"Тылсымлы ил-математика!"
план-конспект занятия по математике (старшая группа)

Салихова Розалия Азаматовна

10-ға тиклем ыңғай һәм кире тәртиптә һанау,

-геометрик фигуралар тураһында белемде нығытыу,

-бер форманан икенсе форма эшләү,

-тәүлек өлөштөрен өйрәнеү,

-аҙнаның көндәре тураһында белгәндәрҙе нығытыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tylsymly_il-matematika_dres.docx17.57 КБ

Предварительный просмотр:

                           «Тылсымлы ил-математика»

Маҡсаттар:        

-10-ға тиклем ыңғай һәм кире тәртиптә һанау,

-геометрик фигуралар тураһында белемде нығытыу,

-бер форманан икенсе форма эшләү,

-тәүлек өлөштөрен өйрәнеү,

-аҙнаның көндәре тураһында белгәндәрҙе нығытыу.

Үҫтереүсе маҡсаттар:

-логик фекерләүҙе үҫтереү,

-иғтибарлылыҡ тәрбиәләү,

-телмәр үҫтереү,

-фекерҙе нигеҙләп әйтә белергә өйрәтеү

Тәрбиәүи маҡсаттар:

-үҙаллылыҡ тәрбиәләү, уҡыу маҡсатын аңлап,уны яңғыҙ эшләп өйрәнеү.

-математика менән шөғөлләнеүҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу

Йыһазландырыу:

Ябай ҡәләм, ҡағыҙ бите, 1 ҡағыҙ бите нөктәләр менән, цифралар.

                                                                         Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты:

Тәрбиәсе:Балалар минең яныма киләбеҙ ҙә, түңәрәк яһап баҫабыҙ. Мин һеҙгә шундай яңылыҡ әйтергә теләйем. Беҙгә «Математика» тигән тылсымлы илдән хат килтерҙеләр. Бына нимә яҙылған:

«Ҡәҙерле балалар. Һеҙҙе тылсымлы Математика иленә саҡырабыҙ. Юлда һеҙҙе ҡыҙыҡлы мәсьәләләр көтә.Һеҙ үҙегеҙҙең белемдәрҙе күрһәтергә тейешһегеҙ.» Әйләнә яһап торабыҙ. Ҡулдар менән хәрәкәттәр яһайбыҙ.

Ишектә йоҙаҡ тора

Бер кем асалмай уны.

Әйләндерҙек,борҙоҡ,

Туҡылдаттыҡ һәм астыҡ.

                                                                 

                                               

                                               Төп өлөш.

Тәрбиәсе: Маладистар. Беҙ йоҙаҡты астыҡ. Хәҙер тылсымлы  «Математика» иленә инеп китергә лә була. Барабыҙмы?( балалар яуап бирә) Улай булғас,юлға әҙерләнәбеҙ.

Тәрбиәсе: Ә нисек юлға сығырға һуң? Ниндәй транпорт менән? ( яуаптар)

Тәрбиәсе: Ой, маладистар! Һеҙ күп транспорт беләһегеҙ. Ә беҙ ниндәй транспорт менән барырбыҙ, уныһы 1-се эште үтәгәс күренер. Өҫтәл артына ултырабыҙ.

1-се эш.

Өҫтәлдә ҡағыҙ бите һәм ҡәләм ята, ҡағыҙҙа нөктәләр ҡуйылған. Һеҙгә нөктәләрҙе тәртип буйынса 1-ҙән 10-ға тиклем тоташтырып сығырға кәрәк. Шунан белербеҙ нимә менән юлға сығабыҙ икәнен.

 Тәрбиәсе: -Йә, нимә килеп сыҡты? ( Ракета)

-Һай, афариндар!Әйҙәгеҙ бергәләп һанайыҡ.

-1,2,3,4,5,6,7,8,9,10.

-Бына беҙ хәҙер математика илендә!

-Ой ишетәһегеҙме? Әллә кемдәр бәхәсләшә? Ә-ә, был бит һандар! Улар кем ҙурыраҡ, ә кем бәләкәйерәк тип бәхәсләшә. Ярҙам итәйек.

-2-нән, 5-тән, 7-нән ҙурыраҡ һандарҙы әйтегеҙ әле.

6-нан, 4-тән, 8-ҙән бәләкәйерәк һандарҙы атағыҙ.

Тәрбиәсе:Тағы ла бер заданиены үтәргә кәрәк. Булдырабыҙмы? ( Әйе)

Ул  «Күршеңде тап» тип атала. Мәликә таҡта янында эшләй, ҡалған балалар үҙҙәренең өҫтәле янында.

-Балалар, 3,5,8 һандарының күршеләрен күрһәтегеҙ әле!

Тәрбиәсе: Һай афариндар! Ә хәҙер бармаҡтарға гимнастика эшләп алабыҙ.

Бармаҡтарҙы йомабыҙ

Бер,ике,өс, дүрт,биш-

Бөтәһе лә йомолдо

Хәҙер бер йоҙроҡ булды.

