Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы илһөйәрлек рухта һәм поликультур тәрбиәләү
статья (старшая группа)

 

  Бала тәрбиәләү ауыр һәм яуаплы хеҙмәт икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Ә инде төп тәрбиә институты—ул ғаилә. Тормошоноң күп өлөшөн ата-әсәһе, туғандары менән үткәреп, кескәй бала уларҙан алған һабаҡты үҫкәс тә ғүмере буйы үҙендә һаҡлай. Шуға күрә, тәрбиә сығанағы булараҡ ғаиләнең  мөһимлеге шунда.

  Илһөйәрлек һәм Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндә иң элек шәжәрәгә иғтибар итергә кәрәктер. Ни өсөн тиһәң, һәр  ғаиләлә тарихта билдәле булған һуғыштарҙа ҡатнашыусы, йә башҡа арҙаҡлы шәхестәр бар. Ана шундай данлыҡлы кешеләргә ҡарап та бала яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтыла, тыуған иле өсөн янып көйә. “Тыуған ил алдындағы бурыс”, “Ватанға тоғролоҡ һәм мөхәббәт”, “Данлыҡлы хеҙмәт” кеүек төшөнсәләрҙе аңлатып үҫтереү ҙә мөһим. Ана шундай тойғолары булған өсөн дә беҙҙең халыҡ дошманды еңгән, йәнен фиҙа ҡылған...

   Ғаиләлә ата-әсә баланы үҙ йолалары һәм өлгө күрһәтеүҙәре нигеҙендә тәрбиәләһә, балалар баҡсаһы шуларҙың барыһын да дауам итеп, бигерәк тә кескәйҙәрҙе илһөйәрлек  һәм поликультур рухта тәрбиәләүгә ҙур урын бүлә. Башта һәр береһен айырым  ҡарап үтәйек.

   Йәш быуынды патриотик йәғни илһөйәрлек рухта тәрбиәләү белем биреү усағының уҡытыу программаһына индерелгән мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ни өсөн тигәндә, тап Ватан яҙмышы, кешелектең киләсәге ана шул кескәйҙәрҙең бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле. Улар күңелендә халыҡтың этник төрөнә ҡарамайынса рухи мәҙәниәтенә изге ҡараш тәрбиәләнә. Борон-борондан балаларҙы ололар халыҡ ижады аша  тәрбиәләргә тырышҡандар. “Тыуған ил”, “Батырҙар тураһында”, “Тылсымлы әкиәттәр”ҙе ҡайһы бала яратмай! Ә инде, ул әкиәттәрҙе сәхнәләштерә башлаһаң, балалар  ундағы геройҙар урынына үҙҙәрен ҡуйып, әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылырға әҙер икәнлектәрен күрһәтә. Тағы ла Наурыз, Нардуған, Һабантуй, Сөмбөлә кеүек миҙгел байрамдарын балалар баҡсаһында үткәреү ҙә кескәйҙәр күңелендә халҡына, уның йолаларына, хеҙмәтенә ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләй. Сәнғәткә һөйөүҙе халҡыбыҙҙың милли кейемдәре, музыка ҡоралдары менән таныштырып, йыр-бейеүҙәрен өйрәтеү аша уятабыҙ.  Был телмәргә йоғонто яһау менән берлектә  хис-тойғоларҙы ла үҫтерә. Тап кескәй саҡта һалынған изгелек орлоғо шытып сығып, киләсәктә үҙ емешен бирә алалыр.

  Патриотик тәрбиә поликультур тәрбиә өсөн нигеҙ булып тора. Фәнни белем биреүҙә поликультур тәрбиә яңы бүлектәрҙән һанала. Хәҙерге шәхес, милләт-ара ығы-зығылар, дини, сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар осоронда ул бик тә актуаль проблема булып тороуын билдәләй.  Уны хатта донъяуи цивилизация алдында торған педагогиканың приоритетлы проблемаларының береһе тип тә ҡарарға мөмкин. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы поликультур тәрбиәләү иһә үҫә килгән быуынды икенсе милләт вәкилдәре менән толерантлы аралаша белеүен формалаштыра. Ә ниндәй маҡсаттар ҡуя һуң әле поликультур тәрбиә? Иң элек, ул күп мәҙәнилекте хөрмәт итеү һәм һаҡлау маҡсатын ҡуя. Икенсенән, белем, тәрбиә биреүҙә хоҡуҡтарҙы тигеҙ үтәү, өсөнсөнән, рухи ҡиммәттәрҙе сәйәси, дөйөм милли, иҡтисади факторҙар сиктәрендә үҫтереү  тора. Поликультур тәрбиә—ул милләтенә, ниндәй генә дин тотоуына ҡарамайынса ижади шәхесте формалаштырыу ысулы ла һанала.

 Илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тәрбиәһе алған бала поликультур тәрбиәне лә еңел үҙләштерә. Уларҙың барыһын да рух бәйләй. Рухи яҡтан бай баланың күңеле лә, уйы ла, эшләгән эше лә матур буласаҡ. Шуға күрә, ғаиләлә нәҫел дауамы булған ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы тормош юлында юғалып ҡалмаһын өсөн көслө рухлы, илһөйәр итеп үҫтерәйек. 

 

 

                                                                      Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mktpks_yshtge_balalarzy_patriotik_hm_polikultur_trbilu.docx14.73 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы патриотик һәм поликультур тәрбиәләү

  Бала тәрбиәләү ауыр һәм яуаплы хеҙмәт икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Ғаиләлә ата-әсә баланы үҙ йолалары һәм өлгө күрһәтеүҙәре нигеҙендә тәрбиәләһә, балалар баҡсаһы шуларҙың барыһын да дауам итеп, бигерәк тә кескәйҙәрҙе патриотик  һәм поликультур рухта тәрбиәләүгә ҙур урын бүлә. Башта патриотик һәм поликультур тәрбиәне айырым ҡарап үтәйек.

   Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү белем биреү усағының уҡытыу программаһына индерелгән мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ни өсөн тигәндә, тап Ватан яҙмышы, кешелектең киләсәге ана шул кескәйҙәрҙең бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле. Улар күңелендә халыҡтың этник төрөнә ҡарамайынса рухи мәҙәниәтенә изге ҡараш тәрбиәләнә. Минеңсә, тап халыҡ ижады аша баланы тәрбиәләп, патриотик тәрбиә бирергә мөмкиндер тием. “Тыуған ил”, “Батырҙар тураһында  әкиәттәр”ҙе ҡайһы бала яратмай! Ә инде, ул әкиәттәрҙе сәхнәләштерә башлаһаң, балалар  ундағы геройҙар урынына үҙҙәрен ҡуйып, әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылырға әҙер икәнлектәрен күрһәтә. Тағы ла Наурыз, Нардуған, Һабантуй, Сөмбөлә кеүек миҙгел байрамдарын балалар баҡсаһында үткәреү ҙә кескәйҙәр күңелендә халҡына, уның йолаларына, хеҙмәтенә ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләй. Тап кескәй саҡта һалынған изгелек орлоғо шытып сығып, киләсәк тә үҙ емешен бирә алалыр.

  Патриотик тәрбиә поликультур тәрбиә өсөн нигеҙ булып тора. Фәнни белем биреүҙә поликультур тәрбиә яңы бүлектәрҙән һанала. Хәҙерге шәхес, милләт-ара ығы-зығылар, дини, сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар осоронда ул бик тә актуаль проблема булып тороуын билдәләй. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы поликультур тәрбиәләү иһә үҫә килгән быуынды икенсе милләт вәкилдәре менән толерантлы аралаша белеүен формалаштыра. Уны хатта донъяуи цивилизация алдында торған педагогиканың приоритетлы проблемаларының береһе тип ҡарарға мөмкин. Ә ниндәй маҡсаттар ҡуя һуң әле поликультур тәрбиә? Иң элек, ул күп мәҙәнилекте хөрмәт итеү һәм һаҡлау маҡсатын ҡуя. Икенсенән, белем, тәрбиә биреүҙә хоҡуҡтарҙы тигеҙ үтәү, өсөнсөнән, рухи ҡиммәттәрҙе сәйәси, дөйөм милли, иҡтисади факторҙар сиктәрендә үҫтереү булып тора. Поликультур тәрбиә—ул милләтенә, ниндәй генә дин тотоуына ҡарамайынса ижади шәхесте формалаштырыу ысулы булып тора.  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Балалар бакчасында сәләтле балалар белән эшләү программасы

Балалар бакчасында сәләтле балаларны ачыклау...

«Мауыҡтырғыс буш ваҡыт» (балалар баҡсаһында эшмәкәрлек). Презентация.

Балалар баҡсаһында, башланғыс мәктәптә  бала белем үрҙәренә тәүге аҙымдарын яһағанда уның бармаҡтарының хәрәкәтсәнлегенең үҫтереүгә айырыуса ихтибар итеү зарур....