Шәхси гигиена әйберҙәре тураһында йомаҡтар
материал по окружающему миру

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Балалар өсөн йомаҡтар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yomaktar.docx15.2 КБ

Предварительный просмотр:

ШӘХСИ ГИГИЕНА ӘЙБЕРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР 
#jomaktar 

Тәҙрә башында йоҡлайым, 
Кеше битен һыйпайым. /таҫтамал/

Оҙон-оҙон оҙарған,
Ике башы ҡыҙарған. /таҫтамал/

Ике айыры, ике түңәрәк,
Уртаһында бер төймә. /ҡайсы/

Ике осонда ике дүңгәләк,
Уртаһында бер ҡаҙаҡ. /ҡайсы/

Ауыҙы юҡ, теше күп, 
Көлтә һүтә, эше күп. /тараҡ/ 

Ҡара тәкә тау шыуа. /тараҡ/ 

Тимер тәкә тау яра. /тараҡ/ 

Тигеҙ генә быяла, үҙе минән ояла. /көҙгө/ 

Яҡ яғы таҡта, уртаһы баҡта. /көҙгө/ 

Мин ни күрҙем, ни күрҙем, 
Күпереп торған май күрҙем. /һабын/

Үҙе шыма, күбеккә күмә, 
Хуш еҫле, йә, кем белә? /һабын/ 

Һәр кем ауыҙға ҡапһа, 
Яратһа уны кеше, 
Бер ҡасан да һыҙламаҫ, 
Һәм ялтырап торор теше. /теш щеткаһы/

Арҡаһында һөйәге, 
Һөйәгендә мыйығы. 
Аҡ ҡойманы ағарта, 
Мыйығы менән таҙарта. /теш щеткаһы/ 

Бит-ҡулдарҙы ҡорота, 
Таҙалыҡты ярата. /таҫтамал/

Аҡҡош кеүек аҡ ҡына, 
Йомшаҡ ҡына, паҡ ҡына, 
Көн дә һыйпай битемдән 
Элеп ҡуям ситенән. /таҫтамал/


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Музыка ҡоралдары тураһында йомаҡтар.

Музыка ҡоралдары тураһында йомаҡтар 1) Ирендәргә терәйһең дә,Сиртеп көйҙәр көйләйһең. (Ҡумыҙ)2) Боронғо булһам да, минеОнотоп бөтөрмәйҙәр.Милли гармуныбыҙ тиеп,Сәхнәнән төшөрмәйҙәр. (Тальян)...