Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.
учебно-методическое пособие по развитию речи (старшая, подготовительная группа)

Кутдусова Гульнара Ураловна

    Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған,  үҙ халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтенә, үҙ- үҙеңде айырым милләт вәкиле булараҡ ихтирам итеү тойғоһо тәрбиәләү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Өфө ҡалаһы ҡала округының 102-се башҡорт балалар баҡсаһы

муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Милли төркөм тәрбиәселәре район методик берекмәһе

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә  - дидактик уйындар

Әҙерләне һәм сығыш яһаны: Котдосова Гөлнара  Урал ҡыҙы, 102-се балалар баҡсаһы уҡытыусы - логопеды

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.

    Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған,  үҙ халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтенә, үҙ- үҙеңде айырым милләт вәкиле булараҡ ихтирам итеү тойғоһо тәрбиәләү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. Этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, әҙәп- әхлаҡ нормаларын, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ- тел ижады үрнәктәрен белеүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ.б. күҙ алдында тота.

Федераль дәүләт стандарттарына нигеҙләнеп, шундай бурыстар ҡуйыла:

  • Балаларға тыуған ерҙең тарихы, халыҡтың тормошо,туған халҡының һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһында дөйөм мәғлүмәттәр биреү һәм ҡыҙыҡһыныу хисе тәрбиәләү,
  • Тыуған илгә , тыуған ергә, уның тәбиғәтенә, туған  телгә мөхәббәт хисе тәрбиәләү,
  • Гражданлыҡ тойғоһо нигеҙҙәренә, кеше хоҡуҡтарына ихтирам тәрбиәләү.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы художестволы – ижади эшмәкәрлектең күп төрҙәренә: музыкаль һәм һынлы сәнғәткә, һөйләү, сәхнә оҫталығына ылыҡтырырға кәрәк. Балаларға халҡыбыҙҙың үткән тарихын, улар тыуғанға тиклем нимәләр булыуы менән ҡыҙыҡһындырып һәм хәҙерге тормош ваҡиғалары менән сағыштырып төрлө мәғлүмәттәрҙе үҙләштерегә ярҙам итергә кәрәк.

Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар баланың эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Балаланың аңы үҫеүе уның йәшенә хас булған эшмәкәрлеккә – уйынға бәйләнгән. Шуға күрә балалар өсөн проблемалы ситуацияларҙы хәл итергә мөмкинлек биргән шарттар барлыҡҡа килтерелә, бала фекер йөрөтөргә, күҙалларға, дөрөҫ яуап табырға, йомаҡтар сисергә өйрәнһен өсөн уға уйларға мәжбүр итә торған төрлө уйындар, башватҡыстар тәҡдим ителә.

Дидактик уйындар.

Дидактик уйын “ 4-се артыҡ”.

Маҡсат: балаларҙы башҡорт  халҡының ашамлыҡтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, иғтибарын, хәтерен туплау, фекерләү һәләтен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.

Һүҙлек материалы: һөт эсемлеге, сыр, сәк –сәк, йогурт,ҡымыҙ эсемлеге, бәлеш, билмән.

Уйын барышы:  

 1вариант. Тәрбиәсе балаларға иғтибар менән һүрәттәрҙе ҡарарға тәҡдим итә.  Балалар был һүрәттә булған ашамлыҡтарҙы әйтеп сығалар һәм ҡайһы ашамлыҡ артыҡ  булыуын билдәләп йомғаҡлап ҡуялар.

 2вариант. иғтибар менән бирелгән һүрәттәрҙе ҡарайҙар һәм иҫтәрендә ҡалдыралар йәғни фотоға төшөрәләр, һүрәттәр ҡағыҙ бите менән ҡаплана. Шунан  балалар был һүрәттәрҙе иҫтәрендә  ҡалғандарын эҙмә – эҙлекле рәүештә әйтеп бирергә мәжбүр.

Дидактик уйын  “Кем күберәк әйтә”

          Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡы ҡулланған һауыт – һабалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, иғтибарын, хәтерен туплау, фекерләү һәләтен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.

Һүҙлек:  самауыр, ҡумған, ағас ҡалаҡтар, касалар, туҫтаҡтар, ҡашыҡтар, сеүәтәләр, сүмес, көбө ( ҡымыҙ эшләү өсөн һауыт).

Уйын барышы: 

Уйын барышында тәрбиәсе балаларҙы башҡорт халҡы ҡулланған һауыт – һабалар тураһында төшөнсә бирә. Элек башҡорт халҡы һауыт – һабаны күндән, ағастан һырлап, соҡоп яһаған, ә ризыҡ бешерер өсөн тимер һауыт –һаба  ( суйын ҡаҙан, һәм самауыр) ҡулланған. Шулай уҡ өй кәрәк – ярағы ашамлыҡ һаҡлау өсөн туҙҙан да булған.

Балалар иғтибарына бер - береһенә беркетеп төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтәлә, шул һүрәттән боронғо һауыт – һабаларҙы табып әйтеп бирергә тейештәр. Кем дә екм күберәк предметтар табып әйтә, шул еңеүсе тип һанала.

Шулай уҡ был уйынды башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү өсөн һәм балаларҙың белемдәрен нығытыу өсөн ҡулланырға була.

Һүҙлек: күлдәк, алъяпҡыс, елән, билбау, калпак, тәңкәләр, таҫмалар, түбәтәй, бүрек, ситек, сабата.

Лулия – түңәрәктәре пособиеһы ҡулланған уйындар

Дидактик уйын “Башҡорт музыкаль инструменттарын

тап һәм әйт”.

Маҡсат: балаларҙың иғтибарлыҡ, фекерлек һәләттәрен үҫтереү, башҡорт халыҡ инстументтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, һүҙлек байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Һүҙлек: балалайка, ҡурай, думбыра, ҡубыҙ, гармун,

Уйын барышы:

1 Вариант. Тәрбиәсе балаларға  иғтибар менән бирелгән предметлы һүрәттәрҙе – музыка ҡоралдарын ҡарарға һәм әйтеп бирергә тәҡдим итә. Артабан Лулиа –түңәрәктәре  ... ҡулланып, түңәрәктәрҙе әйләндерә барып, күренгән өсмөйөштән башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын әйтеп бирергә кәрәк буласаҡ.Балаларҙың  эшмәкәрлеген  ҡыҙыҡһындырыу өсөн дөрөҫ яуап биргән балаға фишкалар бирелеүе ихтимал.

2 Вариант. 4–се  артыҡ йәғни артыҡ музыка ҡоралы дидактик уйыны.

Тәрбиәсе балаларға музыка ҡоралдары күрһәтелгән һүрәттәрҙе әйтеп бирергә ҡуша. Балалар тәрбиәсе биргән Һорауҙарға яуап бирергә, артабан  ҡайһы музыка ҡоралы артыҡ икәнен табырға тейештәр һәм дөйөмләштереп – был башкорт халыҡ музыка ҡоралдары, ә икенселәре урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары тип тулы яуап биреп уйынды тамамлайҙар.

Дидактик уйын “Тирмәлә булған тормош –көнкүреш предметтарын  әйтеп бир”.

Маҡсат: балаларҙы   башҡорт халҡының тормош –көнкүреш предметтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, башҡорт халҡының үткән тормошо, көнкүреше тураһында белемдәрен арттырыу, иғтибарлыҡ, фекерләү һәләттәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу,

Һүҙлек: сәңгелдәк, бишек, самауыр, хандвҡ, таҫтамал, ағас һауыттар,усаҡ, уҡ ҡоралдары, үтек, телефон, кер йыуыу машинаһы, электр плитәһе.

Уйын барышы: Тәрбиәсе баларҙы тирмә – башҡорт халҡының ваҡытлыса  күсерелеп йөрөтмәле түңәрәк планлы, кейеҙ менән көпләнгән, йыйылма каркаслы торлаҡ менән таныштыра. Артабан балалар башҡорт халҡының тормош –көнкүреш предметтарын әйтеп  бирәләр.

  Артабан баларҙың белемдәрен нығытыу өсөн, “Лулия –түңәрәктәре” ҡулланып, түңәрәктәрҙе әйләндерә барып, күренгән өсмөйөштән тик тирмәлә булған, башҡорт халыҡы ҡулланған тормош –көнкүреш предметтарын һайлап, әйтеп бирергә кәрәк буласаҡ.Балаларҙың  эшмәкәрлеген  ҡыҙыҡһындырыу өсөн дөрөҫ яуап биргән балаға фишкалар бирелеүе ихтимал.

Шулай уҡ ҡайһы предмет артыҡ тигән уйынды ла тәҡдим итергә була.

 Музыка ҡоралын тап уйыны

Маҡсат: балаларҙың иғтибарлыҡ, фекерлек һәләттәрен үҫтереү, башҡорт халыҡ инстументтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, һүҙлек байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Һүҙлек: балалайка, ҡурай, думбыра, ҡубыҙ, гармун,

Уйын барышы:

  • Балалар,беҙ хәҙер һеҙҙең менән уйын уйнап алабыҙ.

Тәүҙә музыка ҡоралдары уйнаған моңдар тыңлап алайыҡ.

(Ҡурай моңо тауышы ишетелә).

  • Иғтибар менән тыңлағыҙ ҙа, ниндәй музыка ҡоралы яңғырағанын билдәләп әйтегеҙ.
  • Әйе, был ҡурай. Башҡорт музыка ҡоралы.
  • Ҡурайҙа кем уйнай?
  • Ҡурайҙа ҡурайсы уйнай.

(Ҡурай һәм ҡурайсы һүрәте күрһәтелә).

