Балалар өсөн башҡорт телендә шиғырҙар
картотека

Камалова Линара Радиковна

Балалар өсөн башҡорт телендә шиғырҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kartoteka_bashkirskih_stih.docx24.26 КБ

Предварительный просмотр:

МАДОУ детский сад «Теремок» с. Красная Башкирия

Балалар өсөн башҡорт телендә шиғырҙар

Подготовила воспитатель: Камалова Л.Р.

Башҡортомдоң даны

Олатайым бал айыра,
Дуҫ ул бал ҡорто менән.
Беҙгә лә өлөш сығара,
Тәмле бал кәрәҙенән.

АТЛАЙЫМ!

Тып-тып-тып-тып,
тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй, 
Һул ҡулымдан атайым.

ЙӘЙЕН

Бик ҙур үҫте 
Йәйен
Һыу тѳбѳндә 
Йәйен.

ЕЛӘК

Баҙарҙа үҫә еләк,
Урманда үҫә еләк.
Урманда үҫкән еләк
Ни ѳсѳндѳр тәмлерәк.

ЗИНҺАР!

- Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.

Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, зинһар!
- Бына алсы! Һау йәшә!

РӘХМӘТ!

Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул:
- Ҙур рәхмәт, атай-әсәй!

ҒӘФҮ ИТ!

Быҙау баҫты ауырттырып
Тәпәйенә тауыҡтың.
- Ғәфү ит, зинһар, - тине ул.
Тауыҡ йырлап яуапланы:
_ Шифа һүҙҙән һауыҡтым!

ЯҘ 

Оҙон муйынын һуҙып,
Һѳйѳнсѳләй ата ҡаҙ:
«Урамға сығығыҙ әле,
Килде беҙгә яҙ, яҙ, яҙ!»

ҠЫШ

Бѳгѳн урамға сыҡмайым,
Урамда буран олой.
Буран олой, буран илай.
Мин дә илайым юрый.

СЕБЕШ

Ѳйѳрѳлә-сѳйѳрѳлә,
Сип-сип йырлап, бер себеш,
Берәүҙең күлдәге һары,
Бигерәк матур, имеш.

ҠУЯНДЫҢ ХӘСТӘРЛЕГЕ

Мин кишер үҫтерҙем,
Телеңде йоторлоҡ.
Тамаҡ туҡ – 
Бурандар
Торһа ла ҡотороп.

ҺЫЙЫР

Һағыҙ сәйнәй һыйырыбыҙ,
Сәйнәй-сәйнәй – туҡтамай,
Кѳтѳүгә ҡыуырға кәрәк,
Алып ҡайтһын бал да май.

ӘТӘС

Әтәс ҡысҡыра иртүк,
Кикерикүк тә кикерикүк:
«Киттек, тауыҡ ҡунаҡҡа
Күрше эте Муйнаҡҡа!»
БЕСӘЙ

Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй,
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.

КѲСѲК

Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.

БӘРӘС

Бѳҙрә генә бер бәрәс,
Ҡысҡыра, һѳт бирмәгәс,
«Кәрәк, - ти ул, - мә-мә-мәм,
Юҡ ашарға бер нәмәм».

БЫҘАУ

Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ,
Инәй, эшең бѳттѳмѳ?
Мин асыҡтым, инәйем,
Тиҙерәк һѳт имәйем».

ҠОЛОН

Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!

КӘЗӘ

Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә итә сәпәкәй:
Бәләкәй генә үҙе,
Һѳҙѳп йыҡҡан үгеҙҙе.

ҺѲТ МАШИНАҺЫ

Ҡалаға китә машина
Һѳт тултырып мискәгә
«Һѳт мискәһе» ти әсәйем,
Һѳт яратып эскәнгә.

«ТИҘ ЯРҘАМ» МАШИНАҺЫ

Ауырыған кешеләргә
Кѳнѳ-тѳнѳ ашыға.
Уны һәр кем танып тора:
«Тиҙ ярҙам» был машина.

ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ МАШИНАҺЫ

Сиренаһын ҡысҡыртып,
Ҡыҙыл машина елә.
Ҡайҙа бәлә, ҡайҙа янғын,
Ут сыҡҡанын ул белә.

МИЛИЦИЯ МАШИНАҺЫ

Милиция машинаһы
Елдерә сигнал биреп.
Ул бит ярҙамға ашыға
Бәлә булғанын белеп.

АВТОБУС

Автобустарҙың тѳп эше – 
Кешеләрҙе йѳрѳтѳү.
Туҡталышты иғлан итеп,
Тѳшѳрѳү һәм керетеү.

ДЖИП

Һыналған һәм сыҙамлы
Кѳслѳ машина джип – 
Сүллектән дә, һаҙлыҡтан да
Үтә генә ул елеп.

ТРАМВАЙ, ТРОЛЛЕЙБУС

Трамвай, троллейбус йѳрѳй
Электр тогы менән.
Айырма шунда: трамвай
Рельстан йѳрѳй гелән.

КРАНЛЫ МАШИНА

Кранлы машина оҡшай
Жирафтың муйынына.
Уның башы тейеп тора
Болоттар ҡуйынына.

ҺАЛ

Бүрәнәне ҡушып бәйләп,
Һал яһайҙар ағайҙар.
Ағайҙарҙан был һѳнәргә
Ѳйрәнә сос малайҙар.

