Минең педагогик табышым/ Моя педагогическая находка
статья

Зульфия Сафуатовна Басырова

Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение Детский сад №15 «Крепыш» МР Учалинский район РБ Педагогическая находка Тема : “Обучение родному башкирскому языку в процессе нравственно-патриотического воспитания” Воспитатель: Басырова Зульфия Сафуатовна Учалы, 2023

Слайд 2

Басырова З өлфиә Сафуат ҡыҙы Учалы ҡалаһының 15-се һанлы «С әләмәт бала » балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Минең педагогик табышым буйынса сығышымдың темаһы “Әхлаҡи-патриотик тәрбиә барышында башҡорт телен өйрәнеү”

Слайд 18

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !



Предварительный просмотр:

Моя педагогическая находка

Тема: “Обучение родному башкирскому языку в процессе нравственно-патриотического воспитания”

Воспитатель:

Басырова З.С.

Учалы – 2022

Минең педагогик табышым

Тема: «Әхлаҡи-патриотик тәрбиә барышында башҡорт телен өйрәнеү»

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары, коллегалар! Мин Басырова Зөлфиә Сафуат ҡыҙы, Учалы ҡалаһының 15–се һанлы  “Сәләмәт бала” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе.

        Билдәле булыуынса, халыҡтың тулы ҡанлы үҫешенең төп шарты-тыуған телде һаҡлап алып ҡалыу. Тел - кешегә хас иң тәрән, эске үҙенсәлектәрҙең береһе, уның этник, милли сығышын билдәләй. Әлеге ваҡытта балаға үҙ халҡының үҙенсәлеген тойоуы, уның мәҙәниәтен белеүе, ерҙә йәшәгән һәр кешенең ҡабатланмаҫ һәм әһәмиәтле булыуын аңлауы кәрәклеге тыуа. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеү  хәҙерге замандың көнүҙәк педагогик мәсьәләһенә әүерелә. Шуға күрә, тәрбиәләнеүселәрем менән туған телде өйрәнеү һәм уға һөйөү тойғоларын уятыуҙы  әхлаҡи-патриотик тәрбиә барышында үҙләштереү тигән  маҡсат һәм ошо маҡсатҡа бәйле бурыстар ҡуйҙым.

Башҡортостанда, Һәр кешегә үҙ телендә белем алыу, үҙ халҡының милли культураһын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн нигеҙ булдырыла. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора. Ф.Ғ. Аҙнабаева, Г.Ш. Әлбәкова, А.Т. Мөхәмәтйәрова тарафынан төҙөлгән мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Башҡортостан – тыуған илем» программаһы структураһы һәм башҡа программалар, методик ҡулланмалар Федераль дәүләт белем биреү стандартына нигеҙләнә. Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Шул маҡсаттан бармаҡ уйындарын киң ҡулланам, сөнки бармаҡ уйындары  балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтерә. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар. Ысынлапта, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Мәҫәлән, «Минең ғаиләм», «Аҙна көндәре», «Ҡуян», «Ҡояш», «Бесәй» бармаҡ уйындарын балалар яратып уйнай.  Был уйындар ҡыҙыҡһыныуын уята, иғтибарын көсәйтә, хәтерен нығыта, өн башҡарыуҙы шымарта.

Телмәр үҫтереүҙә шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашһа, үҙ-үҙенә ышаныс арта. Ә инде төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу балаға дәрт өҫтәй. Әйтеп үтәһем килә минең тәрбиәләнеүселәрем “Донъя киңлеге – бала күңелендә”, (слайд) “Башҡортса тиҙәйткестәр” (слайд )конкурстарында әүҙем ҡатнаштылар,   көстәрен һынап ҡарап дәрт алып ҡалдылар.

Тыуған телде өйрәнгәндә, шулай уҡ хәрәкәтле уйындарҙы ла әйтеп китмәй булмаҫтыр, тип һанайым. «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Йәбешкәк бүкәндәр», «Тирмәкәй» (слайд) һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындары балаларҙың етеҙлеген, тиҙлеген, көсөн арттыра. Ә ул уйындарҙа ҡулланған шиғри юлдар ҙа телмәр үҫтереүгә, тыуған телдә фекер йөрөтөүгә йоғонто яһай.

       Балаға тыуған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була: заманса  үҙләштерелгән технологияларҙың береһе – проект өҫтөндә эшләү. Әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү, тыуған телгә, тыуған илгә һөйөү уятыу ғына түгел, ә тыуған илдең тәбиғәтен һаҡалап алып ҡалырға һәм уны байытырға йүнәлтелә. Шуға күрә мин  балалар һәм ата-әсәләр  менән “Сүп –сар. Ҡайҙан килеп сыға һәм ҡайҙа юҡ була?”, (слайд) “Ҡағыҙҙан яһалған мөғжизәләр” тигән (слайд) экологик проекттар өҫтөндә эшләнем. Әхлаҡи-патриотик тойғолар тәрбиәләү барышында тыуған телде тулыраҡ өйрәнеү өсөн, заманса дидактик материалдар ҡулланыуҙы  педагогик табышым тип иҫәпләйем.

