Лего конструирование
материал

Мастер класс для воспитателей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл iskuzhinskie_chteniya.docx18.27 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы Муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы муниципаль автономлы мәктәпкәсә белем биреү  учреждениеһы “Әкиәт “ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсаһы

“Башҡорт телен өйрәнеү дәрестәрендә “Лего” технологияһы”

темаһына тәрбиәселәргә мастер - класс

 

                                                       Башҡарыусы: “Әкиәт “балалар баҡсаһы                           тәрбиәсеһе Йосопова Гөлирә Разаҡ ҡыҙы

Г.Кумертау,2023

       

 Слайд   

 -Хәйерле көн, коллегалар.Бөгөнгө мастер классты башлар алдынан,психологик уңайлы атмосфера тыуҙырып алайыҡ. Бер –берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ эле, янығыҙҙа ултырған кешенең арҡаһынан ҡағып алығыҙ.Әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе балалар баҡсаһындағы кеүек сәләмләп алайыҡ:

           -а)Һаумы ҡояш, һаумы көн,    

                Дуҫтарым,хәйерле көн.

           -б)Был минең күҙҙәр,

                Был минең биттәр,

                Был минең ҡулдар,

                Бына аяҡтар.

                Был минең дуҫтар(йылмайҙыҡ)

       

      Слайд. 

    Мәктәпкәсә белем биреүҙең федераль дәүләт стандартын индереү яңы технологияларҙы ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Шундай технологияларҙың береһе - Лего конструкциялау. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең балалар баҡсаһында Лего киң ҡулланыла. Лего - мауыҡтырғыс мөхит тигән һүҙҙе аңлата. Лего йыйылмаһы төрлө формалағы һәм күләмдәге детальдәргә эйә, был иһә уларҙы дифференсациялау һәм тематик композициялар яһау, тамашаны ҡабул итеүҙе үҫтереү мөмкинлеге бирә. Лего конструкторы менән уйын ярҙамында балалар өйрәнә генә түгел, ял да итә.

      Слайд.  Лего-технология баш мейеһенең эшмәкәрлегшенә көслө йоғонто яһарға ярҙам итә торған универсаль технология, тимәк, конструктор менән эшләү башҡорт телендә һөйләм телен үҫтерә.

         Шулай уҡ Лего ҡулланыу күп яҡтан ярҙам итә:

        Слайд. -Балаларҙа сенсорик ҡабул итеүҙе үҫтерә, сөнки детальдәр төрлө формалы,төрлө төҫтә булалар.

          Слайд.-Хәтер, иғтибар, дөйөмләштереү һәм фекерләү һәләттәрен үҫтереүгә баҫым яһала.

          Слайд.-Ҡул бармаҡтарының ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн бик мөһим һәм баланың ҡулын яҙыуға әҙерләргә ярҙам итә.

         Слайд.-фантазияны үҫтерә.

         Слайд. -Балаларҙы коллективҡа берләштереү, бер-беренә ҡарата ихтирамлы булыуҙа ла күп роль уйнай.

          Слайд. Бала бәкәйерәк булған һайын, уйындар әкиәти һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Лего фигураһы түгел, ә ҡурсаҡтар өсөн урындыҡтар, йә иһә өйҙәр тип уйнарға мөмкин.

           Лего менән төҫтәрҙе ҡабатлап була (слайд), һанарға өйрәнгәндә ярҙам итә (слайд), уң, һул, өҫтә, аҫта төшөнсәләрен өйрәнгәндә лә ҡулланһаң бик отошло килеп сыға.(слайд) Мәҫәлән: а) һары кубик ҡуй. б)һары кубиктан уңда - йәшел, ә  һулда ҡыҙылды ҡуй һ.б.

         Слайд. -Алыҫ, яҡын төнсәләрен өйрәнгәндә ҡулланыуы уңайлы.    

         Слайд.  -Ҙур,бәләкәй төшөнсәләрен өйрәнгәндә лә ҡулланыуы яҡшы.

         Слайд. –Лего ярҙамында балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереп була.Хатта патриотик тойғолар тәрбиәләргә мөмкин

         Слайд. -Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән уйнап алабыҙ.Экрандағы һүрәткә ҡарағыҙ ҙа, әкиәт геройҙарын әйтегеҙ, кемдәр улар?

         -Ҡуяндар.

         -Эйе, дөрөҫ. Ә һеҙ ҡуяндар булған ниндәй әкиәттәрҙе беләһегеҙ,исемдәрен һанап сығығыҙ әле.

         -“Ҡуян ҡыҙы”, “Тирмәкәй”,”Батыр ҡуян”......

