Урта төркөмдә көҙгө байрам
методическая разработка (средняя группа) на тему

Урта төркөм балалары өсөн көҙгө байрам сараһы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл көҙгө байрам 28.25 КБ

Предварительный просмотр:

Вальс көйөнә бейеп балалар килеп инә, һәм ярым туңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы: һаумыһығыҙ балалар!Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ.Ә ниндәй байрам икән,кем белә?дөрөҫ,көҙ байрамы,мул уңыш,йәшелсә байрамы.

Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,
Көҙ килде бит,көҙ килде.

Йыр “йәй үтте
(Көҙ,япраҡтар тураһында шиғырҙар)
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар,шул матур япраҡтар менән бейеп күрҙәтегеҙ әле!

“Япраҡтар бейеүе”
(Бейеү бөткәс һепереүсе һеперткеһен тотоп инә) 

Һепереүсе: Һеперткемде алам да мин ҡулыма,
Сығам ишек алдына.
Был япраҡтар сәскә кеүек,
Һары ғына, ал ғына.
Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям!
(Ҡыҙҙар япраҡтар бер ергә өйөлөп барып ултыралар) 
Арып киттем бигерәк ,ял итеп алыр кәрәк.
( Һепереүсе ултырып йоҡлап китә.Ел килеп инә) 

Ел: Мин көҙгө әсе ел,
Осам төрлө яҡтарға,
Ағастағы япраҡтар
Бер өрөүҙә юҡ була!
(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна) 

Һепереүсе: Мин һепереп үткән ерҙе
Килеп күрһәм ҡабаттан.
Өйөп ҡуйған япраҡтарҙы
Ел килгән дә таратҡан.
Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям.Арып киттем бигерәк, ял итеп алыр кәрәк.
(Һепереүсе йоҡлап китә, Ел килеп инә)

Ел: Мин көҙгө әсе ел,
Осам төрлө яҡтарға,
Ағастағы япраҡтар
Бер өрөүҙә юҡ була!
(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна) 

Һепереүсе: Ел тырыша –ботаҡтарҙа 
Япраҡтар ҡалмаһын тип.
Ергә төшөрмәҫ борон тотоп алырға кәрәк.
( Һепереусе япраҡтарҙы баҫтыра, улар ултырғысҡа барып ултыралар.)
Һепереүсе: Арыным мин йүгереп.Шаян япраҡтарҙы баҫтырып.Юлдарҙа күләүектәр генә ята,башҡа һепереүсе кәрәкмәй.Китәм мин был яҡтарҙан.Һау булығыҙ!
Алып барыусы: Балалар!Тағы кемдер беҙгә килә тугелме?
( Вальс көйөнә көҙһылыу килеп инә)
Көҙһылыу:Һаумыһығыҙ балалар! Бигерәк эшем күп булды шул, шуга 
Ла әҙерәк һуңланым.Урмандағы,баҡсаларҙағы япраҡтар 
Ҙы үләндәрҙе һары,ҡыҙыл төҫкә буяным.Бөтә ҡоштарҙы
Йылы яҡҡа оҙаттым да һеҙҙең янга килеп еттем.Бары-
Ғыҙҙа бик матур кейенгәнһегеҙ!Ә шуны әйтегеҙ әле 
Балалар!Бейей беләһегеҙме һеҙ?
Балалар: Әйе!

“Күмәк бейеү”
Алып барыусы: әйҙәгеҙ көҙһылыу,түрҙән үтегеҙ,байрамда бергә-
ләп күңел асайыҡ.

Беренсе бала: Вот и осень наступила 
Все вокруг позолотила,
Подрумянила калину,
Разукрасила рябину.
Икенсе бала: Рыжий клен,березки,ивы
Удивительно красивы.
Но рябинка краше всех
В алых бусах для потех.
Алып барыусы: Ә хәҙер Әмилә,Вилена,Лера беҙгә Миләшкәйҙәр 
Тураһында йыр йырлайҙар.

Йыр-бейеү “Миләшкәйҙәр”
Көҙһылыу:Афарин балалар!Бигерәк матур йырланығыҙ,бейенегеҙ!
Бөгөн һеҙҙең баҡсағыҙҙа 
Йәшелсәләр йыйылган
Шуга күрә һөйләшәйек
Тик ошо хаҡта гына!
( Һуған,кишер,помидор,сөгөлдөр сыгып шигыр ятлайҙар)
Күмәкләп: Витаминдарға беҙ бай!
Көҙһылыу: Ә хәҙер түңәрәккә тороғоҙ,йәшелсәләр менән күмәк йыр 
Башҡарығыҙ!

