килеп ултыралар, ҡара-ҡаршы ултырып көлә-көлә сәй эсәләр).

Бабай: Әбекәй, һин тәйекмәгеңде күберәк иҙ. Өмә ваҡытында ҡыҙҙар янына егеттәр ҙә килеүсән була. И үткән ғүмер, ҡайсан ғына әле һинең менән ҡаҙ өмәһендә танышҡан инек. Бик матур йырлап үҙеңә ғашыйҡ иттең бит, ә?

Әбей: Их-хи. Һин үҙеңдә егеттәрҙең матуры инең бит, бабай. Бер һыҙҙырып уйнап ебәрһәң һандуғастар көнләшә торған ине. Тәйекмәгем дә әҙер булыр, ҡыҙҙарҙы өмәгә саҡырып киләйем әле.

Ҡауышһындар, танышһындар, һыналһындар, һынаһындар. Йолаһы шул. Егеттәр белмәй ҡалмаһындар, һин уларҙы күреп ҡуй. (Әбей ҡыҙҙарҙы саҡырырға сығып китә, бабай ҡаҙ тәпәйҙәрен бәйләргә ептәр әҙерләй).

(Әбейҙең ҡыҙҙарҙы саҡырып йөрөгән тауышы ишетелеп тора, оҙаҡламай үҙе лә өйгә килеп инә).

Әбей: Ҡыҙҙар хәҙер килеп етәләр, ептәрең әҙерме, бабай? (Ике енгәй килеп инә)

Беренсе еңгәй: Хәйерле иртә аҡ әбей!

                          Хәйерле иртә аҡ бабай!

                          Беҙ һуңға ҡалманыҡмы?

Әбей: Юҡ, юҡ. Һуңламанығыҙ. Түрҙән уҙығыҙ. Әйҙәгеҙ ултырып хәйер-фатыйха ҡылып алайыҡ.

Икенсе еңгә: Күңелегеҙ аҡ мамыҡтай,

                         Аҡтан-аҡ та саф булһын

                         Аяҡ-ҡулың һыҙламаһын

                         Өй шатлыҡ менән тулһын.

Бабай: Амин шулай булһын.

Беренсе еңгә: Әле ҡыҙҙар килеп етмәнеләр мени?

                          Беҙ ни өмәгә булғас иртүк килдек.

                         (Ҡыҙҙар гөрләшеп килеп инә).

Ҡыҙҙар: Һаумыһығыҙ, әбей,

               Һаумыһығыҙ, бабай.

Әбей менән бабай: Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ.

                                 Аяҡтарығыҙ еңел булһын,

                                 Ҡулдарығыҙ етеҙ булһын,

                                 Ҡаҙҙарығыҙ һимеҙ булһын!

(Бабай менән бер-ике ҡыҙ ҡаҙҙар алып инергә сығып китәләр).

Дилә: Бөғөн беҙҙә ҡаҙ өмәһе,

           Ҡаҙ өмәһе бөғөн беҙҙә

           Ҡаҙ йолҡорға килгән ҡыҙҙар,

           Уңыш юлдаш булһын һеҙгә!

(Ул һөйләп бөтөүгә,бабай менән ҡыҙҙар ҡаҙҙар күтәреп инәләр).

Бабай: Бына һеҙгә ҡаҙҙар,

             Армай эшләгеҙ!

Ҡыҙҙар: Һары май тешнәгеҙ!

Икенсе еңгә: Ҡыҙҙар йыйылды өйгә,

                         Ҡыҙҙар килде өмәгә

                         Нисек итеп ҡаҙ йолҡорға

                         Еңгәләрҙән күрергә.

                        (Ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡа башлай).

Азалия: Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар йырлап алайыҡ, күңеллерәк булһын, эшләргә.

              Йырлайбыҙ, йырлайбыҙ. Алиса, һин башла, беҙ ҡушылырбыҙ.

                          Ал биҙәкле табаҡтарҙа

                          Ауыл биҙәге ҡаҙҙар,

                          Дулҡынланып ең һыҙғанып

                          Эшләй өмәлә ҡыҙҙар.

Беренсе еңгә: Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе

                           Йылдарына бер була.

                           Үҙе йырлы, үҙе моңло

                           Ауыл шатлыҡҡа тула.

Икенсе еңгә: Ҡаҙ өмәһендә һәрсаҡ халыҡ йырҙары йырлана. Ошоларҙың береһе “Ҡаҙ ҡанаты” йыры. Әйҙәле, Гүҙәл балаларға ошо йырҙы йырлап күрһәтәйек әле. Аҡ әбей, аҡ бабай һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.

                              Йыр “Ҡаҙ ҡанаты”.

Бабай: Ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡулдары бик етеҙ, ә бына зиһендәре нисек икән, тапҡырлыҡтарын һанап ҡарайыҡ әле.

Әбей: Йәйәүлегә нимә ауыр?

Ҡыҙҙар. Янсыҡта.

Бабай: Тиленең һикереү бейеклеге ниндәй?

Ҡыҙҙар: Тейгәнәк буйы.

