Һыйлы көнөң һыйырза
план-конспект занятия (старшая группа)

Римма Саяровна Махиянова
Конспект занятия по познавательному развитию в разновозрастной группы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon hyyly_konon_hyyyrza.doc684 КБ
Microsoft Office document icon olimpiada.doc93 КБ
Файл tbigt-_bezzen_yortoboz.docx24.03 КБ
Файл eneug_dan.docx25.16 КБ
Файл syem_-_kuz_nurym.docx27.01 КБ
Файл atayym_tora_hakta.docx17.01 КБ
Файл bashkortostan_-_tyugan_toygem.docx20.51 КБ
Файл bhi_kkuray.docx23.16 КБ

Предварительный просмотр:

 

ТЕМА: Һыйлы көнөң һыйырҙа

МАҠСАТ:  1. Балаларҙың йорт хайуандары тураһындағы                                         белемдәрен дөйөмләштереү, белемдәрен арттырыу

                      2. Йорт хайуаны һыйыр унан алынған һөт ризыҡтары

                        менән таныштырыу.

                           3. Тәбиғәткә, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес барышы

         Балалар беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы: «Һыйлы көнөң һыйырҙа» - тип атала. Беҙ һеҙҙең менән йорт хайуаны һыйыр тураһында легенда тыңлап китербеҙ. Һыйырҙың беҙгә ниндәй файҙа килтереүе тураһында төптән танышып китербеҙ.

        Дәресте башлар алдынан, иң беренсе  беҙ һеҙҙең менән үткән дәресте иҫкә төшөрөп алайыҡ. Һеҙҙең менән беҙ алдағы дәрестәрҙә йорт хайуандары менән дә, ҡыр хайуандары менән дә танышып киткәйнек бит инде. Ә хәҙер һүрәттәргә ҡарап беҙ хайуандарҙың йорт хайуаны мы әллә ҡыр хайуаны мы икәнен билдәләп китәйек.

Был ниндәй хайуандар?(Йорт хайуандары һыйыр, һарыҡ, кәзә һ.б.)

Был ниндәй хайуандар?(Ҡыр хайуандары бүре. айыу, болан һ.б.)

Был хайуандар ни өсөн йорт хайуандары тип атала? Сөнки улар йорт-ҡурала йәшәй, улар кешеләрҙең ярҙамына мохтаж.

Ҡыр хайуандары үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай. Аҙыҡты үҙҙәре таба шуның өсөн  ҡыр хайуандары тип аталалар. Афарин балалар!

  • Балалар бөгөн беҙ бөтәбеҙгә лә таныш булған, һәр беребеҙҙең

кәртәһендә йәшәгән, беҙҙе туйындырып, ашатып, һөт ризыҡтары менән һыйлап торған йорт хайуаны һыйыр тураһында һөйләшербеҙ.

  • Әйҙәгеҙ әле әңгәмәләшеп алайыҡ электән үк беҙҙең кәртәлә

йәшәгәндәрме икән? (балаларҙың яуаптары)

  • Юҡ балалар. Бик борон заманда бөтә хайуадарҙа урманда

йәшәгәндәр, уларҙы кешеләр яйлап үҙҙәренә эйәләштереп алғандар. Әлеге ваҡытта, беҙҙең кәртәләге бөтә хайуандарҙа эйәләштерелгәндәр, элек улар ҡыр хайуандары булғандар.

  • Ә хәҙер балалар, ҡабатлап алайыҡ ҡыр хайуандарынан йорт

хайуандарын айырабыҙ микән. Алдағы үткән дәрестәрҙе онотмағанбыҙ микән, (һүрәткә ҡарап балалар хайуандарҙың исемдәрен әйтәләр һәм йорт хайуанымы, ҡыр хайуанымы икәнен айыралар, һүрәттәр магнит ярҙамында ике яҡҡа ҡуйылып барыла).

Үәт афарин, балалар.

 

- Дәрестең темаһы «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тип әйттем бит инде.

 - Ә нимә ул, нимәне аңлата һыйлы тигән һүҙ, кем белә? (балаларҙың яуаптары). Һыйлау, һый, һый-хөрмәт тигән һүҙҙәр, ул – ашата тигәнде; һый – ризыҡ, аш мәғәнәһен аңлата.

 - Ә бына балалар баҡсаһында беҙҙе кем тәмле аштары менән һыйлай әле? (Фәнүзә апай).

Физ.минутка.

- Балалар беҙҙең бөтәбеҙҙең дә өйҙә һыйырҙарыбыҙ бар. Улар беҙҙе нимә менән һыйлай? (һөт, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ) һ.б.

        Балалар һөттән күп төрлө ризыҡтар әҙерләп була эремсек, сыр, ҡорот, ойотҡан, йогурт, май, ҡаймаҡ һ.б. Ә ошо беҙҙе һыйлаусы һыйырҙарҙың исемдәре бар микән?  (һәр бер бала әйтеп сыға).

- Һыйыр беҙҙе нисек кенә һыйламаһын, беҙ уны нисек кенә яратһаҡта, уларға кеше исемен ҡушырға ярамай, был кешеләрҙе, бер-береңде хөрмәтләмәүгә тиң. Һыйырға исем уның төҫөнә, холҡона ҡарап бирелә. Мәҫәлән, үҙе һоро булып башы аҡ булһа ниндәй исем ҡушырға була (Аҡбаш). Төҫө төрлө-төрлө булһа (алаҡай, сыбарҡай). Ҡара булһа (ҡараҡай) һ.б.

        Һыйыр һөтө витаминдарға бик бай (әйтелә). Ә ҡорот менән элек электән кешеләр дауаланғандар. һыуыҡ тейеп, тән температураһы күтәрелгән ваҡытта ҡоротло һурпаға борос һалып эскәндәр, һурпа булмаһа һары майҙы ҡайнар һыуға иретеп борослап – ҡоротлап эскәндәр. Һыйыр беҙҙең халыҡты һыйлап ҡына ҡалмаған, балалар. Һуғыш ваҡытында һыйырҙар менән ер ҙә һөргәндәр, сөнки аттар, тракторҙар етешмәгән. Был хайуанҡайҙар донъя ауырлыҡтарын да күтәргәндәр. Һыйыр быҙаулаған көн беҙҙең бөтәбеҙгә лә байрам кеүек була, сөнки һөтлө булабыҙ, ашлы, ризыҡлы булабыҙ. Беҙ хатта һеҙҙең менән ошо йорт хайуаны һыйыр тураһында йырҙа беләбеҙ, шулай бит (йырлап ишеттерәбеҙ).

- Балалар, һыйыр беҙгә күп һөт бирһен өсөн беҙ уларҙы нимә эшләтергә тейешбеҙ (һыу эсерергә, бесән ашатырға, торған урынын таҙаларға һ.б.) (балалар яуаптары). Уларҙы яратырға, һуҡмаҫҡа тейешбеҙ. Сөнки улар бик иҫле хайуан. Уларҙың бик иҫле булыуын Ҡуңырбуға легендаһында бик асыҡ һүрәтләгәндәр.(физминутка)

(Легенда һөйләйем).

- Таңдыса исемле ҡыҙҙы алыҫҡа, ялан яҡтарына кейәүгә бирәләр, уға Ҡуңырбуға исемле һыйыр биреп ебәрәләр. Ҡыш үтеп йәй еткәс Ҡуңырбуға быҙауын эйәртеп Урал тауҙары буйлап тыуған төйәгенә ҡайтып китә. Таңдыса уларҙың юлынан юллап Урал тауҙарын артыла-артыла килә һәм табып ала. Хәҙер ул юлды ҡуңырбуға юлы тип йөрөтәләр.

- Балалар беҙ һеҙҙең менән йорт хайуандары тураһында бик күп шиғырҙар ҙа беләбеҙ, шулай бит. Әйҙәгеҙ кем миңә шиғырын ятлап ишеттерә. (шиғыр ятлау)

Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ

Әсәй һыйыр һауғанын

Ап-аҡ һөттөң, күбекләнеп,

Биҙрәбеҙгә тулғанын.

  • Ала һыйыр, ҡайҙа киттең?
  • Туғайға, туғайға.

Йомшаҡ, йәшел үлән ашап,

Ҡоштар йырын тыңларға

  • Алаҡай ҡасан  ҡайтаһың?
  • Кис менән, кис менән.

Бөтәгеҙҙе лә һыйлармын

Һөт менән, һөт менән.

Афарин, балалар

- Шулай итеп, балалар бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Һыйыр йорт хайуанымы әллә ҡыр хайуанымы?

- Ул беҙгә кәрәкле хайуанмы?

- Ни өсөн?

- Ни өсөн һыйлы көнөң һыйырҙа тип әйткәндәр?

        Афарин, балалар. Йоҡлап торғас беҙ һеҙҙең менән һыйыр һүрәтен эшлөргө өйрәнербеҙ.

        Ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам.

Һүҙлек эше: ҡорот, Ҡуңырбуға, ҡатыҡ, эремсек.

                                                                                     Приложения

                 

                 

                 

               

                     

                 

                 

               

                   



Предварительный просмотр:

Ҡырҙас урта мәктәбе янындағы

мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө

ТЕМА:Олимпиада, олимпия уйындары

Тәрбиәсе: Махийәнова Римма Сәйәр ҡыҙы

                               2014 йыл

ТЕМА: Олимпиада, Олимпия уйындары.

МАҠСАТ: Балаларға олимпия уйындары тураһында төшөнсә биреү, уның атрибуттары менән таныштырыу.

