Леопольд һәм сысҡандар
методическая разработка (средняя группа)

Хасанова Гульназ Рамазановна

Хөрмәтле ата- әсәләр! Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Байрамығыҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк, күңелле, ҡыуаныслы булһын. Тупһағыҙҙан ҡараңғылыҡ, хәүеф- хәтәр атлап үтмәһен, бәлә- ҡаза йөрөмәһен. Бәхетле миҙгедәр, матур ваҡиғалар, яҡшы хәбәрҙәр, һаулыҡ- сәләмәтлек алып килһен Яңы 2020 йыл!

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon yany_yyl_leopold.doc62.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡарһылыу: Хөрмәтле ата- әсәләр! Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Байрамығыҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк, күңелле, ҡыуаныслы булһын. Тупһағыҙҙан ҡараңғылыҡ, хәүеф- хәтәр атлап үтмәһен, бәлә- ҡаза йөрөмәһен. Бәхетле миҙгедәр, матур ваҡиғалар, яҡшы хәбәрҙәр, һаулыҡ- сәләмәтлек алып килһен Яңы 2020 йыл!

(Музыка. Балалар залға инәләр. Бейейҙәр. )

Ҡарһылыу:

                            Ынйы ҡарҙар һипкән кеүек

                            Яҡты булһын байрам көндәре!

                             Бәхет бурандары алып килһен,

                            Яңы йылдың ҡарлы елдәре!

Балалалар шиғыр ятлайҙар:

Әлизә:

Күҙ асып йомған арала,

Бер йыл үтеп тә киткән.

Бүләк күстәнәсен тейәп,

Яңы йыл килеп еткән!

Басир:

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Бөтәбеҙгә бәхет, шатлыҡ,

Юлдаш булһындар быйыл!

С.Дарина:

Яңы йыл байрамын,

Һағынып көттөк.

Ҡупшы шыршыға,

Тәтәйҙәр элдек!

Лорели:

Тышта һыуыҡ, буран-бурап,

Ергә мамыҡ ҡар яуа!

Яңы йыл буран туҙҙырып,

Иҫкеһен ерҙән ҡыуа!

Нурислам:

Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне

Ҡарлы ел менән.

Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ

Яңы йыл менән!

яңы йыл менән!

Айлина:

Бына тағы йыйылдыҡ беҙ,

Йәмле шыршы янына.

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды

Йырлап- бейеп тағы ла.

Мәрйәм:

Аҡлыҡ бөркөп, сафлыҡ бөркөп

Ап-аҡ ҡарҙар яуалар.

Ап-аҡ ҡарҙар яуған саҡта,

Байрам итә балалар.

Йыр: “Шыршы ҡупшы кейенгән”

(Балалар ултырғыстарға барып ултыралар)

Ҡарһылыу:

Нәҡ Ағиҙел боҙо һымаҡ,

Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр.

Толомдарым ебәк төҫлө,

Мине Ҡарһылыу тиҙәр.

Керпектәремә ҡуна ла

Йылмая аҡ йондоҙҙар.

Мине ҡәрҙәшендәй тоя

Бар малайҙар, бар ҡыҙҙар

Хатта уҫал кейектәр ҙә

Яҡын дуҫы күрәләр.

Һәр көн улар, сәләм биреп,

Минең янға киләләр.

- Ҡарһылыуым, - тип Ҡыш бабай

Үҙемде бик ярата,

Минең менән йыуана ла

Һағышын да тарата.

Үҙемде бик ярата.

 (А.Игебаев)

- Балалар, мине танынығыҙ мы? Бөгөн мин һеҙҙе яңы йыл байрамын саҡырам. Тиҙҙән беҙгәҠыш бабай ҙа килеп етер.

 Балалар ишетәһегеҙ ме? Ниндәйҙер тауыш ишетелә. әллә сысҡандар инде? Т-сссс!!! Ҡарағыҙ әле, бында сысҡандар килгәндәр. Һеҙ уларҙы байрамға саҡырҙығыҙ мы?

Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин уларҙан ҡурҡыңҡырайым.

                                    (Шыршы аҫтынан сысҡандар сыға)

1-се күк сысҡан:

Төндәр буйы йоҡламай, иҙән таҡтаһын кимерҙек.

2-се аҡ сысҡан:

Иҙәндә тишек эшләп, һеҙгә байамға килдек.

1-се сысҡан:       Йыуындыҡ, кейендек, Һеҙгә байрамға килдек.

2-се сысҡан:        яңы йыл байрамына тип, беҙ бит бүләк алып килдек.

Ҡарһылыу:   Бүләк? Ысынмы?

Сысҡандар: Әйе, бына бүләк. Ышанмаһаң асып ҡара...

                 ( Ҡарһылыу коробканы аса, ә унда шартлау ишетелә)

1-се сысҡан: (көлә) Алданыҡ, алданыҡ...

2-се сысҡан: Һеҙ, беҙҙе байрамға саҡырманығыҙ, Һеҙ беҙҙе көтмәнегеҙ, шуға күрә һеҙгә байрам итергә ҡамасаулайбыҙ (көләләр)

                    (Коробканы алып сығып китәләр)        

Ҡарһылыу: Йә, ярар, ә беҙ борсолмайбыҙ. Сысҡандарҙан беҙ ҡурҡмайбыҙ! Хәҙер беҙ, һеҙҙең менән бергәләп, йырлап, бейеп алайыҡ!

Йыр: “Яңы йыл полькаһы"        

(Сысҡандар йүгерешеп сығалар)

1-се сысҡан: Нимә һеҙ бында шаулайһығыҙ? Һеҙ йырлайһығыҙ? Бейейһегеҙ?

2-се сысҡан: Былай булғас беҙ һеҙҙең шыршығыҙҙың уттарын һүндерәбеҙ!

1-се сысҡан: Әйе, әйе булған проводттарҙы кимерәбеҙ!

(Слышится звук замыкания проводов. Гаснет огни на елке)

Ҡарһылыу: Балалар борсолмағыҙ, хәҙер Ҡыш Бабай килер. Барыһында йүнәтер.

1-се сысҡан: Килмәй бөгөн Ҡыш бабай!!!

Ҡарһылыу: Нисек Ҡыш бабай килмәй?

2-се сысҡан: Сөнки соҡорға ҡолап төшкән (көләләр)

(Сысҡандар ҡасалар)

Ҡарһылыу: Балалар нисек был сысҡандарҙан ҡотолорға? Әйҙәгеҙ беҙ уларға ҡапҡан һалайыҡ. Ҡыш бабайға уларҙы тотторайыҡ.

 (Ҡарһылыу ҡапҡан сығарып ҡуя. Үҙе шыршы артына китә.)

(Сысҡандар сыға. Ҡапҡанды күрәләр.)

1- се Сысҡан: Ооо сыр.

2-се Сысҡан: Көтөп тор әле, буш сыр тик ҡапөанда ғына була. Беҙ был сырҙы ашамайбыҙ, ә балалар менән уйнайбыҙ.

 Уйын “Попади в мышеловку”

Сысҡандар: Ой, ой, ой Ҡарһылыу килә. Тиҙерәк ҡасайыҡ.Атыу хәҙер һеҙгә лә, беҙгә лә әләгәсәк.

 (Сысҡандар ҡасалар)

Ҡарһылыу: (аптырап ҡарап) Балалар нишләп сысҡандар ҡапҡанға эләкмәне икән. Әллә һеҙ уларға ярҙам иттегеҙ ме? Ҡыш бабай килгәнсе беҙгә уларҙы тоторға кәрәк. Мин дә кәнфит бар, ә ул кәнфиткә йоҡо дарыуы һалынған, снотворный. Һеҙ балалар был кәнфитте ашағығыҙ киләме? Юҡ ярамай!!!

Хәҙер сысҡандар ашарҙар ҙа, тәмле йоҡоға талырҙар.

(Ҡарһылыу кәнфитте һала ла сығып китә)

Сысҡандар: Бында ниндәй тынлыҡ... һеҙ нимә тик кенә ултраһығыҙ? йырламайһығыҙ, бейемәйһегеҙ?

