занятие для воспитателей
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)
Речевое развитие на тему "Курай - музыкальный инструмент башкирского народа".
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 43 КБ |
Предварительный просмотр:
Әкиәт аша музыка ҡоралы – ҡурай менән танышыу,
ҡурай тажын һүрәткә төшөрөү
Маҡсат: әкиәттәр буйынса балаларҙың белемен системаға һалыу, уларҙың төрҙәрен айырыу, үҙенсәлектәрен билдәләү буйынса күҙаллауҙарын формалаштырыу.
Белем биреү маҡсаты: әкиәт аша ҡурайҙы үҫемлек һәм музыка ҡоралы булараҡ танып-белергә, ҡурай моңо аша башҡорт халҡының тормош- кѳнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен тасуирларға өйрәтеү.
Үҫтереүсе маҡсат: балаларҙың ижади фекерләүен, бәйләнешле телмәрен, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен, мәсьәләләрҙе бергәләп сисеү алымдарын үҫтереү, үҙ-ара аралашыу күтәренке кәйеф атмосфераһы булдырыу;
Тәрбиәүи маҡсат: милли музыка ҡоралы- ҡурайға тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, башҡорт халҡының тарихына, ауыҙ-тел ижадына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу, халыҡ ижады өлгөләре аша балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Интеграль белем биреү өлкәләре: социаль-коммуникатив, танып-белеү, художестволы – эстетик, телмәр үҫтереү, физик тәрбиә.
Методик алымдар: әңгәмә, һөйләү, күҙәтеү.
Йыһазландырыу: тирмә, һандыҡ, ҡашмауҙар, теүәтәйҙәр, ҡурай.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу моменты.
Тәрбиәсе: Хәйерле иртә, ҡыҙҙар һәм малайҙар!
- Бөгөн мин һеҙгә йомро йомғаҡ алып килдем, ҡарағыҙ әле. Ниндәй минең йомғағым? (Балалар яуап бирә: йомшаҡ, йөндән эшләнгән, ҡыҙыл һ.б.). Дөрөҫ, был йомғаҡ тағы ла серле. Әгәр ҙә беҙ уға тылсымлы һүҙ әйтһәк, ул беҙҙе әкиәт донъяһына алып барасаҡ. Ә нимә һуң ул әкиәт? Ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ? (Тәрбиәсе бер-нисә һүҙ менән әкиәттәр тураһында әйтеп китә). Әкиәттәрҙе борон-борондан беҙҙең олатай-өләсәйҙәр уйлап сығарған. Ундай әкиәттәр халыҡ әкиәттәре тип аталған. Тағы ла автор әкиәттәре була. Уларҙы күренекле апай-ағайҙар ижад иткән. Әкиәттәрҙең дә төрлөһө була икән: күңеллеһе, ҡыҙыҡлыһы, киреһенсә күңелһеҙ бөткәндәре, һағышлылары, тылсымлылары Әкиәттәрҙә кире образдар (яуыз, насар) һәм ыңғай (яҡшы, матур) була. Ә һеҙҙең әкиәт донъяһына барғығыҙ киләме? (Балаларҙың яуаптары). Улайһа, әйҙәгеҙ, бергәләшеп юлға сығайыҡ. Ә уның өсөн беҙгә бары ошо һүҙҙәрҙе ҡабаларға кәрәк буласаҡ.
Йомро-йомро йомғағым,
Алдан китсе тәгәрәп.
Әкиәт донъяһына
Беҙгә етергә кәрәк.
(Һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң тәрбиәсе йомғаҡты тәгәрәтә).
- Йомғаҡ артынан барайыҡ әле, ҡайҙа алып барыр икән беҙҙе?
(Йомғаҡ төрлө әкиәттәрҙән алынған иллюстрациялар ятҡан өҫтәл янында туҡтай).
- Балалар! Бында бик күп матур һүрәттәр ята, ә беҙгә уларҙы ниндәй әкиәттән булыуын дөрөҫ кенә итеп әйтергә кәрәк буласаҡ.
(Балаларҙын яуаптары).
Тәрбиәсе: - Афарин, балалар! Бик яҡшы беләһегеҙ икән был әкиәттәрҙе. Юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек. (Йомғаҡты тәгәрәтеү).
Йомаҡтар сисеү.
Тәрбиәсе: - Хәҙер ниндәй һынауға саҡыра икән беҙҙе йомғаҡ? (Өҫтәлдә кәрзин тора. Уның эсендә алма. Алмаға һынау яҙылған ҡағыҙ йәбештерелгән).Бында беҙгә йомаҡтар сисергә кәрәк икән. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп йомаҡтар сисәйек әле, һеҙ әҙерме?
1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян) 2. Бер нимәлә тегә белмәй, энәләр тағып йөрөй. (терпе) 3. Йәйен урманда батша, ҡышын ҡарҙан да аҫта. (айыу) 4. Нәҙек билле, көлтә ҡойороҡло. (төлкө) 5. Ҡош түгел оса, өкөнән ҡурҡа, сәтләүекте ярата, һыҙғырһа, урманды яңғырата. (тейен) 6. Һоролор төҫө, үткерҙер теше, урманда йөрөй, һарыҡтар эҙләй. (бүре)
- Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар!
- Был йомаҡтар нимә тураһында булды?
- Хайуандар тураһында.
- Был хайуандар бөтәһе лә ҡайҙа йәшәй?
- Урманда.
-Әйе, дөрөҫ. Был хайуандар беҙҙең яратҡан әкиәттәребеҙҙә лә бар, улар беҙгә әкиәттәр аша таныш, шулай бит. Беҙ был һынауҙы ла үттек, юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек (Йомғаҡты тәгәрәтәтеү).
Серле һандыҡ.