          Слайд. -Афарин,бик яҡшы. Хәҙер мин  үҙ яныма ярҙамсылар саҡырам.Һеҙ Лего  конструктор ярҙамында  “Ҡуян ҡыҙы” әкиәтендәге ҡуян-әсәне, ағас һәм ҡуяндарҙың өйөн эшләргә тейеш булаһығыҙ.Ҡуян ҡыҙы әҙер инде.Беҙҙең атрибуттар әкиәти булғанға күрә төрлө төҫтә буласаҡтар.Эшкә тотонайыҡ.(Тәрбиәселәр ҡуяндар төҙөйҙәр).

         Тәрбиәселәр эштәрен башҡарғансы, үҙемдең эшемде күрһәтәйем.Бына был папкала лего конструкцияһы менән эшләү өлгөләре тупланған.Балалар ҡайһы саҡта ошо өлгөләргә ҡарап эшләйҙәр.Уларҙың фантазиялары бик үҫешкән, шуға күрә күбеһенсә өлгөһөҙ үҙҙәре төҙөй.Малайҙар күбеһенсә техникаға, ҡыҙҙар иһә ҡурсаҡтарға мебель эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Лего технологияһын ҡулланыу балаларҙы бөтөн яҡлап та үҫтереүгә булышлыҡ итә.

          - Әйҙәгеҙ коллегаларҙың эштәрен ҡарап китәйек.Бик матур килтереп сығарҙығыҙ, афарин. Ә хәҙер үҙегеҙҙең эшегеҙ тураһында һөйләп китегеҙ: улар ниндәй,  ҡуяндар нимә эшләй беләләр,нимә ашайҙар мәҫәлән.(Тәрбиәселәр ҡуяндар тураһында һөйләйҙәр).

            -Бик яҡшы,бына шулай итеп лего ярҙамында персонаждар яһап әкиәттәрҙе сәхнәләштерергә мөмкин, балаларҙы үҙҙәре яһаған геройҙары менән диалогка ла сығарып була.

            Слайд(әҙәбиәт). Белеүегеҙсә беҙ үҙебеҙҙең эштә балаларға йыш ҡына дәртләндереү приздары тапшырабыҙ.Бөгөн мин дә һеҙгә бүләктәр алып килдем, рәхим итеп ҡабул итегеҙ.

          Слайд.Ошоноң менән бөгөнгө мастер-класс тамам.Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

          Теманың актуаллеге. Тәрбиәсе туған телен, халҡының ғөрөф ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләүсе, шуға ла ул заман менән бергә атларға тейеш. Ә яңы технологиялар практик ҡуллана белеүҙе талап итә.Балалар үҙ телен белһен ,онотмаһын өсөн күп көс һалырға кәрәк.Шуға күрә тәрбиәсе алдынғы ҡарашлы булырға, һөнәри белемен үҫтерергә тейеш.

           Маҡсат:  Лего конструктор менән берлектәге эшмәкәрлектә коммуникатив һәмконструктив күнекмәләрҙе үҫтереү.

           Бурыстар: балалар баҡсаһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, конструктив эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, хәрәкәт координацияһын үҫтереү,фантазия һәм күҙаллауҙы әүҙемләштереү, телмәр, фекерләү,дөйөмләштереү һәләттәрен үҫтереү, коллективҡа берләштереү,патриотик тойғолар, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү.

         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по лего-конструированию "Путешествие в Лего-град"

Цель: Развитие способности детей к наглядному моделированию через ЛЕГО – конструктор.Задачи: Развивать зрительное и пространственное восприятие, активизировать внимание, направленное на продолжение ри...

Консультация на тему: Особенности образовательной деятельности в приобщении дошкольников к лего-конструированию. Значение Лего-конструирования в жизни ребенка дошкольника.

Среди разных видов технического конструирования- конструкторы Лего вызывают особый интерес и популярность у детей дошкольного возраст. Конструирование из конструкторов Лего полностью отвечает их интер...

Творческий проект по лего-конструированию "Лего и космос"

Проект рассчитан на детей 7-го года жизни....

Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир. Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)»

Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир.  Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)».Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнер...

«Развитие интеллектуальных и математических способностей дошкольников посредством лего-конструирования» «Изучаем ЛЕГО математику»

     Развитие элементарных математических представлений у детей дошкольного возраста имеет большую ценность для интенсивного умственного развития ребенка, его познавательных инте...

Конспект ОД по Лего-конструированию «Путешествие по ЛЕГО стране»

Развитие способности детей к наглядному моделированию через ЛЕГО – конструктор....

Мастер-класс по Лего-конструированию «Внедрение Лего-конструирования в образовательный процесс ДОУ»

в материале представлена презентация к мастер-классу по лего-конструированию для педагогов...