Йомаҡтар
картотека по развитию речи (старшая, подготовительная группа)

Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныусының зирәклеген тикшереп ҡарағандар, хәҙер йомаҡ әйтешеү — халыҡ уйыны.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yomaktar.docx23.32 КБ

Предварительный просмотр:

ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/

Һыу эсә, бесән ашамай,
Үҙе дүрт аяҡлы. /автомобиль/

Балыҡ түгел, ҡош түгел,
Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /пароход/

Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡ
Ҡара атым егеүле. /паровоз/

Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе,
Тояҡтары резина,
Тимерҙән дилбегәһе. /автомобиль/

Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,
Йә бейек өйөм өйә.
Төҙөүсөләр уны һөйә,
"Тимер бәһлеүән!” — тиә. /экскаватор/

Тимер сысҡан,
Сүс ҡойроҡ. /самолет/

Ҡанаты бар — елпемәй,
Эсе йылы — ел теймәй. /самолет/

Ҡанаты бар, йөнө юҡ,
Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/

Юҡ, мин поезд түгел,
Ләкин уға оҡшаған.
Сөнки йөрөйбөҙ беҙ
Тимер юлдарҙан. /трамвай/

Үҙе ура, үҙе һуға,
Үҙе ҡапсыҡҡа һала.
Шаулап, гөрләп эшләгәнгә
Ҡыр матурланып ҡала. /комбайн/

Тимер жираф, башы күктә,
Күп күтәрә көсө күпкә,
Тонна-тонна йөктәрҙе
Эләктереп ала ул,
Балкондарын балҡытып,
Бейек өйҙәр һала ул. /кран/

Ул үҙе шундай көслө,
Тешле-тешле сүмесле.
Бер үҙе эшләй ала
Йөз кешелек эште. /экскаватор/

Эйәремә менәләр,
Өҙәңгемә тибәләр.
Йөгөртәләр, саптыралар,
Кәрәк ергә китәләр. /мотоцикл/

Арымай, талмай,
Ат артынан ҡалмай. /арба/

Ике күсәр дөнъя кисер. /арба/

Ике аяҡлы үгеҙ,
Маңлайында ҡуш мөгөҙ. /велосипед/

Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/

Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/

Ел өрә - үҙе бара. /елкәнле кәмә/

Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килүе,
Ай-һай, уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерҙе ярып килүе. /паровоз, поезд/

Уф-уф һулар,
Уфтанһа ла алып китер,
Барыр еренә етер. /паровоз, поезд/

Ҡылға аҫылына,
Тимергә таяна.
Ултыртып саба
Теләһәң ҡайҙа. /трамвай/

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,
Уны сискән сос булыр,
Сисәлмәгән тик торор.

Һаҡалы бар - бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк,
Үсектерһәң - китә төкөп. /кәзә/

Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/

Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. /ат/

Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килеүе,
Ай-һай уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерғе ярып килеүе. /ат/

Ишек алдында сүмәлә,
Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке. /һыйыр/

Ҡуян ҡолаҡлы, ат тояҡлы. /ишәк/

Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр. /дөйә/

Туны бар – сапаны юҡ,
Мыйығы бар – һаҡалы юҡ. /бесәй/

Арҡаһынан һыпырһаң,
Күҙҙәре ялт-йолт итә.
Гел яратып, иркәләп,
Һөйөп торғанды көтә. /бесәй/

Ауыҙы бар – көйшәмәҫ,
Теше бар – тешләмәҫ,
Ултырһаң – күтәрер,
Етәкләһәң – эйәрер. /ат/

Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки.
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки. /кәзә/

Һәр кистә яландан ҡайта
Мөңрәй-мөңрәй көтөүҙән.
Май, ҡаймаҡ яһайҙар уның
Тәмле ап-аҡ һөтөнән. /һыйыр/

Бысраҡ һыуҙа аунай,
Мырҡ-мырҡ, мырҡылдай. /сусҡа/

Йәйен дә, ҡышын да,
Йылы тунда. /һарыҡ/

Бик оҙон мыйыҡтары,
Күҙҙәре янып тора.
Сысҡандарҙы аулар өсөн
Туҡтауһыҙ хәйлә ҡора. /бесәй/

Ишек алдында хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә. /көсөк/
(Ғүмәр Ғайсин)

Һаҡаллы ул, мөгөҙлө,
Һанға һуҡмай һис кемде.
Баҡсаға бик йыш инә,
Кәбеҫтәне кимерә. /кәзә/
(Ғүмәр Ғайсин)

Мендәр өҫтөндә ятыр,
Йә мейескә ул ҡасыр.
Көндөҙ әҙерәк серем итеп,
Төнөн сысҡан ул тотор. /бесәй/
(Ғүмәр Ғайсин)