Тәрбиәсе: Уй, ҡарағыҙ әле, йомғаҡ беҙҙе тирмәгә алып килде. Ниндәй матур тирмә. Эргәһендә һандығы ла күренә. Әйҙәгеҙ, асып ҡарайыҡ әле серле һандыҡты. Нисек уйлайһығыҙ, уның эсендә нимә бар икән? (Һандыҡты асып ҡарайҙар).
- Бында ҡашмауҙар, теүәтәйҙәр бар. Былары, моғайын һеҙҙең өсөндөр. Миңә лә кейем бар. Әкиәт илендә булғас, беҙгә ошоларҙы кейергә кәрәктер инде. (Кейенеп алалар).
(Ҡурай моңо ишетелә).
- Балалар, ишетәһегеҙме, ҡайҙандыр матур ғына моң килә? Әллә һандыҡтың эсенән ишетелә инде. Тыңлап торайыҡ әле саҡ ҡына. (Ҡурай моңон тыңлау). Әйе шул, ҡайҙа ҡарайыҡ әле. Бына бит, бында ҡурай ятҡан.
- Ә нимә ул ҡурай?
- Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы.
- Ул нимәнән яһалған. (Яуаптар).
- Ҡурай – ул үҫемлек, сөнки урманда, тауҙарҙа үҫә. Тәбиғәттә үҫкән ҡурай моңлораҡ. Әйҙәгеҙ, ҡурайҙың үҙенән һорайыҡ әле.
- Әй, ҡурай,
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда.
- Кем ҡырҡты?
- Батыр егет.
- Ни өсөн?
- Уйнарға!
- Әйе, урмандан алып ҡайтҡас ҡурайҙы һигеҙ тотам итеп ҡырҡалар.(Балалар менән бергәләп тотамдарын һанайбыҙ). Шунан тишектәр уялар. Һанайыҡ әле, нисәү булырға тейеш икән? (Уйымдарын һанау).
- Ә хәҙер минең яныма ултырығыҙ әле , мин һеҙгә ҡурай тураһында башҡорт халыҡ әкиәтен уҡып ишеттерәйем.
Әкиәт уҡыу.
Тәрбиәсе: - Оҡшанымы әкиәт? Нимә тураһында һүҙ барҙы? Нимә ул өшә? (Балаларға әкиәт буйынса һорауҙар биреү). Ә хәҙер әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. Түңәрәккә баҫайыҡ.
«Ҡурай» уйыны.
- Был уйында уртаға ҡурайҙы һалабыҙ ҙа, үҙебеҙ түңәрәк буйлап бейеп йөрөйбөҙ. Бейеп туҡтағас, ҡыҙҙар: «Бер, ике, өс» - тип әйтһәләр, малайҙар ҡурайҙы беренсе булып алырға тырышалар. Кем беренсе булып ҡурайҙы ала, шул еңеүсе.
Тәрбиәсе: Бына күңелле итеп уйнап та алдыҡ. Төркөмөбөҙгә лә ҡайтырға ваҡыт. Төркөмгә ҡайтҡас, беҙ һеҙҙең менән ҡурай тажын һүрәт итеп төшөрөрбөҙ, шуға күрә йәһәт кенә ҡайтырға ашығайыҡ. Кире ҡайтыр өсөн беҙгә йомғаҡ ярҙам итер. (Йомғаҡты тәгәрәтеү).
Йомро-йомро йомғағым, алдан китсе тәгәрәп.
Төркөмөбөҙгә инде ҡайтып етергә кәрәк.
Тәрбиәсе: Бына беҙ ҡайтып та еттек. Хәҙер эш урындарына ултырайыҡ та, күргәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, ҡурай тажын һүрәткә төшөрәйек.
Дәрескә йомғаҡ яһау. Рефлексия. Бөгөн нимәләр тураһында һөйләштек? Нимә ул ҡурай? Ҡурай әкиәте оҡшанымы, ни өсөн? Һеҙ тағы ла ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ? Тағы ла нимәләр оҡшаны? Һ.б.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработкаСеминарское занятие для воспитателей на тему: «Сохранение физического и психического здоровья у детей дошкольного возраста»
МДОУ ДСКВ № 15 г. Ейска МО Ейский районМетодическая разработкаПедагог-психолог Сергеева М.ВСеминарское занятие для воспитателей на тему: «Сохранение физического и психического здоровья у д...
Игра-занятие для воспитателей "Путешествие на волшебном зонтике"
Игра, как средство всестороннего развития ребёнка...

Конспект открытого занятия для воспитателей групп раннего возраста по ознакомлению с окружающим на тему:"Построим домики зверям."
Познакомить детей со свойствами и качествами камешков;Учить подбирать предметы , ориентироваться на цвета по показу и по словесному обозначению; Закреплять умение узнавать и называть цвета...

Занятие по лепке из пластилина с использованием дополнительного материала (средняя группа) (Конспект открытого занятия для воспитателей) май 2014год.
Программное содержание:Закреплять умение детей надавливающим движением указательного пальца размазывать пластилин на шаблоне; Формировать интерес к работе с пластилином; Развивать мелк...

«Роль воспитателя в подготовке к музыкальным занятиям» - консультация воспитателям
Праздник в детском саду – это, прежде всего, большая проделанная работа всего коллектива, так как в этом мероприятии задействованы многие сотрудники детского сада: воспитатели, специалисты, кастелянша...
Цикл обучающих занятий для воспитателей (4 занятия) «Подготовка к обучению грамоте».
Цикл обучающих занятий для воспитателей (4 занятия)«Подготовка к обучению грамоте».1 занятиеФормирование навыков языкового анализа и синтеза предусматривает работу на различных уровнях: пр...