Әбей: Нимә ҡапсыҡта ятмай?

Ҡыҙҙар: Беҙ ятмаҫ.

Бабай: Һөйдөргән дә, биҙҙергән дә?

Ҡыҙҙар: Тел.

Бабай: Бик уңғандар, үҙҙәре бик тапҡырҙар икән беҙҙең ҡыҙҙар.

(Йыр ишетелә, егеттәр инә. Ҡыҙҙар биҙәнә башлайҙар).

Әбей: Ҡыҙҙар, егеттәр килеп тә етте. Улар һеҙҙең саҡырғанды көтөп торалар.

Алмаз: (ҡулында ғармун).

             Тәҙрәнән ҡарайһыҙҙа,

             Ҡарап кемде таныйһыҙ,

             Ҡарап тилмереп торғансы

             Нигә саҡырып алмайһыҙ.

Амира: Маҫайып йөрөмәгеҙ әле

              Алығыҙ ҡанат һатып

              Ҡанат һатабыҙ, ҡанат,

             Яҡшыһын һайлап, ҡарап.

Салауат: Алабыҙмы, егеттәр?

Егеттәр: Алабыҙ, алабыҙ.

Алһыу: Егет булһаң, ҡанат ал

             Бер алтынды сығарып һал!

Салауат: Алтын уҡ булмаҫ, ҡулъяулыҡтары булыр!

Вилдан: Егеттәр, әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙарҙы бейергә саҡырабыҙ.

                          Күмәк бейеү.

Азалия: Егеттәр тик ултырмағыҙ әле, бына һеҙгә ҡанаттар, ҡанат һыҙыра тороғоҙ.

Әбей: И, и бигерәктәр ҙә инде матур итеп кейенгәнһегеҙ, ул түбәтәй, ҡалфаҡтары, алъяпҡыстары ҡалай матур ептәр менән сигелгән, биҙәлгән.

Ләйсән: Алъяпҡысыма ҡарағыҙ,

              Матур гөлдәр сигелгән.

              Әллә инде алдарыма

              Алһыу гөлдәр һибелгән.

Әбей: Үҙең сиктеңме, ҡыҙым?

Ләйсән: Үҙем сиктем, үҙем

              Тырыштым инде.

Даян: Олатайым түбәтәйен

           Бик тә яратып кейә.

           Улым, һиңа ла ти түбәтәй

           Бигерәк килешә-тийә.

Дилә: Ҡалфағымды кейеп ҡуйғас

           Бигерәк тә сибәр булам.

           Көҙғө ҡаршыһына баҫам да

           Һоҡланып ҡарап торам.

Илсур: Ҡамзул кейгәс, үҫеп киттем

             Бик бәләкәс булһам да

             Бер бейеп тә алыр инем

             Бейеү көйө булғанда.

               Татар бейеүе.

(малайҙар башҡарыуында).

Алһыу: Әйҙәгеҙ, егеттәр-ҡыҙҙар уйнап алабыҙ.

               Уйын: “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”.

Әбей: Ҡыҙҙар, уйнай-уйнай ҡаҙҙарҙы оноттоғоҙ. Шишмәгә барып ҡаҙҙарҙы сайҡатып ҡайтығыҙ.

Беренсе еңгәй: Йә, кемегеҙ йылғаға

                           Ҡаҙ сайҡатырға бара.

Балалар: Беҙ барабыҙ, беҙ.

Икенсе еңгә: Ә кемдәр ҡаҙ майына тәмле

                         Ҡоймаҡ бешереп ала?

Ике ҡыҙ: Мин ҡалам, минең ҡоймаҡ бешерергә өйрәнәһем килә.

                 Мин дә әбейгә ярҙам итәм, өй йыйыштырам.

(Еңгәйҙәр ҡаҙҙарҙы элешәләр, егеттәргә ҡаурыйҙарҙы бирәләр).

Беренсе еңгәй: Егеттәр ҡаурыйҙарҙы алығыҙ ҙа йылғаға еткәнсе уларҙы һибеп барығыҙ.

Даян: Ә нимә өсөн шулай эшләйбеҙ?

Беренсе еңгә: Киләһе йылда ла хужаларҙың ҡаҙҙары күп булһын, уңһын тип теләктәр теләп һибә-һибә барырбыҙ.

Айгөл: Ҡайтҡанда силәктәргә шишмә һыуы тултырып ҡайтырбыҙ.

Әбей: Ай, рәхмәт, рәхмәт.

(Егеттәр-ҡыҙҙар көйәнтәләргә ҡаҙҙар эләләр, силәккә ҡаҙ ҡанаттары тултыралар, китәргә әҙерләнәләр).

Әбей: Бик уйынға мауығып, ҡаҙҙарҙы ҡомға батырмағыҙ. Мин һеҙ ҡайтыуға тәйекмәктәремде әҙерләп торормын.

(Ҡыҙҙар йырлай-йырлай сығып китәләр, егеттәр уларға эйәрә).

