Метафоралар төҙөү технологияһы
консультация по развитию речи на тему
Консультация для воспитателей. Предлагаемаый алгоритм составления метафор развивает образную речь старших дошкольников.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 921.76 КБ |
Предварительный просмотр:
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ МЕТАФОРАЛАР ТӨҘӨРГӘ ӨЙРӘТЕҮ ТЕХНОЛОГИҺЫ
Тел... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә үҙе ниндәй ҡөҙрәтле көскә эйә!
Ул – быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән изге аманаты. Туған телебеҙ – беҙҙең данлы һәм шанлы тарихыбыҙ, ул – бөгөнгө көнөбөҙ, ул – беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ. Үҙ теленә вайымһыҙ ҡараған шәхестәр хаҡында күренекле рус яҙыусыһы К. Паустовский: «Туған теленә битараф булған әҙәм – ҡырағай... Уның телгә булған ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә булған вайымһыҙлыҡ менән аңлатыла», – тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа телгә ҡарата хөрмәт уятыу, уның таҙалығын, төҙөҡлөгөн, матурлығын күрһәтеү өҫтөндә эш алып барыу – заман талабы. Юҡҡа ғынамы ни балалар баҡсалары өсөн әҙерләнгән Федераль дәүләт белем биреү стандартында телмәр үҫеш өлкәһенә айырым урын бирелә. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы таҙа, асыҡ, аңлайышлы итеп һөйләргә өйрәтеүҙән тыш, уның телмәренең матурлығына, тасуирлығына иғтибар бүлергә кәрәк, сөнки баланың телмәр байлығы уның интеллектуаль яҡтан үҫешенең күрһәткесе булып тора.Ғалимдар фаразлауынса, мәктәпкәсә йәштәге балалар исем, ҡылымды аңлатҡан һүҙҙәрҙе тиҙ үҙләштерәләр һәм телмәрҙәрендә актив ҡулланалар, әммә сифаттарҙы етешле кимәлдә ҡулланмайҙар. Предметтың (күренештең) мәғәнәһен белдергән һүҙҙәр ҡулланыу балаларҙың образлы фекерләүен үҫтерә.
Бала телмәрендә образлы характеристикалар ҡулланһын өсөн белем биреү эшмәкәрлегендә ижади телмәр үҫтереүгә айырым урын бүлергә тәҡдим ителә. Бының өсөн баланы образлы телмәр үҫтереү алгоритмы менән таныштырыу мотлаҡ. Шул ваҡытта ғына ул һөйләү телмәрендә образлы һүҙҙәрҙе ҙур теләк менән ҡуллана башлаясаҡ.
Күренекле ғалимдар Сидорчук Татьяна Александровна һәм Хоменко Николай Николаевич мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың образлы телмәрен үҫтереүҙә улар тарафынан еңел үҙләштерә алырлыҡ алгоритмдар тәҡдим итәләр.
Образлы телмәр үҫтереү технологияһы бер нисә этаптан тора.
1-се этап. Предметтарҙы (күренештәрҙе ) бер – береһе менән сағыштырырға өйрәтеү.
2-се этап. Төрлө йомаҡтар уйлап сығарыу.
3-сө этап. Метафоралар төҙөү.
Сағыштырыу буйынса эштәрҙе 3 йәшлек балалар менән башларға тәҡдим ителә. Күнегеүҙәр ойошторолған эшмәкәрлектәрҙә генә түгел, ирекле уйындар ваҡытында ла үткәрелә.
Сағыштырыу төҙөү моделе
Тәрибәсе ниндәй ҙә булһа объектты атап әйтә, уның билдәһен күрһәтә, билдәнең мәғәнәһен асыҡлай, бирелгән мәғәнәне икенсе объекттың билдә мәғәнәһе менән сағыштыра.
Мәҫәлән:
- се объект— себеш.
Төҫө буйынса — ниндәй? (билдә).
Һары (билдәнең мәғәнәһе).
Тағы нимә һары була? (билдәнең мәғәнәһе).
Ҡояш (2-се объект)
Себеш ҡояш кеүек һары.
Кесе йәштәге балалар менән предметтың төҫө, формаһы, тәме, тауышы буйынса сағыштырыуҙар моделе эшләнелә.
1-се объект- себеш.
Формаһы буйынса — ниндәй (билдә).
Түңәрәк (билдәнең мәғәнәһе).
Тағы нимә түңәрәк була? (билдәнең мәғәнәһе).
Туп (2-се объект).
Себеш туп кеүек түңәрәк.
Артабан тәрбиәсе балаларға бирелгән билдә буйынса предметтар табырға тәҡдим итә:
Формаһы буйынса түңәрәк- ҡояш, тәрилкә, тәгәрмәс һ.б.;
Төҫө буйынса һары —туп, бәпембә, ҡәләм һ.б.