        Балаларҙың логик фекерләүен үҫтереү, тел байлығын арттырыу һәм бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

        Балаларҙа патриотик, дуҫлыҡ тәрбиәһе биреү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, Олимпия уйындары менән башҡорт халыҡ ижадындағы спорт уйындарының уртаҡ яҡтарын билдәләү.

ЙЫҺАЗ: Олимпия уты һүрәте, флагы, талисманы, наградалары, коньки, сана, саңғы һүрәттәре һ.б.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар. Беҙҙең бөгөнгө дәрестең маҡсаты

Олимпияда һәм Олимпия уйындары менән танышыу. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн олимпиада уйындарының ҡайҙа үтеүе, ҡасан үтеүе һәм уның нимә өсөн кәрәкле булыуы тураһында танышып китербеҙ.

- Олимпиада 2014 й. гимнын тыңлайбыҙ. Балалар һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был ниндәй көй икән? (балаларҙың яуаптары)

- Эйе, дөрөҫ был олимпиада уйындары башланыр алдынан яңғырай торҡан гимн.

  1. Төп өлөш.

  1. Олимпиада уйындары бик боронға барып тоташа. Бына (карта

күрһәтәм) ошо Греция тигән илдә Олимп тауында төрлө спорт уйындары ойошторолған. Олимпия уйындары дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Олимпия уйындарының иң әһәмиәтлеһе шул – уйын ваҡытында төрлө илдәр араһында төрлө һуғыштар туҡтатылып торған, илдәр, кешеләр дуҫлашҡан һәм көс һынашҡан. Кем иң алыҫҡа йәҙрә ырғыта, һөнгө ырғыта, йүгерә, һикерә һәм башҡалар. Уйын барған ер үҙе бәләкәй генә бер ҡласыҡҡа әйләнгән, уйын ҡарарға килеүселәр, уйында ҡатнашыусылар уйын бөткәнсе шунда йәшәгәндәр. Кешеләр көстәрен һуҡышып түгел, ә үҙ-ара ярышып, һөнәрҙәрен күрһәтеп ярышҡандар.

- Беҙҙең башҡорт халҡында оло йыйындарҙа төрлө ярыштар үткәрелгән. Мәҫәлән, сәсәндәр ярышы, атта һыбай ярышыу, уҡ атыу, көрәшеү һ.б. Былар тураһында хата әкиәттәрҙә лә һөйләнелә, ә ҡайһы бер төрҙәрен беҙ һеҙҙең менән һабантуй байрамында күргәнебеҙҙә бар шулай бит.

2. Балалар 2014 йыл Рәсәй өсөн иҫтәлекле йыл тип әйтә алабыҙ. Ни өсөн? Сөнки быйыл Олимпия уйындары Рәсәҙә үтә.

- Кем белә ниндәй ҡалала була? (балаларҙың яуаптары)

- Эйе, Сочи ҡалаһында була.

 - Олимпия уйындары ҡасан башлана? (балалаҙың яуаптары)

- Дөрөҫ 7 февраль, йома көндө башлана.

- Февраль айы ниндәй миҙгелгә инә? (балаларҙың яуаптары)

- Афариндар ҡыш миҙгеленә инә.

- Нисек уйлайһығыҙ, Олимпия уйындарында кемдәр ҡатнаша? (балаларҙың яуаптары)

- Афарин, балалар! Дөрөҫ төрлө илдәрҙән килгән спортсмендар ҡатнаша.

Физминутка:        1, 2, 3.

                        Бына ҡайҙа һынау-көс

Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ

һыуға беҙ ҡойонабыҙ

Күнегеүҙәрҙә яһайбыҙ

үҫкәндәй тойолабыҙ.

- Ә хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ. Был нимә һүрәте кем белә? (яуаптар)

- Дөрөҫ, Олимпияда уты һүрәте.

        Ошо олимпиада уты беҙгә яҡын Магнитогорск һәм ӨфӨ ҡалалары аша үтте.

- Балалар, Олимпиада утын беҙ янғын сығара торған ут тип әйтә алабыҙмы? (яуаптар)

- Әлбиттә, юҡ. Ул дуҫлыҡ уты, йылы өләшеүсе шатлыҡ уты, кешеләрҙе, илдәрҙе дуҫлыҡ ебе менән бәйләүсе ут.

- Әхәҙер был һүрәткә ҡарайыҡ. Нимәләр күрәбеҙ?

- Эйе, төрлө төҫтәге түңәрәктәр күрәбеҙ. Был, балалар, Олимпия уйынының эмблемаһы йәнәш торған түңәрәктәр төрлө халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ ҙәм татыулығын аңлата.

- Ә быныһы, балалар, Олимпия уйынының байрағы. Ул аҡ төҫтә һәм биш түңәрәк менән.

- Балалар, ә хәҙер миңә әйтегеҙ әле, кем ниндәй ҡышҡы спорт уйын төрҙәрен белә? (яуаптар). Фигурное катание, хоккей, биатлон һ.б.

- Афарин, балалар.

        Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән йомаҡтар сисеп алайыҡ.

- Кәкре муйын ағайҙар

ҡарға батмай баралар (саңғы)

- Бик ҙур көҙгө өҫтөндә

Тимер аттар сабалар (коньки)

- Тау төшкәндә ат була

Менгәндә ағас була (сана)

- Кәкре малай ҡулында,

Туптар уның уйында (сәкән таяғы)

        Афарин балалар.

- Ә хәҙер был һүрәткә ҡарайыҡ. Нимәләр күрәбеҙ? (яуаптар)

- Дөрөҫ, хайуандарҙы күрәбеҙ. Был олимпия уйынының талисманы. ҡарағыҙ әле, ниндәй матур өйҙә йәшәйҙәр икән ҡышҡы олимпия уйынының талисманы.

- Ә бына был һүрәттә 1980 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән олимпия уйынының талисманы һүрәтләнгән. Бында беҙ һор айыуҙы күрәбеҙ.

        Балалар Олимпия уйынында еңеүселәрҙе миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләйҙәр. Беренсе урын алыусыларҙы алтын, икенсе урын көмөш, өсөнсө урын бронза миҙалдары менән бүләкләнә (һүрәтен күрһәтәм).

        Олимпия уйындары тамамланһа Паралимпия уйыны башлана. Был уйында Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, йәғни инвалидтар ҡатнаша. Ә бына был һүрәттә Паралимпия уйынының талисманы. Унда ҡар бөртөгө һәм нур һүрәтләнгән.

        Балалар хәҙер кем миңә олимпия уйынының миҙалдарын, байрағын, талисманын, эмблемаһын, 80-се йылда үткән Олимпия уйынының талисманын, Паралимпия уйынының талисманын күрһәтә? (балалар берешәрләп сығып күрһәтә)

        Афарин балалар.

        Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән Олимпия уйындарының эмблемаһын һүрәткә төшөрәбеҙ (краска менән балалар һүрәт төшөрә).

        Афарин, ҡаһылай матур һүрәттәр эшләп ҡуйҙыҡ.

Йомғаҡлау: Балалар бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы (яуаптар)

- Ҡайҙа һәм ҡасан олимпия уйындары үтә?

- Сочила үткән Олимпия уйындарының талисманында ниндәй һүрәттәр бар? (яуаптар)

- Паралимпия уйындарының талисманында ниндәй һүрәттәр бар?

- Шулай итеп беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек? (яуаптар)

        Һай афарин, балалар!

        Ә иртәгә беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙгә Олимпия йондоҙҙары тигән мөйөш эшләп ҡуйырбыҙ һәм спортсмендарың уңыштарын билдәләп барырбыҙ. Бының өсөн беҙгә олимпия уйындарын ҡалдырмай ҡарап барырға кәрәк була. Ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам.

                                                                                                 Приложения

               

             

               

                 

             

                 

 

                   

                     

                       



Предварительный просмотр:

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм.

Умырзая —яҙҙың тәүге сәскәһе.

(Онлайн-дәрес)

        

Әҙерләне: Махийәнова Р.С.

2020 йыл

                                                                                                              Тәбиғәт— беҙҙең йортобоҙ

Беҙ— тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте һаҡлап, яҡлап, яратып үҫергә тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау--ул беҙҙең бурыс. Балаларға экологик тәрбиәне ни тиклем иртә бирһәң, ул шул тиклем уңышлыраҡ була.

Беҙ, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, балаларға ошо төшөнсәне мөмкин тиклем иртәрәк бирергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, сәскәләрҙе үҫтерергә, тәрбиәләргә, уларға һоҡлана белергә, тәбиғәттең дә йәнле булыуын өйрәтергә тырышабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ошо төшөнсәләр аша балаларға эстетик тәрбиә лә бирәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙе уратып алған тәбиғәттең йәмле генә түгел, ә йәнле икәнлеген дә төшөндөрәбеҙ һәм кешеләрҙең дә тәбиғәт балалары булыуын , тәбиғәттең беҙҙең йортобоҙ тигән төшөнсәне аңлатырға тырышабыҙ. Тағы ла балалар күңеленә уның ни дәрәжәлә гармониялы булыуын, тәбиғәттәге бер нәмәнең дә артыҡ булмауын, әгәр ҙә тәбиғәттәге бер сылбырҙы юҡҡа сығарһаң, ошо гармонияның боҙолоуын аңлатабыҙ. Мәҫәлән, урманды ҡырҡҙаң, йылға кибә, һыу ҡорой, ҡоштар бҡтә һ.б. Һәм ошо рәүешле балаларға экологик белемдең тәүге төшөнсәләрен аңлатабыҙ.Ә инде ата-әсәләргә ошондай кәңәштәр әйтер инем: балалар менән күберәк тәбиғәт ҡосағында булырға, төрлө сәскәләрҙе, үҫемлектәрҙе фотоға төшөрөргә, китаптар уҡырға, тәбиғәткә бәйле төрлө әкиәттәр ҡарарға, урманда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен нығытырға

Дәрестең темаһы: Умырзая —яҙҙың тәүге сәскәһе.