Йүгерекләп йөрөр ул,
Ләү-ләү итеп өрөр ул,
Мал-тыуарҙы ҡыуыр ул,
Өйгә һаҡсы булыр ул. /көсөк/
(Ғүмәр Ғайсин)

Шып-шым баҫып йөрөй ул,
Сысҡандарҙы тота ул.
Һөт эсә лә рәхәтләнеп,
Мейес башында ята ул. /бесәй/

ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Эй тырыша – кәрәк уға
Сәтләүектең орлоғо.
Өйө ағас ҡыуышында,
Көлтә ҙурлыҡ ҡойроғо. /тейен/

Ағас башында туп һымаҡ
Ул һикереп шаяра,
Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,
Йә ул сәтләүек яра.
Имәнгә ҡора өйөн,
Ниндәй кейек ул? ... /тейен/

Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек,
Ҡыуышҡа яһай өйөн,
Был ни, әлбиттә,… . /тейен/

Энәләре күп булһа ла,
Кейем текмәй был кейек.
Сәнскеле балаһын да
Һөйә: ”Йомшағым!”- тиеп. /терпе/

Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,
Бер ни тегә алмай йүнләп. /терпе/

Борсаҡтай ғына күҙҙәре,
Морон осо ҡап-ҡара.
Яҡын килһәң, йоморлана,
Энәле - тотоп ҡара!
Кем белә, кем белә,
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /терпе/

Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. /айыу/

Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/

Ерҙе тиштем – йәшәнем,
Ер өҫтөнә сыҡтым – үлдем. /һуҡыр сысҡан/

Йөрөмәй ул буранда,
Ҡышын йоҡлай урманда,
Йәйен солоҡ "таҙарта",
Еләкте лә ярата. /айыу/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ,
Баҡсаны үтмәй урап,
Һайлап, кишер кимерә,
Бигерәк шәп йүгерә. /ҡуян/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ул тегеүсе булмаһа ла
Энәләр күп йөрөтә,
Яҡын килһәң - йомарлана,
Китһәң - йүгереп китә. /терпе/
(Ғүмәр Ғайсин)

Урманда йыш тап булыр,
Мөгөҙҙәре бигерәк ҙур,
Ат ҡәҙәре кәүҙәһе,
Һис еткермәй берәүҙе. /мышы/
(Ғүмәр Ғайсин)

Йәйгә сыҡһа һөйөнә,
Һоро тунын кейенә,
Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул -
Кейенә аҡ кейемгә. /ҡуян/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡара морон, һарғылт йөн,
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр,
Тауыҡ итен бик ярата,
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/
(Ғүмәр Ғайсин)

Бәләкәй генә, бик етеҙ,
Йөнтәҫ ҡойроҡ, ялтыр күҙ,
Сәтләүекте бик ярата,-
Кем ағаста? Әйтегеҙ. /тейен/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡомда мәҙәк юл ҡалдыра,
Һыуҙа йөҙә ҡай саҡта,
Үҙе менән һөйрәп йөрөй
Үҙенең өйөн йыраҡҡа. /гөбөргәйел/
(Ғүмәр Ғайсин)

ЙОРТ ҠОШТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Һыуҙа йыуынып алды,
Өҫтө ҡоро ҡалды. /ҡаҙ/

Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һөйөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей ... . /ҡаҙ/

-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,-
Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти,
Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,
Әлеге ҡош ул-… . /тауыҡ/

-Мин барыһын уятам,- тип
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс,
Был булыр инде … . /әтәс/

-Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер,
Ниҙер ҡағырға ҡушыр.
Үҙе ҡанат ҡағып ҡына
Һыу буйында булашыр.
Күл, йылғала табыр наҙ
Ҡыҙыл ситек кейгән … . /ҡаҙ/

Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ,
Ҡысҡыртып борғоһон, уята барыһын. /әтәс/

Оса лап-лап, төшә лап-лап,
Йөҙә шәп-шәп, йөрөй саҡ-саҡ,
Әкрен атлап, кейеҙен ҡаплап. /өйрәк/

Күбеп китһә, көймә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Губернский ҡыҙҙар кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Ҡысҡырыуы торна кеүек?! /күркә/

Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә, ҡабара. /күркә/

Тарағы бар - сәсен тарамай,
Урағы бар – иген урмай. /әтәс/

Бәләкәй генә һары йомғаҡ
Йүгереп йөрөй сиҙәмдә. /себеш/

Бәпкәләрен үләндә
Эйәртеп йөрөтә ул,
Оҙон муйын,ҡыҙыл тәпәй,
Ыҫылдап суҡымаҡсы ул. /ҡаҙ/
(Ғүмәр Ғайсин)