ПАРОХОД

Үҙе бара – эҙе юҡ.
Яуабын, йә, кем белә?
Һыу ѳҫтѳнән юлдар ярып
Пароход йѳҙѳп килә.

КӘМӘ

Ике ҡулда – ике ишкәк,
Машина руле һымаҡ.
Ишһәң – бара, ишмәһәң – юҡ,
Тик тора ул аптырап.

САМОЛЕТ

Барыр ереңә ашыҡһаң,
Ултыр һин самолетҡа.
Һауа юлынан осорһоң,
Сәләм биреп болотҡа.

ИНКАССАТОР МАШИНАҺЫ

Инкассатор машинаһы 
Оҡшап тора танкка.
Ул бѳтә аҡсаны йыйып,
Алып бара банкка.
 Оҙатыу
"Ҡорройҡ! Ҡорройҡ!" ҡарғаларҙы
Юлға оҙата ҡоҙғон.
Ҡара ҡарғалар хушлаша:
- Имен, тип, илем торһон!
Ала ҡарғалар йыуата:
-Һаҡҡа бында беҙ ҙә бар.
Ҡайғырмай юлға сығығыҙ,
Юҡһа яуыр тиҙҙән ҡар.

Һаҡсылар.
Мундир кейгән һалдатмы ни,
Урман ситләп шыршылар
Әйтерһең һаҡҡа теҙелгән,
Ә үҙҙәре ҡупшылар.
Ҡышҡы йоҡоға китергә
Әҙерләнә бар ағас.
Улар ҙа тыныс йоҡларҙар,
Шундай ғәскәр һаҡлағас.

Өрмә, эт!
Йә, өрмә эт юҡтан юҡҡа,
Бушҡа тауыш сығарма.
Ҡурсағымды йоҡлатам да,
Тышҡа сығам уйнарға.
Оҙаҡламай ҡыш та етер,
Урманға ла барайым.
Көҙҙөң аҫыл төҫтәренән 
Нурҙар алып ҡалайым.

Дарыу
Дарыу үләне йыйырға
Барырбыҙ, ти өләсәй.
Шул үләндәр менән ҡайтҡас,
Эсербеҙ, ти, тәмле сәй.
Беләм, өләсәй шаярта:
Дарыу тәмле буламы?
Уны ҡапҡас кисә Гүзәл,
Ана нисек иланы!

Алма.
Ҡып-ҡыҙыл алма
Ағаста ана,
Куҙҙе ҡыҙҙырып
Ут кеүек яна.
Һуҙһаң, ҡул етмәй,
Бәрәм, тик төшмәй.
Ул бик бейек шул,
Алам ни эшләй?
Күрәһең алма
Яҙмаған ашҡа.
Шул саҡ нимәлер
"Шап!" минең башҡа.
Эй теге алма
Бешеп еткән бит:
-Йә мине аша!-
Тиеп төшкән бит.

Туп.
- Бер,ике, өс,дүрт!
Һикерә бейеккә туп.
Ғәлиәгә туп алғандар,
Өй эсе килә топ-топ.
Үҙе матур, зәп-зәңгәр,
Күтәрһәң тула ҡосаҡ.
Үҙе етеҙ, үҙе еңел,
Бәрһәң шар кеүек оса.
Топ-топ, топ-топ...
Ғәлиә уйната туп.
Тәгәрәп китеп юғалды,
Ҡайҙа булды минең туп?
-Туп! Туп! Туп! Туп!
Ҡайҙа әсәй минең туп?
-Өйҙә улай уйнамайҙар,
Тышҡа ҡасты, йүгер, тот!

Туп.
- Бер,ике, өс,дүрт!
Һикерә бейеккә туп.
Ғәлиәгә туп алғандар,
Өй эсе килә топ-топ.
Үҙе матур, зәп-зәңгәр,
Күтәрһәң тула ҡосаҡ.
Үҙе етеҙ, үҙе еңел,
Бәрһәң шар кеүек оса.
Топ-топ, топ-топ...
Ғәлиә уйната туп.
Тәгәрәп китеп юғалды,
Ҡайҙа булды минең туп?
-Туп! Туп! Туп! Туп!
Ҡайҙа әсәй минең туп?
-Өйҙә улай уйнамайҙар,
Тышҡа ҡасты, йүгер, тот!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Бүләк кемгә" (татар телендә бәйрәм сценарие)

развлечение для детей на татарском языке...

"Әйдәгез, уйныйбыз!" Балалар бакчасында рус телендә сөйләшүче балаларны татар теленә өйрәтү шөгыле өчен конспект.

Әлеге эшчәнлек уртанчылар төркемендә рус телендә сөйләшүче балаларны татар теленә өйрәткәндә кулланыла. Эшчәнлек Укыту методик комплектына нигезләнеп эшләнде....

Фрагмент родительского собрания «В гостях у татарского языка-Татар телендә кунакта”

Фрагмент родительского собрания в виде интеллектуальной игры предназначен для детей и родителей старших групп. Игра направлена на активизацию родителей в работе по обучению детей татарскому языку, зак...

Кер кыстыргычлары белән уеннар. Кече яшьтәге сөйләм телендә кимчелекләр булган балаларның вак моторикасын үстерү.

Кер кыстыргычлары белән уеннар.Кече яшьтәге сөйләм телендә кимчелекләр булган балаларның вак моторикасын үстерү....