Маҡсат: Балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, "Ҡыҙыл китап"тың нимә икәнен аңлатыу, унда ингән үҫемлектәр менән таныштырыу.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү, экологик тәрбиә биреү.

Дәрес барышы:

- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән яҙҙың тәүге сәскәһе —умырзая менән танышырбыҙ. Уның ҡайҙа үҫеүе, ниндәй төҫтә булыуы һәм умырзая тураһындағы легенда менән танышырбыҙ.

Умырзая сәскәһе кешеләрҙе шатландырып. яҙ килеүен хәбәр итә лә, шаулап сәскә атып, ун дүрт көн генә ултыра ла сәскәһен ҡоя. Умырзая сәскәһен өҙөргә ярамай, сөнки ул "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән.Тәбиғәттә улар бик әҙ ҡалғандар.Уларҙы һаҡларға кәрәк.

- Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән умырзая тураһындағы легенданы тыңлайыҡ.

Бер ваҡыт һалҡын ҡыш ҡарлы бураны менән йылы яҙҙы ергә килтермәҫкә булып, бөтә сәскәләрҙе ҡурҡытҡандар ти. Сәскәләр бик ҡурҡҡандар һалҡын ҡыштан, тик бер умырзая ғына ҡурҡмайынса ҡар аҫтынан килеп сыҡҡан, ти. Ҡояш ҡар аҫтынан сыҡҡан умырзаяны күреп ҡалған да үҙенең йылы нурҙары менән ерҙе һәм сәскәне йылытып, яҙға юл асҡан ,ти. Бына шунан алып , умырзая иртә яҙ менән сығыр булған ,ти.

- Балалар, умырзая туаһында легенда оҡшанымы һеҙгә?

- Умырзая сәскәһе ниндәй төҫтә була?

- Ҡасан сыға ул ?

- Умырзая сәскәһендә нисә таж?

- Умырзаяны ни өсөн өҙөргә ярамай?

Афариндар.

- Балалар , ә һеҙ һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, умырзая сәскәһен һүрәткә төшөрөп, умырзая һүҙе менән бер һөйләм төҙөп ебәрәйек әле?

- Ә әсәйҙәргә ошондай эш: Халыҡ йыры"Умырзая"ны интернет селтәренән эҙләп , балаларға тыңлатып,йөкмәткеһенә төшөнөргә тырышыу һәм кемдең йыр-моңға һәләте бар ошо йырҙың бер генә куплетын йырлап, миңә ебәреүегеҙҙе һорайым.Әйҙәгеҙ, бергәләп балаларҙа экологик тәрбиә , тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләйек. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Балаларҙың һүрәттәренән , һөйләмдәрҙән видеояҙмалар.

Дәрес Резеда Баймөхәмәтова башҡарыуындағы "Умырзая"йыры менән тамамлана.



Предварительный просмотр:

Инеш һүҙ.

         Балалар баҡсаға килгәндә ҡайһы берҙәре бер ни тиклем аптыраулы, ҡайһылары һораулы ҡарашлы, ҡайһылары ҡурҡынҡырап ҡарап торалар һәм тәрбиәсе бер аҙҙан улар өсөн бөтәһе лә. Һәр баланың ышанысын аҡлау, донъяға улар күҙе менән ҡарай белеү, ғөмүмән, балалар менән бер бөтөнгә әйләнеү тәрбиәсе өсөн иң мөһимелер. Шул ваҡытта ғына балалар йөрәгенә үтеп инеп булалыр ул. Ошо төрлө мөхиттә (һәр ғаиләлә) тәрбиәләнгән балаларҙы бер йомғаҡҡа  туплау, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең донъяға ҡарашын формалаштырыу, тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен күреп үҫтерә белеү, үҙ-үҙҙәрендә ышаныс уятыу һәм шәхес итеү, тәрбиәләү өсөн күп көс, педагогик оҫталыҡ талап итә. Тәрбитәүи эш барышында мин балаларҙа иң тәүҙә ошондай һыҙаттарҙы тәрбиәләүҙе күҙ уңында тоторға тырышам:

  1. Мин – кеше һәм мин бөтә нәмәне лә булдыра алам, мин һәләтлемен. Был үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо.
  2. Мин үҙ илемдең патриотымын, илемде, еремде  һаҡларға бурыслымын. Был юҫыҡта халҡыбыҙҙың тарихын, батырҙарын өйрәнеүгә баҫым яһала, ил һаҡлау, һалдат булыу төшөнсәләре еткерелә.
  3. Мин – ирекле, иғтибарлы була алам. Был осраҡта баҫымды кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәткә йүнәлтәм.

а)  Ғаиләлә атай һәм әсәй.

б)  Ата –әсә һәм балалар.

в)  Беҙ һәм туғандар.

г)  Беҙ һәм күршеләр.

д)  Мин һәм дуҫтарым.

е)  Ҡыҙҙар һәм малайҙар.

4) Мин – тәбиғәт балаһы, уның бер өлөшөмен тигән тойғоно тәрбиәләгәндә һыҙыҡ өҫтөнә:

а)  Тәбиғәт һәм мин, уны яҡлаусы, һаҡлаусы.

б)  Ҡыр хайуандары донъяһы һәм кешеләр.

в)  Ҡоштар донъяһы һәм кешеләр

г)  Эсәр һыу, һыу хайуандары һәм кешеләр һ.б. темаларҙы асыҡларға тырышабыҙ.

Бындай темалар балаларҙа күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡ, ғорурлыҡ, һаҡсыллыҡ тойғолары тәрбиәләй һәм патриотизм тойғоһон үҫтерә. Быларҙан тыш тәрбиәүи эш ваҡытында халыҡтар дуҫлығы темаһын да сикләтеп үтеп булмай, сөнки ил, республикала ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла төрлө милләт кешеләре йәшәй бит. Ә беҙҙең Әбйәлил районы был яҡтан бик яҡшы өлгө. Ошо темаға ярашлы дәрестәр ҙә үтеп торалар. Һеҙгә тәҡдим ителгәндәр араһында ла, мәҫәлән «Ҡурай» темаһына үткәрелгән дәрес тә милли һыҙаттарын иҫбатлаусы музыка ҡоралы тураһында, уға ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡ ижады өлгөләренең тәрбиәүи моменттарын файҙаланыу күҙ уңында тотолдо.

        Ә был Бөйөк Еңеүгә Дан! Исемле дәрестә иң беренсе балаларға илде, ерҙе һаҡлау, яҡлауҙың изге бурыс икәнлеген еткереү, патриотик тәрбиә биреү, халыҡтар дуҫлыҡтар күмәкләгән яу ҡайтарған, берҙәмлек, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү ил тарихын өйрәнеү беренсе урынға ҡуйылды. Шулай ҙа балалар тәрбиәләүҙә тәрбиәсенең үҙ өлгөһө, уның белеме, балаларға ҡарашы беренсе урында тора, ул бөтә яҡтан да булған, килгән, иң мөһиме, балаларҙы яратҡан, үҙ эшенә ижади ҡараған кеше  булыуы шарт.

Тема: Бөйөк еңеүгә Дан!

Маҡсат: Халыҡтың ҡаһарман үткәне тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡыҙҙарҙың батырлыҡтары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү. Балаларҙа тыуған илгә һөйөү, уның үткәне менән ғорурланыу һәм патриотик тәрбиә биреү. Ветерандарға, ил тарихына, халыҡ тарихына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаз: Һуғыш йылы йырҙарынан аудиозапись, герой ҡыҙҙарҙың портреттары. Әбйәлил районынан сыҡҡан геройҙарҙың портреттары. Һуғыш барышындағы күренештәр. Еңеү салюты күренештәренән иллюстрациялар.

Дәрес барышы:

       Балалар кем белә,кем әйтә алыр ниндәй байрам етеп килә? (балаларҙың яуаптары) Афариндар. Эйе балалар, 9 май Еңеү байрамы яҡынлашып килә. Был иң оло, иң изге байрамдарҙың береһе, сөнки был көн илебеҙҙән фашистарҙы ҡыуып сығарған көн. Беҙҙең илдән генә түгел бик күп башҡа Европа илдәрендә. Балалар был фажиғә, һуғыш, илгә килгән ҡайғы 1941 йылдың 22 июнендә башланып киткән. Ул ваҡытта был көн ял көнөнә тура килгән. Бөтә кеше, ауыл, ҡалалар тәмле йоҡоға талған ваҡыт булған. Сөнки был ваҡытта таңғы сәғәт 4 була. Илдә һуғыш тигән ҡурҡыныс хәбәр таралған. Бөтә тынлыҡты боҙоп фашистарҙың самолеттары ҡалаларҙы, ауылдарҙы, балалар баҡсаларын, больницаларҙы, мәктәптәрҙе бомбаға тота башлайҙар. Улар беҙҙең илдең халҡын ҡырып бөтөрөп, беҙҙең илде баҫып алырға уйлағандар. Бына ошо көндән инде Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткән. (фотоматериал күрһәтәм). Ә һуғыштың икенсе көнөндә үк тыуған иленә ант биргән кеүек «Священная война» тигән йыр яңғыраған. (Священный тигән һүҙ – ул изге тигән һүҙҙе аңлата). Ә хәҙер ошо йырҙы тыңлап китәйек.

