Әсәйҙәр байрамы
материал (младшая группа)
Предварительный просмотр:
Алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң ҙур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ. Бар әсәйҙәргә лә иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!
Берҙән – берем, күҙ нурым, тип
Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарыңды белә, көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
Ул – һөйөклө әсәйең.
- Бер нисә шиғыр
- Йыр “ Яратам әсәйемде”
Алып барыусы: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,
Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,
Илһам бирә миңә йәшәргә,
Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын
“Әсәй”тиеп уға әйтергә.
Балалар, һеҙ бөтәгеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе яратаһығыҙ, әйҙәгеҙ уларға яғымлы ,йылы һүҙҙәр әйтәйек.Минең ҡулымда йөрәк. Кемдең ҡулына тотторам йөрәкте ,шул әсәһе өсөн матур һүҙҙәр әйтһен.
( Минең әсәйем матур, яҡшы, тәмле аштар бешерә, минең менән уйнай ...)
Алып барыусы: Беҙҙең ҡыҙҙар әсәйҙәр өсөн матур бейеү әҙерләнеләр.
- Ҡурсаҡтар менән бейеү
Алып барыусы: “Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!
- Йыр “ Бәхет өсөн”
Алып барыусы: Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең малайҙар ҙа әсәләрен ҡотлайым тип ситтә ҡалманы, матур музыкаль номер әҙерләнеләр. Рәхим итеп ҡарағыҙ!!!
- Оркестр
- Ҡалған шиғырҙар
Алып барыусы: “Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙҙе тағы ла ихлас күңелдән ҡотлап , балаларығыҙ, бөтә күңел йылылығын биреп әҙерләгән концертыбыҙҙы тамамлайбыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Сәскәләр байрамы
Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...
Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...
Нардуған байрамы
Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...
КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...