Йыр”Йәшелсәләр “
Көҙһылыу: Афарин балалар!Урындарығыҙға ултырығыҙ!
( Талғын ғына ямғыр тауышы ишетелеп ҡала)
Алып барыусы:Балалар Ишетәһегеҙме?Был нимә тауышы ул?
Әллә тышта ямғыр яуа инде.
Ямғыр:Һаумыһығыҙ балалар,көҙһылыу. Бына миңәлә сират етте 
Балалар янына килергә.куптән көттөм инде ошо көҙ көнөн.
Көҙһылыу:Ямғыр туҡта.шундай кире булып сыҡтыңда инде.
Кем һине байрамға саҡырҙы?бар кит байрам кәйефен 
Боҙма.
Ямғыр:Минең дә бәләкәстәрҙең бейеп, йырлағанын тыңлағым килгәйне.Ә һеҙ мине ҡыуаһығыҙ(илай).
Алып барыусы:Балалар ямғырҙы ҡалдырайыҡмы байрамда?
Балалар:-әйе.
Алып барыусы:Беҙ ямғыр һинең турала шиғырҙар,йырҙар 
өйрәндек.Шигырҙы тыңла әле!
(Ямғыр тураһында шиғырҙар)

Милана Яркеева йыр” Капелька”.
Ямғыр:Бигерәк күңелле икән һеҙҙең менән!

Көҙһылыу:Һин ямғыр балаларҙы һыуыҡ ямғырҙарың менән 
ҡурҡытам тип уйлама.Улар һинән ҡурҡмайҙар,
сөнки уларҙың ҡулсатырҙары бар.
Ҡыҙҙар һиңә бейеү әҙерләгәндәр.

Бейеу” “Зонтиктар
Ямғыр:афарин ҡыҙҙар!Матур бейейһегеҙ,йырлайһыгыҙ!Ярай мин ҡайтайым байрамығыҙҙы боҙмайым.Һау булығыҙ!
(Музыка аҫтында ҡуян инә)
Ҡуян: Урман буйлап һикереп,
Йөрөргә мин яратам.
Көҙгө уңган бәшмәкте 
Йыйырға мин яратам.
Ә ҡайҙа ул бәшмәктәр?Ҡайҙа йәшенгәндәр улар?яңы гына ямғыр яуып китте.
(музыка аҫтында йөрөй,эйелеп бәшмәк эҙләй.Ҡапыл көҙһылыуҙы куркп ҡала ул)
Көҙһылыу:Һаумы ҡуянҡай!
Ҡуян:уй!һаумыһығыҙ балалар!көҙгө уңган бәшмәкте йыйырға тип сыҡҡайным.Бәшмәктәр бигерәк шаян булып сыҡты,һары япраҡтар аҫтына йәшенеп боткәндәр.ҡайҙан табырга инде?
Көҙһылыу:Ҡайгырма һин ҡуян.Хәҙер мин тылсымлы һүҙҙәремде 
әйтһәм ошо залда уҡ бәшмәктәр үҫеп сыҡыр.
(Эстән тылсымлы һүҙҙәр әйтә.Бәшмәктәр үҫеп сыга).

“Бәшмәктәр бейеүе”
Көҙһылыу:Ҡуян күрәһеңме?Бәшмәктәр үҫеп сыҡты.
Ҡуян: ООО.Хәҙер йыйып алам үҙҙәрен.(бәшмәктәр алып барыусы 
Артына йәшенәләр)
Көҙһылыу:Бер,ике,өс баҫтырып тотоп ҡара!

Уйын “Бәшмәкте тот”
Көҙһылыу:Күрәһеңме ниндәй етеҙ бәшмәктәр.берәүһендә тота 
Алманың.хәҙер балалар менән уйнап алайыҡ.

Уйын “бәшмәк йыйыу”
Көҙһылыу: Бына һиңә балалар күпме бәшмәк йыйып бирҙеләр.
Ҡыш буйына етер үҙеңә.
Ҡуян:Рәхмәт һеҙгә балалар!миңә ҡайтырга кәрәк.Һеҙҙең менән күңелле булды.Һау булығыҙ осрашҡанға 
Көҙһылыу:Хәҙер япраҡтарҙы тылсымлы һүҙҙәр менән тәмлекәстәргә
әйләндерәм.Барығыҙҙа күҙегеҙҙе йомоғоҙ,ҡарамағыҙ 
был яҡҡа.
( кәрзиндәрҙе алыштыра)
Имән,саған япраҡтары 
әйләнегеҙ тәмлекәскә!
Яулыҡты алып ҡарайыҡ әле.
Алып барыусы:Балалар ҡарағыҙ әле!Япраҡтар ысынлапта тәмле-
Кәстәргә әйләнгән.
Көҙһылыу: миңә хушлашырға ла ваҡыт етте.Һау булығыҙ,киләһе йыл осрашҡанға тиклем!
Алып барыусы:ошоноң менән байрам тамам.төркөмгә ҡайтайыҡ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татарстан Республикасы Кукмара муниципаль районы “Янил урта мәктәбе” муниципаль бюджет гомуми белем бирү учреждениясенең мәктәпкәчә яшьтәге балалар төркеме тәрбиячесе Гильметдинова Ләйсән Газинур кызының үзбелемен күтәрү буенча эш планы

Татарстан Республикасы Кукмара муниципаль районы “Янил урта мәктәбе” муниципаль бюджет гомуми белем бирү учреждениясенең мәктәпкәчә яшьтәге балалар төркеме тәрбиячесе Гильметдинова Ләйсән...

Тема: "Тема: «Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.» Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге

laquo;Кейеҙ баҫыу.  Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.»Урта төркөм балаларына  белем биреү эшмәкәрлеге...