Консультация для родителей "Важность чтения книг для детей" (на башкирском языке)
консультация

Мутагарова Наиля Иштугановна

Консультация для родителей на башкирском языке

Скачать:


Предварительный просмотр:

Ата- әсәләргә кәңәштәр

«Балаларға китап уҡыуҙың әһәмиәте»

Хәҙерге компьютер, телефон, интернет заманында китап уҡыу онотолоп бара. Китап менән дуҫлыҡ ептәре һүрелә.  Ә баланың үҫеше, аңы китап менән йәнәш барырға тейеш.

Һәр ваҡыт систематик рәүештә балаға китап уҡыһаң уның һүҙлек байлығы арта. Ата- әсә менән китап уҡыған баланың хәтере лә, күҙаллау һәләте лә үҫешә бара. Китап төрлө яҡтан тәрбиәүи эш тә алып бара. Яҡшыны ямандан, дөрөҫлөктө яуызлыҡтан айырырға бала уҡылған китаптан өйрәнә.

Китап уҡыр алдынан тыныслыҡ булдырыу мөһим: телевизорҙы һүндереп, уйынсыҡтарҙы күҙ алдынан алып ҡуйырға. Баланың иғтибарын йәлеп итерлек, ҡыҙыҡһындырырлыҡ китап һайлана. Бала китапты үҙе һайлаһа бигерәк тә яҡшы. Китап уҡығанда өндәрҙең дөрөҫ, асыҡ әйтелеше мөһим. Интонация менән кәрәкле урында шәп, кәрәкле урында яй, шым уҡыһаң баланың ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артыр. Китаптағы һүрәттәрҙе ҡарап, әңгәмәләшеп алыу иғтибарын йүнәлтер. Кәзә булып мөгөҙлө, айыу  булып ҡалын тауышлы, юлбарыҫ булып ырылдап баланың күңелен күрергә була.

Китап уҡып, беҙ балаларыбыҙға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс әҙәбиәт донъяһын асабыҙ. Шундай ябай ғына ысулдар менән беҙ уларға ҙур бәхет һәм мөхәббәт бүләк итәбеҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Консультация для родителей "Чтение книг детям"

Консультация для родителей "Чтение книг детям" ( из интернет источника)...

Консультация для родителей.Польза от чтения книг для детей.

Почему полезно читать ребёнку на ночь? Чтение на ночь для ребенка – это не роскошь, а необходимость....

Консультация для родителей "Польза от чтения книг для детей"

Чтение выполняет не только познавательную, но и воспитательную функцию....

Консультация для родителей "О пользе чтения книг для детей 5-6 лет"

quot;Читая авторов которые хорошо пишут, привыкаешь хорошо говорить" Ф. Вольтер...

КОНСУЛЬТАЦИИ ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ "ЧТЕНИЕ КНИГ ДЕТЯМ"

Родители, которые регулярно читают ребенку, закладывают фундамент для его последующего обучения к чтению. Вы читаете книгу вместе. Ребенок знакомиться, как надо держать книгу, как читать, чтобы картин...