ТЕЛ АСЫЛЫУҘА “ЕТЕ АЛТЫН ҠАҒИҘӘ”
консультация

Алибаева Амина Надировна

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәр дүртенсе бала тиерлек телмәр үҫеше тотҡарланыуҙан яфалана. Бик йыш ҡына ата-әсәләр балаһын башҡаларға оҡшамаған тип үҙҙәрен ышандырырға тырыша, баланың “темпераменты”на, “шәхси үҙенсәлектәре”нә һылтана. Сабыйының үҫеше артта ҡалыуын педиатрҙан ишеткәс йәки балалар баҡсаһына барғас ҡына аңлайҙар. Шунлыҡтан, хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙ тиңдәштәренән артта ҡаламы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында бер нисә кәңәш бирәбеҙ.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tel_asylyuza_7_altyn_kagiz.docx17.67 КБ

Предварительный просмотр:

ТЕЛ АСЫЛЫУҘА “ЕТЕ АЛТЫН ҠАҒИҘӘ”

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәр дүртенсе бала тиерлек телмәр үҫеше тотҡарланыуҙан яфалана. Бик йыш ҡына ата-әсәләр балаһын башҡаларға оҡшамаған тип үҙҙәрен ышандырырға тырыша, баланың “темпераменты”на, “шәхси үҙенсәлектәре”нә һылтана. Сабыйының үҫеше артта ҡалыуын педиатрҙан ишеткәс йәки балалар баҡсаһына барғас ҡына аңлайҙар. Шунлыҡтан, хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙ тиңдәштәренән артта ҡаламы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында бер нисә кәңәш бирәбеҙ.

Беренсе ҡағиҙә – балағыҙҙың теле асылыр ваҡытта шик-шөбһә тыуһа, кисекмәҫтән невропатологҡа, психоневролог, логопед, отоларинголог, дефектолог һәм психологҡа күренергә кәрәк.

Икенсе ҡағиҙә – “Алтын урталыҡ” – бала үҫешкәндә шуға ынтылырға кәрәк. Сабыйҙы иғтибар менән күҙәтегеҙ. Йәштәштәренән айырыламы икән? Күп мәғлүмәт менән маҙаһына теймәгеҙ, үҫешеүен артыҡ ҡыуаламағыҙ. Бала башта туған телен өйрәнһен, шунан һуң ғына сит телдәрҙе үҙләштерә башлаһын.

Өсөнсө ҡағиҙә – ғәҙәттә, ата-әсәләр гел генә балаһы янында булып “бала теле”н, ым-ишараларын аңлай башлай, шуға киренән һорап тормай ғына уның һорағанын үтәй. Ә был уның телмәр үҫешен тотҡарлай. Иң уңайлыһы - нимә кәрәк икәнен белмәмешкә һалышығыҙ. Башҡаларға аңлашылырлыҡ итеп һорарлыҡ булһын.

Дүртенсе ҡағиҙә – Өйҙәге теләһә ҡайһы эшмәкәрлек тә “телмәрләштерелергә” тейеш. Шуның менән баланың һүҙлек запасы әүҙемләшә, аң даирәһе киңәйә. Уйнағанда балаға нәмә эшләгәнегеҙҙе һөйләгеҙ: “Илһам, кубиктарҙы алайыҡ. Бына кубиктар. Хәҙер өй яһайбыҙ!” Уның менән гел генә һөйләшеп йөрөгөҙ: Бәләкәсегеҙгә бишек йырын көйләгеҙ, ҡыҙыҡ-мәҙәктәр һөйләп алығыҙ йә иһә иң ябай халыҡ әкиәттәрен (мәҫәлән, “Шалҡан” әкиәтен) һөйләгеҙ, китаптан һүрәтен ҡарағыҙ.

Бишенсе ҡағиҙә – әгәр кәйефегеҙ насар булһа, бала ауырып, көйһөҙләнеп торһа – бала менән шөғөлләнмәгеҙ. Дәрескә ыңғай эмоцияларҙың йоғонтоһо ҙур, шау-шыу баланың иғтибарына ҡамасауламаһын.

Алтынсы ҡағиҙә – һөйләү телмәре тотҡарланыу билдәләрен һиҙгән ата-әсәләр белгестәргә генә өмөтләнеп ятмаһын, үҙҙәре лә эшләһен.

Етенсе ҡағиҙә – дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ, сөнки баланың телмәренә генә түгел, ә иһә тотош үҫешенә дарыу, шифахана – курорт та ярҙам итергә мөмкин.

                             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

Конспект занятие на тему:"Алтын коз".

Занятие на татарском языке....

Алтын көз, матур көз.

Балалар иртәсе...