Тыуған илем
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)

Такалова Розалия Зайнулловна

Тыуған ил тураһында белемде арттырыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tyugan_ilem.docx19.71 КБ

Предварительный просмотр:

        «ТЫУҒАН ИЛЕМ – БАШҠОРТОСТАН» ТЕМАҺЫНА

              МӘКТӘПКӘСӘ ӘҘЕРЛЕК ТӨРКӨМӨ ӨСӨН

                              ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ УЙЫН 

                                                                                                                                     

                                                                                      Әҙерләне тәрбиәсе:

                                                                                                       Такалова Р.З.

                                                                                                         

«ТЫУҒАН ИЛЕМ – БАШҠОРТОСТАН» ТЕМАҺЫНА

МӘКТӘПКӘСӘ ӘҘЕРЛЕК ТӨРКӨМӨ ӨСӨН

ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ УЙЫН 

Интегратив өлкәләр: социаль-коммуникатив, танып-белеү, телмәр

үҫтереү, художестволы-эстетик үҫеш.

Бурыстар:

Белем биреүсе: балаларҙың Башҡортостан Республикаһы,

Йылайыр  районының тәбиғәте, символикалары, башҡорт

орнаменттары, халыҡ ижады, «Ҡыҙыл китап» ҡа индерелгән

үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен киңәйтеү,

һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫтереүсе: балаларҙың һүҙ байлығын, фекерләү һәләтен, хәтерен иғтибарын, бәйләнешле телмәрен, ҡыҙыҡһыныусанлығы үҫтереү.

Тәрбиәүи: тыуған төйәгебеҙгә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

уятыу; эстетик зауыҡ, күренекле яҡташтарыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ

тойғоһо тәрбиәләү.

Алдан башҡарыласаҡ эштәр: командаларға исемдәр биреү,

түңгәүер һәм үҫәргән ырыуҙарының тамғаһын плакаттарҙа һүрәтләү,

әкиәттәргә иллюстрациялар, слайдтар әҙерләү.

Йыһазландырыу: башҡорт халыҡ йыры «Урал» (видеояҙма), ырыу

тамғалары төшөрөлгән һүрәт-плакаттар, райондарҙың гербтары,

тәңкәләр, бәләкәй ҡумта-һандыҡ, ҡышлаусы һәм күсер ҡоштарҙың

һүрәттәре, орнаменттар төшөрөлгән һүрәттәр, төҫлө ҡәләмдәр йәки

фломастерҙар. Проектор, экран, музыкаль үҙәк.

Эш төрҙәре: йомаҡтар һәм ребустар сисеү, һорауҙарға яуап биреү,

йырлы уйын уйнау, шиғырҙар һөйләү, йыр йырлау.

Эшмәкәрлекте үткәреү алгоритмы.  Дәртле көй аҫтында балалар залға инәләр. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткәрелгән «Алтын тирмә» уйынының заставкаһы ҡуйыла.

Тәрбиәсе (алып барыусы). Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙ

зирәктәр һәм тапҡырҙар уйын – ярышына йыйылдыҡ.

Башҡорт халыҡ йыры «Урал»дың видеояҙмаһы ҡуйыла. 3 бала

Р. Ураҡсинаның «Башҡортостан» шиғырын һөйләй:

1. Башҡортостан – баш илем,

Йыһандағы бишегем.

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге.

2. Тәпәй баҫҡан тупрағым,

Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,

Һыуһынымды ҡандырған

Тәмле – татлы һыуҙарым.

3. Башҡортостан – баш илем

Һиндә асылды телем.

Һинең йылы ҡосағыңда

Шатланып алам белем.

Тәрбиәсе. Балалар, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

(балаларҙың яуаптары). Эйе, бөгөн беҙҙең эшмәкәрлек тыуған илебеҙ –

Башҡортостан, районыбыҙ, уның тәбиғәте, мәҙәниәте һәм туған телебеҙ

тураһында буласаҡ. Ул уйын – бәйге формаһында үтәсәк. Ярышта

ҡайһы команда зирәк, тапҡыр булыуын асыҡларбыҙ.

