Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.
статья

Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы-юғары категориялы тәрбиәсе

Өфө ҡалаһы « 40-сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһы».

Бөгөнгө көндә тәрбиәсенән бик күп нәмә талап ителә;үҙ эшеңде бик яҡшы белеү,балаларҙы яратыуҙан тыш,уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү,уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу,рухи һәм физик үҫешен тәьмин итеү.Ә бының өсөн педагогтан үҙ шәхесенә тәнҡит күҙлегенән ҡарау,яңылыҡҡа ынтылыу,заман һулышын тойоп,белемде өҙлөкһөҙ камиллаштырыу,уҡытыу-тәрбиә эшендә ижади яҡтан эшләү талап ителә.Бөгөнгө көндә яңыса уҡытыу –заман талабы. Бөтәбеҙгә лә билдәле, хәҙерге заманды компьютер технологияларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Хәҙерге заман балалары ла мәғлүмәт - компьютер технологиялары менән бик иртә таныша. Китаптағы һүрәттәргә ҡарағанда , экрандағы асыҡ, сағыу, бер - береһен алмаштырып торған һүрәттәр , балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ундағы ваҡиғалар уларҙың хәтерендә тиҙ генә һаҡлана. Заман үҙ талаптарын ҡуя : бөгөнгө көндә уҡытыу - тәрбиә барышында яңы технологияларҙы ҡулланыу төп мәсьәлә булып тора. Һәр баланың белемде үҙләштереүгә һәләте төрлөсә була. Ҡайһы бер балаларҙа ишетеп иҫтә дәрәжәһе өҫтөнлөк алһа, ә күпселек балаларҙа күреп иҫтә ҡалдырыу дәрәжәһе өҫтөнлөк ала.Шуға ла хәҙерге педагогтар балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу,уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар уйлап табырға – шул уҡ мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланырға тырышалар.Сөнки мониторҙа барлыҡ биремдәр матур һәм эстетик яҡтан камил бирелә.Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында заманса технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге бар һәм минең дә эшемдең маҡсаты булып :мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу тора. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу барышында төрлө интерактив уйындар,мультимедиялы презентациялар,аудио һәм видео яҙмалар аша киләһе эш төрҙәрен ҡулланам:

-һүрәт һәм схема буйынса һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөү,

-сюжетлы һүрәттәр аша бәләкәй күләмдәге хикәйә төҙөү,

-фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү,

-сылбыр буйынса хикәйә төҙөү,

-“Нимә артыҡ?” , “Нимә йә кем етмәй?” , “Күрһәт һәм әйт” һәм башҡа уйындар уйнау,

-ял минуттары ҡулланыу.

Был эш алымдары балаларҙың уйлау,фекерләү һәләтен,һүҙ байлығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтерә һәм ижади яҡтан үҫешкә булышылыҡ итә ,сөнки ҡулланылған эш биремдәре матур,сағыу һәм музыкаль өҙөктәрҙе тәшкил итә ,шуға күрә бирелгән мәғлүмәт тиҙерәк үҙләштерелә һәм телде өйрәнгәндә ыңғай һөҙөмтә бирә.Интеграцияланған уҡытыу һәм мәғлүмәт коммуникатив технологияларҙы ҡулланып эҙмә-эҙлекле эшләү балаларҙың үҙ үҫешен һәм яңы белем алыу йүнәлешен бирә.Иң әүҙем мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар улар: аудио-видео яҙмалар,мультимедия һәм төрлө уйындар,сөнки уйын- мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иң мөһим эшмәкәрлек төрө булып тора. Башҡорт телендәге аудио һәм видео әҫәрҙәр,әкиәттәр ҡулланыу балаларҙың телмәр үҫеше өсөн ҙур роль уйнай. Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда мультимедиялы презентацияларының мөмкинлектәре сикһеҙ.Бирелгән әҫәрҙәрҙең сюжеттарының матур һүрәттәре балаларҙы ылыҡтыра һәм тыңлау теләген үҫтерә.Шулай уҡ әкиәттәрҙе ,хикәйә һәм үҫтереүсе фильмдарҙы үҙ телеңдә ҡарау балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттыра һәм улар туған телдең семантик нигеҙен тиҙ генә отоп алып ,телмәрҙә ҡуллана.Мультимедиялы презентация ул –компьютер программалары ярҙамында мәғлүмәтте еткереү өсөн уңайлы һәм нәтижәле ысул.Ул үҙенә динамика,тауыш,сағыу һүрәттәр һ.б мөмкинлектәрҙе үҙ эсенә ала һәм балаларҙың иғтибарын оҙаҡҡа йәлеп итә.Белем биреү эшмәкәрлегендә презентацияларҙы ҡулланыуҙың бик күп өҫтөнлөктәре бар:

-балаларҙың танып белеү әүҙемлеген үҫтерә һәм өйрәнелгән материалдың күләмен арттыра,

-бала һәм тәрбиәсе араһында барған хеҙмәттәшлеккә,аралашыуҙың яңы төрөн формалаштырыуға булышлыҡ итә,

-мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған мәғлүмәт төрөн ҡулланырға ярҙам итә ,

-ижади һәләтте,хәтерҙе үҫтерә,һүҙлек байлығын һәм бирелгән материалды үҙләштереүҙең һөҙөмтәһен арттыра,

-эшмәкәрлек барышында баланың хис-тойғоһона ыңғай

 

йоғонто яһай,ә был уңыштың нигеҙе булып тора.Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә медиа төрҙәрен ҡулланыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен оҙаҡ булмаған ваҡыт эсендә формалаштырырға булышлыҡ итә.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу :

-һүлпән балаларҙы әүҙем эшмәкәрлеккә йәлер итергә,

-дәресте күрһәтмәле һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә,

-танып белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырырға,

-фекерләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң мөһиме – башҡорт теленең бәҫен күтәреп, балалар ҙа ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр. Компьютер технологиялары – ул хәҙерге заман педагогының иң кәрәкле эш ҡоралы. Шулай итеп,үҙ эшен яратҡан һәр бер тәрбиәсе , заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, балаларҙың башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала тип ышанырға ҡала.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

2. М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

3.Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006

4. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

5.Акименко В.К. Кескәйҙәр өсөн компьютер.-М.Майор ,2005

6.Аширова Н.Х. «Балалар баҡсаһында мөғлүмәт коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу»(Электрон ресурс).nsportal/ru


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң ...