1 кескәйҙәр төркөмөндә 8 март байрамы
методическая разработка (младшая группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

1 кескәйҙәр төркөмөндә 8 март байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 12_mladshiy_8_mart.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий на 8 марта

(1 младш.башк.гр)

Алып барыусы: Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр һәм апайҙар!һеҙҙе  Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө 8 Март байрамы менән ҙотлайбыҙ!

                                                Һәр йыл һайын килә был байрам

                                               Һәр көн тыуған ҡояш шикелле,

                                               Йылдар һайын данлай был байрам

                                               Г-зәл кеше – әсә кешене!

Күңелле музыка аҫтында балалар залға инә.

Алып барыусы: Байрамды көтә – көтә

                            Беҙ тик кенә ятманыҡ

                            Йырҙар бейеүҙәр өйрәндек

                            Шиғырҙар ҙа ятланыҡ!  

1-cе бала: Иң тәүге нәфис сәскәләр

                  Әсәйҙәр өсөн үҫкән

                 Яҙғы моңдар,таңғы нурҙар

                 Шул сәскәләргә күскән

2-се бала:Әсәйҙәр байрамы етте

                 8март бөгөн

                 Йылмайған ҡояш яғтырта

                 Илемдең аяҙ күген

3-сө бала:Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы

                 Һигеҙенсе март бөгөн

                 Байрам булғас бигерәк йәмле

                 Барыбыҙҙа шат бөгөн

ЙЫР “СӘПӘКӘЙ”

(Балалар ултырғыстарға ултыралар)

Ҡайҙалыр кеше йоҡлаған тауыш ишетелә.(хррр-хрр-хрр)

Алып барыусы: - Балалар, ишетәһегеҙме?Был ниндәй тауыш?Кемдер йоҡлаған тауышы ишетелә түгелме? (Ширма артында Карлсон йоҡлап ята)

Алып барыусы: Карлсон йоҡлап ята!

 Карлсон, тор.Бында байрам башланды.

Карлсон: (зевает) – Нимә байрам башландымы ней?Мин һеҙҙе көтөп йоҡлап киткәнмен

Алып барыусы: - Ҡайғырма Карлсон байрам яңы ғына башланды

Карлсон: Ә шулаймы әллә!

                Һаумыһыҡыҙ балалар

                Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар

                Килдем әле янығыҙға

                Әсәйҙәрҙе, апайҙарҙы

                Өләсәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы

                Байрам менән ҡотларға  

Алып барыусы: Рәхмәт Карлсон! Ә һин ҡайҙан килдең?

Карлсон: Өләсәйҙән!

Алып барыусы: Нимә алып килдең?

Карлсон: Ҡоймаҡтар!

Алып барыусы: Ҡайҙа ҡуйҙың?

Карлсон: Урындыҡ аҫтына!

Алып барыусы: Бына ҡыҙыҡ!

Карлсон: Ә һеҙ ҡайҙа ҡуйыр инегеҙ?

Алып барыусы: Өҫтәлгә ҡуйыр инек

                            Өҫтөнә май ҡойор инек

                            Уға йыр йырлар инек

                            Шунан ашар инек!

Карлсон: Һеҙ ҡалай аҡыллығыҙ!Әйҙәгеҙ бергәләшеп йыр йырлайыҡ

ЙЫР “ҠОЙМАҠТАР“

Алып барыусы:  Карлсон ҡулыңдағы сәскәләр ҡайһылай матур.

Карлсон: Тик мин ул сәсәкәләр менән нимә эшләргә белмәйем.

Алып барыусы: Бындай матур сәскәләрҙе һин беҙгә бүләк ит,ә балалар менән беҙ уйын уйнап күрһәтербеҙ.

Карлсон: Әлбиттә, бүләк итәм

Алып барыусы: Рәхмәт, Карлсон!

УЙЫН “СӘСКӘЛӘР”

БЕЙЕҮ “УТЯТА”

Карлсон: Афарин,балалар бигерәк матур бейейһегеҙ!

Ҡайһылай сибәр, матур  ҡыҙҙар!Минең ҡурсағым шикелле!

Алып барыусы: Ә һинең ҡурсағың бармы?

Карлсон: Әйе мин уның менән уйнарға яратам.Ул шундай матур. Исеме Әлиә!

Алып барыусы: Әйҙә ҡурсағыңды байрамҡа саҡырайыҡ,уның менән уйнап алайыҡ!

(Көй аҫтында Карлсон ҡурсағын индерә)

Ҡусаҡ: Мин ҡурсаҡ, исемем Әлиә.Мин тыңлаулы, уйынсыҡтар менән ипле уйнаған балаларҙы яратам. Мин бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә яратам.

Алып барыусы: Бына Азалия ла ҡурсаҡ тураһында шиғыр белә!

АЗАЛИЯ ШИҒЫР ҺӨЙЛӘЙ

Ҡурсаҡ: - Рәхмәт Азалия, шиғыр бик оҡшаны!

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ Әлиә менән уйын уйнап алайыҡ.

УЙЫН “БИР ҠУЛЫҢДЫ ӘЛИӘ”

Алып барыусы: Әлиә балалар һиңә бейеү әҙерләнеләр

БЕЙЕҮ “ДЕВОЧКИ ФАБРИЧНЫЕ”

Ҡурсаҡ: Рәхмәт, балалар! Бик оҫта бейейһегеҙ икән,һеҙ миңә бик оҡшанығыҙ.Ә хәҙер мин үҙемдең балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт етте.Һаубулығыҙ!Байрам менән ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар һәм ҡыҙҙар!(Ҡурсаҡ сығып китә)

Алып барыусы: Балалар, әсәйҙәр байрамы яҙҙың беренсе айы мартта үткәрелә.Яһғыҙын ҡоштар тыуған яҡтарға ҡайталар,ҡарҙар ирей, үләндәр йәшәрә, ағастар бөрөләнә.

  • Балалар, әйҙәгеҙ яҙ тураһында йыр йырлап ишеттерәйек.

ЙЫР «ЯҘ САҠЫРА”

(Балалар ултырғыстарға ултыралар)

                     ШИҒЫРҘАР

1-се бала Йырҙар йырлап,бейей-бейей

                Түңәрәкте урайбыҙ

                Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

                Уларҙы беҙ ҡотлайбыҙ

2-се бала Әсәйҙәрҙә шат бөгөн

                Атайҙарҙа шат бөгөн

                 Бар кеше лә шат бөгөн

                 8 март бөгөн!

ЙЫР – БЕЙЕҮ “ШАЯН ЙЫР”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

8 март байрамы

8 март байрамы, өлкән төркөм өсөн...

Кескәйҙәр төркөмөндә Көҙ байрамы

2 се кескәйҙәр төркөмөндә көҙ байрамына иртәлек!...

"8 март байрамы"

Сценарий к празднику 8 марта...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!".

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!"....