Таң атмаҫ борон уяна,
Ҡанат ҡаға, талпына,
- Килтере-е-е-п би-и-и-р!- тиеп һөрән һала,
Баҫып кәртә башына. /әтәс/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт итә,
Килгәнебеҙҙе көтә,
Йомортҡаны алығыҙ! – тип,
Ул беҙгә хәбәр итә. /тауыҡ/
(Ғүмәр Ғайсин)

ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/

Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/

Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/

Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/

Ниңә ҡаҙҙар ҡаңғылдашып
Бәпкәләрен өйөргән?
Күктә ҡанаттарын йәйеп,
Бәпкә күҙләй ... . /төйлөгән/

Ниңә әле был балалар
Күккә ҡарап торалар?
Йылы яҡҡа үтеп китте,
Ҡаңғылдашып ... . /торналар/

Үҙе йомортҡа баҫмай,
Балаһын да баҡмай. /кәкүк/

Ҡулы юҡ, балсыҡ ташый,
Балтаһы юҡ, өй яһай. /ҡарлуғас/

Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/

Көндөҙ ул насар күрә.
Тап бына шуға күрә,
Үҙ ҡорбанын һағалап,
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/

Айырып булмай был ҡоштоң
Исемен есеменән.
Һоҡландыра бөтәһен дә
Аҡтан-аҡ төҫө менән. /аҡҡош/

Осоп киләм, осоп киләм,
Күҙгә эләккәнде тибеп киләм. /бөркөт/

Ағас башында бер Ҡолой,
Көндөҙ йоҡлай, кис олой. /өкө/

Торған булһалар ҙа ҡысҡыралар
Торайыҡ та торайыҡ. /торна/

Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа. /һайыҫҡан/

Көндөҙ йоҡлай, төнөн илай. /өкө/

Яңғыратып һыу буйҙарын
Һарай, алһыу таң тыуғас,
Моңло, дәртле … . /һандуғас/

Йылы яҡтан
Беҙгә килә,
Ул йылдарҙы
Һанай белә.
Был ниндәй ҡош?
Бирсе әйтеп! /кәкүк/

Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Ни булһын инде … . /ҡарға/

Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман … . /тумыртҡа/


«Ҡыж-ҡыж » тиеп тауыш бирә,
Мороно, гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡош, тиһең? ... . /өйрәк/

Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.
Яҙын ҡайта көҙөн китә,
“Тор-райыҡ” тиһә лә … . /торна/

Өй артындағы тирәккә
Ҡайсаҡ ҡунып китә ул.
Ҡасан ҡунаҡтар килерен
Беҙгә хәбәр итә ул. /һайыҫҡан/

Талға ҡунып, йөҙ төрлө
Йыр йырланы маҡтансыҡ.
Булһа булһын маҡтансыҡ,
Үҙебеҙгә бик танһыҡ. /сыйырсыҡ/

Һайлап алып ҡыу ағасты
Көнө буйы туҡылдар,
Ҡорттан һаҡлай ағастарҙы,-
Ә исеме кем булыр? /тумыртҡа/
(Ғүмәр Ғайсин)

"Шыҡырыҡ-шыҡырыҡ!" - һөрән һала,-
Нимә икән ул тапҡан?
Аҡлы-ҡаралы кәүҙәле,-
Ул ҡош була - ... . /һайыҫҡан/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡатыҡты ла ул эсмәйҙер,
Эсмәйҙер ул һис тә һөт,
- Һөҙ һ-ө-ө-өт! - тип оҙаҡ өндәй
Тажлы башлы ҡош ... . /һөҙһөт/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ауыр йөк һөйрәгән һымаҡ,
- Тар-р-р-т!- та, - Тар-р-р-т!- ярҙам һорай,
Тыныс төбәкте ярата,
Был ҡош булалыр ... . /тартай/
(Ғүмәр Ғайсин)

Көндөҙ яратҡан урыны
Ҡоро ағаста - аулаҡ,
Төн етте ниһә һунар итә
Бесәй башлы ... . /ябалаҡ/
(Ғүмәр Ғайсин)

Иң моңло йырҙы тыңлата
Беҙгә, йәмле яҙ булғас,
Барса кеше бирелеп тыңлай,
Ул ҡош була ... . /һандуғас/
(Ғүмәр Ғайсин)

Моңло итеп ул саҡыра,
Күренеп бармай бик үк,
Кә-күк, кә-күк,- тигән һүҙен
Ҡабатлай оҙаҡ ... . /кәкүк/
(Ғүмәр Ғайсин)

