Башҡорт телендә белем биреүгә арналған район семинары
материал по развитию речи (подготовительная группа)

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары өсөн башҡорт телендә белем биреүгә арналған район семинары беҙҙең балалар баҡсаһында үтте. Сараға район тәрбиәселәре, методистар йыйылды, улар тел һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.Семинар программаһы бай һәм практик йүнәлешле булды:

1.Тәрбиәсе Ҡаҙырова Р.Н.  балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә башҡорт телендә  дәрес күрһәтте.Педагогтар балаларҙы тел мөхитенә тәбиғи инеүенә булышлыҡ иткән методик алымдарҙы баһаланы.

2. Ата-әсәләр менән эшләү.Семинар сиктәрендә Рүзилә Назиф ҡыҙы тәрбиәселәрҙе ата-әсәләр ролендә ҡатнаштырып, түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Ата-әсәләр менән  балалар баҡсаһының үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле формалары, шулай уҡ өй шарттарында тел практикаһын хуплау ысулдары тикшерелде.

3.Милли биҙәүсе әйбер эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе.Тәрбиәсе Йәнбирҙина А.Ф. үткәрҙе.Сараның практик өлөшө оҫталыҡ дәресен үҙ эсенә алды, унда педагогтар традицион милли биҙәүес әйбер эшләү техникаһын үҙләштерҙе. Был ҡатнашыусыларға яңы практик күнекмәләр алырға ғына түгел, ә балаларға тапшыра алырлыҡ мәҙәни контекстҡа тәрәнерәк инеү мөмкинлеген бирҙе.

 Семинар һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар сараның юғары практик ҡиммәтен билдәләне һәм алған белемдәрен эштәренә индереү тәләген белдерҙе. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыуға һәм һәм башҡорт телендә белем биреү өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген нығытыуға булышлыҡ итә.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Яз килэ (беренче кече яшьтэгелэр торкемендэ «Танып белу» белем биру эшчэнлеге буенча ачык шогыль конспекты)

Максат:                        Танып белу. 1.   балаларга язгы куренеш...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....