     Фашистик Германия яғынан был һуғыш баҫып алыу һуғышы булған, улар күрше халыҡтың ерен баҫып алғандар, талағандар, уларға ҡаршы килеүселәрҙе аҫҡандар, киҫкәндәр. Ә Рәсәй яғынан был изге һуғыш, сөнки беҙ илебеҙҙе, еребеҙҙе, атай-әсәйебеҙҙе, олатай-өләсәйебеҙҙе, балаларыбыҙҙы яҡлап яуға күтәрелгәнбеҙ. Ә яҙыусы Мостай Кәрим үҙенең шиғырында был турала нимә тигән әле?(шиғыр Нургиз) Бына шулай итеп ил өсөн, халыҡ өсөн бик ныҡ ауыр ваҡыт башланған. Бигерәк тә балалар өсөн, сөнки уларҙың аталары бөтәһе лә һуғышҡа киткән һәм күптәре яу ҡырында һәләк булғандар, ә балалар етем ҡалғандар. Илдә аслыҡ, яланғаслыҡ булған. Улар хатта серегән кәртүк ҡаҙып ашағандар.Ә күптәре аслыҡтан үлеп бөткәндәр.Ә инде һуғышта беҙҙең бик күп батырлыҡ эшләгән ҡаһармандарыбыҙ булған.

      Балалар, ә нимә ул батырлыҡ?(яуаптар) Эйе. Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған ғәйрәтле көслө ҡыйыу кешеләрҙе беҙ батыр тип әйтәбеҙ. Ә батырлыҡ эшләгән кешене кем тип әйтәбеҙ? Ҡаһарман.

      Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һеҙҙең кеүек бәләкәй балалар араһында ла ҡаһарман батырҙар булған. Мин һеҙгә уларҙың бер нисәүһенең фотоһүрәтен күрһәтеп китәм. Бына был Богданова Надя, Зина Портнова, Герасименко Люся, Зоя Космодемьянская. Бына улар бик күп батырлыҡ эшләгәндәр(фото) (Уларҙың ниндәй батырлыҡ эшләгәндәрен һеҙ мәктәпкә уҡырға барғас белерһегеҙ.) Физминутка.

       Балалар беҙҙең Әбйәлил районынан да һуғышта 6 мең кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 3,5 яу яландарында иле өсөн ятып ҡалғандар. Ә 2,5 иҫән-һау ҡайтҡандар. Балалар бәлки һеҙҙең арала берәйһенең ҡарт олатаһы ошо һуғышта булғандыр?  Йә кемдәр белә, ҡул күтәрегеҙ әле.(яуаптар) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман батырҙар беҙҙең Әбйәлил районынан да бар. Хәҙер мин һеҙҙе улар менән яҡындан таныштырып китәм. Бына бал Рәүф Дәүләтов. Ул Хәлил ауылыныҡы булған. Хәҙер Асҡарҙа уның исемен йөрөткән урам бар. Был Григорий Васев, уның исемен Михайловка мәктәбе йөрөтә. Был Вәлиәхмәт Сөләймәнов, Асҡар ауылынан, ул өс Дан орденының тулы кавлеры. Ә был Т.Кусимов ул Күсем ауылыныҡы.(фото)  Беҙҙең Асҡар ауылында гимназия ғорурлыҡ менән уның исемен йөрөтә. Ә тыуған ауылы күсемдә уның музейы бар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Т.Кусимовтың бюсты тора(бюст – ул кеше һынының билдән юғары яғы.) Хәҙерге ваҡытты ошо яуҙа һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә һәр ауылда обелисктар асалар. Бына ошондай таҡтаташтарҙа яугирҙәр исемлеге алтын хәрефтәр менән мәңгелләштерлгән. Ә күп ҡалаларҙа улар өсөн һәйкәлдәр ҡуйылған. Бына был  Ер- Әсә монументы.(фото) Яугирҙәр тыуған илдәрен үҙ әсәләре кеүек һаҡлағандар, был шуның өсөн ҡуйылған. Ул шул тиклем бейек, хатта уның ҡылысының осонда лампочка янып тора, был уға самолеттар килеп һуғылмаһын өсөн ҡуйылған.

     Балалар, Бөйөк Ватан һуғышы дүрт йыл буйы дауам иткән, һәм 1945 йылдың 9 майында беҙҙең ил Еңеүҙе яулаған. Бына ошо көндән алып беҙ Еңеү байрамын һәр йыл һайын байрам итәбеҙ. Байрамда ветеран олатайҙарыбыҙҙы, тыл ветерандарын ҡотлайбыҙ. Быйыл илебеҙҙә оло байрам. Еңеүгә 70 йыл. Ошо байрам хөрмәтенә илебеҙ һуғыш ветерандарына, тыл ветерандарына миҙалдар тапшыра. Уларҙы илебеҙ хөрмәт итеп ҡалырға тырыша, сөнки улар бик аҙ ҡалғандар. Беҙҙең Әбйәлил районында 21 генә һуғыш ветераны ҡалған. Шуларҙың иң оллоһо Хәмит ауылында йәшәй, уға быйыл 100 йәш тулды (фото). Ә беҙ ошо олатайҙар тураһында шиғырҙар ҙа беләбеҙ, шулай бит. Әйҙә кем миңә шиғырын ятлап күрһәтә?(шиғырҙар). Афариндар.      

      Ә бына был ике олатай Ҡырҙас ауылында йәшәй.(фото) Бына мин уларҙың миҙалдарын һеҙгә күрһәтергә алып килдем (күрһәтәм). Балалар 9 май байрамы яҡынлаша башлаһа беҙ бөтә кешеләргә, бөтә ерҙә ошондай Георгий таҫмаларын күрәбеҙ, шулай бит? Бөйөк Еңеүҙең символы булған таҫманы йөрәк тирәһендә, тышҡы кейемгә тағып, урамдарҙа ғорур атлап йөрөйбеҙ. Ә өйөбөҙҙә уны ҡәҙерләп иң түргә элеп ҡуябыҙ. Был таҫмаларҙы ташлап, аяҡ аҫтында тапап йөрөргә ярамай, был беҙҙең ветерандарҙы хөрмәтләмәүгә тиң була. Ә беҙ унда ниндәй төҫтәр күрәбеҙ?(яуаптар). Дөрөҫ. Был төҫтәр ут һәм төтөн тигәнде аңлата. Был таҫмаларҙы тағып йөрөү ветеран олатайҙарҙы хөрмәт итеү тигәнде аңлата. Балалар ошо матур , тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ уларға оло рәхмәтлебеҙ. Ошондай матур тормошто улар беҙгә бүләк иткән. Шуның өсөн беҙ уның ҡәҙерен белеп, һау саҡтарында ветеран олатайҙарҙы хөрмәт итеп, уларға ярҙам итеп, үҙебеҙҙең тыуған илебеҙҙе, районыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы һаҡлап, яҡлап, яратып илебеҙҙең кәрәкле, таяныслы, ышаныслы кешеләре булып үҫергә тейешбеҙ. Мин дә бөгөн һеҙгә ошо Георгий таҫмаларын бүләк итәм, байрамда һеҙ ҙә уны түштәрегеҙгә тағып ветеран олатайҙарҙы ҡотларға, парад ҡарарға сығырһығыҙ.

Балалар, бөгөнгө дәрес орҡшаны мы?  Беҙ нимәләр тураһында һөйләштек?  9 май ул ниндәй байрам?  Быйыл Еңеүҙең нисә йыллығы? Афариндар. Ә хәҙер дәресте йомғаҡлап « Олатайым миҙалдары» йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Ҡырҙас урта мәктәбе янындағы

мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө

Тема: Бөйөк Еңеүгә Дан!

Тәрбиәсе: Махийәнова Римма Сәйәр ҡыҙы

        

2015



Предварительный просмотр:

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм.

Тема: Әсәйем – күҙ нурым!

Әҙерләне: Махийәнова Р.С.

2017й

Әсәйем – күҙ нурым!

Маҡсат:

Аң-белем биреү: картиналар менән таныштырыу, ҡылыҡһырлама биреү. Балаларға белем биреү, телмәрҙәрен үҫтереү, хәтерҙәрен нығытыу. Тасуири һөйләү һәләтен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Балаларға «Әсәйҙәр көнө» тураһында мәғлүмәт биреү, риүәйәттәр шиғырҙар, картиналар аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.

Үҫтереүсе: хеҙмәт кешеһенә һөйөү уятыу, бер-нисә быуат вәкилдәре менән таныштырыу, ғорурланыу тойғоһо уятыу.

Тәрбиәүи: халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләү. Әсәйҙәргә ихтирам, хөрмәт, һөйәү тәрбиәләүҙе дауам итеү. Уның тураһында ҡайғыртырға, ярҙам итергә кәрәклеген аңлатыу. Ғорурлыҡ тәрбиәләү.

Интеграция:

1) Социаль үҫеш.

2) Танып белеү.

3) Коммуникатив бәйләнеш.

4) Художестволы эстетика.

5) Һүрәтләүеш эшмәкәрлеге.

Йыһаз: слайд, Ә. Лотфуллиндың “Өс әсәй”, “ Герой әсә” картиналары, музыка ҡоролмалары, төҫло картондар, пластилин, төрлө ярмалар.

Һүҙлек эше: Кәйеф,рәссам, мөғжизә, тоноҡ, серле.

Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ балалар! Таныш булайыҡ, бөгөнгө дәресте мин, Римма Сәйәр ҡыҙы, үткәрәм. Һеҙҙе күреп аралашыр өсөн бик алыҫтан Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы балалар баҡсаһынан килдем. Унда ла мин һеҙҙең кеүек батыр малайҙар,сәскә кеүек матур ҡыҙҙар менән эшләйем. Бына улар (экранда районды, ауыл һәм балалар баҡсаһын күрһәтеп китәм).

- Әйҙәгеҙ әле һеҙҙең менән дә танышып сығайым. Һин кем булаһың?

- Мин Лилиә

- Мин Айназ

- Мин Гөлназ һ.б.

Һай афариндар! Ҡайһылай матур исемдәр.

Экран асыла: Күк йөҙө һәм йондоҙ – ҡыҙыҡай.

Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән йондоҙ – ҡыҙыҡай һәм уның риүәйәте менән танышасаҡбыҙ.

- Бик борон заманда булған ти был хәл яҡты төндә, күк йөҙөндә тик бер генә йондоҙ янған, ти – уның балҡышы йә яҡты, йә тоноҡ булған. Йондоҙҙоң ошондай балҡышын ай күреп ҡалған да һораған, ти: «Йондоҙ, нишләп һинең балҡышың улай төрлө-төрлө? Ҡайһы саҡ ҡараңғы төндә юл күрһәтерлек яҡтыраһың. Ә ҡайһы саҡ күренмәҫлек тоноҡланаһың?» Йондоҙ уға былай тип яуап биргән: «Яңғыҙ саҡтарымда яҡтылығым тоноҡлана, сөнки минең янымда башҡа бер бөртөк тә миңә оҡшаған йондоҙ юҡ. Ә мин кемдеңдер эргәмдә булыуын, минең менән һөйләшеүен , иркәләүен теләйем» - тигән ти.

- Ә индәй төндә балҡышың һинең яҡты була?- тип һорағас,

- Минең балҡышым яҡтыра өйөнә йүгереп ҡайтып барған балаларҙы күрһәм.

Ни өсөн уларҙың йөҙө шундай шатлыҡлы?

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле, балалар, йодоҙҙоң был һорауына яуап эҙләп уға ошо серҙе сисергә ярҙам итәйек.

- Ни өсөн уларҙың йөҙө шатлыҡлы икән?

-Һай, афариндар! Эйе, дөрөҫ. Сөнки уларҙы өйҙә әсәләре, аталары, туғандары, йылы өй, әсәләренең наҙы, бер һүҙ менән генә әйткәндә ғаиләләре көтә.” Йондоҙсоҡ , ә һин теләр инеңме, һинең дә яныңда туғандарың , ғаиләң булыуын?”, - тип һораған ти ай. «Ә был мөмкинме һуң?» - тигән йодоҙ. Әлбиттә, тигән дә ай ҡулдарын һелтәп ебәргән икән шул саҡ күк йөҙөдә мең төрлө йондоҙҙар балҡып «Беҙ бында! Беҙ һинең менән! Беҙ хәҙер бер ғаилә!»- тип яҡты булып янып һибелгәндәр ти. Бына шул төндән алып, был йондоҙҙа хәҙер яңғыҙ түгел, хәҙер уның да янында туғандары, дуҫтары бар. Улар күңелле итеп кистәрен йымылдашып, күкте биҙәйҙәр.

- Балалар, ә ерҙе биҙәп матур итеп йәшәгән ғаиләләр, беҙҙең ғаиләләребеҙ бар шулай бит. Ошо ғаилә усағын йылытыусы, яҡтыртыусы кешебеҙ бар, ул беҙҙең кемебеҙ? (әсәйебеҙ). Афариндар! Бөгөн беҙ ҙә һеҙҙең менән, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кеше – әсәйҙәр тураһында һөйләшербеҙ. Йәле, Әлиә, һинең әсәйеңдең исеме кем? Ә Физәлиәнең әсәһе кем? Ҡайһылай матур исемдәр. Әсәйҙәрегеҙ һеҙҙе ниндәй матур исемдәр әйтеп яраталар? (Ҡолонсағым, матурым, себешем, аҡыллым һ.б.) Ай-һай ниндәй йомшаҡ һуҙле икән һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ. Әсәйҙәр беҙҙе яратып ҡына ҡалмай, улар беҙҙе ҡурсалаусы, һаҡлаусы һәм яҡлаусы ла.

Бына һеҙ бәләкәй генә сағығыҙҙа улар төн йоҡоларын йоҡламай һеҙгә бишек йыры йырлап, бәүелтеп йоҡлатҡандар. Балалар бәлки һеҙ ҙә берәй бишек йыры беләһегеҙҙер? Әйҙәгеҙ, бишек көйөнә талғын ғына итеп ҡулдар менән хәрәкәттәр яһап йырлап алайыҡ.

Афариндар!

Физ. минутка: Балалар, балалар

Урам буйлап баралар,

Һикереп тә алалар,

Йүгереп тә алалар,

Уңга боролалар,

Һулға боролалар

Һәм ял итеп алалар.

Афариндар!

Балалар, ә кем белә ниндәй байрам яҡынлашып килә?

Эйе, дөрөҫ Әсәйҙәр байрамы. Был байрам әсәйҙәрҙең бөйөклеге, сабырлығы, түҙемлеге өсөн һоҡланып бөтә Рәсәйҙә «Әсәйҙәр көнө» билдәләнә. Ә был байрамға бер-нисә генә көн ҡалған. Байрамда һәр бер бала үҙ әсәһен ҡотлай, матур һүҙҙәр әйтәләр, бүләктәр эшләйҙәр. Бына бөгөн беҙ һеҙҙең менән дә әсәйҙәргә матур бүләктәр эшләрбеҙ.

Ә ер йөҙөндә төрлө милләтле әсәйҙәр бар. Бына улар, ҡарап китәйек: монгол әсәй, һинд әсәйе һәм япон милләте әсәйе. Улар бик күптәр.

Әсәйҙәргә һоҡланып әсәйҙәр тураһында рәссамдар картиналар төшөргәндәр, яҙыусылар шиғыҙар ижад иткәндәр. Ә йырсылар матур-матур йырҙар йырлайҙар, шулай бит. Бына мин һеҙгә хәҙер бер рәссамдың фотоһүрәтен күрһәтәм. Бәлки һеҙ уны беләһегеҙҙер? Әйҙә ҡарайыҡ әле , кем икән ул?

- Эйе, рәссам Әхмәт Лотфуллин.

Бына Әхмәт Лотфуллин тигән рәссамдың әсәйҙәргә һоҡланып «Герой-әсә», «Өс әсәй» исемле картиналары. Әйҙәгеҙ әле ҡарап китәйек кемдәрҙе күрәбеҙ? (Өс әсәйҙе)

Улар нимә эшләп ултыралар(Әсәүләп сәй эсәләр)

Рәссам был картинала әсәйҙәрҙең бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәрен һүрәтләгән. Быныа улар башҡорт әсәйҙәре. Әсәйҙәр нисә генә йәштә булһалар ҙа беҙгә улар һәр ваҡыт матур, һөйөкле әсәй булып ҡалалар.

Балалар, бәлки һеҙҙең дә берәйһегеҙ әсәй тураһында матур шиғыр беләлер? Әйҙә кем һөйләп ишеттерергә теләй?

1) Әсәй, әсәй әсәкәйем-

Илһам мөғжизә икән,

Был донъяла иң ғәзизе-

Әсәләр генә икән.

2) Әсәй йылмайып ебәрһә,

Донъя тағы яҡтыра.

Ҡояш сыҡҡан кеүек беҙҙе

Әсәй йылытып тора.

3) «Ярҙамсым »- тип әсәй минең

Һыйпай сәсемде

Ҙур үҫкән кеүек шул саҡта

Тоям үҙемде

Эх, күңелле беҙгә!

Әсәйем менән бергә.

- Һай, афариндар! Бына һеҙ ҙә әсәйҙәр тураһында ниндәй матур шиғырҙар беләһегеҙ икән.

- Балалар, ә беҙҙең әсәйҙәр һәр ваҡыт күңелле йөрөйҙәр ме? Әллә кәйефһеҙләнеп киткән ваҡыттары ла була микән?

Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙҙең ниндәй кәйефтә йөрөгәнен яратаһығыҙ?(күңелле)

Ә әсәйҙәр һәр ваҡыт шат йөҙлө булып йөрөһөндәр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

Эйе, дөрөҫ. Уларҙы ҡайғыртмаҫҡа, ярҙам итергә, матур һуҙҙәр әйтергә, яратырға кәрәк.

- Бөгөн мин һеҙгә бер уйын өйрәтәм, ошо уйындағы һүҙҙәрҙе һеҙ көн дә ҡулланһағыҙ (әйтһәгеҙ) һеҙҙең әсәйҙәрегеҙҙең йөҙҙәре һәр саҡ шат булыр.

- Түңәрәккә тороп йөрәк уйынсыҡты бер-береһенә матур һүҙҙәр әйтеп бирәләр.

1) матурым

2) ҡояшым

3) ғәзизем

4) берҙән-берем

5) йомшағым

6) ҡәҙерлем

7) күҙ нурым

8) сибәрем

9) алтыным

10) мин һине бик яратам

11) әсәкәйем һәм башҡалар

Һай, афариндар!

- Балалар, хәҙер мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ бергәләп ошо һорауҙарға яуа табып ҡарағыҙ.

1. Иртә менән кем килә беҙҙең янға? (әсәйем).

2. Кем беҙҙе наҙлап иркәләй ?(әсәйем).