Шулай итеп, беҙ «Тапҡырҙар һәм зирәктәр» бәйгеһен башлайбыҙ

Капитандар үҙ командалары менән таныштыра.

«Үҫәргәндәр» ырыу ағасыбыҙ – миләш,ҡошобоҙ – торна, тамғабыҙ

– ҡойошҡан. «Түңгәүерҙәр» ырыу ағасыбыҙ – ерек, ҡошобоҙ –

һайыҫҡан, тамғабыҙ – ярым ай (һүрәт – плакаттарын күрһәтәләр).

Тәрбиәсе. Был уйын-ярыш 3 турҙан торасаҡ. Ярышты башлар

алдынан уйын тәртибе менән таныштырып үтәм. (Тәрбиәсе слайдтан

уйындың ҡағиҙәләрен уҡып ишеттерә).

Уйын ҡағиҙәләре:

- Ғәҙел уйна.

- Еңелеү ҡыйын, ләкин асыуланма.

- Еңелеүселәрҙән көлмә.

- Еңһәң – шатлан, ләкин танау күтәрмә.

- Ныҡ бул, уңышһыҙлыҡтарға бошонма.

Һәр һорауға дөрөҫ яуап өсөн командаға 1-әр тәңкә биреләсәк.

Уйын аҙағында тәңкәләрҙе ҡайһы команда күберәк йыя, шул еңеүсе

буласаҡ! (командаларға тәңкә өсөн һауыттар ҡуйыла). Ә хәҙер һорауҙы иғтибар менән тыңлағыҙ, яуапты белһәгеҙ,

команданың тамғаһын күтәрегеҙ.Ҡайһы команда тәүҙәрәк тамғаһын

күтәрә, шул яуап биреү хоҡуғына эйә буласаҡ.

I тур – «Кем cосораҡ?» тип атала.

- Зиһендәребеҙҙе сыныҡтырып, күнекмәләр үткәрәйек. Мин

һорауҙар бирәм, ҡайһы команда яуабын белә, ырыу тамғаһын күрһәтеп

яуап бирә.

1. Башҡортостандың флагында ниндәй сәскә төшөрөлгән?

(ҡурай).

2. Башҡорттарҙың боронғо йәшәү урыны? (тирмә).

3. Башҡорт ҡыҙҙарының баш кейеме нисек атала? (Ҡашмау).

4. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралын тап! (Ҡурай).

5. Йылайыр районында аҡҡан йылғалар. (Йылайыр, Һаҡмар, Шар).

6. Был ниндәй шағирҙың портреты? (Башҡорт халыҡ шағиры

М. Кәрим).

7. Мәҡәлде дауам ит. Иле юҡтың – ... (Теле юҡ)

Тәрбиәсе. Афарин, балалар!

II тур – «Кем зирәк?» тип атала

1. Конкурс «Гербты таны һәм аңлат!». Йылайыр районының

гербын тап һәм билдәлә.

Слайдта 4 райондың гербтары бирелгән. Балалар уларҙың

араһынан Йылайыррайонының гербын табалар.

-Үҙ районыбыҙҙың гербы тураһында һөйләшеп алайыҡ.

- Кем беҙгә районыбыҙ гербы тураһында һөйләй?

Бер нисә бала һөйләй: Районыбыҙ гербында өс төҫ бирелгән.

Күкһел төҫ – маҡсатҡа ынтылышты, матурлыҡты, тыуған илгә

тоғролоҡто аңлата.

Һары төҫ – райондың сәскә атыуын күһәтә. Күкһел фонда осоп

барыусы дала бөркөтө – маҡсатҡа ирешеүҙе, көслөлөктө аңлата. Гербта

иген башағы төшөрөлгән, ул районыбыҙҙа ауыл хужалығының үҫешен

аңлата. Ике яҡ ситтә Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуҙары тамғаһы

төшөрөлгән. Был районыбыҙҙың күпселек халҡы ошо ике ырыуҙан

икәнен белдерә. Аҫҡы өлөшөндә ер аҫты байлығының үҫеше

һүрәтләнә.