Тәрбиәсе дүрт йәшкә тиклемге балаларҙы бирелгән билдәләр буйынса сағыштырыуҙар төҙөргә күндерә.
Бишенсе йәш менән барған балалар менән уйындар ҡатмарлаша.
Фразаларҙа объекттың билдәһе атап әйтелмәй, ә уның мәғәнәһе генә ҡалдырыла. (Бәпембә себеш һымаҡ һап – һары. Яҫтыҡ яңы ғына яуған ҡар һымаҡ йомшаҡ. )
Артабан алтынсы йәшлек балалар үҙҙәре үк сағыштырыуҙар уйлап сығарып һөйләмдәр төҙөй алалар. Тәрбиәсе ниндәй ҙә булһа объект күрһәтә. Балалар шул объектҡа ярашлы формаһы, төҫө, хәрәкәте, температураһы һ.б.буйынса сағыштырыуҙар төҙөйҙәр (Ағас төҫө буйынса алтынға оҡшаған.Тыштағы һау һыутҡыстағы һымаҡ һалҡын.)
Метафоралар төҙөү.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иң ҡыҙыҡлыһы – метафоралар төҙөү. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен байытыуҙа ла метафоралар ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки метафоралы фразалар аша балалар үҙ фекерҙәрен һәм тойғоларын дөрөҫ сағылдырырға өйрәнәләр.
Метафора — дөйөм билдәләренә ярашлы бер предметтың (күренештең) үҙенсәлеген икенсе предметҡа күсереү. Тимәк, ике предметтың, күренештең, хәл-ваҡиғаның үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр метафора тип атала.
Метафоралар төҙөү буйынса фекерләү операцяларын 4-5 йәшлек балалар ҙа үҙләштерә ала.
Тәрбиәсенең мөһим маҡсаты: метафоралар төҙөү алгоритмын үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Әгәр бала метафоралар төҙөү алгортмын үҙләштерһә, ул үҙаллы метафоралы фразалар барлыҡҡа килтерә ала.
Метафоралар төҙөү алгоритмы
- Бер объект һайлана
- Уның үҙенсәлеге билдәләнә (ниндәй?)
- 2-се объект һайлап алына. Нимәгә оҡшаған? Нимә менән сағыштырырға мөмкин? (үҙенсәлекле билдәһе менән сағыштырыу).
- 1- се объекттың урынлашҡан урыны билдәләнә йәки хәл – ваҡиғаның ҡайҙа барғанлығы асыҡлана.
- Метафоралы фраза төҙөү өсөн икенсе объект алына һәм уға ҡарата беренсе объекттың урыны күрһәтелә
- Метафора ҡулланылған һөйләмдәр төҙөлә.
Мәҫәлән:
1.Ҡар бөртөгө —1-се объект. Уның тураһында метафора төҙөлә.
2.Бирелгән объекттың билдәһе асыҡлана. Ниндәй?- аҡ.
3.Шундай уҡ билдәһе булған икенсе объект һайлана. Тағы нимә шундай төҫтә була? Мәҫәлән, сәскә.
4.Беренсе объекттың урынлашҡан урыны билдәләнә. Ҡар ҡайҙан яуа? — күк йөҙөнән.
5.Метафорик фраза төҙөү өсөн икенсе объект алына һәм уға ҡарата беренсе объекттың урыны күрһәтелә. Мәҫәлән, сәскә — күк йөҙө. Күк йөҙөндәге сәскәләр.
6. Метафорик фразалар ярҙамында һөйләм төҙөлә. Мәҫәлән: Минең усыма «күк йөҙөнөң» сәскәләре төшә.Ерҙе күк йөҙөнөң сәскәләре ҡапланы.
Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә метафоралар төҙөү буйынса эштәр ҡатмарлаша. Балаларға төрлө һүрәттәр күрһәтелә. Бирелгән һүрәттәргә ҡарап метафоралы фразалар, һөйләмдәр төҙөргә тәҡдим ителә. Һүрәттәге ниндәй ҙә булһа объект асыҡ күренергә тейеш.
Мәҫәлән: ҡар менән ҡапланғас шыршы ботағында ҡыҙылтүштәр төшөрөлгән һүрәт. Тәрбиәсе ҡыҙылтүштәргә ярашлы метафора төҙөргә тәҡдим итә.
Бала йәки тәрбиәсе таҡтала (экранда, ватман битендә) алгоритм этаптарын схематик рәүештә һүрәтләп бара.
