Баланы тәрбиәләүҙә дидактик уйындарҙың роле
статья

Хисматуллина Нурсиля Гаязовна
Балалыҡ уйындан, уйын балалыҡтан айырылғыһыҙ. Күп ваҡыт ололар уйынды бары тик күңел асыу сараһы тип кенә уйлаһа, ә балалар өсөн ул иһә - тотош бер донъя.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balany_trbiluz_didaktik_uyyndarzyn_role_3.docx14.23 КБ

Предварительный просмотр:

   

“Баланы тәрбиәләүҙә дидактик уйындарҙың роле”

      Бала-саға уйындары шартлыса ике ҙур төркөмгә бүленә: сюжетлы-ролле уйындар һәм ҡағиҙәле уйындар. Сюжетлы-ролле уйындар башлыса көндәлек көнкүреш һәм йәмғиәттәге күренештәренә, төҙөлөш һәм төрлө ҡоролмалар менән эш итеүгә бәйле булалар, тәбиғи материалдар менән уйын ҡороуға, күңел асыу һәм театрлаштырылған уйындар уйнауҙы үҙ эсенә алалар. Ҡағиҙәле уйындарға дидактик уйындар һәм хәрәкәтле уйындар инә.

         Бөтә был уйындарҙа баланың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен, хәтерен, күҙаллау һәләтен, ихтыяр көсөн үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уйындар аша бала шәхес булараҡ формалаша һәм донъяуи әхлаҡи ҡағиҙәләр менән таныша һәм уларҙы үҙләштерә.

         Һәм беҙ бөгөн һеҙҙең менән дидактик уйындарға туҡталып китәбеҙ.

Дидактик уйындар - өйрәтеүсе уйындар булып һаналалар. Уларҙың төп маҡсаты булып өйрәнелгән күнекмәләрҙе, эш-хәрәкәттәрҙе нығытыу, зиһен, хәтер үҫтереү тора.

         Һәр дидактик уйындың маҡсаты, уйын хәрәкәте һәм уйын ҡағиҙәләре була. Уҡытыу ысулы булараҡ дидактик уйындарҙы бөтә төр дәрестәрҙә лә ҡулланырға була. Тирә-йүн менән таныштырыу, ябай математик төшөнсәләр формалаштырыу, телмәр үҫтереү, музыкаль тәрбиә биреү дәрестәрендә дөйөмләштереү, сағыштырыу, баланың белем кимәлен билдәләү һәм өйрәнелгән материалдарҙы нығытыу маҡсатында улар әүҙем ҡулланылалар.

         Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге булараҡ дидактик уйындар дәрестән тыш ваҡытта ҡулланыла. Тәрбиәсе дидактик уйындарҙы төрлөсә ойоштора ала: дәрестәрҙә дидактик уйынды нисек уйнарға, уйын ҡағиҙәләре һәм уйын барышында башҡарыласаҡ эш-хәрәкәттәр менән таныштырһа, дәрестән тыш ваҡытта ул үҙе уйында ҡатнашыусы булып йәки уйын ҡағиҙәләренең үтәлешен баһалаусы ролен башҡара. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың үҙ-ара мөнәсәббәттәрен ҡулайлай.

        Быйыл минең өлкәндәр төркөмө. Һәм дидактик уйындарҙы өлкәндәр төркөмөндә дәрестәрҙә нисек ҡулланырға була икәнен һеҙгә һөйләп китмәксемен.

          Был төркөм балалары менән уйындар ойошторғанда уларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын, күҙәтеүсәнлеген, һәр яңы, сағыу өйбергә иғтибарлыҡ күрһәтеүсәнлеген иҫтә тоторға кәрәк. Балалар зирәклек, отҡорлоҡ, ныҡышмалылыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ күрһәтә алырлыҡ һәм уйындан шатлыҡ, күңел ҡыуанысы табырлыҡ дидактик уйындар тәҡдим итеү – балалар үҫеше өсөн үтә файҙалы була.

         Уйында балаларҙың бер-береһе менән ярышып уйнауы ҙур урын ала. Шуға ла балаларға уйын һайлағанда һәм уның маҡсатына ирешеү юлдарын эҙләгәндә балаларға үҙаллылыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәтеү мөмкинселеген биреү кәрәк.

         Уйын ойоштороуҙа тәрбиәсенең роле ҙур: ул балаларға аңлайышлы итеп уйындың йөкмәткеһен, ҡағиҙәләрен һәм башҡарыласаҡ эш-хәрәкәттәрҙе аңлата. Уларҙы балалар нисек төшөнгәнен асыҡлай һәм улар менән бергә уйнай. Балалар ныҡлап уйнай башлағас, уларға үҙаллы уйнарға тәҡдит итә. Үҙе уйындың барышын ситтән күҙәтә, кәрәк саҡта ярҙам итә. Күп сораҡта тәрбиәсенең уйында ошондай әүҙем ҡатнашыуы  талап ителмәй. Өҫтәл-баҫма уйындарында балаларға уйын ҡағиҙәләрен аңлатыу ҙа етә. Уйын аҙағында бөтә балаларға ла яҡшы баһа биреү кәрәк: кемгәлер етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ булырға, кемгәлер эште аныҡ һәм дөрөҫ үтәргә ҡеүәт бирәсәк.

         Шулай итеп, өлкән төркөмдәрҙә дидактик уйындар менән етәкселек итеү тәрбиәсенән ҙур әҙерлек эшен үткәреүҙе һәм методик яҡтан оҫталыҡты талап итә.  Дидактик уйындар балаларҙа үҙ-ара аралашыу ҡоралы һәм яҡшы мөнәсәббәттәр тәрбиәләү ысулы булараҡ та ҙур урын алып тора.

         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дидактические игры. Дидактик уйындар.

"Бер һүҙ менән әйт" "Бер һүҙ менән әйт" дидактик уйыны өсөн карточкалар. Был карточкалар балаларҙы дөйөмләштереп әйтә белергә өйрәтеү менән бер рәттән, уларҙың актив һүҙлеген үҫтереү өсөн дә файҙ...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.

  Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған, ...

Дидактик уйындар.Милли орнаменттар менән.

Аҫалы балаҫ төҙөү. Милли һүрәттәрзә ҡыҙыҡлы математика....

Дидактик уйындар

1.Дидактик уйын “Нимә нисек тауыш сығара?”Бал ҡортоҠарғаЙыланҠаҙ“бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙҙ” тип йырлай.“ҡар-ҡар-ҡар” тип ҡарҡылдай.“ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ” тип ыҫылдай....

Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)

Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...

Дидактик уйындар (эш тәжрибәһенән)

Бала уйын эшмәкәрлеге аша үҫешә. Дидактик уйындар баланы тирә-йүн менән таныштырыу, ябай математик төшөнсәләрҙе формалаштырыу, физик һәм музыкаль тәрбиә биреү, художество-эстетик һәм телмәр белеүен...