Әҙәби викторина
материал (подготовительная группа) на тему

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Литературная викторина с педагогами

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon literaturnaya_viktorina.doc52.5 КБ

Предварительный просмотр:

ЛИТЕРАТУРНАЯ ВИКТОРИНА

Организаторы:

 Мурзагалина-Исянбаева Л.А.

Алибаева Г.С.

Кутукова Р.Р.

Тутманова Г.Р.

2015 год

Тема: 2015 йыл - Әҙәбиәт йылы

Метод: Әҙәби викторина

Ҡатнашыусылар: Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, белгестәр

Маҡсат: Әҙәбиәт йылына арналған сара ойоштороу. Белгестәрҙең әҙәбиәт буйынса белемдәрен камиллаштырыу, яңы белешмә биреү, ҡыҙыҡһындырыу. Әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаз: Әкиәт йөкмәткеһен сәхнәләштереү өсөн атрибуттар, һорауҙар менән карточкалар, сигналдар – йондоҙ, фонояҙма.

Сара барышы

  1. Ойоштороу

Вводное слово организаторов о стране сказок

Ведущий:

Когда мне становится грустно, 
когда невозможно уже... 
читаю. 
От лирики
рассвет наступает в душе. 
Как будто бы
солнышко брызнет, 
надежду неся и привет. 
В ней нет отчужденья от жизни
и едкого скепсиса нет. 
Как будто бы
полем в тумане
идешь, погрузившись до плеч, –
врачует, 
колдует, 
шаманит
широкая  речь. 
Она превращается в чувство, –
нет выше на свете судьи, 
чем это великое чудо
единой народной судьбы. 
И горы тут крутые
и в осени больше огня. 
И нету на свете богаче
и нету счастливей меня!


Владимир Костров

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар. Бөгөн беҙ һеҙҙе әҙәби викторинаға йыйҙыҡ. Бөгөнгө командалар бәйгеһен күңелле, шул уҡ ваҡытта файҙалы итеп үткәреп ебәрәйек. Командаларға уңыштар! Бәйгене ғәҙел баһалаусыларҙы билдәләп үтәйек. (Жюри ағзалары менән таныштырыу) Бына улар: Зиля Марат ҡыҙы Бикйәнова, Зәйтүнә Арслан ҡыҙы Саптарова

  1. Бәйге

  1. Командалар менән танышыу (Приветствие)

Командалар үҙҙәренең капитаны, исеме һәм девизы менән таныштырасаҡ. Бәйгенең һәр этабы һәм командаларҙың һәр яуабы баһаланып барасаҡ.

  1. Теорияны беләһеңме   (Ләйлә Ахмадулловна)

Теорияны ниндәй кимәлдә беләһегеҙ икән, беҙ шуны хәҙер тикшереп ҡарайбыҙ.

Һорауҙар.

  • Ниндәй жанр тураһында һүҙ бара? Был жанр халыҡ ижадының иң боронғо һәм төп жанрҙарының береһе. Ғәҙәттә, ул уйҙырмаға нигеҙләнә һәм мажаралы йөкмәткеле була. (Әкиәттәр)
  • Әкиәттең ниндәй төрө тураһында һүҙ бара? Бындай төр өкиәттәрҙең нигеҙендә аждаһа, дейеү, мәскәй әбей кеүек мифик образдар һүрәтләнә. (Тылсымлы әкиәттәр)
  • Бындай төр әкиәттәрҙең килеп сығышы ҡош-ҡорт, кейек-йәнлектәр хаҡында күргән-белгәндәрҙе һөйләүҙән килеп сыҡҡан. (Хайуандар тураһындағы әкиәттәр)
  • Фолькорҙа киң таралған жанр, көй менән оҙатылып килә. (Йыр)
  • Яуабы йәшерелеп бирелгән хикмәтле һорау. (Йомаҡ)
  • Аҡ кейем кейгән, йәшел суғын элгән (ҡайын)
  • Алтын хужа яланға сыҡты, көмөш хужа яландан ҡайтты (ай, ҡояш)
  • Ҡырҙа үҫкән бер бала, ел иҫкәнмә моң һала (ҡурай)
  • Өй артында уҫал еңгә семтеп ала, өтөп ала  (кесетркән)
  • Афористик ижад төрө мәҡәлдәргә туҡтап үтәйек. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ. Әтәс ҡысҡырмаһа ла, … (таң ата)
  • Аш ашҡа - … (урыны башҡа)
  • Кемдең арбаһына ултырһаң - … (шуның йырын йырларһың)
  • Бер рәхмәт - … (мең бәләнән ҡотҡарыр)
  • Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан сыҡҡан яҙыусыларҙы өйтегеҙ ( ике командаға ла)
  • Баймаҡ районынан сыҡҡан билдәле яҙыусыларҙы әйтегеҙ (ике командаға ла)
  • Ә балалар өсөн ижад итеүсе яҙыусыларҙы әйтә алаҡыҙмы? (ике командаға ла)

