"Һыйлы көнөң һыйырҙа"
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Өлкәндәр төркөмө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon hyyly_konon_hyyyrza.doc684 КБ

Предварительный просмотр:

 

ТЕМА: Һыйлы көнөң һыйырҙа

МАҠСАТ:  1. Балаларҙың йорт хайуандары тураһындағы                                         белемдәрен дөйөмләштереү, белемдәрен арттырыу

                      2. Йорт хайуаны һыйыр унан алынған һөт ризыҡтары

                        менән таныштырыу.

                           3. Тәбиғәткә, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес барышы

         Балалар беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы: «Һыйлы көнөң һыйырҙа» - тип атала. Беҙ һеҙҙең менән йорт хайуаны һыйыр тураһында легенда тыңлап китербеҙ. Һыйырҙың беҙгә ниндәй файҙа килтереүе тураһында төптән танышып китербеҙ.

        Дәресте башлар алдынан, иң беренсе  беҙ һеҙҙең менән үткән дәресте иҫкә төшөрөп алайыҡ. Һеҙҙең менән беҙ алдағы дәрестәрҙә йорт хайуандары менән дә, ҡыр хайуандары менән дә танышып киткәйнек бит инде. Ә хәҙер һүрәттәргә ҡарап беҙ хайуандарҙың йорт хайуаны мы әллә ҡыр хайуаны мы икәнен билдәләп китәйек.

Был ниндәй хайуандар?(Йорт хайуандары һыйыр, һарыҡ, кәзә һ.б.)

Был ниндәй хайуандар?(Ҡыр хайуандары бүре. айыу, болан һ.б.)

Был хайуандар ни өсөн йорт хайуандары тип атала? Сөнки улар йорт-ҡурала йәшәй, улар кешеләрҙең ярҙамына мохтаж.

Ҡыр хайуандары үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай. Аҙыҡты үҙҙәре таба шуның өсөн  ҡыр хайуандары тип аталалар. Афарин балалар!

  • Балалар бөгөн беҙ бөтәбеҙгә лә таныш булған, һәр беребеҙҙең

кәртәһендә йәшәгән, беҙҙе туйындырып, ашатып, һөт ризыҡтары менән һыйлап торған йорт хайуаны һыйыр тураһында һөйләшербеҙ.

  • Әйҙәгеҙ әле әңгәмәләшеп алайыҡ электән үк беҙҙең кәртәлә

йәшәгәндәрме икән? (балаларҙың яуаптары)

  • Юҡ балалар. Бик борон заманда бөтә хайуадарҙа урманда

йәшәгәндәр, уларҙы кешеләр яйлап үҙҙәренә эйәләштереп алғандар. Әлеге ваҡытта, беҙҙең кәртәләге бөтә хайуандарҙа эйәләштерелгәндәр, элек улар ҡыр хайуандары булғандар.

  • Ә хәҙер балалар, ҡабатлап алайыҡ ҡыр хайуандарынан йорт

хайуандарын айырабыҙ микән. Алдағы үткән дәрестәрҙе онотмағанбыҙ микән, (һүрәткә ҡарап балалар хайуандарҙың исемдәрен әйтәләр һәм йорт хайуанымы, ҡыр хайуанымы икәнен айыралар, һүрәттәр магнит ярҙамында ике яҡҡа ҡуйылып барыла).

Үәт афарин, балалар.

 

- Дәрестең темаһы «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тип әйттем бит инде.

 - Ә нимә ул, нимәне аңлата һыйлы тигән һүҙ, кем белә? (балаларҙың яуаптары). Һыйлау, һый, һый-хөрмәт тигән һүҙҙәр, ул – ашата тигәнде; һый – ризыҡ, аш мәғәнәһен аңлата.

 - Ә бына балалар баҡсаһында беҙҙе кем тәмле аштары менән һыйлай әле? (Фәнүзә апай).

Физ.минутка.

- Балалар беҙҙең бөтәбеҙҙең дә өйҙә һыйырҙарыбыҙ бар. Улар беҙҙе нимә менән һыйлай? (һөт, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ) һ.б.

        Балалар һөттән күп төрлө ризыҡтар әҙерләп була эремсек, сыр, ҡорот, ойотҡан, йогурт, май, ҡаймаҡ һ.б. Ә ошо беҙҙе һыйлаусы һыйырҙарҙың исемдәре бар микән?  (һәр бер бала әйтеп сыға).

- Һыйыр беҙҙе нисек кенә һыйламаһын, беҙ уны нисек кенә яратһаҡта, уларға кеше исемен ҡушырға ярамай, был кешеләрҙе, бер-береңде хөрмәтләмәүгә тиң. Һыйырға исем уның төҫөнә, холҡона ҡарап бирелә. Мәҫәлән, үҙе һоро булып башы аҡ булһа ниндәй исем ҡушырға була (Аҡбаш). Төҫө төрлө-төрлө булһа (алаҡай, сыбарҡай). Ҡара булһа (ҡараҡай) һ.б.

