Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты
план-конспект занятия по развитию речи (средняя группа)

Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң әйтелешен нығытыу; хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kem_kayza_yshy_razv.rechi_.docx338.2 КБ

Предварительный просмотр:

Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

Башҡорт теленән

« Кем ҡайҙа йәшәй»

темаһына өлкәндәр төркөмө өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты

                                        Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

                                                     2021 йыл

    Маҡсат: балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң әйтелешен нығытыу; хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

    Һүҙлек эше: ҡуян, ҡырағай, кишер, һыйыр, һөт.

    Типик грамматик конструкциялар: Был ҡуян. Ул ҡырағай хайуан.

Ҡуян кишер ярата.

     Ҡулланма материалдар: уйынсыҡтар (ҡуян, һыйыр) һалынған тылсымлы ҡумта, урман һәм өйҙәр макеты, ҡурсаҡ “Белмәҫйән”, фланелеграф, таблица.

Дәрес барышы:

Ойоштороу өлөшө.

Тәрбиәсе өҫтәлгә өй һәм урман макеты урынлаштыра. Белмәҫйән тылсымлы ҡумта тотоп килеп инә.

Тәрбиәсе: Белмәҫйән, ниңә улай күңелһеҙ?

Белмәҫйән: Мин хайуандарҙың ҡайҙа йәшәгәндәрен белмәйем.

Тәрбиәсе: Балалар, Белмәҫйәнгә ярҙам итәйекме? (бер балатылсымлы ҡумта эсенән бер хайуанды ҡапшап ҡарап исемен әйтә, балаларға күрһәтә).

-Был ҡуян.

-Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына беҙгә ниҙер әйтә түгелме? Әйҙәгеҙ, һорайыҡ әле, ҡайҙан килде икән ул беҙгә?(урмандан).

-Ҡуян ниндәй төҫтә? (аҡ төҫтә).

-Ҡуяндың ҡойроғо (ҡолағы) ниндәй? (Тәрбиәсе балаларҙан тулы яуап талап итә).

Тәрбиәсе фланелеграфҡа мнемотаблица ҡуя.

                                     Мнемотаблица буйынса эш.

C:\Users\Айсылу\Documents\зайка.jpg

C:\Users\Айсылу\Documents\лес.jpg

C:\Users\Айсылу\Documents\морковка.jpg

Был ҡуян.      Ул ҡырағай хайуан. Ҡуян кишер ярата.

-Айгөл, ҡуян ҡайҙа йәшәй?

-Ҡуянды урманға алып барып ҡуй.

Белмәҫйән: Белдем. Ҡуяндың ҡайҙа йәшәгәнен.

(Бала ҡумта эсенән икенсе хайуанды ала).

  • Был һыйыр.
  • Һыйыр нисек мөңрәй? (Му – у – у).
  • Әйҙәгеҙ, балалар бергәләп ҡабатлайыҡ. Белмәҫйән һин дә ҡабатлап ултыр(бергәләп ҡабатлайҙар: му-у-у).

                      “У” өнөнә артикуляция.

  • Ә хәҙер бергәләп һыйырҙың йырын ҡабатлайбыҙ: му – у – у(ҡалын).
  • Быҙауҙар нисек мөңрәйҙәр? (нәҙек): мө – ө – ө.
  • Һыйырҙы ҡайҙа ҡуябыҙ? (йорт эргәһенә).
  • Балалар, һыйыр ҡайҙа йәшәй? (кәртәлә, һарайҙа).

Мнемотаблица буйынса эш.

C:\Users\Айсылу\Documents\корова.jpg

C:\Users\Айсылу\Documents\лапас.jpg

C:\Users\Айсылу\Documents\ведро молока.jpg

Уйын “Кем ҡайҙа йәшәй?”

Балаларға предметлы һүрәттәр таратып бирелә. Таҡтала ҙур карточка. Унда йорт һәм урман һүрәте.

Балаларға һүрәттәрҙе айырып һалырға тәҡдим ителә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Телмәр үҫтереү өлкәһе Тема: Г.Ситдыҡова “Президент исеме” хиҡәйәһе менән таныштырыу. Өлкәндәр төркөмө

Г.Ситдыҡованың “Президент исеме”хиҡәйәһе менән таныштырыу, Башҡортостандың тәүге президенты тураһындағы белемдәрен киңәйтеү, һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйт...

Башҡорт теленән « Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре» темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ дәрес конспект

балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уяты...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү хикәйә "Көсөк"

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереүБурыстар:1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы...

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...