Кояш байрамы
план-конспект занятия (средняя группа) на тему

Ибрагимова Линара Ансаровна

Средняя группа

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Кояш байрамы43 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡояш байрамы

Уртансы төркөмдә күңел асыу

Маҡсат һәм бурыстар: Балаларҙы төрлө тәбиғәт күренештәре менән таныштырыу. Ҡатлыҡлы, “ҡояшлы” атмосфера булыдырыу. Эмоциональ йылылылыҡ һәм шатлыҡты тойоу һәм башҡаларға таратыу һәләтен үҫтереү.

Йыһаз: Залды тейешенсә биҙәү, бейеү өсөн зонтиктар, “ҡояш”тар  әҙерләү. Ҡояш формаһындағы тәмлекәстәр менән һыйлау.

Әҙерләнеү процесы: Балаларға шиғыр таратыу, йыр-бейеүҙәр өйрәнеү, уйындар әҙерләү.

Сара барышы:

Музыка яңғырай – темаға ярашлы биҙәлгән залға балалар килеп инә.

Тәрбиәсе:

Балалар! Һеҙгә йомаҡ –

Йәй йылыта – ҡышын юҡ,

Бар донъяға нур сәсә,

Үҙе арымай һис тә,

Ана, тәҙрәнән ҡарай

Яғымлы Ҡояш апай!

 Эйе, балалалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ҡояш байрамына йыйылдыҡ. Күңелле йәй миҙгеле менән хушлашып, яҙҙан алып беҙҙе үҙенең йылыһы менән  ҡыуандырған Ҡояш апайға рәхмәт әйтеп, йырлап-бейеп күңел асайыҡ, йәме.

Әйҙәгеҙ әле, физминутка эшләп алайыҡ.

Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)
Иҫәнме һин, елкәйем, - (биткә ел елпеү)
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)

Тәрбиәсе:

Алтын Ҡояшҡайҙы данлап

Йырлап алайыҡ.

Күңелле йырыбыҙ менән

Уны бында саҡырайыҡ.

 Балалар  “Язгы кояш” йырын башҡара.

Тәрбиәсе:  

Алтын юлдан Ҡояш атлай

Беҙҙең бүлмәгә ҡарай.

Бүлмәгә Ҡояш килеп инә .

Ҡояш:

Һаумыһығыҙ, балалар!

Матур ҡыҙҙар-малайҙар!

Һеҙгә килдем ҡунаҡҡа,

Йырлап-бейеп, уйнарға!

Балалар бергә: Һаумы, Ҡояш!

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, Ҡояш апайҙың нурҙары нисек балҡый. Бүлмәбеҙ ҙә яҡтырып, тағы ла йылынып китте, шулаймы?!

Әйҙәгеҙ, Ҡояшҡайҙы дәртле бейеүебеҙ менән ҡыуандырайыҡ әле.

Бейеү “Кояш нурзары”

 Ҡояш (тронға ултыра): йырларға, бейергә яратаһығыҙ, ә шиғырҙар һөйләй беләһегеҙме?

 

Балалар шиғыр ятлайҙар.

Тәрбиәсе:

Ҡояш байрамына беҙгә

Кемдер ашҡынып килә.

Тыңлайыҡсы, тауышын,          (Көслө ел иҫә)

Йә әйтегеҙ, кем белә?

Залға Ел-малай йүгереп инә.

Ел-малай: Йөрөйөм мин йүгереп

Бик күп илдәрҙе гиҙеп.

Тәҙрәнән килеп индем

Һеҙҙә байрамды күреп.

Ҡояш: Балалар, был минең дуҫым Елкәй.

Тәрбиәсе: Ҡояш апай ныҡ ҡыҙҙырып ташлаһа, еләҫ кенә ел исҫкәнен биеҙ бик яратабыҙ, шулаймы?

Ел-малай: Малайҙар, күрһәтегеҙ әле, ел нисек була:

Тәрбиәсе: Күрһәтәйек әле.

Тын юлына күнекмә “Ветерок”

Ел-малай: Әйҙә, уйнап алайыҡ.

Балаларға вертушкалар таратып бирелә.

Уйын “Вертушки”

Ел-малай: Рәхмәт, балалар, күңелде күтәрҙегеҙ. Ярай, мин ары киттем. Һау булығыҙ!

 Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, балалар! Эйзэгез яз тураhында йомактар  эйтешеп алайык.

Йомаҡ:

1.Ҡояштан көслө,

Елдән көсһөҙ.

Аяғы юҡ – ил гиҙә,

Күҙҙәре юҡ – йәш түгә.(Болот)

Тәҙрә төбөндәге болотто алып бер яҡҡа элеп ҡуя.

 Ҡояш: Ой, болоттар күбәйә башланы, ямғыр яуырға уйлай.(Болот артына йәшенә)

Фонограмма - ямғыр яуа

Тәрбиәсе: Ямғыр яуа башланы, зонтик аҫтына йәшенәбеҙ.

Тәрбиәсе: Ҡояшҡай, сыҡ инде, ямғыр бөттө.