 Ошо дидактик ҡулланмаларҙың береһе “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” (слайд)  тигән лэпбук. Был ҡулланма  аша ғаилә ағзаларын башҡортса атап әйтергә, төҫтәрҙе танып белеүгә, башҡортса һанарға өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән,  

 -“Ғаилә ағзалары”. Атай-әсәйҙе, олатай-өләсәйҙе, ҡыҙ һәм малайҙы башҡортса әйткәс, баланың ғаилә ағзаларын һанап китергә була. Уларҙын исемдәрен атап, ғаиләлә нисә кеше икәнен әйтеп китергә була. Һуңынан ғаилә тураһында төшөнсәне «Минең ғаиләм» тигән бармаҡ уйынын уйнап нығытып ҡуябыҙ. Икенсе дидактик ҡулланма Луллий түңәрәге принцибы буйынса ҡороп эшләнгән «Әйләнмә түңәрәктәр» мине  бигерәк тә ҡыҙыҡһыныдырҙы.(слайд) Был уйын балаларҙың телмәрен үҫтереүгә, уй-фекерен байытыуға, хәтерен арттырыуға  йүнәлтелгән. «Әйләнмә түңәрәктәр» ҙе төрлө темалар буйынса йыйырға була. Мәҫәлән, әкиәт менән таныштырғанда. Әкиәттә кем тураһында һүҙ бара? Кем ярҙамға килә? Ниндәй эш эшләнә?,- тигән һорауҙарға яуап биреп әкиәт һөйләргә өйрәнәбеҙ. Киләһе дидактик ҡулланма –үҙ ҡулым менән яһалған интерактив кубик.

Был  кубик балаларҙың Башҡортостан республикаһы  тураһында алған белемдәрен нығытырға, байытырға ярҙам итә. (слайд) Башҡорстостан символикаһын танып - белеү, патриотик тәрбиә биреүҙең бер ысулы. Тағы ла арҙаҡлы шәхестәре, башҡорт милли аш-һыуҙары, уйындары тураһында тап килгән материал.  

-«Арҙаҡлы шәхестәр» балалар өсөн өлгө булып тора. Уларҙың исемдәрен, һөнәрҙәрен белеү бик мөһим. Шәхестәрҙе танып-белеү Тыуған илгә ҡарата тоғролоҡ һәм ғорурлыҡ хистәрен арттыра.  

Ошо әйтеп үтелгән дидактик ҡулланмалар индивидуаль формала, бәләкәй төркөмдә эш алып барырға уңайлы. Был  ҡулланмалар матур ҙа, балаларға үҙ аллы эш эшләүгә уңайлы ла, фәһемле лә. Иң мөһиме – зыянһыҙ. Балалар үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарап, уйнап, тәрбиәсе менән бергә уйнағанда тыңларға, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.  Шунлыҡтан  балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы арта, телгә, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләнә.

Балалар баҡсаһында шулай уҡ ата-әсәләр менән дә эш алып барыла (слайд). Тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө өсөн материалдар туплауҙа, йыһазландырыуҙа ата-әсәләрҙең ярҙамы бик ҙур. Ҡурсаҡтарға башҡорт милли кейемдәрен, тирмә һәм башҡорт милли биҙәүестәрен тегеп төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Ата-әсәләрҙең  предмет киңлек мөхитен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы, балаларҙа ғорурланыу һәм  шундай ҙур эштә ярҙам итеү тойғоһо уята, балалар баҡсаһы менән ғаилә араһында тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килтерә, ата-әсәләрҙең уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныуы арта.

 Әгәр баланы тыуғандан  уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Тыуған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала.Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Педагогическая находка" участницы конкурса педагогического мастерства "Воспитатель года Республики Тыва - 2019"

Конспект НОД в подготовительной к школе группе по художественно-эстетическому развитию "Подснежник"...

Педагогическое мероприятие "Маленький оркестр" (педагогическая находка)

Данное мероприятие будет проводиться с детьми старшего возраста в рамках муниципального этапа конкурса педагогического мастерства "Воспитатель года 2019". Цель - знакомство с необычными, нов...

Педагогическая находка «Первые шаги патриотического воспитания через изучение культурного наследия родного края посредством музейной педагогики»

laquo;Любовь к родному краю, родной культуре, родной речиначинается с малого - любви к своей семье, к своему жилищу,к своему детскому саду. Постепенно расширяясь, эта любовьпереходит в любовь к родно...

"Педагогическая находка" педагогическое мероприятие с детьми «Безопасность дорожного движения»

Цель: Расширять представления детей о правилах дорожного движения Задачи:Расширять представления детей о дорожных знаках («Пешеходный переход, «Автобусная остановка», «Ост...

Педагогическая находка к конкурсу педагогического мастерства 2020 года. НОД по развитию речи «Рассказывание сказки Теремок»

конспект интегрированного занятия на конкурс педагогического мастерства по развитию речи с помощью мнемотаблиц...

Минем педагогик табышым.Балаларның иҗади сәләтләрен рәсем эшчәнлегендә гадәти булмаган ысуллар куллану ярдәмендә үстерү.

      Сәнгать эшчәнлеге, мәктәпкәчә  балалар өчен, эшчәнлекнең иң кызыклы бер төре булып тора. Рәсем аша бала үзенең әйләнә-тирәгә карашын һәм мөнәсәбәтен әйтеп бирә ала. Ба...

Минем педагогик табышым Тема:Балаларның иҗади сәләтләрен рәсем эшчәнлегендә гадәти булмаган ысуллар куллану ярдәмендә үстерү.

хәзер без катлаулы чорда яшибез, кече яшҗтән үк балаларның сөйләм теле начар формалаша,бары тик без балаларның вак кул чукларын үстерү ярдәмендә генә алга таба баланың дөрес сөйләмен үстерә алабыз. В....