  • Лулия түңәрәктәрен әйләндерегеҙ ҙә , курай төшкән һүрәтте табығыҙ.
  • Ә хәҙер , тағы бер музыка ҡоралы уйнаған көйҙө тыңлап үтегеҙ.
  • Был ниндәй музыка ҡоралы яңғыраны?
  • Ҡубыҙ, башҡорт музыка ҡоралы.
  • Кем ҡубыҙҙа уйнай?
  • Ҡубыҙҙа ҡубыҙсы уйнай. (Ҡубыҙ һүрәте күрһәтелә)
  • Лулия түңәрәктәрен әйләндерегеҙ ҙә , ҡубыҙ төшкән һүрәтте табығыҙ.
  • Ә хәҙер , тағы бер музыка ҡоралы уйнаған көйҙө тыңлап үтегеҙ ҙә, ниндәй музыка ҡоралы ярҙамында көй яңғырағанын әйтеп бирегеҙ.
  • Думбыра , башҡорт музыка ҡоралы. (Думбыра һүрәте күрһәтелә)
  • Лулия түңәрәктәрен әйләндерегеҙ ҙә , думбыра төшкән һүрәтте табығыҙ.
  • Ә хәҙер иғтибар менән тыңлағыҙ: думбыра, ҡурай, ҡубыҙ – ҡайһы һүҙҙәрҙә ҡ өнө бар? (ҡурай, ҡубыҙ).
  • Ниндәй музыка ҡоралдарын иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ?
  • Афарин балалар, яуаптарығыҙ менән ҡыуандырҙығыҙ.

Эй, ҡурайым, ҡурайым,

Йор тауышлы ҡурайым

Йырла һин үҙең үҫкән

Тауҙар моңға тулғансы

Тыңларбыҙ иртә – кисен ғүмер буйы, туйғансы.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә -дидактик уйындар Әҙерләне: 102 -се балалар баҡсаһы уҡытыусы –логопеды Ҡотдосова Г өлнара У рал ҡыҙы

Слайд 3

Предметлы дидактик уйындар. Дидактик уйын “4-се артыҡ”. Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының ашамлыҡтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, иғтибарын , хәтерен туплау, фекерләү һәләтен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Һүҙлек материалы: һөт эсемлеге, сыр , сәк –сәк, йогурт , ҡымыҙ эсемлеге, бәлеш, билмән.

Слайд 4

Дидактик уйын “Кем күберәк әйтә” Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡы ҡулланған һауыт – һабалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, иғтибарын, хәтерен туплау, фекерләү һәләтен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу. Һүҙлек: самауыр, ҡумған, ағас ҡалаҡтар, касалар, туҫтаҡтар, ҡашыҡтар, сеүәтәләр, сүмес, көбө ( ҡымыҙ эшләү өсөн һауыт).

Слайд 5

« Лулия – түңәрәктәре » пособиеһы

Слайд 6

Дидактик уйын“Башҡорт музыкаль инструменттарын тап һәм әйт”. Маҡсат: балаларҙың иғтибарлыҡ, фекерлек һәләттәрен үҫтереү, башҡорт халыҡ инстументтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, һүҙлек байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү. Һүҙлек : балалайка, ҡурай, думбыра, ҡубыҙ, гармун,

Слайд 7

Дидактик уйын “Тирмәлә булған тормош –көнкүреш предметтарын әйтеп бир”. Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының тормош –көнкүреш предметтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, башҡорт халҡының үткән тормошо, көнкүреше тураһында белемдәрен арттырыу, иғтибарлыҡ, фекерләү һәләттәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу, Һүҙлек : сәңгелдәк, бишек, самауыр, хандвҡ, таҫтамал, ағас һауыттар,усаҡ, уҡ ҡоралдары, үтек, телефон, кер йыуыу машинаһы, электр плитәһе.

Слайд 9

Дидактик уйын “Тирмәлә булған тормош –көнкүреш предметтарын әйтеп бир ”. Маҡсат : балаларҙы башҡорт халҡының тормош –көнкүреш предметтары менән таныштырыуҙы дауам итеү, башҡорт халҡының үткән тормошо, көнкүреше тураһында белемдәрен арттырыу, иғтибарлыҡ, фекерләү һәләттәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу. Һүҙлек : сәңгелдәк, бишек, самауыр, хандвҡ, таҫтамал, ағас һауыттар,усаҡ, уҡ ҡоралдары, үтек, телефон, кер йыуыу машинаһы, электр плитәһе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дидактические игры. Дидактик уйындар.

"Бер һүҙ менән әйт" "Бер һүҙ менән әйт" дидактик уйыны өсөн карточкалар. Был карточкалар балаларҙы дөйөмләштереп әйтә белергә өйрәтеү менән бер рәттән, уларҙың актив һүҙлеген үҫтереү өсөн дә файҙ...

Дидактик уйындар.Милли орнаменттар менән.

Аҫалы балаҫ төҙөү. Милли һүрәттәрзә ҡыҙыҡлы математика....

Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.

Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...

Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)

Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...