2-се сысҡан: Ҡара әле!!! Бында тәмлекәс ята!!!

1-се сысҡан: Мммм ниндәй тәмле... Мин ашайым, мин ашайым

2-се сысҡан: юҡ, юҡ, юҡ быны балалар ашаһын. Балалар кәнфит ашайһығыҙмы? Ә әсәйҙәр? Тәк, тәк, тәк бында нимәһелерне так!!!

1-се сысҡан: Әйҙә кәнфитте ашамайыҡ, ә алдап ҡына ятайыҡ. (балаларға бармаҡ янап) Тссс!

( Сысҡандар алдап ҡына шыршы төбөнә барып яталар. Ҡарһылыу сыға)

Ҡарһылыу: йә Хоҙай, еңдем сысҡандарҙы!!! Улар кәнфитте ашап йоҡлап киткәндәр.Уррраа!

әйҙәгегеҙ һеңлеләрем , ҡар бөртөктәрем, сығығыҙ бейергә!

Танец: “Ҡар бөртөктәре”

 (бейеү аҙағында сысҡандар сығып китәләр)

Ҡарһылыу: Балалар сысҡандар бит ҡасҡандар! Улар мине тағы ла алдағандар....Ашамаған улар кәнфитте.

(Сысҡандар шыршы артынан үсекләйҙәр)

Сысҡандар: Ашаманыҡ беҙ кәнфитте, ашаманыҡ (уйынсыҡтар ташлайҙар)

Ҡарһылыу: Хәҙер килер Ҡыш Бабай, кәрәгегеҙҙе бирер ул һеҙгә.

(Ҡарһылыу уйынсыҡтарҙы йыйып коробкаға һала)

Танец: “Куклы”

(Музыка уйнай Ҡыш Бабай инә)

 

Ҡыш Бабай:

Үттем юлдар оҙаҡ- оҙаҡ,

      Үттем юлдар йыраҡ- йыраҡ.

                 Йондоҙҙарҙы иттем сыраҡ- сыраҡ,

                                              Эҙләгәнем- изге йөрәк!

   Ҡар бурандары туҙҙырып,

                                              Бында ла килеп еттек.

                                              Байрам менән киләм,

                                              Яңы йыл менән!

Һаумыһығыҙ дуҫтарым! Барығыҙҙы ла Яңы Йыл менән ҡотлайым! һеҙҙе һағынып бына көскә килеп еттем.

Ҡарһылыу: Олатайым,ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур- матур кейемле ҡыҙҙар, малайҙар. Тик бына шыршылағы уттарҙы сысҡандар һүндерҙе.

Ҡыш Бабай: Ҡайғырмағыҙ дуҫтарым! Барыһы ла яҡшы булыр. Иң беренсе шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ. Бының өсөн шыршы тирәләй йырлап алайыҡ.

Хоровод: “Ҡыш бабай”

Ҡарһылыу: Бына шыршының уттары янғас,күңелле булып китте.

(Сысҡандар Ҡыш бабайҙы эләкләп йөрөйҙәр)

Ҡыш бабай: Кемдәр мине эләкләп йөрөй. Хәҙер мин өшөтәм, өшөтәм...

Уйын: “Өшөтәм”

(Балалар ултырғысҡа ултыралар. Сысҡандар Ҡыш бабайға киләләр.)

Сысҡандар: Ғәфү ит беҙҙе Ҡыш бабай. Беҙ башҡа улай итмәҫбеҙ. Беҙ һиңә кәнфит бирәбеҙ.

Ҡыш бабай: Һай, сысҡандар!!! Ҡайҙан белдегеҙ минең тәмлекәстәр яратҡанды?! Бик яҡшы, бик яҡшы (кәнфитте ашай. Иҫәнәп.)

Уф арып киттем,

Эҫе булып китте.

Мин ятып йоҡлап алайым

ә һеҙ бейей тороғоҙ....

Ҡарһылыу: Ҡыш Бабай, ҡыш бабай йоҡлама. (кәнфит ҡағыҙын алып ) Үҙем харап иттем Ҡыш бабайҙы. Әйҙәгеҙ балалар бейеп алайыҡ, бәлки шул тауышҡа Ҡыш бабай уяныр.

