ТЫУҒАН ЕРЕМ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ
план-конспект занятия (средняя группа)

Анисимова Регина Руфкатовна

УРТАНСЫЛАР ТӨРКӨМӨ ӨСӨН ӘХЛӘҠИ - ПАТРИОТИК ТӘРБИӘ БИРЕҮ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres.docx18.65 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреу буйынса  белем биреу эшмәкәрлеге.

“Тыуған ерем буйлап сәйәхәт”

Маҡсат: Тыуған ергә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уны бысраныуҙан, ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү;

Бурыстар:

Үҫтереүсе: Урта йәштәге  балаларҙы тыуып уҫкән еребеҙ  менән яҡыныраҡ таныштырыу. Балаларҙың фекерләүҙәрен,иғтибарҙарын,хәтерҙәрен,уйлау һәләттәрен үҫтереү. Белем алыуға ынтылыш формалаштырыу, бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

Өйрәтеүсе: Тыуған илебеҙ байлыҡтарын өйрәнеү. Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев, Башҡортостан символикаһы – герб, флаг   менән танышыуҙы дауам итеү. Урман, урманда йәшәүсе хайуандар исемдәрен, урманда үҙеңде тотоу ҡәғиҙәләрен ҡабатлау.

Тәрбиәүи: Балаларҙы үҙ – ара дуҫ булырға, татыу уйнарға өндәү, йылы мөнәсәбәт булдырыу, бер – береһенә ярҙам итеү теләге уятыу, эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятыу, тәбиғәткә  һаҡсыл ҡараш һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

Тәрбиәсе уйнап йөрөгән балаларҙың иғтибарын ишетелгән көйгә йәлеп итә.

Тәрбиәсе: Тыңлағыҙ әле, балалар, ҡайҙандыр сихри бер көй ишетелә. Йәгеҙ әле ҡарайыҡ, ҡайҙан сыға икән ул көй? (балалар эҙләйҙәр). Беҙҙең төркөмдә бер ҡумта көй сығарып ултыра. Был кемдең ҡумтаһы икән? (Хазиналар утрауы янына килеп ҡулына ала)

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ асып ҡарайыҡ әле, эсендә нимә бар икән? Бәй, бында бер хат бар бит.

(эсенән тәрбиәсе хат сығара һәм уҡый)

“Ҡәҙерле балалар! Мин тау батшаһы булам.Һеҙҙе бик аҡыллы,белемле балалар тип ишеткәйнем. Шуға күрә лә һеҙҙе хазиналар эҙләргә үҙемдең тауҙар иленә сәйәхәткә саҡырам. Тик юлығыҙ бик ауыр булыр, һеҙгә төрлө һынауҙар үтергә тура килер. Әгәр ҙә һынауҙарҙы үтеп барып етһәгеҙ, һеҙ унда  тау батшалығының бөтмәҫ–төкәнмәҫ хазиналарын табырһығыҙ”

Тәрбиәсе: Балалар, был хатты  беҙгә тау батшаһы ҡалдырған. Ул беҙҙе хазиналар эҙләргә, сәйәхәткә саҡыра.Барабыҙмы? Улай булғас юлға сығырға кәрәк. Мин һеҙгә һауа шарына ултырып осорға тәҡдим итәм. Һеҙ әҙерме?

Тын алыу күнегеүҙәре башҡарыла «Һауа шарында осоу»

Түңәрәккә торҙоҡ,

Ҡулдар менән тотондоҡ,

Тынды алабыҙ- түңәрәк эсенә киләбеҙ,

Тынды сығарабыҙ- түңәрәкте ҙурайтабыҙ.

Шарыбыҙ әҙер булды, осоп та киттек без!

Тәрбиәсе: Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп төштөк?

Балалар: Ҡалаға. (Экранда фотолар)

Тәрбиәсе: Балалар, был Өфө ҡалаһы. Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡарағыҙ, әле был кемдең һәйкәле? (С. Юлаев)

Ә кем, ул С. Юлаев? (яуаптар)

Ә был йорттоң стенаһында нимә тора? Герб

Ә йорттоң башында нимә елферләй? Флаг

Тәрбиәсе. Балалар, беҙ ҡаланы күрҙек, тик хазина тапмныҡ бит, артабан юлға сығайыҡ.

Тәрбиәсе балаларҙы артабан атларға саҡыра:

Барабыҙ, барабыҙ,(атлайҙар)

Ялан буйлап барабыҙ,

Уң яҡҡа ла ҡарайбыҙ, (уңға ҡарайҙар)

Һул яҡҡа ла ҡарайбыҙ, (һулға ҡарайҙар)

Һикереп тә алабыҙ,(һикереү)

Сүкәйеп тә алабыҙ,(сүкәйеү)

Ниндәй матур мөғжизә,(ҡулдарҙы ситкә йәйеү)

Тирә - яҡ ап - аҡ төҫтә.

(Урман һурәтен ҡарау,музыка уйнай)

Тәрбиәсе: Һеҙ нимә күрәһегеҙ?

Балалар: Урман

Тәрбиәсе: Урман икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

Балалар:Куп ағастар куренә.

Тәрбиәсе: Урманда ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?

Балалар: Ҡыш

Тәрбиәсе: Ҡыш икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

Балалар: Ағастар яланғас, бөтә ерҙе ҡар ҡаплаған.

Тәрбиәсе: Балалар, урманда нимәләр йәшәй икән?Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. Һеҙ ҡырҡылған киҫәктәрҙән тулы бер һүрәт йыйырға тейешһегеҙ.

Д\у «Тыуған яҡ хайуандары»

Балалар: Айыу, төлкө, ҡуян, бүре, тейен, мышы, терпе.

Тәрбиәсе: Бер һүҙ менән нисек атайбыҙ уларҙы?

Балалар: Йәнлектәр

Тәрбиәсе: Балалар, нисек уйлайһығыҙ, урманда шауларға яраймы?

“Урманда уҙеңде тотоу ҡағиҙәләре”карточкаларҙы ҡарап нимә ярай ,нимә ярамай икәнен әйтеу.

Балалар менән йомғаҡ яһау: Тәбиғәтебеҙҙе бергәлеп һаҡларға кәрәк,яратырға кәрәк.

Тәрбиәсе: Эшебеҙҙе эшләптә бөттөк,һаман хазина күренмәй. Әйҙәгеҙ.артабан юл тотайыҡ.

Балалар: Тауҙарға килеп еттек.

Тәрбиәсе: Эйе, балалар был тау. Беҙҙең Башҡортостанда тауҙар бик күп.

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, балалар, ниндәйҙер ҡумта ултыра.

Тәрбиәсе ҡумтаны ала һәм аса башлай.(матур таштар ята эсендә)

Музыка ишетелә.

Тәрбиәсе: Был бит беҙ эҙләгән хазиналар.Таптыҡ!

Бында нимә ята, балалар?

Балалар: Таш ята.

Т.Балалар әйҙәгеҙ ошо таштар менән бәләкәй генә тәжрибә эшләп ҡарайыҡ әле.

Тәжрибә “Ташты Һыуға һалыу ”

Тәрбиәсе:Ташты һыуға һалып ҡарайыҡ әле. Нимә булыр? Таш йөҙәме,

юҡмы?

Балалар: Таш бата, һыулана. Сөнки ул ауыр.

Тәрбиәсе: Балалар бына һеҙ таштың сифаты  менән таныштығыҙ.

Т.Бында нимәлер ята ахырыһы.

(Таштар ятҡан ҡумтаның төбөндә тағын бер хат,асып уҡыйҙар)

“Ҡәҙерле,балалар.Һеҙҙең уңғанлығығыҙға инандым,афариндар!

Ысынлапта бик күп беләһегеҙ икән, ҙур рәхмәт. Һеҙ тағы ла нығыраҡ тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, тәбиғәтте һаҡлағыҙ,улар менән ғорурланығыҙ! Тырышлығығыҙ өсөн серле ҡумтамда һеҙгә кустәнәстәр ҙә ҡалдырам! Һау булып тороғоҙ!”

Тәрбиәсе: Ошоноң менән сәйәхәтебеҙ тамам, балалар. Һеҙгә оҡшанымы? (яуаптар) Беҙ нимәләр күрҙек? (ҡала, урман). Ә хәҙер төркөмгә ҡайтайыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проект "Авыл тарихы эзлэре буйлап"

Авыл тарихы буенча балаларнын белемнэрен ныгыту,  авылнын куренекле шэхеслэре, урыннары, уткэне белэн  белэн таныштыру, региональ якын килуне гамэлгэ ашыру....

"Тукай эзләре буйлап"

Балаларны  Г.Тукай  иҗаты белән таныштыру...

Шәһәребез урамы буйлап сәяхәт

материал для воспитателей , подготовительных групп....

«Татарстан елгалары буйлап»

Максат: Татарстан җөмһүрияте аша ага торган елгалар турында мәгълүмат бирү.Бурычлар:Елгаларыбызда суның чисталыгын саклау, әйләнә-тирә мохитка сак караш тәрбияләү.Табигать байлыгы – елгаларыбызн...

Развлечение "Ерыт наашаа наадандаа"

Развлечение "Ерыт наашаа наадандаа"...

Тыуған ерем

Конспект организованной образовательной деятельности в средней группе...

"Ерем,илем,телем"

Проект эше...