“Мәктәпкәсә йәштәге балаларға сифатлы белем биреүҙә интерактив технологиялар ҡулланыу”. АМО технологияһы.
методическая разработка на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

Семинар - практикум для педагогов по технологии АМО

Скачать:


Предварительный просмотр:

Семинар

“Мәктәпкәсә йәштәге балаларға сифатлы белем биреүҙә интерактив технологиялар  ҡулланыу”. АМО технологияһы.

Сәләмләү алымы

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе мин түңәрәккә саҡырам. Бер – беребеҙҙе сәләмләп ыңғай атмосфера булдырып эш башлайыҡ.

  • Бер – берегеҙгә әйләнеп тороғоҙ. Күҙҙәрегеҙгә тура ҡарашып йылмайығыҙ. Устарығыҙҙы бер – берегеҙгә ҡаратып ҡуйығыҙ. Хәҙер бер – берегеҙҙең бармаҡтарығыҙҙы берәм – берәм  тоташтырып түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ:

“теләйем һиңә”- (ҙур бармаҡтар )

“ҙур уңыштар”(һуҡ бармаҡтар)

“бәхет - шатлыҡтар”(урта бармаҡтар)

“именлек - һаулыҡ”(сығанаҡ бармаҡтар)

“саф мөхәббәт”(сәтәкәй бармаҡтар)

“сәләм һиңә” (устарҙы тоташтырыу)

Һеҙ коллегаларығыҙҙың устары йылыһын тояһығыҙмы? Бер – берегеҙгә күңел йылыһы, йән тыныслығы  бүләк итегеҙ. Был һеҙгә бер – берегеҙ менән аңлашып хеҙмәттәшлек итергә ярҙам булыр тип ыщанам. Ә хәҙер мин һеҙгә үҙемдең устарымдың йылыһын бүләк итәм. Алдағы эшебеҙ мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле булыр тип ышаныс белдерәм.

(Тәрбиәселәргә төрлө төҫтәге устар төшөрөлгән шаблондар тарата). Педагогтар шул төҫтәр буйынса өс командаларға бүлешеп урынлашалар).

Хөрмәтле коллегалар! Миңә һеҙҙе бер кинәйәле хикәйә менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ.

Квик - көйләгес

Йәшәгән ти донъяла бер бик тәрән аҡыллы  кеше. Бер ваҡыт бер кеше уны тикшереп ҡарарға булған. Усына күбәләкте йәшергән дә былай тип һораған: “Усымдағы күбәләк терем әллә үлеме?”. Ә үҙе уйлап тора икән: “Әгәр ҙә “тере” тип әйтһә, мин уны усымда килеш үлтерәм, әгәр ҙә “үле” тиһә, осороп ебәрәм”. Тәрән аҡыллы кеше оҙаҡ уйлап тормай “Бөтәһе лә һинең ҡулыңда” тигән.

Балаларҙы ысын мәғәнәһендә тәрбиәләп, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү  беҙҙең ҡулыбыҙҙа, хөрмәтле коллегалар!

Педагогтарҙың өмөттәрен һәм шиктәрен белдереүсе алым “Һауа торошо прогнозы” (Семинарҙан нимә көтәһегеҙ? Ниндәй белем алырға өмөт итәһегеҙ? Нимәләр һеҙгә ҡамасаулай? Нимәнән шикләнәһегеҙ?)

(алдан ике плакат әҙерләнә. Береһендә йылмайып торған сағыу ҡояш һүрәте төшөрөлгән, икенсеһендә-  шомло ҡара болот. Педагогтарға ла алдан әҙерләнгән ҡояш һәм болот һүрәттәре таратылып бирелә. Ҡояш һүрәтенә өмөттәрен, болот һүрәтенә шиктәрен яҙып таҡталағы ҙур плакатҡа эләләр)

Һеҙ был семинарҙан нимә өмөт итәһегеҙ? (яңы технология өйрәнеү, заманса методик алымдар менән танышыу, бергә эшләү,бер – береңде тыңлау, аңлау,берҙәмлек сифаттары үҫтереү )

Ниндәй шик – шөбһәләрегеҙ бар? (аңлай алырмынмы? Ҡулланып булырлыҡ технологиямы? Белем кимәлем әҙерәк... һ.б. )

