Фракталь һүрәт төшөрөү ысулын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади яҡтарын үҫтереү өсөн ҡулланыу ( яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу)
консультация по рисованию

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

яңы технологиялар ҡулланыу эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл fraktal_hurt_toshorou.docx17.25 КБ
Файл udivitelnye_karakuli.docx471.86 КБ

Предварительный просмотр:

Фракталь һүрәт төшөрөү ысулын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади яҡтарын үҫтереү өсөн ҡулланыу.

Мәктәпкәсә бала саҡ осоро-балаларҙың ижади үҫешенең ирекле сағылышы осоро булып тора. Был бигерәк тә һынлы сәнғәттә күҙәтелә.Художестволы һынлы сәнғәт эшмәкәрлеге төрө балаларға ижади һәләттәрен күрһәтергә, ҙур кинәнес алырға, ыңғай кәйеф булдырырға һәм үҙаллылыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү иң төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора.Тик махсус педагогик ярҙамды оҫта ойоштороу менән генә балаларҙың был өлкәлә үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш биреп була.Һәм мин традицион булмаған эш төрөн иң уңышлы алымдарҙың береһе тип уйлайым.

Традицион булмаған эш алымдары заман менән бергә атлай һәм әлеге ваҡытта балаларҙың ижади яҡтан үҫтереүгә ниндәй формалары ғына юҡ.Мин конкрет үҙ практикамда ҡулланған эш алымы-фракталь һүрәт төшөрөү тураһында мәғлүмәт менән таныштырып китәм.

Был эш алымы тураһында Полуяхтова Т.З. , Комов А.Е. “Фракталь аҡыл шишмәһе йә иһә мөмкинлектәребеҙгә яңы ҡараш” китабында бик матур асыҡланып бирелгән. Фрактал һүҙе грек теленән алынған,ҡатмарлы геометрик фигура, үҙ-үҙен тотошо менән берләшеү тигәнде аңлата.Фрактал һүрәт төшөрөүҙе икенсе төрлө ғәжәйеп каракулдар төшөрөү ысулы(буталған һыҙыҡтар) тип тә атайҙар.

Мине фракталь һүрәт төшөрөү ысулы,традицион булмаған яғы менән, был эш төрөнә ижади күҙлектән ҡарау ҡыҙыҡтырҙы.Был эш төрөнөң маҡсаты булып, балаларҙың образлы фекерләү ҡеүәһен, күҙәтеү һәләтен, иғтибарын һәм фантазияһын үҫтереү тора.

Фрактал һүрәт төшөрөүҙөң бурыстары булып:

-балаларҙы яңы ижади эш төрө менән таныштырыу

- художестволы эш ҡоралдары һәм материалдары менән ҡулланыуҙы камиллаштырыу, үҫтереү

-иҫәпләү күнекмәләрен нығытыу ( мәҫәлән: нисә киҫәкте бер төҫкә буяның һ.б.)

-ҡағыҙ битендә йүнәлештәрҙе билдәләргә өйрәтеү( уң яҡта өҫтә, йәки һул яҡта аҫта һ.б.)

-ваҡ моториканы үҫтереү, ручка, ҡәләм тотоп яҙыу күнекмәләрен үҫтереү тора.

Был эш төрөн ябай ысулдан башлап ҡатмарлаштыра барырға була.

Фрактал һүрәт төшөрөүҙе ете модулдә тәҡдим итергә була

1.Бирелгән әҙер фрактал һүрәттәрҙе(каракульдәрҙе) буяу

2. Төрлө һыҙыҡтар ярҙамында абстракт картиналар ижад итеү

3. Буталған һыҙыҡтар араһынан предметты, фигураны табыу

4. Буталған һыҙыҡтар араһынан формалар йә иһә образдар табыу

5. Буталған һыҙыҡтарҙан һүрәтте эшләп бөтөү, элементтар өҫтәү

6. Күҙҙәрҙе йомоп фрактал һүрәт төшөрөү

7. Бергәләшеп төшөрөү.

Ошо модулдаргә таянып, уйын формаһында был эш төрөнә циклограмма төҙөнөм һәм һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтеп үтәһем килә. Был традицион булмаған эш төрөн балалар баҡсаһында ҡулланыу, фәнни нигеҙҙә раҫланмаған, әммә интернет селтәрендә,фәнни сығыштарҙа күҙәтеп барыуым буйынса күренә- ыңғай фекерҙәр әйтелә.

Был эш төрөн психология яғынан алһаң, ул әлбиттә тәрәнәйеп китә.Бында һыҙыҡтар, төҫтәр  буйынса баланың харктер үҙенсәлектәрен,үҫешен тикшерергә,анализларға була.Тик был психологтар эше.Ә беҙҙең йүнәлеш-баланың ижади һәләтен үҫтереү. Практикамдан сығып шундай һығымта эшләй алам- был эш төрөн ҡуллана башлағас, балаларҙың бермә-бер ҡыйыулығы артты,  буяу эшендә, төҫтәр менән эш итеүҙә ыңғай яҡтан алға китештәр күҙәтелде, уйлау һәләте, образлы фекерләүҙәре үҫте, уйлағандарын әйтеп бирергә өйрәнделәр.

Шулай итеп, был эш төрөн тик ыңғай яҡтан ғына билдәләргә һәм ата-әсәләр менән эшләүҙә лә ҡулланып була.

Мин үҙем ижади кеше һәм тәрбиәләнеүселәремде лә был йүнәлештә эшләгәндә, төрлө яңы эш алымдары табып һәләттәрен үҫтерергә, ижади эшләүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Огонькова А. С. Нетрадиционная техника рисования для детей (фрактальный рисунок). https://kladraz.ru/blogs/blog408/master-klas-raznocvetnye-kusochki.html

2. Полуяхтова Т. З. Главная страница FB. Режим доступа: https://www.facebook.com/Tanzilya999

3. Шигарева Е. Конспект занятия с элементами арт-терапии «Загадоч-ный фрактал». Режим доступа: https://www.maam.ru/detskijsad/konspekt-zanjatija-s-yelementami-art-terapi-zagadochnyi-fraktal.html



Предварительный просмотр:

    1 модуль. Бирелгән әҙер фракталь һүрәттәрҙе (каракульдәрҙе) буяу.

2 модуль. Төрлө һыҙыҡтар ярҙамында абстракт картиналар ижад итеү.

3 модуль. Буталған һыҙыҡтар араһынан предметты, фигураны табыу.

        

4 модуль. Буталған һыҙыҡтар араһынан формалар йә иһә образдар табыу.

5 модуль. Буталған һыҙыҡтарҙан һүрәтте эшләп бөтөү, элементтар өҫтәү.

        

6 модуль. Күҙҙәрҙе йомоп фракталь һүрәт төшөрөү.

13

7 модуль. Бергәләшеп (коллектив) төшөрөү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»

Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.Формирование у детей дошкольного возраста художественн...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.

  Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған, ...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу....

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң ...