Тыуған ерем
план-конспект урока (средняя группа)

Конспект организованной образовательной деятельности в средней группе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_m.u.docx21.75 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат:

1 Шәхси сифаттарҙы үҫтереүсе:

Тыуған

ергә,

тәбиғәткә

иғтибарлы

булыу,

ҡәҙерен

белеү,

һаҡлау

сараларын күреү, тәбиғәтте яратырға өйрәнеү.

2 Предмет буйынса белем биреүсе:

Тема менән танышыу, өйрәнеү, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү, һөйләү

телмәрен үҫтереү.

3 Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүсе:

Үҙ аллы белем алырға, яңы мәғлүмәтте тупларға һәм ҡуллана белергә

өйрәтеү, телмәр үҫтереү, ижади фекерләргә өйрәтеү, үҙ аллы һәм

төркөмдәрҙә эшләү һәләтен үҫтереү.

Күҙалланған һөҙөмтәләр:

Метапредмет-ара: тексты уҡыу, аңлау, үҙ фекереңде әйтә белеү,

төркөмдәрҙә эшләргә өйрәнеү.

Шәхсән: алған белемде тормошта дөрөҫ ҡулланырға, һаҡланыу сараларын

белеү, киҫкен ситуацияларҙа юғалып ҡалмау.

Премет-ара: тәбиғәт, география, халыҡ ижады өлгөләре.

Эш алымдары: Дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү, яҙ билдәләрен белеү,

йомаҡтар сисеү, ҡағиҙә уйлау, тасуири уҡыу, төркөмләп эшләү.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге: уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу, эшкә

йүнәлеш биреү, тикшереү, дөйөмләштереү, һығымталар яһау.

Уҡыусылар эшмәкәрлеге: дәрескә маҡсат ҡуйыу, тормошҡа ашырыу,

уҡытыусы менән берлектә эшләү, үҙ фекереңде белдереү, һығымта яһау.

Дәрес төрө: яңы белем алыу.

Йыһазландырыу: слайдтар, һүрәттәр, видеосюжет.

Дәрес барышы:

1

Ойоштороу.

– Дәрескә телдәрҙе төҙәтеп алыу, артикуляцион күнегеү башҡарыу.

Тә-тә- тә – ултырабыҙ дәрестә,

Тәрбиәсе: - Һаумыһығыҙ, балалар! Минең исемем -  Марина Ураловна. Мин һеҙгә “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһынан килдем. Балалар, ҡунаҡтар менән дә һаулыҡ һорашайыҡ.

 Мин бер уйын беләм : “Был мин” тип атала. Уйнап алырға теләйһегеҙме? Әйҙәгеҙ,уйнап алайыҡ.

Бына минең танауым,

Был минең – ҡашым.

Күҙем, ҡолағым,

Ә бына башым.

  • Афарин балалар!!!
  • Ә хәҙер әйҙәгеҙ ,түңәрәк яһап,  ултырғыстарға ултырайыҡ.
  • Балалар, миңә ҡарағыҙ әле, мин өҫтөмә нимә кейгәнмен?
  •  Эйе, мин милли башҡорт кейемендә.
  • Күлдәгем ниндәй төҫтә?
  • Ә был нимә?
  • Камзул ниндәй төҫтә?
  • Афарин, дөрөҫ!

Балалар, мин бөгөн бер үҙем килмәнем. Минең менән Азамат исемле малай ҙа килде. Тик уның кәйефе юҡ. Нимәгә икән?

Азамат: Миңә балалар баҡсаһында бик күп һорауҙар һәм эштәр бирҙеләр. Мин уларҙы үҙем генә эшләй алмайым. Миңә ярҙам кәрәк.

  • Балалар, Азаматҡа ярҙам итәбеҙме?
  • Эйе.

Беренсе эш: “Башҡорт балаҫын йый”.

Икенсе эш: Башҡортостан урмандарында йәшәгән хайуандар тураһында йомаҡтар сисегеҙ.

Йомаҡтар : 1) Йәйен урманда батша

                                      Ҡышын ҡарҙан да аҫта.

                                   2)Энәһе күп йөҙләп – меңләп

                                      Бер ни тегә алмай йүнләп.

                                  3) Уңайлы ултыра ағаста

                                       Сәтләүекте ярата.

                                       Көлтә ҡойроҡ, бик етеҙ ул,

                                       Һикерергә ярата.

                                   4)Йәйгә сыҡһа һөйөнә,

                                      Һоро тунын кейенә,

                                     Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул.

                                         Кейенә аҡ кейемгә.

Өсөнсө эш: “Аҡ ҡуян “ бейеүен бейергә.

Дүртенсе эш: Музыка ҡоралдарының исемдәрен әйтегеҙ (Слайд)

  • Мин һеҙгә ҡумыҙҙа уйнап күрһәтәм.
  • Оҡшанымы?
  • Ҡумыҙ – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Ул тимерҙән яһалған.Бына ошондай теле лә бар.

Бишенсе эш: “Ҡурай сәскәһен биҙә”

  • Балалар, беҙ бөгөн ҡурай сәскәһен традицион булмаған алым менән биҙәйбеҙ.Уның өсөн беҙгә: ҡурай сәскәләре,  һары төҫтәге салфетка һәм бына ошондай таяҡсалар кәрәк буласаҡ.
  • Балалар, Азамат һеҙгә нимәлер әйтергә теләй:

“- Дуҫтарым, һеҙгә ҙур рәхмәт! Ярҙам иттегеҙ.Бик аҡыллы,ярҙамсыл балалар икәнһегеҙ. Мин һеҙгә тағы ла килермен.Һау булығыҙ!”

  • Афарин балалар, Азаматҡа ярҙам иттегеҙ. Ниндәй эштәр эшләнек? Ҡайһылары оҡшаны? Ниндәй эш һеҙгә ауыр , йә еңел булды? Миңә лә бөгөн һеҙҙең менән бик күңелле булды. Ә хәҙер беҙгә, Азамат менән, балалар баҡсаһына ҡайтырға кәрәк. Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Развлечение "Ерыт наашаа наадандаа"

Развлечение "Ерыт наашаа наадандаа"...

"Ерем,илем,телем"

Проект эше...

ТЫУҒАН ЕРЕМ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ

УРТАНСЫЛАР ТӨРКӨМӨ ӨСӨН ӘХЛӘҠИ - ПАТРИОТИК ТӘРБИӘ БИРЕҮ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ...