8 март байрамы
методическая разработка (старшая группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

8 март байрамы, өлкән төркөм өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл starshaya_b_8_marta.docx19.31 КБ

Предварительный просмотр:

8 МАРТҠА АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ»

(Өлкән төркөм өсөн)

Маҡсат:

* балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

* балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү һәләттәрен үҫтереү,

* әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,

* әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Балалар музыка аҫтында инеп залда 3,4 колоннаға теҙелеп торалар.

«Әсәкәйем” йырын башҡаралар

(йыр бөткәс урындарына ултырышалар)

Алып барыусы:

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

     Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,

халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

Ә хәҙер һүҙҙе балаларға бирәйек.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр

Бөтәһе:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Балалар әсәйҙәренә үҙҙәре эшләгән бүләктәрҙе бирәләр.

Алып барыусы:  Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.!

  1. Конкурс.“Әсәйгә яғымлы һүҙҙәр әйтеү” (балалар залда түңәрәккә теҙелеп  торалар, башлап ебәреүсе баланың ҡулында сәскә, музыка башланһа сәскәне ебәрәләр, музыка туҡтай, кемдең ҡулында сәскә шул әсәһенә яғымлы һүҙ әйтә, уйын шулай дауам итә.)

Алып барыусы: Афарин балалар! Ә хәҙер 2 конкурс Әсәйҙәргә!

  1. Конкурс“Әсәйҙәргә дискотека” (8 йәки 10 әсәй уйынға сыға, һеҙҙең өсөн төрлө көйҙәр яңғырай, һеҙ шул көйгә ҡарата бейергә тейешһегеҙ).

Алыпбарыусы: Бик күңелле булды!  Ә хәҙер малайҙар башҡарыуында матур бейеү ҡарап алайыҡ!

«Егеттәр» бейеүе

Алып барыусы: Егеттәр афарин! Киләһе бәйгебеҙ әсәйҙәр өсөн.

  1. Конкурс. «ӘЛЛИ-БӘЛЛИ БӘҮ-БӘҮ»

Алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, әйҙәгеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәребеҙҙе лә иҫкә алайыҡ. Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына тынысландыра ала.. (Бәйгеләике әсә ҡатнаша. Улар ҡулдарына биләнгән баланы ала һәм сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата.)

Алып барыусы: Бына нидәй матур бишек йырҙары беләләр беҙҙең әсәйҙәр. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бик матур итеп бишек йыры йырлайҙар, әйҙәгеҙ тыңлап алайыҡ.

“Бишек йыры” ҡыҙҙар башҡара

Алып барыусы: - Афарин! Киләһе бәйге балалар өсөн.

  1. Конкурс«Әсәйҙең портретын төшөр» (2 команда 10 бала сыға, фломастер һәм А4 ҡағыҙы кәрәк буласаҡ , музыка башланһа балалар йүгереп барып 1һе башын, 2һе күҙен, 3һе кәүҙәһен һ.б. эшләйҙәр )

Алып барыусы: Ниндәй матур портреттар төшөргән беҙҙең балалар. Бер аҙ ял итеп балаларҙың йырын тыңлап алайыҡ!

Йыр «Бабушке и маме»

  1. Конкурс: «Әсәйҙең ярҙамсылары»

(Ике әсәй ултырғыста ултыра, ҡулдарында корзина.

Иҙәнгә кәнфиттәр һибелә, балалар әсәйҙәренә 1- шәр конфета алып килеп һалалар, һәм һәр бер конфета өсөн әсәй балаһын сикәһенән үбә. Кем күберәк конфета алып килеп һалған шул бала еңеүсе.)

Алып барыусы: Ә хәҙер киләһе бәйге Бала биләү. Уйын өсөн беҙгә ике әсәй кәрәк.

  1. Конкурс: «БАЛА БИЛӘҮ»

(атрибуттар: өҫтәл, ҡурсаҡтар, чепчик, пеленки, лента)

бәйгелә ике әсәй ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.

Алып барыусы:  Әсәйҙәребеҙ бәпәй биләргә онотмаған икән. Ә хәҙер беҙҙең ҡыҙҙар башҡарыуында матур бейеү ҡарағыҙ.

БЕЙЕҮ «А я девушек люблю»

7 конкурс: «Әсәйҙәрҙе кейендер»

(2 командала 5 бала, өҫтәлдә шляпа, муйынсаҡтар, резинкалар, яулыҡтар, сумкалар ята, балалар йүгереп барып алмашлап әсәйҙе матурлайҙар )

Алып барыусы: - Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ! Һеҙ тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә, һеҙ – эшсән дә, түҙемле лә. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме, аштарыбыҙҙың тәме. Әсә һәм бала! Улар бер бөтөн, айырылғыһыҙ. Был бер бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын. Байрамыбыҙ ҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ!!!

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Центр развития ребенка – детсккий сад “Звездный”

Согласовано:

Старший воспитатель

Ишдавлетова З.С.

Утверждено______________

Руководитель МАДОУ

Цент развития ребенка –

д/с «Звездный»

Рахимгулова Р.А.

8 МАРТҠА АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ»

(Өлкән төркөм өсөн)

Музыка етәксеһе:

Тойғонова Ә.Ю.

Тәрбиәсе:

Әүәлбаева К.Г.

Баймаҡ – 2019


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

1 кескәйҙәр төркөмөндә 8 март байрамы

1 кескәйҙәр төркөмөндә 8 март байрамы...

"8 март байрамы"

Сценарий к празднику 8 марта...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!".

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!"....