        Һыйыр һөтө витаминдарға бик бай (әйтелә). Ә ҡорот менән элек электән кешеләр дауаланғандар. һыуыҡ тейеп, тән температураһы күтәрелгән ваҡытта ҡоротло һурпаға борос һалып эскәндәр, һурпа булмаһа һары майҙы ҡайнар һыуға иретеп борослап – ҡоротлап эскәндәр. Һыйыр беҙҙең халыҡты һыйлап ҡына ҡалмаған, балалар. Һуғыш ваҡытында һыйырҙар менән ер ҙә һөргәндәр, сөнки аттар, тракторҙар етешмәгән. Был хайуанҡайҙар донъя ауырлыҡтарын да күтәргәндәр. Һыйыр быҙаулаған көн беҙҙең бөтәбеҙгә лә байрам кеүек була, сөнки һөтлө булабыҙ, ашлы, ризыҡлы булабыҙ. Беҙ хатта һеҙҙең менән ошо йорт хайуаны һыйыр тураһында йырҙа беләбеҙ, шулай бит (йырлап ишеттерәбеҙ).

- Балалар, һыйыр беҙгә күп һөт бирһен өсөн беҙ уларҙы нимә эшләтергә тейешбеҙ (һыу эсерергә, бесән ашатырға, торған урынын таҙаларға һ.б.) (балалар яуаптары). Уларҙы яратырға, һуҡмаҫҡа тейешбеҙ. Сөнки улар бик иҫле хайуан. Уларҙың бик иҫле булыуын Ҡуңырбуға легендаһында бик асыҡ һүрәтләгәндәр.(физминутка)

(Легенда һөйләйем).

- Таңдыса исемле ҡыҙҙы алыҫҡа, ялан яҡтарына кейәүгә бирәләр, уға Ҡуңырбуға исемле һыйыр биреп ебәрәләр. Ҡыш үтеп йәй еткәс Ҡуңырбуға быҙауын эйәртеп Урал тауҙары буйлап тыуған төйәгенә ҡайтып китә. Таңдыса уларҙың юлынан юллап Урал тауҙарын артыла-артыла килә һәм табып ала. Хәҙер ул юлды ҡуңырбуға юлы тип йөрөтәләр.

- Балалар беҙ һеҙҙең менән йорт хайуандары тураһында бик күп шиғырҙар ҙа беләбеҙ, шулай бит. Әйҙәгеҙ кем миңә шиғырын ятлап ишеттерә. (шиғыр ятлау)

Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ

Әсәй һыйыр һауғанын

Ап-аҡ һөттөң, күбекләнеп,

Биҙрәбеҙгә тулғанын.

  • Ала һыйыр, ҡайҙа киттең?
  • Туғайға, туғайға.

Йомшаҡ, йәшел үлән ашап,

Ҡоштар йырын тыңларға

  • Алаҡай ҡасан  ҡайтаһың?
  • Кис менән, кис менән.

Бөтәгеҙҙе лә һыйлармын

Һөт менән, һөт менән.

Афарин, балалар

- Шулай итеп, балалар бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Һыйыр йорт хайуанымы әллә ҡыр хайуанымы?

- Ул беҙгә кәрәкле хайуанмы?

- Ни өсөн?

- Ни өсөн һыйлы көнөң һыйырҙа тип әйткәндәр?

        Афарин, балалар. Йоҡлап торғас беҙ һеҙҙең менән һыйыр һүрәтен эшлөргө өйрәнербеҙ.

        Ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам.

Һүҙлек эше: ҡорот, Ҡуңырбуға, ҡатыҡ, эремсек.

                                                                                     Приложения

                 

                 

                 

               

                     

                 

                 

               

                   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательская работа һыйыры барҙың — һыйы бар (Пенное масло)

Цель исследования: получить пенноемасло в домашних условиях.     Гипотеза: я думаю, что для получения различных молочных продуктов  не всегда нужно специальное оборудование, к...

Тема: 1. Һүрәт ҡарау "Һыйыр менән быҙау" 2. Экологик уйын "Әйт әле һин, нимә ашаның?" 3. Конструирование "Быҙауға өй төҙөү"

Тема: 1. Һүрәт ҡарау "Һыйыр менән быҙау" 2. Экологик уйын "Әйт әле һин, нимә ашаның?" 3. Конструирование "Быҙауға өй төҙөү"...

Һыйлы көнөң һыйырза

Конспект занятия по познавательному развитию в разновозрастной группы....

Һыйлы көнөң һыйырза

Конспект занятия по познавательному развитию в разновозрастной группы. ...