Йәй көнөндә бер ҡош күрәң
Туҡтап, ҡанат елпегән,
Сысҡан аулай, йә сиңерткә,
Ул ҡош була ... . /төйлөгән/
(Ғүмәр Ғайсин)

Һауала ул батша инде,
Саңҡып бирә ул тауыш,
Бөрйән башҡортоноң ҡошо,
Ул булалыр ... . /ҡарағош/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ағас башында ояһы,
Йәйен-ҡышын ҡар даулай,
Ҡарауһыҙ ҡалдырһаң әгәр,
Себештәрҙән күҙ алмай. /ҡарға/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡанатлы ла ҡолаҡлы,
Төнөн генә оса ул,
Ҡош тип әйтеп булмай уны,-
Ниндәй хайуан була ул? /ярғанат/
(Ғүмәр Ғайсин)

БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Йоҡонан тора иртә,
Үҙен-үҙе һикертә.
Йәйен уйнап үткәрә
Сырылдауыҡ ... . /сиңерткә/

Матур итеп селтәр үрҙе
Кешеләрҙән күрмәксе.
Аҫҡа табан төштө китте
Селтәр буйлап ... . /үрмәксе/

Бейек кенә бейек ҡаялар,
Ул ҡаяға ҡыйғыр оялар.
Һурпаһы хәләл, ите хәрәм,
Ул ни булыр икән?! /бал ҡорто/

Бесәнлектә бер көршәкте
Ҡарап торғас бик оҙаҡ
Салғым менән тейеү булды –
Һырып алды ... . /һағыҙаҡ/

Ҡап-ҡаранғы бүлмәлә
Селтәр бәйләй ҡыҙ бала. /бал ҡорто/

Бейек тауға менәләр,
Тоҡтар йөкмәп киләләр. /ҡырмыҫҡа/

Деү-деү, деү итә – дуғаға ҡуна,
Сей-сей, сей итә – ситәнгә ҡуна. /күгәүен/

Беҙелдәп оса ла семетеп ала,
Ул семеткән ерҙә ҡан ҡала. /серәкәй/

Бал ҡортона бик оҡшаған,
Тик саҡһа, саға елле!
Шул бөжәктекеләй, тиҙәр,
Ҡыҙҙарҙың нәҙек биле. /һағыҙаҡ/

Гөжләп тора өй-йорттары,
Ҡупҡан һуң ниндәй ғауға?
Хәүеф килһә, күмәкләшеп,
Дәррәү сығалар яуға. /ҡырмыҫҡалар/

Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/

«Тоттом» тигәндә, тороп китте,
«Баҫтым» тигәндә, тороп ҡасты. /сиңерткә/

Шем шекерә-мекерә,
Тотам тиһәң, һикерә. /сиңерткә/

Ат башлы,
Болан мөгөҙлө,
Бүре кәүҙә,
Бүкән һын,
Ҡош ҡанатлы,
Ҡырмыҫҡа аяҡлы. /сиңерткә/

Эт башлы,
Ырғаҡ муйынлы,
Бүре кәүҙәле,
Бүкән һынлы,
Ҡуш ҡанатлы,
Тиктормаҫ йәнле. /сиңерткә/

Аяғы ҡулдан юғары,
Һикерә талдан юғары.
Ни ҡош түгел, ни ҡорт түгел,
Теҙе билдән юғары. /сиңерткә/

ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШТӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Әй, малайҙар! Әй, ҡыҙҙар!
Ҡойҙоғоҙмо ҡоймаҡтар?
Килегеҙ, әйҙә, ултырығыҙ,
Табышайыҡ йомаҡтар.
(Ғүмәр Ғайсин)

Йәйен томра эҫелә
Күгәреп болоттар килһә,
Тамсылар булып тамыр,
Был ни була? Был ... . /ямғыр/
(Ғүмәр Ғайсин)

Күктән яуа ынйылай,
Үҙе ап-аҡ, мамыҡтай,
Аяҡ баҫһаң - шығырҙай,
Ул ҡыштың йырын йырлай. /ҡар/
(Ғүмәр Ғайсин)

Ағастарға ул ҡунған,
Ап-аҡ ҡар һымаҡ булған,
Анау урман әкиәттәге
Көмөш аҡ урман булған. /бәҫ/
(Ғүмәр Ғайсин)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йомаҡтар

1.Алма тиһәң дә алалар, Нимә һуң ул,балалар?...

Йомаҡтар

Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билд...

Йомаҡтар

                  ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Ат түгел, кешнәмәй, Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/ Һыу эсә, бесән ашамай,...

Йомаҡтар

Балалар өсөн йомаҡтар...

Йомаҡтар

Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныус...

Йомаҡтар

Йомаҡтар...