3. Кем тәмле аштар бешерә? (әсәйем).

4. Кем беҙҙе һәр саҡ ярата? (әсәйем).

5. Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө ул кеше беҙҙең (әсәйем).

Афариндар!

Балалар әсәйҙәр беҙҙе шул тиклем яраталар беҙ ҙә уларҙы ныҡ яратабыҙ. Әйҙәгеҙ әле әсәйҙәргә беҙҙә үҙебеҙҙең күңел, йөрәк йылыһын бәләкәй генә бүләктәребеҙ аша еткерәйек (Әсәйҙәргә йөрәк формаһында бүләктәр эшләү)

Йомғаҡлау: Балалар, бөгөн дәрестә, беҙ кем тураһында һөйләштек?

- Әсәйҙәр.

- Ниндәй ул беҙҙең әсәйҙәр?

- Аҡыллы, яғымлы, матур һ.б.

- Беҙ нимәләр менән таныштыҡ?

- Картиналар менән.

- Әсәйҙәргә нимәләр эшләнек?

- Бүләктәр.

- Бүләктәребеҙ килеп сыҡтымы?

- Бүләктәр эшләгән ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам иттек ме?

- Һеҙ ниндәй кәйеф менән эшләнегеҙ?

- Шатлыҡлы.

- Тағы ла әсәйһәргә нимәләр бүләк итергә була?

- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшаны мы?

Афариндар!

Ошоноң менән беҙҙең бөгөнгө дәрес тамам. Бик матур, аҡыллы, зирәк балалар икәнһегеҙ .Һеҙҙең менән ошо дәресте үткәреүемә мин дә бик шатмын. Ҙур рәхмәт һеҙгә!



Предварительный просмотр:

Ҡырҙас урта мәктәбе янындағы

мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө

Тема: Атайым торған һаҡта,

   ағайым тора һаҡта.

 

                                                              Тәрбиәсе: Махийәнова Р.С.

Тема: Атайым торған һаҡта,

           ағайым тора һаҡта.

Маҡсат: Балаларға тыуған ил, уны һаҡлҡау төшөнсәһен еткереү, патриотик тәрбиә биреү.

Атай-олатайҙар менән ғорурлыҡ тәрбиәһе биреү.

Дәрес барышы:

     Балалар бөгөн беҙ нимә ул тыуған ил, ер, уны һаҡлау, яҡлау кемдәр иңендә икәнлеге тураһында һөйләшәбеҙ. Беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ, тыуған еребеҙ, төйәгебеҙ тураһында әңгәмәләшербеҙ. Изге ер Ватан төшөнсәһен аңларға тырышырбыҙ.

Ә хәҙер әйҙәгеҙ әле алдағы белгәндәргә таянып һөйләшеп алайыҡ.

Балалар, йә әйтегеҙ әле, беҙ ниндәй ауылда йәшәйбеҙ?

(Ҡырҙас)

Ул ниндәй районға ҡарай? Район үҙәге ҡайҙа урынлашҡан?

(балаларҙың яуаптары) Әбйәлил районы, район үҙәге Асҡар.

Афарин балалар!

Ә беҙҙең республика нисек атала? (яуаптар)

Башҡортостан.

Башҡортостандың баш ҡалаһы? (яуаптар)

Өфө.

Беҙҙең  республика ниндәй илдә урынлашҡан? (яуаптар)

Рәсәй.

Рәсәйҙең баш ҡалаһы?

Мәскәү (Картанан күрһәтә барам)

Афарин балалар!

Шулай итеп беҙ Рәсәй тигән ҙур илдә, Башҡортостан тигән республикала, Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәйбеҙ икән. Рәсәй беҙҙең ҙур ватаныбыҙ уның сиктәре бына ҡайҙа киткән. (Картанан күрһәтәм)

Балалар, ә беҙ ауылыбыҙҙы яратабыҙ мы? Ни өсөн?

Афарин балалар! Беҙ ошо ауылда тыуғанбыҙ һәм йәшәйбеҙ, был ауылда беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ йәшәй, беҙҙең ауыл шундай матур. Беҙ тыуған ауылыбыҙҙы яратабыҙ. Балалар беҙҙең ауылыбыҙ, районыбыҙ ул беҙҙең бәләкәй ватаныбыҙ.

(Физ. минутка)

        Рәсәй тигән ватаныбыҙға һәр саҡ сит-яттарҙың күҙе ҡыҙып торған, уны баҫып алырға хыялланғадар. Бына шулай бик элек 1812 йылда ла Наполеон Бонапарт етәкселегендәге француздар Рәсәй иленә баҫып инә, ил өсөн һуғыш башлана. Тыуған илде яҡлап бөтә халыҡ яуға күтәрелә. Башҡорттар ҙа оло яуҙан ситтә ҡалмай. Улар ҙа сыҙамлы, етеҙ аттарҙа, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып дошманға ҡаршы ташлана, күп батырлыҡтар күрһәтә. Француздар башҡорттарҙы “Төнъяҡ амурҙары” – тип атайҙар. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” – ти халыҡ мәҡәле. Француздарҙы ҡыуып сығаралар Рәсәй иленән. Рус армияһының баш командующийы Кутузов, башҡорттар менән ғорурланып, маҡтап “Любезные вы мои” – тип әйтә. Һәм башҡорттар “Любезники любизар” йырын сығаралар. Унда ике халыҡтың дуҫлығы, берҙәмлеге сағыла. Был йыр беҙгә таныш, әйҙәгеҙ әле йырлап алайыҡ (Йыр “Любизар”)

Балалар илде һаҡлау ул изге бурыс. Илгә дошман инмәһен өсөн хәҙерге ваҡыттыа ла 18 йәше тулған ир-егеттәрҙе армияға алалар. Улар беҙ тыныс ормошта йәшәһен, уҡыһын, уйнаһын,тыныс йоҡлаһын өсөн ил һағында торалар. Һалдаттар тыуған илен, ерен тоғро һаҡларға ант бирәләр, улар беҙҙең бәхетле бала-сағыбыҙҙы, күктә көлгән ҡояшты, зәңгәр күкте, беҙҙе туйҙырып торған изге тупраҡты, беҙҙең ғаиләләрҙе, беҙҙең тыныслыҡты, именлекте һаҡлайҙар. Һеҙҙең атайҙарығыҙ ҙа ошо изге бурысты үтәгән. Балалар мин һеҙгә белеп килергә ҡушҡан инем кемдең атаһы, ҡайһы ерҙә, кем булып хеҙмәт иткәнен. Кем һорашып килде? (Балаларҙың яуаптары). (Ошо ваҡытта атайҙарҙың фотоларын магнит менән таҡтаға ҡуйып барам, һәм картанан ҡайҙа хеҙмәт иткәнен күрһәтеп ҡурай тажын йәбештереп барам). Бына беҙҙең атайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ ҡайҙа хеҙмәт иткәндәр икән, улар ҙа ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән менән үтәгәндәр. Бына малайҙар һеҙҙә ҙур булып үҫкәс атайҙарығыҙ кеүек армияға барып хеҙмәт итеп, илде һаҡлап ҡайтырһығыҙ.  Ә бына шағир Р.Ниғмәти тыуған ил тураһында нимә ти икән, тыңлағыҙ әле иғтибар менән.

“Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырынан өҙөктәр ятлау.

Шулай итеп шағир нимә ти?

Тыуған ил – ул тыуған ер,

Ул беҙ йәшәгән урын – ти шулай бит.

 Ә беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ? (Ҡырҙаста)

Тыуған илебеҙ ҡайҙан башлана? Ҡырҙастан Башҡортостандан.

Был беҙҙең бәләкәй Ватаныбыҙ. Ә ҙур Ватаныбыҙ – Рәсәй. Балалар бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшаны мы? Беҙ нимәәлр тураһында һөйләштек? Малайҙар һеҙ ҙурайғас ил алдындағы бурысты үтәргә тырышырһығыҙмы? Афариндар!

Балалар ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам. Дәресте йомғаҡлап “Тыуған илем – гөлдәр иле” йыры менән тамалап ҡуяйыҡ.

        



Предварительный просмотр:

Ҡырҙас урта мәктәбе янындағы

мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө.

Конспект-сценарий познавательного мероприятия

“Башҡортостан – тыуған төйәгем!”

Маҡсат: Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләре менән таныштырыу; һүҙ байлығын арттырыу; дәүләт билдәләренә һаҡсыл ҡараш, тыуған илгә, районға, ауылға һөйөү тәрбиәләү. Халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу.

Йыһаз: ҡурай, ҡумыҙ, боронғо ағас һауыттар, Башҡортостандың флагы, гербы, эмблемаһы, Әбйәлил районының эмблемаһы. Һүрәттәр (тирмә, С.Юлаевтың һәйкәле, Өфө ҡалаһы), карта.

Һүҙлек эше: Өфө, Башҡортостан, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рафиҡ Сәлмәнов, тирмә, ҡурай,Салауат Юлаев, берҙәмлек, яу, төйәк

Сценарий барышы:

1. Музыка аҫтына балалар залға инә, ҡулдарында Башҡортостан флагтары.

Тәрбиәсе: Балалар бөгөн беҙ һеҙҙең менән тыуған ил, ер, үҙебеҙҙең республикабыҙ, районыбыҙ, ауылыбыҙ, тураһында бер аҙ әңгәмәләшеп алабыҙ.

Йәгеҙ әле балалар, кем әйтә, беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?

Башҡортостанда (афарин балалар!)

Ә Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?

Өфө (афарин балалар!)