(Өмөттәр ҙә шик шөбһәләр ҙә эш формаларына, технологияларға,  

коллективта булған психологик атмосфераға, үҙ – ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы булыуы мөмкин. Бөтәһе лә  элеп бөткәс, өлкән тәрбиәсе” һауа торошона прогноз “бирә, йәғни уҡып  ишеттерә һәм  был алымға йомғаҡ яһай)

Шаян һауа прогнозы:. “Ҡурай”  балалар баҡсаһында  бөгөн көн аяҙлы – болотло булмаҡсы. Күк көмбәҙендә көләс ҡояш йылмая. Күк йөҙәндә әлдән – әле шик – шөбһәле болоттар күренеп ҡала, әммә улар ҡурҡыныс янамай. Сөнки уларҙы  көслө технологиялы  заман еле ҡыуып ебәрәсәк.

(Йәки “Кәрәҙ” алымы менән үткәрергә була)

Һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе бөгөн аҡларға тырышырбыҙ, һәм шик – шөбһәләрегеҙ ҙә юҡҡа сығыр тип уйлайым. Тимәк, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (заманса технологиялар тураһында).Ни өсөн кәрәк беҙгә ундай технолгиялар? (тәрбиәселәрҙең яуаптары)

Эйе, дөрөҫ уйлайһығыҙ. Федераль дәүләт стандартына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы донъяны актив танып белергә өйрәтеү, белем сифатын күтәреү  - заман талабы.Был эшебеҙҙә беҙгә инновацион технологиялар, балалар эшмәкәрлеген йәнләндереүсе  методик алымдар  ярҙамға килә. Шундай технологияларҙың береһе – АМО технологияһы.А – активные, М – методы, О – обучения. Башҡортсалап әйткәндә  БЕЛЕМ БИРЕҮҘЕҢ АКТИВ АЛЫМДАРЫ (ББАА).

Шулай итеп бөгөн семинарҙың темаһы “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға сифатлы белем биреүҙә интерактив технологиялар  ҡулланыу”. Атап әйткәндә АМО технологияһы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Интерактив лекция (продвинутая лекция)- инпут (яңы тема менән таныштырыу алымы)

“Инфо - угадайка” алымы

Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙең алдығыҙҙа интеллект – карталарҙың моделдәре ята. Улар 4 секторҙан тора. Интеллект – карталарҙың һәр секторына төп тема яҙылған.

Ә хәҙер мин һеҙҙе ҡыҫҡаса АМО технологияһы менән таныштырып үтәм. Һеҙ үҙегеҙҙең карталарығыҙҙа мин һөйләгән буйынса төп фекерҙәрҙе һәр сектор темаһына ярашлы  яҙып барығыҙ.Был карталарығыҙ төркөмсәләр менән эш барышында ҡулланыласаҡ. Иғтибарлы булығыҙ.

        

Нимә ул – АМОтехнология?  (презентация ҡулланыу мөһим)

АМО технологияһы – икенсе төрлө әйткәндә модерация технологияһы тип атала. Был технология балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегенә стимул биреүсе алымдар системаһын үҙ эсенә ала.  Педагог балаларҙы педагогик процесҡа актив йәлеп итә, теманы бергәләп билдәләйҙәр, этаптан этапҡа белем алыу балаларҙың фекерләү эшмәкәрлеген активлаштырыу аша бара.

Moderare – латын теленән тәржемә иткәндә – тигеҙләнешкә килтереү, идара итеү, көйләү тигәнде аңлата.Был – интерактив технология.Белем биреүҙең һөҙөмтәһен һәм сифатын күтәреүсе технология. Балалар үҙҙәре танып белеү , эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге аша белемдәрен байыталар, аралашырға, командаларҙа эшләргә өйрәнәләр.

Тәрбиәсенең роле нимәлә?

Ул – ярҙамсы, тәжрибәле партнер, уйында  бергә ҡатнашыусы.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса педагог һәм бала бер тигеҙ мөмкинселектәре булған партнерҙар.

АМО технологияһы буйынса эшмәкәрлек этаптары

 Эшмәкәрлек фазаларға бүленә. Белем биреү эшмәкәрлеге структураһын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле (яуаптар):

  • Ойоштороу моменты (эшмәкәрлек башы)
  • Төп өлөш. Белем биреү (тема өҫтөндә эш)
  • Йомғаҡлау өлөшө (белем биреү эшмәкәрлеген тамамлау)

Былар барыһы ла фазалар тип атала. Һәр фаза этаптарҙан тора

Фаза 1.

