Проект эше Аҡ балсыҡтың мөғжизәһе!
проект
Предварительный просмотр:
Аҡ балсыҡтың мөғжизәһе.
Маҡсат. Балаларҙа тыуған ер , тәбиғәт төшөнсәһен киңәйтеү.Еребеҙҙең байлыҡтары тураһында белемде тәрәнәйтеү. Балаларҙы аҡ балсыҡ менән яҡындан таныштырыу.Тәжрибә аша үҙсәнлектәрен аңларға ярҙам итеү. Бәйләнешле телмәрҙе , тасури һөйләү мәҙәниәтен нығытыу.Тирә-яҡ мөхитте, еребеҙҙе, уның мөхитен һаҡлау сараларын аңлатыу. Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уның менән һоҡланыу , ғорурланыу тойғолары уятыу.
Йыһазландырыу: Кәрзин, дарыу үләндәре, балсыҡ-аҡ, ҡыҙыл, күк , лупа ,стакан, һыу ,тарелка.
Т.Балалар дөрөҫ итеп ултырҙыҡ.Бөгөн беҙгә бик күп ҡунаҡтар килгән. әйҙәгеҙ иҫәнләшеп алайыҡ.Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ.Тынысландыҡ.
Мин һеҙгә йомаҡ ҡоям.
Беҙҙе туйындыра ла , кейендерә лә, дауалай ҙа ул. Һай, афариндар.Эйе, балалар, ул беҙҙең еребеҙ. Тыуған еребеҙ тураһында беҙ бик күп нәмәләр беләбеҙ . Әйҙәгеҙ, шиғырҙар тыңлап үтәйек.
З.Наҙгөл.-
Һыуы ла һалҡын ғына,
Шифалы наҙлы ғына.
Еләге бешеп килә,
Ҡып-ҡыҙыл баллы ғына.
Һоҡландым да тәбиғәткә
Ғорурланып уйланым.,
Әл дә ,һиндә тыуғанмын,
Ғәзиз ерем-Уралым.
Ш.Яҙгөл.
Тәүге һулыш алған урын
Изе түгел кемдәргә,
Ҡоштар ҙа һағынып ҡайта
Тыуып-үҫкән ерҙәргә.
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә,
Ул хәтерҙә гел генә,
Доньла бит әсә кеүек,
Т ыуған ер ҙә бер генә.
Т. Һай афариндар!
Ербикә инәй килеп инә.-Һаумыһығыҙ барығыҙҙа.Мин Ербикә инәйегеҙ булам.Балалар баҡсаһына ашҡынып килеп еттем.Сөнки бында тәбиғәтебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе яҡшы белгән балалар барлығын яҡшы белә инем инде.
Тәрбиәсе-Эйе, Ербикә инәй, дөрөҫ эшләгәнһең.Беҙҙең балалар тыуған ерҙәрен бик яраталар, хөрмәт итәләр.
Ербикә инәй-балалар мин һеҙгә буш ҡул менән килмәнем, үҙемдең байлыҡтарымды ла алып килдем.Улар менән таныштырып үтәйем әле.
Дарыу үләндәре менән таныштыра.
-Ә хәҙер мин һеҙҙе төп байлығым менән таныштырып үтәйем .
Быныһы аҡ балсыҡ , күк балсыҡ ,ҡыҙыл балсыҡ.
Тәрбиәсе-беҙҙең балалар ҙа балсыҡ тураһында бик күп нәмәләр беләләр.
Баларҙың фекерҙәре.
Тәрбиәсе-Эйе Ербикә инәй балсыҡтың файҙалы яҡтарын бик яҡшы беләбеҙ.Шулай уҡ, бөгөн беҙ балсыҡты тәрәнерәк өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы тәжрибәләр ҙә үткәреп ҡарарға булдыҡ.Әйҙәгеҙ өҫтәлдәргә рәхим итегеҙ.
1-се Тәжрибә-балсыҡты лупа аша ҡарайбыҙ.Һеҙ уны нимәгә оҡшатаһығыҙ.Балаларҙың яуаптары.
2-се Тәжрибә-балсыҡтың еҫен асыҡлайбыҙ.Яуаптар.
3-сө Тәжрибә-стаканда һыу.Әйҙйгеҙ ҡалаҡ менән балсыҡты стаканға һалабыҙ.Һыуҙың төҫө үҙгәрҙеме ? Яуаптар.
Ербикә инәй-Һай афариндар.Эшкә бик оҫта икәнһегеҙ.
Тәрбиәсе-балалар әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.
Балалар, балалар,
Ялан буйлап баралар.
Урман буйлап баралар,
Ултырып та алалар,
Йүгереп тә алалар.
Һаман алға баралар,
Урманға килеп кергәндәр,
Йәнлектәрҙе күргәндәр,
Тейен сәпәкәй итә,
Ҡуян үләнде тибә,
Ә айыу-тайыш табан
Башын ғына һелкетә,
Ҡойроғон болғай-болғай
Төлкө килә ҡаршыға,
Ҡуян һаҡ ҡына ҡарап
Шыршы артына боҫа.
Ә хәҙер, балалар, ошо аҡ балсыҡтан үҙегеҙҙең яратҡан уйынсығығыҙҙы әүәләргә тәҡдим итәм.Өҫтәл янына рәхим итегеҙ.
Үҙ аллы әүәләү.
Эштәргә анализ яһау.
Шиғыр
-Бер тигәс тә ни яман?---Урман бөтһә шул яман.
-Ике тигәс тә ни яман?----Һыу ҡороһа шул яман.
-Өс тигәс тә ни яман?---Йәнлек бөтһә шул яман.
-Дүрт тигәс тә ни яман?—Һауа бысраһа шул яман.
--Биш тигәс тә ни яман?—Сүп-сар ятһа шул яман.
Алты тигәс тә ни яман?-Тыуған ерҙе һаҡламау шул яман.
Йыр “ Минең Ватаным.”
Ербикә инәй-Һеҙҙең өсөн балалар, мин бик шатмын. Ысынлап та, тыуған ерҙәрен яратҡан, ихтирам иткән балалар үҫеп килә.
Т. Һау булығыҙ балалар, ҡунаҡтар!
