Башҡорт теленән « Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре» темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ дәрес конспект
план-конспект занятия (средняя группа)

Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙа  телгә ихтирам тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл milli_keyem_dres_konspekty.docx14.87 КБ

Предварительный просмотр:

Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

Башҡорт теленән

« Башҡорт милли  кейеменең биҙәктәре»

темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ

дәрес конспект

                                 Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

     Максат: балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙа  телгә ихтирам тәрбиәләү.

     Йыһазландырыу: башҡорт кейемендәге ике ҡурсаҡ, селтәрле түшелдерек, ҡашмау, күстәнәсле төйөнсөк, беләҙек, балдаҡ, йөҙөк, сәс үргес, таҫма.

Дәрес барышы:

Ойоштороу өлөшө.

Артикуляция гинастикаһы:

а) көҙгөгә өрөп һөртәбеҙ,

б) йылмайып ҡарайбыҙ,

в) теш таҙартабыҙ,

г) теште күрһәтеп йылмаябыҙ.

Тәрбиәсе:  Бал ҡорто , бәпес, ҡарға, йылан төшкән һүрәттәр күрһәтеп – Ниндәй башҡорт өндәре ишетелә?

Балалар : Бҙ-ҙ-ҙ- бал ҡорто – ( ҙ –башҡорт өнө),

                 Ҡар-ҡар-ҡар- ҡарға- ( ҡ- башҡорт өнө),

                 Ҫ-ҫ-ҫ- йылан (ҫ- башҡорт өнө),

                 Ңә-ңә-ңә- бәпес илай ( ң- башҡорт өнө).

         Балалар, ишетәһегеҙме, кемдәрҙер быш – быш һөйләшә. Бына кемдәр         тауышлана икән (ике ҡурсаҡ сығара). Сәлимә менән Салауат бит былар            (балалар ҡурсаҡтар менән һаулыҡ һорашалар): 

-Һаумы Сәлимә!

- Һаумы Салауат!

Тәрбиәсе: Ниндәй матур итеп кейенеп килгәндәр. Әйҙәгеҙ әле, ҡарайыҡ, Сәлимә нимә кейгән?

Балалар: Сәлимә япмалы күлдәк, камзул кеәгән.

Тәрбиәсе: Күлдәге ниндә төҫтә?

Балалар: Ҡыҙыл, йәшел.

Тәрбиәсе: Ә Салауат нимә кейгән?

Балалар: Салауат ҡамсат бүрек, сарҡ, елән кейгән.

Тәрбиәсе: Балалар, кейемдәр нимә менән биҙәлгән?

Балалар: Тәңкәләр, таҫмалар.

Тәрбиәсе: Башҡорт кейемдәре тураһында шиғырҙар һөйләйҙәр.

                     Ике япмас итәге,

                     Таҫмалары ҡыҙылдан.

                      Суҡтан кейенгәнһең бит,

                      Күҙ алмайым был ҡыҙҙан.

Ишек шаҡыйҙар. Өләсәй килеп инә.

Өләсәй: Сәлимә, Салауат ҡайҙан китеп юғалдығыҙ? Ҡаҙ бәпкәләрен ҡарарға киткәйнеләр, юҡ та юҡ.

Тәрбиәсе: Улар бында. Бик матур кейенгәндәр. Беҙ уларҙың кейемдәренә һоҡланып бөтә алмайбыҙ.

Өләсәй: Кейемдәрҙе үҙем тектем. Оҡшаймы? Үҙемә лә тегеп кейәм шулай (Балалар өләсәйҙең күлдәгенә иғтибар итәләр).

Тәрбиәсе: Балалар, өләсәйҙең күлдәге нимәләр менән биҙәлгән?

Балалар: Тәңкәләр, таҫмалар менән биҙәлгән.

Тәрбиәсе: Өләсәй ҡулдарына нимә кейгән?

Балалар: Беләҙек.

Тәрбиәсе: Ә бармаҡтарына нимә кейгән?

Балалар: Йөҙөк.

Тәрбиәсе: Былар барһыла – биҙәнеү әйберҙәре тип атала.

Балалар: Биҙәнеү әйберҙәре.

Тәрбиәсе: Өләсәй, һеҙҙең кейемегеҙ тураһында балалар шиғыр ҙа беләләр.

                       Кейемегеҙ матур шул,

                       Япмыстапҙа ҡуйылған.

                       Камзулына, күлдәгенә,

                       Тәңкә, таҫма һуҙылған.

Беҙҙең балалар беләҙек тураһында йыр ҙа беләләр.

“Беләҙегем - йөҙөгөм” йыры башҡарыла.

Өләсәй: Рәхмәт, балалар. Мин дә һеҙгә “Бармаҡ уйынын” уйнатайым әле

(бармаҡтарын бөгә – бөгә һанай):

                         Баш бармаҡ – олатай,

                         Имән бармаҡ – өләсәй,

                         Урта бармаҡ – атай,

                         Атһыҙ бармаҡ әсәй,

                        Сәтәкәй бармаҡ – ҡыҙыҡай.

  Уйын ике тапҡыр ҡабатлана.

Өләсәй: Һай афарин, һеҙгә балалар (балаларға рәхмәт әйтеп, күстәнәстәрен тарата. Балалар менән хушлаша, ҡурсаҡтарҙы алып сығып китә).

Тәрбиәсе дәресте йомғаҡлап, балаларҙың белемдәрен нығыта.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

3-4 яшьлек балалар өчен белем бирү эшчәнлеге конспекты “Математикага беренче адымнар”

3-4 яшьлек балалар өчен белем бирү эшчәнлеге конспекты“Математикага беренче адымнар&rdquo...

4-5 яшьлек балалар өчен белем бирү эшчәнлеге конспекты “Йорт хайваннары”

4-5 яшьлек балалар өчен белем бирү эшчәнлеге конспекты“Йорт хайваннары&rdquo...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты

балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң ә...

“ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ” уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө

Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р”  өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү....

ТЕМА. “УРАМ ЧАТЫНДА” (ЗУРЛАР ТӨРКЕМЕ БАЛАЛАРЫ БЕЛӘН ЮЛЛАРДА ҮЗЛӘРЕН ХӘВЕФСЕЗ ТОТУ КАГЫЙДӘЛӘРЕНӘ ӨЙРӘТҮ БУЕНЧА ШӨГЫЛЬ)

Максат.  балаларга юл йөрү кагыйдәләрен төшендерү, аларны төгәл үтәргә күнектерү; юл билгеләре турындагы белемнәрен гомумиләштерү һәм ныгыту...

Тема:“Кыш җитте” 5-6 яшьлек балалар өчен бәйләнешле сөйләм телен үстерү эшчәнлеге.

Максат: балаларны кыш,кышкы күренешләр, табигатьтә булган үзгәрешләр белән таныштыруны дәвам итү, кыш билгеләрен искә төшерү, аларны сөйләмдә куллану, бәйләнешле сөйләм күнекмәләре булдыру, кышкы таби...