Белем биреү эшмәкәрлегенең башы:

Этаптар:

         инициация (сәләмәләү, танышыу)

         Темаға инеү ( эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү).

         Балаларҙың темаға ҡағылышлы өмөттәрен формалаштырыу (планлаштырыу).

Беҙ һеҙҙең менән дә нәҡ шулай иттек (сәләмләштек,темаға индек,  эшебеҙҙе планлаштырҙыҡ). Артабан тема менән таныша башланыҡ. Тимәк икенсе фазала тема өҫтөндә эш башҡарыла.

 Фаза 2. Тема өҫтөндә эш

Этаптар:

         Интерактив лекция (яңы мәғлүмәттәр  менән танышыу).

         тема йөкмәткеһен ентекләп өйрәнеү (парлы һәм төркөмсәләр менән).

Фаза 3. Белем биреү эшмәкәрлеген тамамлау

Этаптар:

         Эмоциональ көсөргәнеште сисеү (разминка).

         йомғаҡлау  (рефлексия, анализ,баһа).

АМО технологияһының етешһеҙлектәре бармы , һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

  • Бөтә балалар ҙа үҙҙәренең эмоцияларын йәшереп тота алмайҙар, шуға күрә лә эшмәкәрлек барышында шау – шыу ғәҙәти күренеш;
  •  Актив алымдарҙы яйлап индерергә кәрәк. Был балаларҙың аралашыу мөмкинселегенә бәйле;
  • Бөтә актив алымдарҙы ла бер юлы индерергә тәҡдим ителмәй.

Хөрмәтле коллегалар! Хәҙер беҙ һеҙҙең менән теманы ентекләп өйрәнеү этабына күсәбеҙ. Был этапта мин «Идеялар балаҫы» алымын ҡулланам. Был алым һеҙҙең теманы аңлау – аңламауығыҙҙы асыҡлай, проблеманың сиселеш юлдарын эҙләргә һәм идеяларға баһа бирергә өндәй.

«Идеялар балаҫы» алымы

Кәрәкле материалдар: таҡтала элеүле ҙур ватман «Идеялар балаҫы»,һәр төркөмсәгә төҫлө ҡағыҙҙар. Ҡағыҙҙар артына ике яҡлы скотч киҫәге йәбештерелгән.

 Һәр төркөмсәгә 3 төрлө һорау яҙылған эштәр тәҡдим ителә. Ҡатнашыусылар төҫлө ҡағыҙҙарға яуаптар яҙып  «Идеялар балаҫына» эләләр.Һәр төркөмсәнән сығыш яһаусы билдәләнә. Улар үҙҙеренең идеяларын яҡлап сығыш яһайҙар. Тәүҙә беренсе эште бөтәһе лә үтәй, аҡаҡ – икесене, иң һуңында өсөнсө эш буйынса фекер алышыу ойошторола.

1 –се төркөмсәгә эш

  • Проблеманы аңлау.

АМО технологияһы буйынса бөтә балаларҙы ла педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп итеп буламы?

  • Сиселеш юлдарын эҙләү.

Интерактив белем биреү эшмәкәрлегендә ҡуллана алырлыҡ үҙ – ара аралашыу схемаһы төҙөгөҙ.

  • Идеяға баһа биреү.

Темаға инеү буйынса АМО технологияһы миҫалын килтерегеҙ.

2-се төркөмсәгә эш.

  • Проблеманы аңлау.

Белем биреү эшмәкәрлегенең ҡайһы этабында АМО технологияһын ҡулланырға мөмкин?

  • Сиселеш юлдарын эҙләү

Инпуттың өҫтөнлөктәрен һанап китегеҙ.

  • Идеяға баһа биреү.

Өмөттәр формалаштырыу этабында АМО технологияһы миҫалы килтерегеҙ.

3- сө төркөмсәгә эш

  • Проблеманы аңлау.

АМО технологияһын ҡулланыуҙа ниндәй етешһеҙлектәр булыуы мөмкин?

  • Сиселеш юлдарын эҙләү

Шул етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн һеҙ нимә тәҡдим итә алаһығыҙ?

  • Идеяға баһа биреү.

