Данлыҡлы яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин''
материал по развитию речи (подготовительная группа)

Байчурина Зифа Агзамовна

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район

Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге

муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

 Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн

''Данлыҡлы яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин''

темаһына эшмәкәрлек конспекты

                                                               Әҙерләне:  

                                                           юғары категориялы тәрбиәсе

                                                           Байсурина  Зифа  Әғзәм ҡыҙы

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау : танып белеү  үҫеше, социаль - коммуникатив үҫеш, художестволы - эстетик үҫеш.

Интеграцияланған бурыстар.

  Белем биреүсе:  балаларҙы данлыҡлы  яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың  тормошо, яу юлы менән таныштырыу, һүҙ байлығын яңы һүҙҙәр менән  арттырыу.

Үҫтереүсе:  балаларҙың аң- зиһенен, хәтерҙәрен, телмәрҙәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: тыуған яғының батырына ҡарата ғорурлыҡ, илһөйәрлек  тәрбиәләү.

Алдан үткәрелгән саралар. Район үҙәге тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшинға ҡуйылған бюст янына сәйәхәт ойоштороу, әңгәмә үткәреү, йыр, бейеү өйрәтеү, шиғырҙар ятлау, Шайморатов генерал тураһында белешмә  биреү, уның тураһында йыр өйрәнеү.

Йыһазландырыу:  Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың тормош юлын яҡтыртҡан, яу  яланын һүрәтләгән слайдтар.

 Һүҙлек эше: батырлыҡ, һал, дошман, арҙаҡлы шәхес, миҙал,Советтар Союзы.

Эшмәкәрлек барышы. (Балалар түңәрәк яһап баҫып торалар)

1. Ойоштороу. Сәләмләү.

                      Мин иртә менән

                     Баҡсаға киләм,

                    Иптәштәремдең

                    Хәлдәрен беләм

                   Иҫәнмеһегеҙ?

                   Һаумыһығыҙ?

                  Һеҙгә, дуҫтарым

                   Иртәнге сәләм!

2. Артикуляция күнегеүҙәре: “ Бәүелсәк” ,  “Ат сабыу”.

3. Телмәр зарядкаһы.

      Ҙа- ҙә- ҙо- ҙу-ҙы

     ғә-ғо-ғы-ға- ғу.

4.Бармаҡ уйыны

    Теләһәң, усыңды йом,

   Йә,сәпәкәй ит ҡулың.

5. Дидактик уйын'' Һүҙ уйла''

     Һа-һа-һа - һалдат ...

    Мо- мо- мо - моряк...

   Ха- ха-ха  - хат...

- Балалар, нимә ул хат? Уны күргәнегеҙ бармы?(балаларҙың яуабы)

- Юҡмы, улайһа тыңлағыҙ әле. Элек  радио, телевизор, компьютер булмаған, алыҫҡа киткән кешеләр бер - береһенең  хәлен хат аша белгәндәр, ә хаттарҙы өйрәтелгән күгәрсендәр ташығандар.

-  Уй, балалар, ҡарағыҙ әле, күгәрсендәр беҙгә лә хат алып килгәндәр (төркөмгә һауа тултырылған шарҙарға бәйләнелгән өсмөйөшлө хат осоп килеп инә)

- Балалар, был бит  яу яланынан яҙылған һалдат  хаты. Әйҙәгеҙ, уны уҡыйыҡ.

- Әйҙәгеҙ.

- Улайһа, урындарығыҙға ултырығыҙ һәм  матур итеп тыңлағыҙ.

  ''Ҡәҙерле, туғандарым! Алыҫ араларҙы яҡынайтып, һеҙгә суҡтан-суҡ  һалдат сәләмдәре ебәреп хат яҙа  Ҡәйүм улығыҙ.Һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек?

 Мин әлегә имен-һау ғына хеҙмәт итеп  йөрөйөм.Дошмандарҙы көн дә тар - мар итәбеҙ. Тыуған илде  уларҙан азат итмәйенсә тыуған яҡҡа ҡайтмайым.

      Сәләм  менән рядовой Ҡәйүм Әхмәтшин.''

-Балалар, кем ул Ҡәйүм Әмәтшин?

-Ул батыр.

- Ә ниндәй батырлыҡ эшләгән?

-Тыуған илде дошмандарҙан һаҡлаған.

- Һай, афарин, ә беҙҙең тыуған илебеҙ нисек атала?

- Әйе, беҙҙең тыуған илебеҙ  Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы. Ошо изге еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, бик күп ағайҙар, олатайҙар яуға киткәндәр. Шуларҙың береһе данлыҡлы, арҙаҡлы  яҡташыбыҙ, Советтар  Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин.

- Ә һеҙ уның тураһында нимәләр  беләһегеҙ?(балаларҙың яуабы)

- Һай, афарин, ә уға ни өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгәнен белгегеҙ киләме?

- Әйе.

- Мин һеҙҙең шундай зирәк икәнегеҙҙе белеп, бөгөн Ҡәйүм олатайығыҙҙың ҡыҙы Флүрә инәйегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙым, хәҙер оҙаҡламай үҙе лә килеп етер әле.

    Ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы балаларҙан һаулыҡ һорашып, үҙе менән таныштырып килеп инә.