Танец “Губки бантиком”

(Ҡыш бабай уяна)

Ҡыш бабай: Бәй, бәй йоҡлап киткәнмен түгелме? Юҡ, былай булмай, бөтөрөргә кәрәк сысҡандар менән дуҫлыҡты. Саҡырабыҙ бесәйҙе! Леопольд тиҙерәк кил!!!

Балалар: Леопольд! Леопольд!

(Шыршы артынан )

Сысҡандар: Әйе, әйе Выходи подлый трус!

(Играет музыка “Если добрый ты...” Леопольд сыға. Балаларҙы башынан һыйпай, һаулыҡ һораша.)

Леопольд: Һаумыһығыҙ балалар! Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар! Нимә булды Ҡыш бабай ниңә борсоулы ҡарашың?

Ҡыш Бабай: Зинһар Леопольд, сысҡандарҙы яҡшы яҡҡа тәрбиәләргә ярҙам ит. Бөтөнләй ҡулдан ысҡындылар.

Сысҡандар: Ә беҙ үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙҙы саҡырабыҙ.

Танец: “Мышата”

(Бейеү аҙағында бесәй сыскандарҙы баҫтыра. Балалар урындарына барып ултыралар, ә 2 сысҡан ары һуғылып, бире һуғылып сысҡандарҙың өңөнә йүгерәләр. Шунда бесәй тотоп ала.)

1-се сысҡан: Леопольд ғәфү ит!

2-се сысҡан: Ғәфү ит беҙ башҡа улай итмәҫбеҙ!

Ҡыш Бабай: Беҙ ҙеҙҙе ғәфү итербеҙ, ә балалар?

Ҡарһылыу: Ғәфү итәбеҙ ме сысҡандарҙы? Ҡалдырабыҙ мы уларҙы байрамда?

Ҡыш бабай: Леопольд, рәхмәт һиңә! Байрамыбыҙҙы ҡотҡарҙың.

Леопольд: Балалар, әйҙәгеҙ дуҫ йәшәйек!!!

Ҡарһылыу: Былай булғас бейеп алайыҡ.

Танец:    “Бим Бам Бом”  или “Лавата”

Ҡарһылыу: Олатай арығанһыңдыр. Ултырып ял итеп ал, ә балалар һиңә шиғырҙар ятлап күрһәтер.

Шиғырҙар

 

Ҡыш бабай: Афарин балалар! Ә әсәйҙәр, атайҙар бейеп алмаҫ мы?

Ата- әсәләр менән уйын:

        

“Займи норку” (мамы)

“Забей гол” (папы)

Ҡыш бабай: Һай афанриндар!!! Ҡыуандырҙығыҙ бабайҙы! Йәшәреп киткәндәй булдым. Балалар һеҙ йырлап алығыҙ, мин бүләктәремде әҙерләйем.

Финальная песня: “Новый год”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Занятия по формированию элементарных математических представлений в старшей группе «День Рождения кота Леопольда»

Цель:1.    Закрепить знания о свойствах предметов, умение находить признаки их сходства и различия, объединять предметы в группы по общему признаку.2.    Уточнить предста...

НОД для средней группы "День рождение кота Леопольда"

Непосредственно-образовательная деятельность в средней группе, Оснавная область "Познание" построена согласно ФГТ....

НОД для средней группы "День рождение кота Леопольда"

Непосредственно-образовательная деятельность в средней группе, Оснавная область "Познание" построена согласно ФГТ....

Кот Леопольд и мышата поздравляют мам

сценарий весеннего праздника  8 марта для дошкольного возраста...

конспект открытого занятия в подготовительной к школе группе "В математическом королевстве кота Леопольда"

Конспект открытого итогового занятия по математике в подготовительной к школе группе....

"Удивительные приключения Леопольда"

сценарий праздника для детей старшего дошкольного возраста...

Тема: 1-ҙән 20 һандары араһында мәсьәләләр

Тема: 1-ҙән 20 һандары араһында мәсьәләләр...