3. Шиғриәт өлкәһенә сәйәхәт   (Гөлдәр Сахиевна)

  • Шиғырҙы дауам итеү

-  Бирелгән  һүҙҙәрҙән шиғыр төҙөп яҙыу

       4.  Музыкальная пауза (Рина Римовна)

Фонояҙманы тыңлап, был көй ниндәй йырҙан, ниндәй әкиәт йәки йәнһүрәттән икәнен билдәләү.

 

        5. Әкиәт өлкәһенә сәйәхәт      (Гөлдәр Рафаэлевна)

Әкиәттәрҙең йөкмәткеһе, геройҙары буйынса һорауҙарға яуаптар алыу. Бәйгеселәрҙең әкиәттәр буйынса белемдәрен тикшереү.

  • Ниндәй әкиәттәр “Жили-были”  тип башлана?
  • Ниндәй әкиәттәрҙә  өс һаны ҡулланыла?

Яуаптар ҡағыҙға яҙып тапшырыла.

6. Командаларҙың бер-береһенә һорауҙары

Командалар алдан бер-береһенә һорауҙар әҙерләргә тейештәр ине. Ҡаршы командаға һорауҙар биреү

 

        7. Серле моҡсай    (Рина Римовна)

Был капитандар өсөн ярыш буласаҡ. Әкиәттәр иленә сәйәхәтте дауам итеп, хәҙер серле моҡсайҙың серен сисеп ҡарайбыҙ. Серле моҡсайҙа ятҡан әйберҙең береһен алып, уның ниндәй әкиәттән икәнен белергә тейешһегеҙ.  

 

        8. Музыкальная пауза (Рина Римовна)

Ике команда сиратлашып балалар йырҙарын йырлап күрһәтәләр.Ҡайһы команда күберәк йәрҙар белә икәнен билдәләү.

          9. Сәхнәләштереү

Әкиәт йөкмәткеһен заманса сәхнәләштерер кәрәк.  Алдан әҙерләнгән атрибуттарҙы бәйгеселәргә таратыу һәм әҙерләнергә ваҡыт биреү.

Әкиәттәр: “Теремок”, “Курочка ряба”, “Колобок”, “Репка”

        Командаларҙың сығышын ҡарау һәм баһалау

  1. Йомғаҡлау

Жюри йомғаҡтарҙы әйтә, еңеүсе команданы ҡотлау.

Хөрмәтле коллегалар! Ошоноң менән бөгөнгө бәйгебеҙ тамам.Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ. Ихлас ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ! Һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Викторина «Что ты знаешь о космосе». Вопросы для проведения викторины и мультимедийная презентация.

Материал поможет систематизировать знания детей о планетах солнечной системы, космонавтах, космической технике; развить логическое мышление и коммуникативные навыки, актуализировать  словар...

Викторина для детей подготовительной группы «Олимпийская викторина»

Цель:Познакомить с историей олимпийского движения;Расширять знания о спорте.Развивать память, мышление;Активизировать словарь детей по теме;Развивать физические качества: ловкость, скорость;Воспитыват...

Викторина с ответами для детей 5-7 лет на тему: Животные. Викторина с ответами для детей старшего дошкольного возраста.

Данная викторина предназначена для детей старшего дошкольного возраста. Материал может быть полезен как педагогам дошкольного учреждения, так и родителям. Его можно включить в занятие по лексическим т...