Бына Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө (һүрәтен күрһәтәм)

Ә беҙ йәшәгән райондың исеме нисек?

Әбйәлил (афарин балалар!)

Ә ауылыбыҙҙың исеме?

Ҡырҙас (һай, афарин!)

Тәрбиәсе: Балалар һәр халыҡтың, республиканың йөҙөн күрһәтеүсе, билдәләүсе символдар була. Улар нимәләр икән һуң? Бер аҙ танышып китәйек. Һәр халыҡтың үҙенең аш-һыуы, ғөрөф ғәҙәте, кейем-һалымы, көнкүреше була. Республикаларҙың үҙҙәренең флагы, эмблемаһы, гербы була. Кем әйтә Башҡортостандың флагы бар мы? Эйе. Бына ул. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле унда ниндәй төҫтәр икән? Йәшел, аҡ, күк. Ә кем белә был төҫтәр нимәне аңлата?(балаларҙың яуаптары). Балалар, ә бына был республиканың эмблемаһы һәм гербы(күрһәтәм). Балалар беҙ Башҡортостандың шундай матур төбәктәренең береһе, Әбйәлил районында йәшәйбеҙ. Беҙҙең район ғорур тауҙарға ла, киң яландарға ла, емеш-еләккә бай урмандарға ла, зәңгәр күлдәргә лә, сылтра аҡҡан шишмәләргә лә бай төбәк. Уның матурлығына хайран ҡалып композиторыбыҙ Рафиҡ Сәлмәнов “Әбйәлил” тигән йыр ижад иткән. Был йыр беҙгә таныш, ә хәҙер ошо йырҙы йырлап алайыҡ. (йыр “Әбйәлил” ).

Афарин балалар!

Балалар, беҙҙең район Баймаҡ, Белорет, Учалы, Бөрйән райондары менән сиктәш ята. Был райондарҙы беҙ күрше райондар тип әйтәбеҙ. Әйҙәгеҙ әле бергә ҡабатлайыҡ.(Ҡабатлау)

Тәрбиәсе: Балалар беҙҙең быйылғы йыл Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Ә бына был Әҙәбиәт йылының эмблемаһы(Эмблеманы күрһәтәм).

Башҡортостан, Әбйәлили тураһында яҙыусылар бик күп шиғырҙар ижад иткәндәр. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бер нисә шиғырҙы тыңлап үтәйек.

                         Уң биткәйең яҡты айға оҡшаған,

                         Һул биткәйең балҡый, гүйә ҡояш,

                         Бер ҡулыңда һандуғасҡай һайрай,

                         Бер ҡулыңда – моңло ҡурай,

                         Башҡортостан – йырлы ил,

                         Башҡортостан – нурлы ил.

Балалар был шиғырҙы беҙҙең яҡташыбыҙ Әсхәл Әхмәт-Хужа яҙған.

Бейек, бейек тауҙары,

Бөҙрә сәсле талдары –

Барыһы тыуған ерендә

Башҡортостан илендә.

          ***

Әбйәлилем – йөҙөк ҡашым

Башҡортостан, илендә

Беҙ ирекле! Һөйләшәбеҙ

Шат йәшәйбеҙ һәм йырлайбыҙ

Гүзәл башҡорт телендә.

         ***

Башҡортостан мой край родной

Горжусь и радуюсь тобой!

Твои долины, реки и поля –

Все это ты, любимая земля!

       ***

Есть возможно уголок красивей

Есть богаче, шире есть края

Только мне из всей моей России

Милей всего Башкирия моя!

Афарин, балалар!

Шулай итеп, беҙ ниндәй республикала һәм районда йәшәйбеҙ? (Балаларҙың яуаптары.) Балалар ни өсөн беҙҙең республика Башҡортостан тип атала икән? (балаларҙың яуаптары)

Эйе дөрөҫ унда башҡорттар йәшәй, шуның өсөн ул Башҡортостан тип атала. Балалар Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Баймаҡ, Белорет райондарында башҡорттар күпләп йәшәгән райондар. Ләкин беҙҙең районда, шул иҫәптән Башҡортостан төрлө милләт халыҡтары йәшәй, улар үҙ-ара дуҫ, татыу, шуға ла республикабыҙ сәскә атыусы төбәктәрҙең береһе.

Ял минуттары: Балалар, балалар

Урам буйлам баралар.

Йүгереп тә алалар,

Һикереп тә алалар

Уңға эйеләләр,

Һулға эйеләләр

Шым ғына ултыралар.

Балалр ошо беҙ йәгән төбәккә, Урал тауҙары буйҙарына башҡорттар бик борон килеп ултырғандар. Ни өсөн үҙҙәрен башҡорт тип атағандарын беҙ һеҙҙең менән менән легенда аша танышып китәйек. Бына легенда беҙгә ни һөйләй:

    Бик борон Алтай тауҙары яғынан төпләнеп торор ерҙә эҙләп, тауҙар яғына ҡарап беҙҙең ата-бабаларыбыҙ юл тотҡан. Килә торғас төркөм алдына бер бүре төшөп алған. Халыҡ уның артынан эйәргән. Бүре уларҙы далалар иркенлеге булған, күккә олғашҡан тауҙар, януар-кейеккә бай урмандар, балыҡҡа бай йылға-күлдәр, емеш-еләккә бай төбәктәр, һутлы көтөүлектәре булған ергә алып килеп туҡтатҡан. Был ерҙең матурлығына, байлығына улар хайран ҡалған һәм шунда төпләнеп ҡалғандар, үҙҙәрен башҡорт тип йөрөтә башлағандар. “Ҡорт” – һүҙе элек “Бүре” тигәнде аңлатҡан. Уларға бүре, йәғни ҡорт баш булып, башлап алып килгән, шуға башҡорт булып йәшәп киткәндәр икән. Шулай итеп, башҡорттар Урал буйҙарында төйәкләнеп киткәндәр. Уны яҡлап-һаҡлап дошмандарға, үҙҙәрен йәберләргә теләүселәргә ҡаршы быуаттар буйы көрәш алып барғанда. Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Уларҙың өйҙәре булмаған бит инде, ә ҡайҙа йәшәгәндәр? (балаларҙың яуаптары). Балалар борон башҡорттар тирмәләрҙә йәшәгәндәр (Һүрәтен күрһәтәм), ә уны кейеҙҙән эшләгәндәр. Тирмә эсендә йәшәүе бик уңайлы булған. Ҡышҡы һыуыҡ көндә тирмә эсендә йылы, ә йәге эҫе көндәрҙә уның эсендә һалҡын булған. Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләп “Тирмә” уйынын уйнап алайыҡ. Афариндар! Ә хәҙер бына был һүрәткә күҙ һалайыҡ әле. Был кем ул? (балаларҙың яуаптары). Эйе был беҙҙең башҡорт батыры С.Юлаев. Уға баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәл ҡуйылған. С.Юлаев 14 йәшендә генә айыу үлтергән батыр булған. Уның батырлығына һоҡланып хатта рус яҙыусыһы Степан Злобин роман ижад иткән. Беҙ балалар уның тураҙында йыр ҙа беләбеҙ, шулай бит.

Йыр “Салауат батыр”

Афариндар! Балалар кем белә, башҡорттар ниндәй йорт хайуандарын ныҡ яратып, уның менән бөтә эштәрен эшләгәндәр икән? (балаларҙың яуаптары). Эйе дөрөҫ. Ат. Улар ат менән яуға сапҡандар, бейә бәйләп батырҙар эсемлеге ҡымыҙ эшләгәндәр, уҡ атыу, ат сабыштары уйындары үткәргәндәр. Ә ҡымыҙҙы бына ошондай матур ағас һауыттарға (касаларға)ҡойоп эскәндәр. “ хәҙер беҙгә ҡыҙҙар касалар менән бейеү башҡаралар. Һай, афарин! Балалар, беҙҙең район халҡы ла элекке ата-бабаларыбыҙ кәсебен онотмай әле лә ат үрсетеп, бейә бәйләп ҡымыҙ эшләйҙәр. Балалар, кем иғтибар итте? Әле генә беҙҙең ҡыҙҙар ниндәй музыка ҡоралынд уйнаған көйгә бейенеләр? (балаларҙың яуаптары)

Афарин! Дөрөҫ ҡурай көйөнә бейенеләр. Ҡурай ул боронғо ьашҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Уны ҡурай үләненән эшләйҙәр. Башҡорттар был музыка ҡоралында уйнарға бик яратҡандар. Шулай итеп ат менән ҡурай башҡорттоң айырылмаҫ юлдашы булған. Ат уларға тоғро дуҫ, ҡурай айырылмаҫ моңдаш булған. Ә беҙ һеҙҙең менән “Ҡурай” тигән уйын да беләбеҙ, шулай бит. Әйҙәгеҙ әле уйна алайыҡ.

Афариндар! Балалар, беҙ ошо ҡурай һүрәтен ҡайҙа күргәнебеҙ бар? (балаларҙың яуаптары). Эйе, Башҡортостандың флагында. Унда ете тажлы ҡурай һүрәте төшөрөлгән. Уның ете тажы – эте ырыу тигәнде аңлата, уларҙың берҙәмлеген. Ә нимә ул берҙәмлек?  Ул дуҫлыҡ, татыулыҡ. Эйе, ул бер-берең менән татыулыҡ, төрлө милләттәр татыулығы, халыҡтар татыулығы,  дуҫтар,  күршеләр, ата-әсәләр, балалар татыулыҡы. Беҙ берҙәм, татыу булғанда ғына көслөбеҙ, шулай бит. Ә татыу ғаилә ул илебеҙҙең таянысы, терәге. Балалар, ә беҙ ошолай матур тормошта йәшәгәнебеҙ өсөн, матур тормош бүләк иткәндәре өсөн үҙебеҙҙең атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтлебеҙ. Уарға һәр ваҡыт һаулыҡ, сәләмәтлек теләйек. Уларға арнап бер-ике шиғыр ҙа ятлап китәйек.