Уйын “Ямғыр һәм ҡояш”

Ял минуты

сәскәләр ҙә күренде                (сүкәйеп ултыралар)
Һәм ҡояшҡа үрелде.              (ҡулдарҙы һоноп яйлап  торалар)
уларға йылы кәрәк,               (Ҡулдарҙы күтәреп өйөрөләләр)
ҡояш аҫтында рәхәт.
ел иҫте...                                (Ҡулдар өҫтә)
сәскәләрҙе һелкетте…
Уңға бөгелдөләр,                     (Уң яҡҡа эйеләләр)
ергә эйелделәр.                        (Алға эйеләләр)
һулға бөгелдөләр,                   (Һулға эйеләләр)
ергә эйелделәр.                       (сүкәйәләр)                
Бар һин, ел, бынан кит,   (ике ҡулды һелтәп ҡыуалар)
сәскәләргә теймәй үт,     (бармаҡ янайҙар)
улар ҙур булып үҫһен,       (ҡулдар өҫтә)
беҙгә бәхет килтерһен      (өйөрөләләр)

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ, Ҡояштың күңелен күтәреп, уға рәхмәт әйтеп, Яз тураһында йырлап  алайыҡ.

Йыр”Яз килэ”

Музыка уйнай. Төн килеп инә.

Төн:  Ҡара, күңел асалар,

Ҡалай ҡыуанышалар.

Ҡояшты мин ҡаплайым,
Оҙаҡҡа йоҡлатайым!

(Ҡара тауар менән Ҡояшты ҡаплай)

Тәрбиәсе: Ҡояш йоҡоға талды,

Донъя ҡараңғыланды.

Балалар, нимә эшләйбеҙ?

Бергә: Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ,

Төн ағай кит-кит!

Төн: Китәм мин, китәм. Тик Ҡояшты уятмайым. (Сығып китә)

Әтәс: Балалар! Әйҙәгеҙ, ҡояш тураһында матур йыр йырлайыҡ. Ул беҙҙе ишетер, йоҡоһонан уяныр.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!”

Ҡояш уяна.

Тәрбиәсе: Күрҙегеҙме, балалар, Ҡояш апай уянды!

Ҡояш: Рәхмәт, балалар! Һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙ! Мине данлап бик матур байрам бүләк иттегеҙ!

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ балалар, түңәрәккә тороп, бөтәбеҙ бергә бейеп алабыҙ.

“Башкирская полька”

Тәрбиәсе:

 Рәхмәт, Ҡояш, булғаныңа

Рәхмәт йылы нурҙарыңа!

Һин балҡыһаң, донъя  була,

Һин йылытһан, икмәк уңа!

 -Беҙҙең байрам аҙағына яҡынлашты. Балалар, Ҡояш апай менән күңеллеме?(Балалар яуап бирә) Мин һеҙгә һәр ваҡыт йөҙөгөҙ шулай балҡып тороуын, кәйефегеҙ ҡояшлы, күңелегеҙ яҡты, күгегеҙ аяҙ булыуын теләйем. Ә уның өсөн бер-беребеҙгә яғымлы ҡараш, бер йылмайыу ҙа етә.

Ҡояш: Һеҙгә сюрпризым да бар – ҡояшлы тәмлекәстән ауыҙ итегеҙ!

Тәрбиәсе: Ҡояш апайға рәхмәт әйтеп, уны оҙатайыҡ инде. Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ачык дэрес: "Кояш гомере телим мин, энием сина"

Энилэр коненэ багышланган ачые дэрес. Дэрес алдыннан "Безнен энилэр" дигэн рэсемнэр кургэзмэсе эзерлэнэ.Балалар эни сузен тозилэр. Энилэренэ матур сузлэр эйтэлэр."Минем энием" - дигэн хикэя сойлилэр.Э...

План конспект занятия по развитию речи в старшей группе на тему “Кояш ничек язга булышты".

Тема: Кояш ничек язга булышты.Максат: Кучмэ кошлар, терехэм тере булмаган табигатьтэге язгы узгэрешлэр турындагы белемнэрен ачыклау хэм тирщнщйту. Эзер рэсемнэр(таяну) кулланып язгы узгэрешлэр т...

"Кояш гомере телим әнием сиңа"

Максат: Әниләрне ярату, аларга хөрмәт хисе тәрбияләү, якыннарының хәленә керә белүчәнлек тәрбияләү, балаларда шатлык хисләре тудыру, яхшы кәеф булу, өлкәннәргә мәхәббәт, иптәшләренә якын мөнәсәбәт тәр...

"Кояш - безнең дустыбыз"

Мәктәпкә хәзерлек төркеме балаларын кояш системасы белән таныштыру....

Кояш һәм чебиләр

Әниләр бәйрәмендә куллану өчен сәхнәләштерелгән әкият. Әкиятнең максаты: әниләрнең җирдә иң кирәкле кеше икәнлекләрен төшендерү, бер- береңә ярдәмчел булу, җәлли белү сыйфатлары тәрбияләү, балаларның ...

Итоговое занятие в старшей группе на тему: " Кояш нурлары артыннан сәяхәт"

Итоговое занятие по развитию речи в старшей группе...