Беҙ асабыҙ кирегә;

Биш,дүрт,өс,ике,бер!

Тороғоҙ бармаҡтар,

Тор,тор!

Тәрбиәсе: Задание үтәр алдынан иҫкә төшөрәйек әле, ниндәй геометрик фигуралар беләбеҙ? ( яуаптар)

Афариндар! Хәҙер график диктант яҙабыҙ. Ҡағыҙ бите, ҡәләм алабыҙ. Өҫтә уң яҡта квадрат төшөрәбеҙ.  Ә һулда, аҫ яҡта өсмөйөш төшөрәбеҙ. Һул яҡта өҫтә-әйләнә төшөрәбеҙ, аҫта уң яҡта-дүртмөйөш, ә уртала –овал төшөрәбеҙ.

Тәрбиәсе: Афариндар! Хәҙер тағы ла 1 задание. Яңы ҡағыҙ бите  алабыҙ ҙа уны уртаһынан бөкләйбеҙ.

-Ниндәй геомертик фигура килеп сыҡты?( дүртмөйөш)

-Ә квадрат килеп сыҡһын өсөн нисек итеп бөкләргә кәрәк булыр? ( яуаптар) Дөрөҫ, тағы ла ҡап урталай.

-Ә өсмөйөш килеп сыҡһын өсөн артабан ҡайһылайтып бөкләйбеҙ? ( яуаптар)

-Дөрөҫ, диагональ буйынса.

Тәрбиәсе: Афарин, был заданиены ла үтәнек! Ә хәҙер ял  итеп алабыҙ. Барығыҙ ҙа урындарығыҙҙан тороғоҙ ҙа минең янға килегеҙ.

Ял минуты :

Атлайбыҙ дәртле итеп,

Бер,ике,өс,дүрт!

Cәпәкәйләп алабыҙ,

Бер, ике,өс,дүрт!

Эйеләбеҙ өс,дүрт!

Ҡуяндай тороп сабабыҙ,

Бер, ике,өс,дүрт (урында йүгереү)

Беҙ әҙерәк арыныҡ,

Хәл йыябыҙ кирелеп!

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ бер нәмә ишетәһегеҙме ул? Миңә сәғәт тауышы ишетелә:

Тик-так,

Тик –так!

-Кем белә тәүлектә нисә өлөш ( 4: иртә, кис, көн һәм төн)

-Аҙнала нисә көн? ( 7)

-Бөгөн ниндәй көн?

-Ә кисә ниндәй көн ине?

-Ә иртәгә ниндәй көн?

Тәрбиәсе:- Бына  шулайтып, һеҙ бөтә заданиеларҙы ла үтәп бөттөгөҙ. Ҡайтырға ла ваҡыт. Ҡуҙғалып китер өсөн тағы ла 1 шартты үтәргә кәрәк: 10-дан 1 тиклем һанайбыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп!

Йомғаҡлау.

-Шулайтып,беҙ бөгөн күңелле дәрес үттек. Был Тылсымлы « Математика» иленә сәйәхәт булды.

-Һеҙгә оҡшанымы сәйәхәт?

-Иң еңел задание ниндәй булды?

-Ә иң ҡыйыны нимә булды?

-Ә хәҙер үҙегеҙҙе баһалап ҡарағыҙ әле. Кем бөтәһен дә үтәп сыҡтым тип уйлай-ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! Һай,афариндар!

-Бөгөн ниндәй сәйәхәт үтеүегеҙҙе ата-әсәләргә һөйләрһегеҙ.

Тәрбиәсе һәр балаларға миҙалдар тарата.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по обучению татарскому языку в старшей группе Тема: “Тылсымлы кыш.”

Хочу вашему вниманию представить конспект, интегрированное занятие по обучению татарскому с элементами фольклора, нетрадиционного рисования.  В конспекте использованы такие методические приемы: вхожде...

"Тылсымлы инә."

Балаларнын иҗади уйлау, күзаллау сәләтен        баету,булган белемнәренә нигезләнеп яңа ситуацияләр куллану .Предметларнын характерлы сыйфатларын билгеләү,анал...

Тема: Тылсымлы светофор һәм юл билгеләре патшалыгына сәяхәт

Татар телендә зурлар группасы өчен юл йөрү кагыйдәләре буенча конспект....

Тылсымлы дөнья

Ата - аналар өчен ачык бәйрәм иртәсе...

Тылсымлы сүзләр

конспект занятия для первой младшей группы на татарском языке...

"Тылсымлы урман аланы"

Максат: Балаларны урман, аланлык, анда үз-үзеңне тоту кагыйдәләре белән таныштыру.Җәнлекләр, кошлар, үсемлекләр турында белемнәрен киңәйтү. Алар арасындагы бәйләнешләрне балаларга аңлату, һәр нәрсәнең...

" Тылсымлы математика"(мәктәпкә әзерлек төркеме өчен).

Мәктәпкә әзерлек төркеме өчен интегральләшкән  математика үшчәнлеге тәгъдим итәм....