- Афарин! Бына бит балалар, гербтарҙа ер, ил яҙмышы,

халҡыбыҙҙың йәшәйеше сағыла. Был һүрәттәр бик күпте һөйләп тора

икән.

2. Конкурс «Башҡорт орнаменттары».

а) Башҡорт орнаменты менән биҙәлгән батмусты табыу һәм уға

ярашлы шаҡмаҡты буяп билдәләү. (Һәр команда урында эшләй һәм

слайдтан үҙ яуабын аңлата) б) «Өлөштәрҙән балаҫты йый». (Һәр команда киҫелгән өлөштәрҙән

башҡорт орнаменты төшөрөлгән тулы балаҫ йыйырға тейеш).

3. Конкурс «Әкиәтте таны». Балаларға әкиәттәрҙән һүрәттәр

бирелә.

– Балалар, һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? (яуаптар). Әкиәттәрҙә һәр

ваҡыт яҡшылыҡ яманлыҡты, изгелек яуызлыҡты еңә. Башҡорт

әкиәттәрендәге батырҙарҙың исемдәрен әйтегеҙ әле? (Аҡъял батыр,

Әминбәк, Урал батыр һ.б). Был һүрәттәргә ҡарап, уларҙың ҡайһы

әкиәттән икәнлеген әйтегеҙ.

Яуабы: «Айыу һәм бал ҡорттары», «Һарыбай», «Төлкө менән

торна» әкиәттәре.

Ял минуты. Балалар «Ҡурай» уйынын уйнайҙар (ҠУШЫМТА).

4. Конкурс «Һүҙҙәргә ҡапма-ҡаршы мәғәнәлеһен әйт!» (бер –бер

артлы командаларға һүҙҙәр әйтелә).

Тәмле, яңы, матур, көн, бейек, көслө, тиҙ, алыҫ, оҙон, йылы,

йомшаҡ, ҡыш.

5. Конкурс «Уйла, эҙлә, тап!».

Ребустарҙа ниндәй һүҙ йәшеренгәнен асыҡла.

6Н, Ҡ10 АҠ, 100 ӨК (яуабы: алтын, ҡунаҡ, йөҙөк).

6. Конкурс «Ҡыҙыл китап»ты беләһеңме?» Балалар менән

«Ҡыҙыл китап» тураһында һөйләшеү.

Тәрбиәсе. Балалар, нимә ул «Ҡыҙыл китап»? (балаларҙың яуабы).

«Ҡыҙыл китап» – ул һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы

янаған хайуандар, үҫемлектәр исемлеге, уларҙың таралған урындары,

иҫәбе, аҙайыу сәбәптәре, һаҡлау саралары тураһындағы тасуирлама.

– Ә хәҙер, бирелгән һүрәттәрҙе ҡарап, Башҡортостандың «Ҡыҙыл

китабы» на индерелгән йәнлектәрҙе һәм үҫемлектәрҙе асыҡлағыҙ һәм

һүрәттәр эргәһендәге фигураларҙы ҡыҙыл төҫкә буяғыҙ. (Яуабы:

ҡаулан, ҡуңыҙ – болан, ләлә – тюлпан, Аполлон күбәләге, һыуыр).

7. Конкурс «Башҡортостанда ҡышлаусы һәм күсер ҡоштар»

Ҡоштарҙың атамаларын әйтегеҙ һәм һүрәттәрҙәге шаҡмаҡтарҙы

буяғыҙ. Ҡышлаусы ҡоштоң һүрәтендәге шаҡмаҡты – күк, күсер

ҡоштоң шаҡмағын – йәшел төҫкә буяғыҙ (турғай, кәкүк, ҡауҙы,

ҡарабаш турғай, шыршы турғайы, тумыртҡа, күгәрсен, ҡыҙылтүш

турғай).