        Ҡыҙҙар төшә һыу буйына,

        Ҡаҙҙар кеүек теҙелеп

        Егеттәр күҙәтеп ҡала

        Үҙәктәре өҙөлөп.

(Бабай килеп инә, ҡулында тәйекмәк бешерергә сырағастар).

Бабай: Әбей, бына һиңа ҡоро сырағастар, тәйекмәктәреңде уңдырып бешерә торғандары ғына.

Әбей: Рәхмәт, бабай. Ҡыҙҙар өйҙө, йыйыштырып сыҡтылар.

Бабай: Балалар һыу буйыннан ҡайтып та киләләр инде.

            Ҡыҙҙар ҡайта ҡаҙҙар йыуып,

            Таҙа һыулы инештән

            Балдаҡтары ҡул бауҙары

            Алтын һәм дә көмөштән.

Ҡыҙҙар: Әбей, ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайттыҡ, ҡаҙҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ.

(Әбей ҡаҙҙарҙы ҡарай-ҡарай ҡыҙҙарҙы маҡтай).

Әбей: Бик яҡшы йыуылған, туйға ғына алып барырлыҡ булғандар. Бабай әйҙә йәш саҡта уйнаған уйынды өйрәтеп алайыҡ.

(Түңәрәккә баҫалар. Һанамыш ярҙамында “Кәүешсе” һайлана. “Кәүешсе” уртала “ситек” сигеп ултыра.

Һанамыш: Берәм-берәм,

                   Икәм-икәм,

                   Өсәм-өсәм,

                   Дүртәм-дүртәм,

                   Бишәм-бишәм,

                   Алтан-алта,

                   Ауыр балтам

                   Ҡая китте.

                   Тоҙға китте

                   Ҡайсан ҡайтыр

                   Яҙ ҡайтыр,

                   Өйрәк менән ҡаҙ ҡайтыр

                   Һыңар аяҡ, һыңарсыҡ

                   Балтырғанға йүгереп сыҡ.

                              “Кәүешсе” уйыны.

Итек-ситек энәбеҙ,

Матур итеп тегәбеҙ,

Кәрәкмәйме алмайымһыҙ

Әллә кейеп ҡарайһыҙ.

(кемгә тейә шуға яҙа бирелә).

                             “Түбәтәй” уйыны.

Киңәшем шул: һынатма

Бул һин уйында өлгөр.  

Башыңдағы кәләпүшне

Күршеңә биреп өлгөр.

Ләйсән: Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар-малайҙар күңелле йыр менән өмәне төгәллик. Һуңынан тәйекмәк менән сәй эсеп алырбыҙ.

Ҡыҙҙар: Егеттәр ҙә килде шул,

Беҙгә ярҙам итергә,

Улар килгәс өмә ҡыҙҙы

Нисек рәхмәт әйтергә.

Әйе шул, шулай шул,

Нисек рәхмәт әйтергә?

Малайҙар: Кәрәкмәй рәхмәт әйтергә

Өмә бит ул уртаҡ эш

Беҙгә лә булды күңелле

Нимә әйтерһеҙ дуҫ-иш.

Ҡушымта:

Әйе шул, шулай шул,

Нимә әйтерһеҙ дуҫ-иш.

Ҡаҙ өмәһе бөтөп килә

Барыһына ла күңелле

Киләһе йылда ла шулай

Өмәләр матур уҙһын.

Ҡушымта:

Әйе шул, шулай шул,

Өмәләр матур уҙһын.

Йырланыҡ та, бейенек тә

Өмәһен дә үткәрҙек.

Ә хәҙергә һау булығыҙ

Бераҙ ял итеп алайыҡ.

Икенсе еңгә: Беҙҙең бурыс бороңғо ғөрөф-гәҙәттәрҙе һаҡлау

                         Тыуған илдең тоғро кешеһе булып ҡалыу.

Әбей: Балалар, тәйекмәгем өлғөрҙе, әйҙәгеҙ ҡаҙ тәйекмәге менән сәй эсеп алығыҙ әле, бөғөнғө ҡунаҡтарығыҙҙы ла саҡырығыҙ.

                      

 

 

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий национального праздника встречи Нового года по лунному календарю "Шагаа - 2015"

Вашему вниманию представлена методическая разработка по встрече Нового года по лунному календарю....

Сценарий национального праздника " Сабантуй"

Сценарий праздника " Сабантуй" ...

Сценарий национального праздника "Шагаа"

Сценарий разработан и проведен со всеми группами детского сада....

Сценарий национального праздника "Алдын Шагаа моорлап келди!"

Проведение национального праздника совместно с работниками детского сада и детьми всех возрастных групп....

Сценарий национального праздника "Шагаа - 2016"

Сценарий праздника "Шагаа-2016"  для детей старшей группы....

Сценарий национального праздника тувинцев Шагаа "Менди чаагай мечи чылын уткуулунар!"

Сценарий национального праздника тувинцев Шагаа "Менди чаагай мечи чылын уткуулунар!"...

Сценарий национального праздника "Шагаа в детском саду"

Праздник нового года по буддийскому календарю....