Инпут этабында АМО технологияһы миҫалы килтерегеҙ.

Рәхмәт. Бик актив ҡатнаштығыҙ. Минең фекеремсә һеҙ АМО технологияһы буйынса башланғыс белемдәр алдығыҙ. Арып киткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ көсөргәнеште бөтөрөп алайыҡ.

Эмоциональ көсөргәнештес сисеү «Ер, һауа, ут, һыу» алымы

Һауа.  Баҫып тороғоҙ. Тәрән итеп тын алығыҙ, яйлап тынығыҙҙы сығарығыҙ. Һеҙҙең тәнегеҙ губка һымаҡ һауала булған кислородты һеңдерә. Һау тиң тәүҙә һеҙҙең танауығыҙға инә, яйлап күкрәгегеҙгә, ҡулдарығыҙға тула. һауа башығыҙҙа үтеп инә, бөтә тәнегеҙ буйлап тарала

Ер.  Ә хәҙер Ер менән контакка инеүегеҙҙе һорайым. Иҙәнгә ныҡ итеп баҫығыҙ. Аяҡтар менән тапылдап алырға, һикерергә лә мөмкин. Иҙәнде аяҡтар менән һөртөп, урынығыҙҙа әйләнеп тә алырға була. Иң мөһиме- аяҡтарығыҙҙың ерҙә ныҡ баҫып тороуын тойорға кәрәк.

Ут.  Ҡулдарығыҙ, аяҡтарығыҙ һәм бөтә нәнегеҙ менәнг актив хәрәкәттәр эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе ялҡын телдәре иреп хис итегеҙ. Бөтә тәгеҙҙҙә йылылыҡ, ыңғай энергия тойорлоҡ булһын.  

Һыу.  Хәҙер  залды бассейн икән тип күҙ алдына килтерегеҙ. Йомшаҡ ҡына йөҙөү хәрәкәттәре яһағыҙ. Бөтә быуындарығыҙ ҙа хәрәкәттә килеерлек итеп «йөҙөгөҙ».

        Бындай күнегеүҙәр эшмәкәрлек барышында булған көсөргәнеште сисә. Рәхмәт. Ултырышығҙ.  

Эшебеҙгә йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте.

Рефлексия

 Йомғаҡлау өсөн “Бөтәһе лә минең ҡулда” алымын тәҡдим итәм.

Һеҙҙең алдығыҙҙа таҙа ҡағыҙ биттәре. Шул ҡағыҙ биттәренә  үҙегеҙҙең ҡул суғын йөрөтөп сығығыҙ. Контур эсенә үҙегеҙ теләгән  яуаптар яҙығыҙ.

Ҙур бармаҡ- “Мин был тема өҫтөндә тағы ла эшләргә теләгем бар”

Һуҡ бармаҡ – “Нимә теләнем, барыһын да алдым”

Урта бармаҡ- “Миңә бер нәмә лә оҡшаманы”

Сығанаҡ бармаҡ- “эшмәкәрлек барышында психологик атмосфераға баһа бирегеҙ”

Сәтәкәй бармаҡ – Мин тағы ла теләр инем.......

Хөрмәтле коллегалар!  Һеҙҙе  “Һауа торошо прогнозы” технологияһына әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы һорайым. Эшмәкәрлек алдынан бирелгән һорауҙарҙы тағы бер тапҡыр уҡып сығығыҙ, яуаптарығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ үҙгәрҙеме? (фекер алышыу)

        Шулай итпе,беҙ һеҙҙең менән АМО технологияһы тураһнда тәүге күҙаллауҙар формалаштырҙыҡ. Әгәр ҙә һеҙгә был интерактив технолгия оҡшаһа, материалдарҙы  www.moi-universitet.ru,  «Копилочка активных методов обучения», http://www.moi-universitet.ru/ebooks/kamo/kamo/

сайттарында танышырға була  һәм түбәндәге сайтта түләүһеҙ курс үтергә мөмкин http://www.moi-universitet.ru/list/e-courses/list_amo.

Тағы ла мин һеҙгә ошо технолгия буйынса буклеттар әҙерләнем (буклеттар тарата). Хәҙергә мин һеҙҙең менән хушлашам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу....

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң ...

Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"

Уртансы төркөм балалары  өсөн  белем биреү эшмәкәрлеге                    Тема: "Кейеҙ баҫ...