III тур – «Серле һандыҡ».

Был серле һандыҡта нимә бар икән? (Һандыҡтан һүрәт алына).

Һүрәттә – Салауат Юлаев һәйкәле.

Балаларға һорауҙар:

- Был һәйкәл кемгә ҡуйылған? Ул ҡайҙа урынлашҡан?

Балаларҙың яуаптары: был һәйкәл Салауат Юлаевҡа ҡуйылған, ул

– башҡорт халҡының батыры, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Һәйкәл Өфө

ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. (Тәрбиәсе

балаларҙың яуаптарын тулыландыра).

Тәрбиәсе: С. Юлаев – сәсән, шиғырҙаряҙған, ҡурайҙа уйнаған,

бәләкәйҙән атта һунарға йөрөй. Ул башҡорт халҡының азатлығы өсөн

көрәшкә әйҙәгән, Эстонияла тотҡонда булған, шунда батырҙарса һәләк

булған. Тыуған илен, Уралын һағынып күп шиғырҙар яҙған.

- Әйҙәгеҙ, музыкаль тәнәфес эшләп алайыҡ.

Малайҙар «Салауат батыр» йырын йырлайҙар.

Тәрбиәсе. Уйыныбыҙ аҙағына ла яҡынлашты, хәҙер

командаларҙың тәңкәләрен һанайыҡ. «Үҫәргәндәр» командаһы – …

тәңкә йыйҙы, «Түңгәүерҙәр» командаһы – . тәңкә йыйҙы.

- Иң күп тәңкә йыйыусы … команда – еңеүсе, тип иғлан ителә.

Афарин! Һеҙ барығыҙ ҙа  зирәк һәм тапҡыр булып сыҡтығыҙ! Барығыҙға ла миҙалдар тапшырыла.

Әҙәбиәт:

1. Башҡортостан – тыуған илем. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға

Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү программаһы. / Төҙөүсеһе

Аҙнабаева Ф.Ғ., Әлбәкова Г.Ш., Буранбаева Ә.Р., Мортаева К.Ф. –

Өфө, 2016.

2. Ғәләүетдинов И.Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө:

Китап, 2005.

3. Красная книга Башкирской АССР. – Уфа, 1984.

4. Молчева А.В. Народно-прикладное искусство народов

Башкортоста. – Уфа.

5. Юлмөхәмәтов М.Б., Йәғәфәрова А.Ш. Йәйғор. Мәктәпкәсә

йәштәге балалар өсөн хрестоматия. – Өфө: Китап, 2000


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бөек Ватан сугыш ветераны белән очрашу чарасы -“Туган илем – тынычлык, дуслык иле!”

Бу чарада балалар Бөек Ватан ветераны белән очрашып, сгуыш вакытында булган хәлләрне тыңладылар, 9 май бәйрәме нинди турында мәгълүмат алдылар. Бу бәйрәмдә ветеран бабай өчен балалар үзләре дә шигырьл...

туган илем-чиксез хэзинэ

мероприятие на татарском языке на праздник "День родного языка"...

Конспект НОД "Познание" Тема: "Илья Муромец – богатырь земли русской»

Занятие рассказывает об истории России, богатырях. О том, как жили люди в старину, чем занимались....

Конспект НОД раздел «Формирование целостной картины мира» тема: «Илья Муромец – богатырь земли русской» подготовительная к школе группа

Материал формирует представление детей о прошлом русского народа Древней руси, знание о былине и ьылинном богатыре - Илье Муромце. Развивать познавательный интерес к истории России. Воспитывать чувств...

Рассказы Ильи Серякова

В этом документе три рассказа Ильи Серова: "Улица, где все спешат" ; "Машина, которую научили рисовать" ; "Ученый дружок" ...

Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"

Воспитание, созданное самим народом,основанное  на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах,  основанных на  абстрактныхидеях… Н К. Уши...