“3 һаны һәм цифры менән таныштырыу” ( уртансылар төркөмө)
план-конспект занятия по математике (средняя группа)

Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

3 һанының барлыҡҡа килеүен аңлатыу һәм уның тамғаһы булған 3 цифры менән таныштырыу.1ҙән 3кә тиклем һанарға һәм предметтарҙы уң ҡул ярҙамында һулдан уңға табан һала белергә өйрәтеү; арауыҡта йүнәлеште билдәләү күнекмәләре.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл k_hany_menn_tanyshtyryu.docx18.71 КБ

Предварительный просмотр:

Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

“3 һаны һәм цифры менән таныштырыу”

( уртансылар төркөмө)


                                      Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

                                                   2021 йыл

Маҡсат: 3 һанының барлыҡҡа килеүен аңлатыу һәм уның тамғаһы булған 3 цифры менән таныштырыу.1ҙән 3кә тиклем һанарға һәм предметтарҙы уң ҡул ярҙамында һулдан уңға табан һала белергә өйрәтеү; арауыҡта йүнәлеште билдәләү күнекмәләре.

Һүҙлек эше: уңда – һулда, машина, төҙөлөш

Йыһазландырыу: йөк һәм еңел машиналар һүрәттәре, төрлө төҫтә геометрик фигуралар, 1-ҙән 4- кә тиклем һандар, Доман карточкалары, «Танграмм» уйыны.

Таратма материал: һәр балаға математик полотно, геометрик фигуралар – өсмөйөш, дүртмөйөш, 1-ҙән 4- кә тиклем һандар, төҫлө ҡәләм һәм геометрик фигуралар, һандар рәте төшөрөлгән бит, «Танграмм» уйыны.

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ.

Уйын «Пантомима»

Балаларҙың кәйефтәре нисек? – йылмаялар.

Балалар мине нисек ишетәләр? – ҡулды алға һуҙып баш бармаҡты күрһәтәләр.

Иртәнсәк балалар баҡсаға нисек киләләр? – урында йүгерәләр.

Балалар бер-береһен нисек һағынғандар? – бер-береһен ҡосаҡлап һөйәләр.

Тәрбиәсе: Афарин. Балалар, бөгөн йома, нисек уйлайһығыҙ аҙнаның нисәнсе көнө?

Балалар: Аҙнаның бишенсе көнө.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, әйгәгеҙ ҡабатлап алабыҙ.

Бала: Бөгөн йома, аҙнаның бишенсе көнө.

Тәрбиәсе: Афарин. Бөгөн беҙ нисек 3 һаны барлыҡҡа килеүе һәм 3 цифры менән танышабыҙ. Өҫтәлдәр артына рәхим итегеҙ.

Тәрбиәсе: Ауыл урамдарында төрлө машиналар йөрөйҙәр. Беренсе-йөк машинаһы, икенсе-еңел машина, тағы спорт машинаһы ла осрай, бөтәһе өс машина. Әйҙәгеҙ бергә һанайыҡ әле.

Балалар: Бер, ике, өс, бөтөһе өс машина.

Тәрбиәсе: Кем таҡта янына сығырға теләй?

Бала: Бер, ике, өс, бөтөһе өс машина.

Тәрбиәсе: Афарин Нәилә.Балалар, Нәилә нисек һананы?

Балалар: Дөрөҫ һананы.

Тәрбиәсе: Афарин. Ә хәҙер, балалар геометрик фигуралар, һандар рәте бирелгән ҡағыҙ битендә: нисә машина бар, шул тиклем өсмөйөштө буяғыҙ. Афарин, һандар рәтенән өс цифрын табып яҙып ҡуйығыҙ.Ильгинә, һин нисә өсмөйөштө буяның?

Бала: Өс өсмөйөштө.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, афарин. Айгөл, һин ниндәй цифрҙы яҙҙың?

Бала: Өс цифрын.

Тәрбиәсе: Афарин. Иғтибар, карточкалар менән эшләйбеҙ. Карточкала нисә нөктә һанайһығыҙ, шуны цифр менән күрһәтегеҙ.

Балалар: Бер, ике, өс.

Тәрбиәсе: Афарин балалар, иғтибарлы булдығыҙ. Ә хәҙер һеҙгә математик полотно һәм ваҡ геометрик фигуралар кәрәк. Иғтибар, өҫкө юлға ике өсмөйөш фигураһын уң ҡул менән һулдан уңға һалырға кәрәк. Регина, һин нисә өсмөйөш һалдың?

Бала: Ике өсмөйөш һалдым.

Тәрбиәсе: Афарин. Радим, һин ниндәй ҡул менән һалдың?

Бала: уң ҡул менән.

Тәрбиәсе: Радим, һин полотноның ҡайһы яғынан һала башланың?

Бала: Һул яғынан.

Тәрбиәсе: Афарин Радим. Аҫҡы юлға өс дүртмөйөштө һалығыҙ. Самат һинең дүртмөйөштәрең ниндәй төҫтә?

Бала: Дүртмөйөштәр ҡыҙыл төҫтә.

Тәрбиәсе: Афарин. Самира, аҫҡы юлда нисә дүртмөйөш һалдың?

Бала: Өс дүртмөйөш һалдым.

Тәрбиәсе: Балалар, әйтегеҙ әле, ниндәй фигура күп?

Балалар: Дүртмөйөш күп.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ. Нисек уйлайһығыҙ, нисәгә күп?

Балалар: Бергә.

Тәрбиәсе: Афарин. Тимәк, өс икенән бергә ҙур. Бергә ҡабатлайыҡ әле .