- Һүрәттә нимә күрәһегеҙ? (ҡар менән ҡапланған шыршы ботағында ҡыҙылтүштәр);
- Ҡыҙылтүштәр ниндәй? (йомшаҡ, бәләкәй, ҡыҙыл һ.б.).Тәрбиәсе “ҡыҙыл” һүҙенә метафора төҙөргә тәҡдим итә;
- Тағы нимә ҡыҙыл төҫтө була? (алма, сәскә һ.б.) . Тәрбиәсе алма һүҙен ҡулланырға тәҡдим итә;
- Ҡыҙылтүштәр ҡайҙа урынлашҡан? (ҡар менән ҡапланған шыршы ботағында);
- Ә хәҙер ике һүҙҙе берләштерәйек (шыршы ботағы - алма);
- Килеп сыҡҡан һүҙҙәр ҡулланып метафорик фраза һәм һөйләмдәр төҙөгөҙ. (шыршы ботағындағы алмалар, ҡар менән ҡапланған шыршы ботағындағы алмалар. Ҡышҡы урманда шыршы ботаҡтарында ҡыҙыл алмалар күренде. Балалар шыршылағы ҡыҙыл алмаларҙы күреп шатландылар.)
Метафора сағыштырыуҙан айырылып тора.
Сағыштырыуҙа кеүек, һымаҡ һүҙҙәре ҡулланыла, ә метафорала ундай һүҙҙәр юҡ.
Мәҫәлән: “Йәшел япраҡтар ут һымаҡ һелкенәләр” сағыштырыу ҡулланылған һөйләм. “ Ә “Ағастарҙа йәшел ут яна” — метафоралы һөйләм.”Ямғыр тауышы аҡрын көйгә оҡшаған” — сағыштырЫу ҡулланылған һөйләм булһа, ә “Ямғыр көйө”— метафоралы фраза.
Әлбиттә,мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы “метафора” термины менән таныштырыу талап ителмәй. Метафоралы фразаларҙы “Серле һүҙҙәр” тип кенә атарға мөмкин.
Балалар уйлап сығарған метафоралар миҫалдары:
1.Төрлө төҫтәге йәйғор — сәскәле болон, күктәге көйәнтә,күк ҡапҡаһы.
2.Йондоҙҙар — күк йөҙөнөң муйынсаҡтары, күк йөҙөнөң төймәләре.
3.Ямғыр — болоттоң күҙ йәше.
4.Күл — ерҙең көҙгөһө.
Нәфис әҙәбиәттә метафоралы фразалар, һүҙбәйләнештәр өлгөләре бик күп.
Әйтерһең дә, сыңлап һибелделәр
Көн битенә көмөш ынйылар.
Ҡояш баҡты. Болот иреп аҡты.
Хозурланып китте донъялар.
Көмөш ялан, көмөш урман,
Йем-йем килеп ҡар яуа.
Ап-аҡ юлдар, ап-аҡ ҡырҙар,
Һулап туймаҫлыҡ һауа.
Ғәлсәр ҡайын аҙым һайын,
Мамыҡ шәлле шыршылар.
Байрамғамы биҙәнгәндәр,
Бар ағастар ҡупшылар.
Күк йөҙө -зәңгәр болонлок
Сәскәләре – йондоҙҙар
Сәскә тамырҙары булып
Ергә тоташҡан нурҙар
(Г.Юнысова)
Әтәс ҡойма башында,
Алтын тараҡ башында.
Йоҡонан тора иртүк,
Ҡысҡыра: «Ки-ки-ри-күк! »
(А.Йәғәфәрова)
Ҡара ҡаурый сыйырсыҡ,
Һары шәлле һандуғас–
Йырсы ҡоштар йылы яҡтан
Ҡайта беҙгә яҙ булғас.
(Г.Юнысова)
Башҡорт халыҡ ижадында ла метафоралар етәрлек. Мәҫәлән:аҡ бәхет, ҡара эс, ҡарт йөрәк, тәрән тойғо, ғашиҡ уты, утлы ҡараш, алтын ер, күңел теҙгене, әсе нәфрәт, ҡаты күңел, алтын көҙ , алтын башаҡ һ.б.
Белеүебеҙсә, телмәр сәнғәте ниндәйҙер һөҙөмтәгә тәьҫир итеүе тураһында бик күп кенә миҫалдар бар.
Бер һуҡыр ҡарт магазин тупһаһына ултырып хәйер һорай икән. Уның алдында ҡалпаҡ ята. Ҡалпаҡ эргәһендә «Мин һуҡыр, зинһар ярҙам итегеҙ» тигән яҙыу эленгән. Үткенселар был үтенескә иғтибар итмәйҙәр икән. Ҡалпаҡ эсендә бер нисә тәңкә генә ята. Бабай эргәһенән бер йәш кеше үтеп барғанда туҡтап, табличкалағы яҙыуҙы үҙгәртеп нимәлер яҙып киткән. Кискә тиклем бабайҙың ҡалпағының эсе аҡса менән тулған. Аптыраған ҡарт өйөнә ҡайтҡас күршеләренән был табличкаға нимә яҙылғанын һораған. «Яҙ ҙа етер, мин уны күрә алмам инде» тигән һүҙҙәр булған улар.