- Флүрә инәй, беҙгә бик ҡыҙыҡ булып китте , ни өсөн Ҡәйүм олатайға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында һөйләгеҙ әле?(Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы һөйләгәндә яу яланы, Ҡәйүм Әхмәтшиндың тормош юлын сағылдырған слайдтар күрһәтелә)

- Һай-һай , һеҙ бик аҡыллылар икәнһегеҙ. Балалар, ул ваҡытта мин дә һеҙҙең һымаҡ бәләкәй генә булғанмын, атайымды яҡшылап иҫләмәйем, уның тураһында әсәйемдең һөйләгәненән , аҙаҡ инде  олатайығыҙ тураһында яҙылған китаптарҙы уҡып ҡына беләм.

 Минең атайым, Ҡәйүм Әхмәтшин Хәйбулла районы,      Ҡаракөсөк ауылында тыуған. Һеҙҙең һымаҡ теремек, аҡыллы малай тыуған илен, ерен яратып үҫә, мәктәптә белем ала, армия сафында хеҙмәт итә. Ә илебеҙгә дошмандар баҫып   ингәс, ул бер нимә лә уйлап тормайынса  үҙ теләге менән яуға китә һәм  112-се Башҡорт атлы дивизияһында ,Шайморатов генерал етәкселегендә хеҙмәт итә,  береһенән - береһе ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

- Флүрә инәй, беҙ Шайморатов генерал тураһында йыр беләбеҙ.

- Йә, улайһа йырлап ишеттерегеҙ әле (балалар "Шайморатов генерал" йырын йырлайҙар).

- Афарин, балалар йырҙа әйтелгәнсә һалдаттар дошмандар менән  бик ҡыйыу көрәшәләр һәм шундай ҡаты алыштарҙың береһендә, уларға Днепр йылғаһы аша сығып, йылға аръяғындағы ҡалҡыулыҡты алырға тигән бойороҡ бирелә.Йылға аша кемдәрҙер кәмә, ҡайһылары һалға ултырып  сығып барғанда  дошман көслө ут аса һәм уның иптәштәренең кәмәһен снаряд  ярсығы тишә һәм кәмә бата башлай. Ҡәйүм олатайығыҙ бер нимә  уйлап тормайынса,  көҙгө һалҡын көндә  үҙенең кейемен сисеп кәмәнең тишеген ҡаплай  һәм пилоткаһы менән кәмәләге  һыуҙы түгешергә ярҙам итә.Ул шулай иптәштәренең ғүмерен һаҡлап алып ҡала, улар юғалтыуһыҙ ярға сығалар, бойороҡто үтәйҙәр.Ошо күрһәткән батырлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Балалар, был исем беҙҙең районда бер генә кешегә бирелгән.Уның исемен балалар белһендәр, иҫләһендәр өсөн беҙҙең Аҡъяр ауылы урамына, Әбеш ауылы мәктәбенә ҡушҡандар, уға Еңеү паркында бюст эшләгәндәр.

- Рәхмәт һеҙгә, Флүрә инәй, беҙ ҙә ҙур үҫкәс һалдат булабыҙ, илебеҙҙе һаҡлайбыҙ.

- Афарин, балалар ,ә һеҙ беләһегеҙме  һалдат булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнлеген?

- Әйе, спортты яратырға, сәләмәт булырға, яҡшы уҡырға кәрәк.

Ял минуты . “Ат сабышы  ” уйыны

Дидактик уйын   “Ғәскәр төрҙәрен төҙө”

-Афарин, ә хәҙер, малайҙар Флүрә инәйегеҙгә'' Батырҙар ''бейеүен бейеп күрһәтәйек әле

- Ә кем шиғыр һөйләп күрһәтер.

- Хәҙер, балалар Флүрә инәйегеҙгә ләлә сәскәһе  эшләп бүләк итәйек (балалар оригами ысулы менән сәскә эшләйҙәр, уны  ҡунаҡҡа бүләк итеп, эшмәкәрлекте тамамлайҙар ) .

Ҡулланылған әҙәбиәт.

     1. И.Ғ.Ғәләүетдинов ''Башҡорт халыҡ уйындары'',

     2. М.Сәлмәнов ''Балалар өсөн йырҙар       '',

     3. М.Б.Юлмөхәмәтов ''Йәйғор'',Өфө,

     4. Р.А. Белов'' Путь мужества и славы'',Уфа,1995.

     5. М.Бикбова ''Шат бейеүҙәр''

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kyum_hmtshin.docx17.37 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Материалы к беседе на тему: ПОДОЛЬЧАНЕ — ГЕРОИ СОВЕТСКОГО СОЮЗА

материалы к беседе "Подольчане- Герои Советского Союза"...

Приморцы, получившие звание Героя Советского союза и Героя Российской Федерации

Уважаемые коллеги, представляю вашему вниманию консультацию для детей и родителей на тему: "Приморцы, получившие звание Героя Совесткого союза и Героя Российской Федерации". Данная консульта...

Возложение цветов к памятнику Маршала Михаила Ефимовича Катукова Дважды Героя Советского Союза

Предварительная работа:Беседа с детьми о ВОВЧтение художественной литературы о ВОВПоказ презентации о ВОВЦель: расширение представлений детей о героях ВОВ, формирование интереса и уважения к ним.Форми...

Проект, посвященный памяти Героя Советского Союза И. И. Федюнинского

В нашем городе много больших и маленьких улиц. Улицы носят имена известных и неизвестных нам людей, но мы так привыкли к этим названиям, что не задумываемся над тем, кому принадлежит это имя и чем изв...