Иҫән булһын, татаыу булһын

Атайҙар һәм әсәйҙәр

Бәхетле булып үҫһендәр

Ерҙә бөтә бәпәйҙәр.

       ***

Әсәй, атай – иң тәүге һүҙҙәр,

Әсәй, атай яғымлы һүҙҙәр

Бөтәбеҙҙең именлеген Хоҙай һаҡлаһын

Был донъяла бер бәпәй ҙә

Етем ҡалмаһын!

      ***

Татыу ғаилә илебеҙҙең

Таянысы, терәге.

Тик ғорурлыҡ менән типһен

Һәр сабыйҙың йөрәге!

Афариндар! Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимәләр менән таныштыҡ? (балаларҙың яуаптары)

Ә хәҙер бөгөнгө дәресте йомғаҡлап “Башҡортостан”  йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.



Предварительный просмотр:

ТЕМА: Башҡорт халҡының музыка ҡоралы

«Ҡурай менән таныштырыу»

МАҠСАТ: Балаларҙы боронғо башҡорт музыка ҡоралы менән таныштырыу, белем биреү, мили ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, экологик тәрбиә биреү, Тыуған ергә һөйөү, ихтирам тәрбиәһе биреү.

ЙЫҺАЗ: Ҡурай, магнитофон (ҡурайҙа уйнаған көй кассетаһы), һүрәттәр (ҡурай һүрәте, ысын ҡурай үҫеп ултырған үләне), герб, флаг.

Дәрес барышы

I.        Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар. Беҙҙең бөгөнгө дәрестең маҡсаты

боронғо башҡорт музыка ҡоралы – ҡурай тураһында. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн ҡурай тураһындағы легенда, уның ниндәй урындарҙа үҫкәне, ниндәй төр ҡурайҙар булыуы, нисек эшләнеше тураһында танышып  китербеҙ.

II.        Төп өлөш: әңгәмә.

- Әйтегеҙ әле, балалар, кемдең ҡурай күргәне бар? Йә булмаһа, тауышын ишеткәне бар? Ҡурайсы күргәне бар? (Булһа маҡтап ебәрәм баланы. Ҡурай күргәне булһа шуның тураһында һөйләтәм).

- Бына был ҡурай үләне (үҫеп ултырғанын күрһәтәм).

- Ә бына был ысын ҡурай (уйнай торғанын күрһәтәм) инде ошо үҫеп ултырған үләндән эшләнгән ҡурай. Уның оҙонлоғо 8 тотам һәм 5 бармаҡ баҫа торған урыны менән (тишектәр).

        Оҫталар ҡурайға бармаҡ баҫа торған урын эшләгәндә ошолай тип әйтәләр икән:

- Ҡурай

- Әү

- Ҡайҙа үҫтең?

- Урманда

- Кем ҡырҡты?

- Оҫта ҡырҡты

- Ни эшләргә?

- Уйнарға

        Ошо ябай музыка ҡоралында 1925 йыл атаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбәев, сит илдә, Париж сәхнәһендә тамашасылар күҙе алдында ҡурай эшләп уйнап ебәрә, уның оҫталығына бөтәһе хайран ҡала. Был ябай көпшәнән ниск инде ундый моңло көй сыҡһын, тип ышанмай улар, ҡурайсынынң ауыҙ эсен астырып ғарап бөткәндәр. Бәлки ҡурай эсендә берәй нәмә торалыр тип  тикшерәләр.

- Ҡурайсы, Юлай Ғәйнетдинов фекеренсә ҡурай бынан бик борон 18 быуат элек билдәле булған. Ә нисек уйнай башлағандар икән ҡурайҙа? Бына тыңлағыҙ, ҡурай тураһында бик матур легенда бар, тик легнданы тыңлар алдынан бер аҙ ял итеп алайыҡ. (физминутка)

- Бик борон Искәндәр исемле батша йәшәгән, ти. Ул мөгөҙлө булған һәм кем уның сәсен ала шуны үлтереп торған. Мөгөҙө тураһында кешеләр белеүҙән ҡурҡҡан. Бер ваҡыт уның сәсен алырға йәш кенә егет килгән. Юлда ныҡ асығып килгәс, егет әсәһе күкрәк (имсәк) һөтөнә баҫып бешергән ҡул икмәкте тәмләп тороп ашап ултыра икән.

        Батша уның ашауына ҡыҙығып ҡарап торған да үҙе лә һорап ашаған.

-        Икмәкте кем бешерҙе, - тип һорай икән батша

-        Әсәйем күкрәк һөтөнә баҫып бешерҙе, - ти икән егет.

Хәҙер батша аптырай, ти, был егет менән туған булдыҡ, бер әсә

3һөтөнән тәм иттек, уны үлтереп булмай бит тип уйлай икән.

Сәсен алып бөткәс, егетте алыҫ ҡара урманға алып барып ташларға ҡуша, юл тапһа, ҡайтыр, тапмаһа үлер – тип уйлай.

Урманда егет эй йөрөй, ти, эй йөрөй, ти һәм иҫ китмәле серле тауыш ишетә был. Ошо тауышты эҙләп бара торғас, бер өйкөм кипкән ҡурайға барып сыға, уларҙың елгә шундай моң сығарып ултырыуына хайран ҡала. Үҙелә береһен ҡырҡып алып 5 бармаҡ баҫа торған урын эшләп уйнап ебәрә ти. Уның моңон яҡындағы ауыл кешеләре эҙләп килеп, егетте табып алып ҡайтып китәләр. Бына шунан башлап кешеләр ҡурай уйнай башлағандар. Был сихри тауышта буран ыжғырыуы, ямғыр шауы, ел һыҙғырыуыла, япраҡтар шыбырлауы, шишмә сылтырауы, ҡош тауыштарыла – ғөмүмән тәбиғәт симфонияһы сағыла.

(Ошо ерҙә магнитофондан ҡурай моңон тыңлайбыҙ.)

- Бына ниндәй тылсымлы музыка ҡоралыбыҙ бар икән, балалар!

   Ә беҙ һеҙҙең менән “Ҡурай” тигән уйында ла беләбеҙ, әйҙәгеҙ әле уйнап алайыҡ.(уйын “Ҡурай”)

   Һай, афариндар!

   Йәгеҙ әле әйтегеҙ, ниндәй музыка ҡоралы тураһында һөйләштек? (ҡурай).

- Ул ҡайҙа үҫә? (урманда)

- Әйе, ул йылға буйында, тау битләүҙәрендә, яланда үҫә икән.

        Шуға күрә тәбиғәтте, ер-һыуҙы һаҡларға кәрәк, бысратмаҫ кәрәк, моңло ҡурай күберәк үҫһен өсөн.

- Ҡурай тураһында легенда оҡшанымы?(Эйе)

- Ни өсөн батша егетте үлтермәгән? (Бер әсәнең һөтөн тәм иткәнгә бер туған булып иҫәпләнәләр, шуға үлтермәгән)

- Туғандар, күршеләр менән үҙ-ара нисек йәшәргә кәрәк? (татыу, матур).

Балалар беҙ һеҙҙең менән ҡурай тураһында шиғырҙар ҙа беләбеҙ, шулай бит. Әйҙәгеҙ әле кем башлай? (шиғырҙар ятлау)

- Балалар халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралдары бик күп ул думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр (ҡумыҙ күрһәтәм).

        Ҡурайҙың да бер нисә төрө бар (айыу ҡурайы, көпшә ҡурайы, һаҙ ҡурайы, сор ҡурай һ.б.), хәҙер ҡурай6ы ағастан да, еҙҙән дә эшләйҙәр. Уларҙы оҫталар тип йөрөтәләр.

        Мәҡәлдә лә әйтелә:

- Ауыҙында ҡош һайратыр

  Оҫтаһы бар башҡорттоң

- Оҫтаның ҡулы алтын,

  Күңеле киң.

        Ҡурайсы, йырсы кешеләр һау-сәләмәт булалар, ғүмерҙәре оҙон була, тыны оҙон, үпкәһе һау була.

- Балалар беҙҙең бик оҫта ҡурайсыларыбыҙ бар:

Йомабай, Иҫәнбаев, Ишморат Илбәков, Ғәйфулла Сарбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов.(фотоларын күрһәтәм)

        Ҡурай уйнарға балалар түңәрәктәрҙә өйрәнергә була, туғандарығыҙҙан да өйрәнергә була. Ҙур булып үҫкәс мәктәпте тамамлап, Өфөгә сәнғәт институтында ҡурай бүлегендө уҡып оҫта ҡурайсы булла алаһығыҙ.

- Ҡурай ул беҙҙең республикабыҙҙың символы кимәленә күтәрелгән.

        Гербта ете тажлы ҡурай һүрәте бар (гербты күрһәтәм).

        Ете таж – ете ырыу билдәһе тағы ла флагта ла бар (күрһәтәм)

Һүҙлек эше: Ҡурай, ҡумыҙ, оҫта, күкрәк, серле, өйкөм, хайран, сихри, тылсымлы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Һыйлы көнөң һыйырза

Конспект занятия по познавательному развитию в разновозрастной группы. ...

"Һыйлы көнөң һыйырҙа"

Өлкәндәр төркөмө....