Йәш юлаусы яҙған һүҙҙәр, метафорик фраза булараҡ башҡаларҙа ыңғай эмоциялар тыуҙырған.
Шулай итеп, метафоралар төҙөү буйынса эштәр балаларҙың һүҙлек запасын байыта, ижади телмәрҙәрен үҫтерә. Балаларҙың уйлап сығарыу һәм ижади активлыҡтары йылдам үҫешә. Бынан тыш, балалар өлкәндәр һәм тиҫтерҙәре менән бергәләп кәңәшләшеп эшләргә өйрәнәләр.
Мәғлүмәт сығанаҡтары
- Агишева Р.Л. Фольклор и литература Башкортостана. Учебная
хрестоматия для детей дошкольного и младшего школьного возраста. / Р.Л.Агишева. – Уфа: Китап, 2011 – 176 с.;
- Гасанова Р.Х. Развитие образной речи детей дошкольного возраста средствами художественной литературы: Методическое пособие. –
Уфа: Издательство ИРО РБ, 2015 – 92 с.;
- Гавриш, Н.В. Развитие образности речи // Вопросы речевого развития дошкольников / Н.В. Гавриш. – М., 1998 – С. 18-20.;
- Т. А. Сидорчук «Методы формирования навыков мышления, воображения и речи дошкольников» - АО «Первая Образцовая типография», филиал «Ульяновский Дом Печати», 2015. – 248с.;
- Сидорчук, Т.А., Хоменко, Н.Н. Технологии развития связной речи дошкольников. Методическое пособие для педагогов дошкольных учреждений, 2004.;
- Федеральный государственный образовательный стандарт дошкольного образования. Приказ Минобрнауки России от 17.10.2013 № 1155.;
- Ушакова, О.С. Теория и практика развития речи дошкольника.
/О.С. Ушакова. – М.: ТЦ Сфера, 2010 – 240 с.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект открытого подгруппового логопедического занятия по развитию речи в подготовительной группе с использованием современных образовательных технологий (технологии наглядного моделирования, игровые технологии, технологии: презентация Microsoft Pow
Конспект открытого подгруппового логопедического занятия ...

Конспект организованной образовательной деятельности с использованием современных технологий: элементы моделирования, игровая технология, здоровьесберегающая технология. Познание. Формирование целостной картины мира. «Весна» (для детей 2-3 лет)
Конспект на тему: "Весенние изменения в природе"....

Непосредственно образовательная деятельность с детьми старшей группы с ОНР. Тема "Игра - путешествие на поезде в деревню". Использование современных образовательных технологий: Технология ТРИЗ, игровые технологии и здоровьесберегающая технология.
Непосредственно образовательная деятельность с детьми старшей группы с ОНР. Направление:"Познавательно - речевое развитие". Лексическая тема: "Домашние животные" Тема: "Игра - путешествие на поезде в ...

Непосредственно образовательная деятельность с детьми старшей группы с ОНР. Тема: "Весна. Перелётные птицы". Использование современных познавательных технологий: Мнемотехника, игровые технологии, здоровьесберегающая технология.
Непосредственно образовательная деятельность с детьми старшей группы с ОНР. Направление: "Познавательно - речевое развитие". Лексическая тема: "Весна. Перелётные птицы". Использование современных обра...

Непосредственно образовательная деятельность с детьми подготовительной группы с ОНР. Тема: "Сравнение бурого и белого медведей". Использование современных образовательных технологий: Игровые технологии и здоровьесберегающая технология.
Непосредственно образовательная деятельность с детьми подготовительной к школе группы с ОНР. Направление: "Познавательно - речевое развитие". Образовательная область: "Коммуникация". Лексические темы:...

Конспект НОД ОО Познавательное развитие ФЭМП в подготовительной группе от 6 до 7 лет для детей с тяжелыми нарушениями речи с использованием современных образовательных технологий. (игровые технологии, личностно-ориентированная технология, технология сотр
Цель: Формирование элементарных математических представлений у детей 6 – 7 лет Задачи:Образовательная: Продолжать учить составлять арифметическую задачу на сложение на наглядном...

"Здоровьесберегающие технологии, технологии сохранения и стимулирования здоровья, технологии обучения здоровому образу жизни, коррекционные технологии».
Здоровьесберегающие технологии в дошкольном образовании - технологии, направленные на решение приоритетной задачи современного дошкольного образования - задачи сохранения, поддержания и обогащения здо...