Балалар: Өс икенән ҙур.

Тәрбиәсе: Азалия, ҡабатла әле иҫбатлағанды.

Бала: Өс икенән ҙур.

Тәрбиәсе: Азалия, дөрөҫ ҡабатланымы?

Балалар: Дөрөҫ ҡабатланы.

Тәрбиәсе: афарин Алина, афарин балалар. Беҙҙең машиналар юлға сыға, уйнап алырға саҡыра.

Уйын «Күңелле машиналар»

Моторҙарҙы ҡабыҙабыҙ, урындан ҡуҙғалабыҙ (ҡулдарҙы әйләндерәләр)

Уңға, һулға боролабыҙ, һикереп тә алабыҙ-бер, ике, өс (һикерәләр)

Тигеҙ ерҙә йүгерәбеҙ, бик күңелле еләбеҙ (йүгерәләр)

Бына килеп тә еттек, хәл йыйҙыҡ – бер, ике, өс.

Машина килеп туҡтаған тауыш ишетелә. Төҙөүсе килеп инә.

Төҙөүсе: һаумыһығыҙ балалар.

Балалар: һаумыһығыҙ.

Төҙөүсе: һеҙ аҡыллы балалар, миңә ярҙамығыҙ кәрәк.

Тәрбиәсе: балалар, һеҙгә нисек ярҙам итә алырҙар икән?

Төҙөүсе: көндәр һыуынып китте, эште тиҙерәк бөтөрөр инек, төҙөлөш материалдары ташырға машиналар етмәй. Зинһар, машиналар эшләп бирегеҙ!

Тәрбиәсе: балалар, ярҙам итәйекме?

Балалар: ярҙам итәйек.

Тәрбиәсе: төҙөүсе, хәҙер балалар «Танграмм» уйынын ҡулланып йөк машиналары төҙөп бирерҙәр. Балалар, әйҙәгеҙ бергәләп уйындың атамаһын ҡабатлайыҡ әле.

Балалар: «Танграмм» уйыны.

Тәрбиәсе: афарин. Тимур, машина ниндәй өлөштәрҙән тора, әйтеп үт әле? балалар иғтибар менән тыңлағыҙ!

Бала: кузов, кабина, тәгәрмәстәр, руль.

Тәрбиәсе: балалар. Тимур машинаның бар өлөштәрен һанап үттеме?

Балалар: эйе, бар өлөштәрен һананы.

Тәрбиәсе: афарин Тимур. Иғтибар. Беҙ машинаның кузвынан эшләй башлайбыҙ, ул ҙур өсмөйөш. Кабина бер ҙур, бер бәләкәй өсмөйөшөтән һәм бер дүртмөйөштән тора. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, квадратты ниндәй фигураларҙан эшләргә була?

Балалар: ике өсмөйөштән.

Тәрбиәсе: дөрөҫ, афарин балалар.

Төҙөүсе: афарин балалар, һеҙ барыһында дөрөҫ эшләнегеҙ. Балалар, һеҙ ниндәй юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙме?

Балалар: тротуарҙан йөрөргә кәрәк. Юл аша сыҡҡанда светофорға ҡарарға кәрәк. Юлда йүгерергә ярамай.Өлкәндәрҙең ҡулдарына тотоноп атларға кәрәк.

Төҙөүсе: бик аҡыллы балалар икәнһегеҙ. Рәхмәт, шәп йөк машиналары килеп сыҡты. Миңә эшкә барырға ваҡыт етте, һау булығыҙ.

Балалар: һау булығыҙ.

Тәрбиәсе: афарин. Беҙ бөгөн эшмәкәрлектә нимәләр эшләнек?

Балалар: нисек 3 һаны, 3 цифры менән таныштыҡ. Һананыҡ, өсмөйөштәр буяныҡ, өс цифрын яҙҙыҡ, уйнаныҡ.

Тәрбиәсе: афарин аҡыллыларым, рәхмәт.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Тема: "Тема: «Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.» Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге

laquo;Кейеҙ баҫыу.  Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.»Урта төркөм балаларына  белем биреү эшмәкәрлеге...

Ата-әсәләр менән эш. " Әкиәт илендә " Уртансылар төркөмө.

Ата-әсәләр менән күңел асыу. "Ғаиләм менән әкиәт илендә" Балалар үҙҙәренең туғандары менән бер әкиәт әҙерләп сәхнәләштерәләр. Был байрам беҙҙең төркөмдә йылда үткәрелә. Ата -әсәләр маска-кос...

Кескәйҙәрҙе ауыҙ тел ижады менән таныштырыу:Өләсәйемдең йомғағы.

Маҡсат:Кескәйҙәрҙә ауыҙ тел ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.Тел төҙәткестәр аша балаларҙың телмәрендә башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтелешен нығытыу.Хәтерҙе яҡшыртыу,төркөмдә йылы мөхит тыуҙырыу.Бер-береңә я...

Телмәр үҫтереү өлкәһе Тема: Г.Ситдыҡова “Президент исеме” хиҡәйәһе менән таныштырыу. Өлкәндәр төркөмө

Г.Ситдыҡованың “Президент исеме”хиҡәйәһе менән таныштырыу, Башҡортостандың тәүге президенты тураһындағы белемдәрен киңәйтеү, һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйт...

Уртансылар төркөмө өсөн дәрес өлгөһө "Математика иленә сәйәхәт"

5-кә тиклем һанай белеү күнекмәләрен нығытыу; геометрик фигураларҙы таный, айыра һәм уларҙың атамаларын әйтә белеүҙе нығытыу...

Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш

Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...