“ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ” уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа)

Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р”  өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yul_kagizlre_sr.gr_.docx16.89 КБ

Предварительный просмотр:

 Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

“ЮЛ  ҠАҒИҘӘЛӘРЕ”

уртансы төркөм балалары өсөн дәрес өлгөһө

                                   

                                     Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

                                                     2020 йыл

                         

  ТЕМА:  ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ 

 

МАҠСАТ: Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “р”  өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: светофор, тротуар.

Йыһазландырыу: юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар, ҡала урамы сағылдырылған плакат, өс төҫлө флаг, өс төҫлө алты шар.

 

 

                                                Дәрес барышы

-Балалар, бөгөн дәрестә беҙ юл ҡағиҙәләре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙы белеү транспортта йөрөүселәргә лә,йәйәүлеләргә лә кәрәк.

-Ә һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?

-Балаларҙың яуаптары  (ер, һауа, һыу транспорты).

-Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ер транспортында – машинала сәйәхәткә сығабыҙ. Һеҙ әҙерме?

-Эйе.

-Машинаны йөрөткән кеше кем була?

-Шофер.  

                             Урамдарҙа йөрөүе

                            Бик ябай ғына түгел.

                             Уның ҡағиҙәләре бар

                             Уларҙы бик яҡшы бел!

                             Белергә кәрәк шоферға,

                             Кәрәк йәйәүлегә лә,

                              Әле бәләкәй булһаҡ та

                             Белергә кәрәк беҙгә лә.

-Моторҙы тоҡандырығыҙ!  Р-р-р-р ...(дөрөҫ әйтеү)

Балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп, мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.       

-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынлашабыҙ. Ҡарағыҙ әле, нимә күрәһегеҙ?

-Светофор.

-Ә нимә була ул светофор?

-  Ул урамда хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән сигнал бирә.

-  Уның ниндәй төҫтәре бар?

-  Ҡыҙыл, һары, йәшел.

- Ул төҫтәр нимәне аңлата?

- Ҡыҙыл-туҡта, һары- әҙерлән, йәшел- атла.

- Дөрөҫ.

Бында эшләнеп бөтмәгән светофор тора- макетҡа төҫтәрен дөрөҫ кенә итеп бына ошо ҡыҙыл, һары,йәшел түңәрәктәрҙе йәбештерегә кәрәк.Мольбертта торған светофорға балалар түңәрәктәрҙе йәбештерә.(Йәбештереү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү)

Уйын “ Светофор “.

Балалар залдың бер яғында, тәрбиәсе икенсе яғында тора.Тәрбиәсе төрлө төҫтәге флагтар менән сигнал бирә, балалар яңылышмай үтәргә тейештәр.                        

Йәшел- атларға, һары- урында атларға, ҡыҙыл- туҡтарға. Кем яңылыша,шул уйындан сыға. Бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ, икенсеһенә ҡуҙғалайыҡ. Унда беҙҙе “ эйе йәки юҡ”  уйыны көтә.

                            

-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙме?(эйе)

-Светофорҙа ҡыҙыл янһа, һеҙ юлды аша сығаһығыҙмы? (юҡ)

-Йәшел утта сығаһығыҙмы? (эйе)

-Автобус артына йәбешеп йөрөргә яраймы? (юҡ)

-Афарин! Күп беләһегеҙ икән!

 

-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р...  (дөрөҫ әйтергә)

 

Өсөнсө туҡталышта викторина  “Юлда”

-Тротуарҙан йәйәү йөрөгән кеше кем була? (йәйәүле)

-Машинала ултырып йөрөгән кеше кем була? (пассажир)

-Машина тауыш бирһә, ул нисек атала? (сигнал)

-Светофорҙың нисә күҙе? (өс)

-Машина ҡайҙа йоҡлай? (гаражда)

-Автобус көткән урын (туҡталыш)

-Юлдар, өйҙәр, парктар, уйын урындары булған ер (урам)

-Поезд, трамвай юлы нисек атала? (рельс)

-Ҡағиҙәне боҙған кешегә ниндәй яза бирәләр?(штраф)

 

Ә хәҙер ҡыҙыҡлы һорауҙарға ла яуап бирәйек.

-Почтальон Печкинға ниндәй транспорт бүләк иттеләр? (велосипед)

-Мәскәй Әбейҙең транспорты нимә? (һепертке)

-Емеля нимәгә ултырып батшаға барған? (мейес)

-Ниндәй сәйер өй һуң был, эсе тулы балалар,бензин менән туҡлана,итектәре-резина? (автобус)

Һуңғы туҡталышта беҙҙе “ Светофорҙы тоҡандыр “ уйыны көтә. Кем алдараҡ тоҡандыра, шул алда ҡайтып китә.

Балалар ике төркөмгә бүленеп, бер бер артлы теҙелеп баҫалар. Алдағы бала өҫтән ҡыҙыл шар ебәрә. Балалар бер - береһенә шарҙы бирәләр, иң аҙаҡта торған бала шарҙы күтәреп күрһәтә - ҡыҙыл ут яна. Шулай дауам итә. Йәшел шарҙы  яндырғас, ҡайтырға мөмкин.

-Бына беҙ ҡайтып та еттек. Әйҙәгеҙ, машинанан төшәйек. Был төркөмдә бик аҡыллы балалар икән. Юл ҡағиҙәләрен беләләр.Һеҙ бер ҡасан да бәләгә ос -рамаҫһығыҙ, тип ышанғы килә.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"

Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...

ПРОЕКТ ЭШЕ «Фасоль үҫтереү», уртансы төркөмдә

Маҡсат: балаларҙы үҫемлектең орлоғо һәм уның эсендәге үҫенте менән таныштырыу, уларҙың оҡшашлығын һәм айырмалығын күрә белеү. Уларҙы сәсеү, тәрбиәләү ысулдарын күрһәтеү. Үрсеү өсөн шарттар булыуы мотл...

Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн

театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...

Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты

балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң ә...

Башҡорт теленән « Башҡорт милли кейеменең биҙәктәре» темаһына уртансы төркөм балалары менән асыҡ дәрес конспект

балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу, балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уяты...